597
订阅者
无数据24 小时
无数据7 天
-730 天
帖子存档
+1
📌 Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Әбйәлил районда «Рәсәй спорты» милли проекты сиктәрендә «Ылаҡ» уйыны үтте, тип яҙып ебәргән төркөмдәшебеҙ.
💯 "Ете район көс һынашты. Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Ауырғазы, Әлшәй һәм Архангел райондары спортсылары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Әбйәлил районы командаһы юғары оҫталыҡ, йылғырлыҡ һәм таҫыллыҡ күрһәтте һәм лайыҡлы рәүештә беренсе урынға сыҡты. Бөрйәндәр — икенсе, хәйбуллалар — өсөнсө урынды яуланы. Афарин, егеттәр 🤝🔥 Көйәрмәндәр араһында район башлығы Айрат Әминев булды, ул спортсыларҙы шәхсән тәбрикләне",- тигән Илнар Салауатов.
10 11月, 07:46
+4
📌 Илһөйәр иҫтәлегенә таҡтаташ
Рәсәй ДОСААФ-ның Мәләүез районы буйынса бүлексәһендә Фәйрүс Гафаровҡа таҡтаташ асылған.Фәйрүс Фәнис улы 10 йылдан ашыу Эске эштәр министрлығы органдарында эшләй, 20 йылға яҡын Мәләүез районының Рәсәй армияһына, авиация һәм флотҡа булышлыҡ итеү буйынса ирекле йәмғиәт эшен етәкләй, бер юлы мәктәптә йәш быуынды тәрбиәләй. Махсус хәрби операция геройы, күптәрҙең остазы булған ил һаҡсыһын яҡташтары онотмай⭐
10 11月, 05:50
📌 "Уйна, ҡумыҙ!" - шәп булмаҡсы
2026 йылдың 12 ноябрендә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВТЫҢ юбилей концерты үтә.
🔥 Башҡорт ҡумыҙының сихри тауышын тыңларға барығыҙ, дуҫтар.
📍 Башлана: 19:00.
10 11月, 03:18
+8
📌Боронғо йола - айыҡ тормош нигеҙе.
Бына шулай ти Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы халҡы. Улар йыл да күмәкләп ҡаҙ өмәһе үткәрә. Быйыл ауыл халҡын берләштергән файҙалы эш "Айыҡ ауыл" конкурсы талаптарына ла тап килеп, матур бер сараға әүерелгән.
🔹 Тәүҙә йәнтештәр йәй буйы тәрбиәләп үҫтергән ҡаҙҙарын күмәкләп эшкәрткән, шунан йылға буйына төшөп, һалҡын һыуҙа сайҡап алып ҡайтҡан. Кисен бай, айыҡ табын ҡороп, йырлап-бейеп, үҙ күңелдәрен үҙҙәре күтәреп таралышҡан ауылдаштар.
💯 "Бындай саралар ауылдың милли йолаларына тоғролоғон һаҡлай һәм айыҡ тормоштоң матурлығын күрһәтә",- тип яҙа Йәнтеш ауылы халҡы төркөмдәрендә.
10 11月, 02:04
+8
📌Халыҡ яратҡан йырсының хәтере мәңгеләштерелгән.
Күренекле башҡорт йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә тыуған ауылы Мәҡсүттә таҡтаташ асылған.
Сарала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатова, яҡташтары ҡатнашҡан.
Быйыл Фәрит Хәйбулла улының тыуыуына 90 йыл тулды.
10 11月, 00:22
+2
📌Бөтә донъя йәштәр көнө менән!
Был иҫтәлекле көн 1945 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, барлыҡҡа килгән. Уны Демократик йәштәрҙең бөтә донъя федерацияһы булдыра. 📍 Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Өфөлә "Рәсәй төркиҙәре" тип аталған йәштәр фестивале үтә. Илдең йөҙәрләгән йәш кешеһен берләштергән мәҙәни-социаль форумды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ойоштора. 🔹 Быйыл этник берҙәйлекте һаҡлау, креатив индустрияларҙы үҫтереү һәм дөйөм Рәсәй мәҙәни киңлегенә ҡушылыу темаһы үҙәктә. Сара 2023 йылдан башлап үткәрелә. 🔹 Фестивалдең беренсе көнөндә делегаттар "Турахан" визит-үҙәген барып күргән һәм "Рәсәйҙең төрки халыҡтарының тарихи-фольклор мираҫы креатив индустрияла" тип аталған түңәрәк ҡорҙа ҡатнашҡан. 🔹 Бында тыва, татар, алтай, хаҡас, башҡорт халыҡтарының милли кейемдәре тураһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән белгестәр сығыш яһаған. 🔹 "Рәсәй төркиҙәре"нең төп сараһы "Рәсәйҙең төрки халыҡтары йәштәре: берҙәмлек һәм ижад итеү" пленар сессияһы буласаҡ. Шулай уҡ йәштәргә оҫталыҡ дәрестәре, милли кейемдәрҙе күрһәтеү ойошторола.
