es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
619
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-230 días
Archivo de publicaciones
Йән-тәнегеҙгә сихәт теләйбеҙ, матур ялдар 💕 📍 Белорет районы, Шәреташ (Розовые скалы)
Йән-тәнегеҙгә сихәт теләйбеҙ, матур ялдар 💕 📍 Белорет районы, Шәреташ (Розовые скалы)

📌 "Салауат йыйыны"на барығыҙ! 12 июндә Салауат районында "Салауат йыйыны - 2026" республика фольклор байрамы үтәсәк. Ул башҡ
+1
📌 "Салауат йыйыны"на барығыҙ! 12 июндә Салауат районында "Салауат йыйыны - 2026" республика фольклор байрамы үтәсәк. Ул башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыуға арнала. 📍Урыны: Салауат районы, Малаяҙ ауылы, һабантуй яланы (Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә) ⌛Башлана: сәғәт 09:00. Инеү бушлай 🎉 Байрам саралары: - тирмәләр һәм милли ихаталар конкурсы; - «Халыҡтар берҙәмлеге быуаттар аша» театрлаштырылған тамаша; - йәштәр һабантуйы; - балалар һабантуйы; - көрәш буйынса милли турнир, спорт һәм халыҡ уйындары; - бәйге. Батырыбыҙ йәнтөйәгенә рәхим итегеҙ! 🥰 Башҡорт донъяһы МАХ-та

Эх, был тормош💕 Ауылдан ҡасабыҙ ҙа, ауылды һағынабыҙ. Видео: Розалия Ҡыҙрасова.

📌 Батырҙы хәтерләп Кисә Өфөлә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Тимерйән Рәжәповты иҫтәлегенә арналған сара үткән. Был хаҡта “Йома” тапшырыуы авторы, “Мөнирә” мәсете имам-хатибы Морат Лоҡманов хәбәр иткән. 💯 "Бик йылы, мәғәнәле кисә булды, һәр бер иҫтәлек тормош дәреслегенә торошло. Ойоштороусыларға, Рита Өмөтбаеваға ҙур рәхмәт", - тип яҙған Морат Лоҡманов. 🔹 Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында 1968 йылдың 1 ғинуарында тыуған. 🔹 1987-1989 йылдарҙа Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәй. Герат провинцияһында 101-се мотоуҡсылар полкында БТР-70 өлкән механик-водителе булып хеҙмәт итә. "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн", "СССР Ҡораллы көстәренең 70 йыллығы", "Рәхмәтле Афған халҡынан" миҙалдары, "Яугир-интернационалист" билдәһе, СССР Юғары Советы Грамотаһы менән бүләкләнгән. 🔹 Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, юғары юридик белем ала. Эске эштәр министрлығында хеҙмәт иткән йылдарында бик күп юғары наградалар, Почет билдәләренә лайыҡ була. 🔹 2009 йылда Тимерйән Рәжәпов" Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" ойошмаһы рәйесе итеп һайлана. 🔹 2020 йылда ул Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отрадя төҙөй, улар пандемия ваҡытында халыҡҡа, ауыр хәлдә ҡалған ветерандарға ярҙам итә. 🔹 Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ылауҙар йыйыу һәм алып барыуҙы ойоштора. Донбасс халҡына ярҙам итә. Бының өсөн Тимерйән Рәжәпов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән. 🔥 Нәҡ Тимерйән Рәжәп улы башланғысы менән Штеровка ауылында үлемһеҙлек бейеклеге барлыҡҡа килә. Бында 1943 йылда генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәләк булған. Шулай уҡ Петровскиҙағы 22-се мәктәпкә лә Шайморатов исемен биреүҙе Тимерйән Рәжәп улы тәҡдим итә. Халҡыбыҙҙың батыр улы иҫтәлегенә арналған кисәгә "Шайморатов класы" уҡыусылары, уны белгән кешеләр, яҡындары йыйылған. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Эколог көнө менән! 🌏 Был байрам 2007 йылдан алып ил Президенты Владимир Путин указы менән билдәләнә. Ул Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә тап килә. 📍 Белорет районы, Атыш шарлауығы. Видео: Инна Лежнева. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 "Ат иле"н һынландыр! БР Милли музейында "Ат иле" проектына 1 июлгә тиклем эштәр ҡабул ителә. Проекттың төп темаһы - "Рәсәй
📌 "Ат иле"н һынландыр! БР Милли музейында "Ат иле" проектына 1 июлгә тиклем эштәр ҡабул ителә. Проекттың төп темаһы - "Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтендә ат образы". Ғаризаларҙы nmrb_etno@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Ҡатнашыусы унға тиклем эшен ебәрә ала. 🔹 Живопись (ҙурлығы 90х120 тиклем); 🔹 Графика; 🔹 Керамика; 🔹 Ағасты һәм металды художестволы эшкәртеү; 🔹 Туҡыма; 🔹 Быяла . Күргәҙмәне асыу тантанаһы 2026 йылдың 6 авгусында көтөлә, ул 2027 йылдың 1 февраленә тиклем эшләйәсәк. Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һәм ғариза өлгөһө ошонда.