09 11月, 23:10
+1
📌Башҡорт фильмын халыҡ-ара фестивалдә билдәләгәндәр.
Режиссер Булат Йосоповтың "Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара" фильмы "Ҡорҡот Ата" VI Халыҡ-ара кинофестивале лауреаты булған. Сара Стамбулда үткән.
🔹 "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында йәш актриса Әминә Сәлмәнова бүләкләнгән. Ҡыҙ төп - Фәрзәнә ролен башҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында көнбайышҡа мал ҡыуып алып барған ҡыйыу башҡорт ҡыҙы образы фестивалдең баһалама ағзаларын әсир иткән.
🔥 Әйткәндәй, 12 ноябрҙә фильмдың премьераһы була.
09 11月, 08:35
📌Бөгөн кинодраматург, Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы сценарисы, Рәсәй һәм Башҡортостан Кинематографсылары союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәғәфүр ТИМЕРБУЛАТОВ 70 йәшлек юбилейын билдәләй.
🔹 Мәғәфүр Мансур улы 1956 йылдың 9 ноябрендә Күмертау ҡалаһында тыуған.🔹 Мейәс геологоразведка техникумын тамамлағандан һуң, экспедицияларҙа геолог булып эшләгән. 🔹 Бөтә Рәсәй кинематография университетында (ВГИК) белем алған. 🔹 Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһында мөхәррир һәм сценарийҙар яҙыусы булып эшләй. 🎬 Уның ҡатнашлығында төшөрөлгән фильмдар араһында "Сөмбөлдөң етенсе йәйе", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Һуғыш беҙҙе балалар тип һанаманы", "Фатиха", "Мөрйәлә төтөн бар әле" ("Еще вьется над крышей дымок"), "Тәүбә", "Өс таған", "Һыу инәһе" һәм башҡалар.
09 11月, 07:51
ТИҘҘӘН БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫ РАДИЙ ХӘБИРОВ МЕНӘН ТУРА БӘЙЛӘНЕШ.
Республика етәксеһе 2026 йылдың 11 ноябрендә халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк.
Тура эфирҙы БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» телеканалдары, «Юлдаш» радиостанцияһы, шулай уҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша ҡарағыҙ, тыңлағыҙ һәм ҡушылығыҙ.
Тура эфир 2026 йылдың 11 ноябрендә киске сәғәт етелә башлана.
09 11月, 05:56
📌 Осрашыуға килегеҙ!
17 ноябрҙә "Китап" магазинында "Сулпылар ни тураһында сыңлай" китабы авторы Айгөл Камалиева менән осрашыу ойошторола. Унда боронғо мифологияның башҡорт кейеме композицияһы һәм биҙәлешендә сағылышы тураһында әңгәмә ҡорасаҡтар. Башҡорт милли кейеменең төҙөлөшөнә, биҙәктәренә айырым иғтибар бүленәсәк.
⏰ Башлана: 2026 йылдың 17 ноябре сәғәт 18:00-дә.
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26, "Китап" магазины. 16+
09 11月, 03:19
📌 Башҡорт йырсыһы 77 777 һум грант отҡан.
Өфөнән йәш йырсы Гәлсәр Байғусҡарова "Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия" халыҡ-ара форумы сиктәрендә үткән Listening Room майҙансығында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 77 777 һумлыҡ грантҡа эйә булған. Уны ул Sferoom платформаһында үҙенең йырын таратыу өсөн тотона аласаҡ.
🔹 Шулай уҡ Илья Бортнюк "Донъя тарафтары" ("Стороны Света") фестивалендә ҡатнашырға саҡырған.
🔹 Listening Room - музыка өлкәһендәге белгестәр йырсыларҙың башҡарыу оҫталығын баһалай торған майҙансыҡ.
💯 "Белгестәргә юғары баһа, теләктәре һәм тәҡдимдәре өсөн рәхмәт. Бөгөн уларҙың әйткәндәрен тыңлап, мин эшләгән йүнәлеш ысынлап та әһәмиәтле булыуына инандым. Туған мәҙәниәтебеҙ заманса яңғырауын һәм йәштәр тыңлаған исемлеккә инеүен теләйем",- ти Гәлсәр Байғусҡарова.
09 11月, 02:05
+8
📌 Күмертауҙа инженерҙар тәрбиәләнә.
Күмертау ҡалаһында инженер йүнәлеше үҫешә: бәләкәйҙән балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тырышалар. Балалар баҡсаларында махсус төркөмдәр, мәктәптәрҙә махсус кластар, түңәрәктәр ойошторола.
🔹 Яңыраҡ бына Балалар ижады үҙәгендә "Инженер форсажы" тигән муниципаль проект асылған.
💯 "Был ваҡиға - Күмертауҙың остаздар тәжрибәһен һәм йәштәр башланғысын бергә туплаған инженерҙар берләшмәһе өсөн мөһим аҙым. Балалар робот техникаһы, авиамоделләү, 3D-моделләү, программалаштырыу һәм башҡа бик күп йүнәлештәр менән танышты. Улар майҙансыҡтарҙа булды, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты һәм белгестәр эшен ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Йәштәр өсөн был ҡыҙыҡ ҡына түгел, файҙалы ла, сөнки ошондай саралар үҙ юлыңды табырға һәм һәләттәреңде үҫтерергә ярҙам итә. Айырыуса өлкән ҡатнашыусылар үҙ проекттары, ҡаҙаныштары һәм уңыштары менән бүлешеүен күреү ҡыуаныслы булды",- тине Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астахов. Етәксе проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла яңы үрҙәр теләгән. Беҙ ҙә ҡушылабыҙ, буласаҡ инженерҙарға уңыштар!
09 11月, 00:54
+2
📌 Сифат аҙналығы башланды.
🔹 9-15 ноябрҙә Рәсәйҙә Сифат аҙналығы үтә. Уның сиктәрендә продукция етештереүселәр һәм хеҙмәт күрһәтеүселәр эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәһен күрһәтә, тәжрибә уртаҡлаша ала. Ҡулланыусылар иһә, Ватан тауар етештереүселәре һәм хеҙмәттәрен баһалай ала.
🔹 Бынан тыш, бөгөн - 9 ноябрҙә, Халыҡ-ара фашизм һәм антисемитизмға ҡаршы көрәш, Халыҡ-ара ядроға ҡаршы акциялар, Бөтө донъя лизинг, Рәсәйҙә тиҙ арала эш итеүсе махсус отряд (СОБР) көндәре билдәләнә.
Уңышлы эш һәм уҡыу аҙнаһы теләйбеҙ! 🥰Фото: Елена Перминова.
08 11月, 23:04
📌Халыҡ-ара КВН көнөндә йәштәрҙең тапҡырлығына һәм отҡорлоғона һоҡланып алайыҡ 😉
🔥 Белеүегеҙсә, Башҡортостанда башҡорт телен үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында башҡортса КВН хәрәкәте лә әүҙем эшләй.
🔹 Мәктәп уҡыусылары өсөн Өфөлә йыл да "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсы үтә. Унда уҡыусылар ҡатнаша. 2002 йылдан алып ойошторолған был конкурс бик күп һәләтле йәштәребеҙгә ярҙам иткән: билдәле йырсылар Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), ZAINETDIN, Ринат Rnt һәм хәҙер "Стендап" хәрәкәтен үҫтереүселәр ошо бәйгелә ҡанат нығытҡан.
🔹 Шулай уҡ "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" булдырылған. Ул йыл да "Шаян уйын" тип аталған төбәк-ара юмор фестивале ойоштора. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
08 11月, 07:00
+2
📌 Башҡорт уҡсыһы донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаған.
Баймаҡ районы уҙаманы Ғәфүр Рахманғолов ошо көндәрҙә Көньяҡ Кореяла үткән традицион уҡ атыу буйынса донъя чемпионатында икенсе урын алған.🔹 Был ярышта 38 илдән 700-гә яҡын мәргән ҡатнашҡан. 🔥 Ғəфүр Рахманғолов Рəсəй йыйылма командаһы составында 90 метр алыҫлыҡтағы "Тарса" сəбе (сəптең ҙурлығы 120*60 см) буйынса юғары һөҙөмтə күрһәтеп, 84 команда араһында көмөш миҙалға эйә булған. 🔹 Команда составында шулай уҡ Байкал аръяғы крайынан Шенберг Мункуев, Дағстандан Магомедариф Мирзаев, Бүрәт Республикаһынан Олег Цыбикжапов, Ҡалмыҡстандан Санал Очиров ярышҡан. 🔹 Былтыр беҙҙең башҡорт мәргәне Донъя Кубогында бронза миҙал яулағайны. Киләһе йыл алтын 🥇 көтәбеҙ! 📍 Әйткәндәй, был ярыш юҡҡа ғына Көньяҡ Кореяның Ульсан ҡалаһында ойошторолмаған: нәҡ ошонда яҡынса 7 мең йыл элек ташҡа соҡоп төшөрөлгән йәйә һәм уҡ һүрәттәре һаҡланған.