📌"Аватарҙағы Эйва кеүек" тип сағыштыра билдәле башҡорт гимнасткаһы Ләйсән Үтәшева Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стендында ҡуйылған яһалма зиһен ағасты. 🌳 "Шәжәрә ағасы" - бында иң матур һәм үҙенсәлекле күргәҙмәләрҙең береһе, тип баһалай күптәр. ❓ Ә һеҙгә был стенд нимәне хәтерләтә? Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌Дүртөйлөнөң Ленин урамында "Китап йорто" барлыҡҡа килгән. Бер ай элек ҡуйылған "йорттан" һәр кем үҙенә оҡшаған китапты уҡыр
📌Дүртөйлөнөң Ленин урамында "Китап йорто" барлыҡҡа килгән. Бер ай элек ҡуйылған "йорттан" һәр кем үҙенә оҡшаған китапты уҡырға алырға мөмкин, әммә уның урынына мотлаҡ үҙенең китабын алып килергә тейеш. 💯"Беҙҙең бәләкәй китапхана ҡала халҡына хуш иклеүенә шатмын. Мин үҙем дә бынан уҡырға китаптар алып торам. Һаҡсыл мөнәсәбәттә булған һәм китаптар менән тулыландырып тороусыларға рәхмәт. Киләсәктә Дүртөйлөнөң башҡа урындарына ла ошондай кәштәләр ҡағып сығырға ниәт бар",- ти "Китап йорто"н ҡуйыусы эшҡыуар Рөстәм Шакиров. ❓Ә һеҙ китаптарҙы ҡайҙан алып уҡыйһығыҙ? Ошондай кәштә булыуын теләр инегеҙме?

📌 Салауат Юлаев һәйкәленең торошо тураһында төп документты уҡығыҙ. Үткән аҙнала Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ултырышында һәйкәл материалын тикшереү һөҙөмтәләре иғлан ителгәйне. 🔹 Мельников исемендәге Иретмәләр һәм металдар ғилми-тикшеренеү институты белгестәре килтергән документта һәйкәлдең төрлө урынынан алынған 4 киҫәктең комплекслы анализы сағылыш тапҡан. Уны Анна Пышта уҡып ишеттерҙе. 💯 "Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе яҡын арала Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының рәсми сайтында баҫылып сығасаҡ. Бөтә эштәр ҡаты ғилми һәм йәмәғәт контролендә буласаҡ. Аҡса бүленгән, график раҫланған, эксперттар ярҙам итә", - тигәйне БР мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин. 📍 Һәм бына был мөһим документ идаралыҡтың рәсми сайтында урынлаштырылған. 🔹Уны ошо һылтанма буйынса үтеп уҡый алаһығыҙ. Халыҡ фекерен тыңлағандан һуң, был аҙнала Хөкүмәттән оператив кәңәшмәлә Салауат Юлаев һәйкәлен бронзала тергеҙеү дөрөҫ булыр , тип белдергәйне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

"Урал" башҡорт халыҡ көйө Истанбул урамдарын моңға сорнаған 💚 AY YOLA төркөмө ағзаһы Ринат Рамаҙанов ҡурайҙа башҡарған.