08 11月, 05:31
+1
📌 "Башҡорт теле Брайль шрифында" проекты тормошҡа ашырыла.
Өфөлә "Код доступа" автономиялы коммерция булмаған ойошма насар күреүсе һәм һуҡыр балалар өсөн "Башҡорт теле Брайль шрифында" проектын тормошҡа ашыра.
🔹 Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында эшләнә.
🔹 Төп партнёрҙары - М.Х. Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһы.
🔹 Проекттың күреү һәләте боҙолған балаларға тигеҙ белем биреү мөмкинлектәре булдырыу һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау аша Рәсәй халыҡтары берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән.
🔥 Уның сиктәрендә 1 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле буйынса уҡыу ҡулланмалары комплекты эшләп сығарыласаҡ. Дәреслектәр Брайль шрифында, ҡабарынҡы һүрәттәр һәм аудиостикерҙар менән биҙәлгән.
🔹 Уҡыу ҡулланмаһының 30 данаһы Өфөнөң 28-се коррекцион мәктәп-интернатына һәм Бәләбәй коррекцион мәктәбенә бушлай тапшырыласаҡ, уларҙа 270-тән ашыу бала уҡый.
🔹 Шулай уҡ проект авторҙары коррекцион мәктәптәрҙә башҡорт теленән дәрестәр ҙә үткәрәсәк.
💯 "Баҫманы яраҡлаштырыу буйынса бик күп һәм мөһим эштәр алда әле, әммә командабыҙ проектты балалар өсөн мөмкин тиклем юғары сифатлы һәм файҙалы итеп эшләргә тырышасаҡ. Һуҡыр беренсе класс уҡыусыларының ихтыяждарына иғтибар менән ихлас күңелдән эшләнгән уҡытыу ҡулланмаһы улар өсөн башҡорт теле һәм мәҙәниәте донъяһына юл асыр, тип ышанабыҙ",- ти проект етәксеһе Нәзилә Дәүләтханова.
08 11月, 03:02
📌 "Уралым" Кремлдә яңғыраған.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм ZAINETDIN 4 октябрҙә "Рәсәйҙең данлап" тип аталған концертта ҡатнашҡан. Байрам Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған. Ул төрлө милләт, һөнәр һәм быуын кешеләрен берләштергән.
Башҡортостан артистары "Уралым" башҡорт халыҡ йырын башҡарған. Был турала ZAINETDIN - Заһир Зәйнетдинов хәбәр иткән.
💯 "Легендар йырсылар менән бер сәхнәлә тороу, шундай әһәмиәтле концертта ҡатнашыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы",- ти Заһир Зәйнетдинов.
08 11月, 00:02
Бәхет ул гел алда: үтәһе юлдарҙа,
Йәшәйһе йылдарҙа. Бәхет ул гел алда:
Ураһы ҡырҙарҙа, тыуаһы йырҙарҙа...
Муса СИРАЖИ.
Бәхетегеҙ һәр саҡ көтөп торһон ❤️
Фото: Людмила Камнева.
07 11月, 22:34
📌 Әбйәлилдәр Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә флешмоб ойошторған.
Ә һеҙҙең яҡта байрам саралары нисек үтте? Яҙығыҙ! 😉
07 11月, 08:02
📌 Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды.
Башҡортостанда милли журналистиканы үҫтергән өсөн тапшырылған абруйлы награда лауреаттарын 2026 йылда Ш. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында тәбрикләгәндәр.
🔥 2026 йылғы лауреаттар:
🔹 Гүзәлиә Балтабаева - "Башҡортостан" гәзитенән;
🔹 Фаил Фәтхетдинов - "Кызыл таң" гәзитенең баш мөхәррире;
🔹 Руслан Шәрәфетдинов - Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыу авторы.
📍 Шулай уҡ тантаналы сара сиктәрендә "Башҡорт матбуғаты тарихы" күргәҙмәһе асылған. Унда башҡорт журналистикаһының быуаттан ашыу тарихы сағылыш тапҡан.
07 11月, 07:00