📌 Коллектив менән гәзиткә яҙылғандар👍 Бөрйән районы Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре "Таң"дан айырылғандары
📌 Коллектив менән гәзиткә яҙылғандар👍 Бөрйән районы Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре "Таң"дан айырылғандары юҡ, йыл да район гәзитенә бөтә коллектив менән яҙылып ҡыуандыралар, тип хәбәр итә бөрйәндәр. 🔥 Уҙған йылда бүләк тә отҡан улар: Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәткә сертификат. Быйыл да йола буйынса иң тәүгеләрҙән булып бөтә коллектив менән дәррәү генә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылғандар. ❓ Ә һеҙ гәзит-журналдарға яҙылдығыҙмы?Әйткәндәй, ошо көндәрҙә баҫма матбуғатҡа ташламалы хаҡ менән яҙылырға була. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Хәйерле көн 🥰 Ирәмәл итәгендә иртәнге томан. Учалы районы, Рысай ауылынан бына шундай хозур күренеш асыла икән. Тәбиғәттән б
Хәйерле көн 🥰 Ирәмәл итәгендә иртәнге томан. Учалы районы, Рысай ауылынан бына шундай хозур күренеш асыла икән. Тәбиғәттән бөйөк рәссам юҡтыр🌿 Фото: Андрей Семёнов Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан күргәҙмәһе барыһын да таң ҡалдырған. 3-6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы үтә һәм шунда яһалма зиһен ҡулланып эшләнгән Башҡортостан Республикаһы күргәҙмәһе барыһының да иғтибарын йәлеп иткән. ❓ Форумда ҡатнашыусыларҙы нимә көтә: 🔹 "Шәжәрә ағасы" интерактив инсталляцияһы - яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән стенд бейеклегендәге күренеш. Нейроселтәр республика тураһында теләһә ниндәй һорауға - географиянан алып, иҡтисад һәм туризмға тиклем - яуап бирә ала. 🔹 Иммерсив шоу — Башкортостан тарихы заманса форматта: йолаларҙан көнүҙәк проекттарға тиклем. Быларҙы экрандарҙа ҡарарға була. 🔹 Башҡортостандың билдәле урындары буйлап виртуаль сәйәхәт. Көньяҡ Урал һәм Өфө ҡалаһының хозур урындарын күрһәтәләр. Был форумда ҡатнашыу республика иҡтисады өсөн бик файҙалы. Инвесторҙар нефть эшкәртеү, химия сәнәғәте, ауыл хужалығы, яһалма зиһен һәм башҡа өлкәләрҙә үҫеш мөмкинлектәре тураһында белә ала. Ысынлап та ғорурланырлыҡ бит?🔥 Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌Баймаҡта шундай ғаилә бар! Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Сөмбөл һәм Айнур Байсыуаҡовтарҙың ғаиләһендә ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс -
+1
📌Баймаҡта шундай ғаилә бар! Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Сөмбөл һәм Айнур Байсыуаҡовтарҙың ғаиләһендә ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс - һигеҙенсе бәпестәре донъяға ауаз һалған.🔥 🔹 Балаға Асия тип исем ҡушҡандар. Хәҙер был ҙур һәм татыу ғаиләлә 5 ҡыҙ һәм 3 малай үҫә. 🔹 Сөмбөл Байсыуаҡова былтыр "Әсәлек даны" дәүләт наградаһына лайыҡ булған. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре шат атайға ҡыҙының тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырған һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткергән. Бына шундай ишле, ныҡлы, тәүфиҡлы ғаиләләр бар беҙҙә. Сабый йортоғоҙға ҡот килтерһен, балаларығыҙҙың ҡыуаныстарын күреп, йәмғиәткә файҙа килтереп йәшәгеҙ.🙏 Башҡорт донъяһы МАХ-та

"Тормошоғоҙҙа иң мөһим ике көн бар - был һеҙ тыуған көн һәм нимә өсөн икәнен белгән көн", - тигән яҙыусы Марк Твен. Аңлы һәм
"Тормошоғоҙҙа иң мөһим ике көн бар - был һеҙ тыуған көн һәм нимә өсөн икәнен белгән көн", - тигән яҙыусы Марк Твен. Аңлы һәм маҡсатлы ғүмер теләйбеҙ 💌 Башҡорт донъяһы МАХ-та

❤️‍🔥❤️‍🔥❤️‍🔥 Видео: Алиса Йомағәлиева "Нуғайбәк" башҡорт халыҡ йыры.

📌Сибайҙан 22-се гуманитар ылау ҡуҙғалған. Был юлы махсус хәрби операция биләмәһенә ҡала халҡы 20 тоннаға яҡын кәрәк-яраҡ әйб
+8
📌Сибайҙан 22-се гуманитар ылау ҡуҙғалған. Был юлы махсус хәрби операция биләмәһенә ҡала халҡы 20 тоннаға яҡын кәрәк-яраҡ әйбер туплап, яугирҙарыбыҙға ебәргән. 💯"Ылауға ике еңел машина, Багги машинаһы, бензин бысҡыһы, генератор, газ баллоны, сүкеш, балта, ҡаҙаҡ һурғыс, көрәк, ҡайраҡ, ҡаҙаҡ, таҡта, һыу һауыты, маскировкалау селтәре, дарыу, һауыт-һаба, гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу һәм башҡа әйберҙәр һалдыҡ. Былар барыһы ла беҙҙең хәрбиҙәр өсөн", - тип хәбәр иткән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов. Ул шулай уҡ был изге эшкә өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Берҙәм булһаҡ, Еңеү беҙҙең яҡта булыр, тигән.✊ Башҡорт донъяһы МАХ-та