ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
613
订阅者
无数据24 小时
无数据7
-730
帖子存档
Буранбайҙы ташлап китеп, Сит ерҙәрҙә ни файҙа? Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары етәкселәре менән Баймаҡ районы буйлап фольклор экспедицияһында йөрөй. Бына уларҙы райондың Буранбай ауылында ошолай ҡаршы алғандар 🔥 📍 Ауыл тарихына күҙ һалһаҡ, ул XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән. Башта Әликәш исеме менән йөрөтөлә, һуңынан — башҡорт ихтилалдары башлыҡтарының береһе Кинйәбулат исеме менән атала, ә 1930 йылдан атамаһы халыҡ сәсәне Буранбай Ҡотдосов хөрмәтенә үҙгәртелә. ✅ Буранбай ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр бик күп: 🔹 Буранбай сәсән, 🔹 яҙыусы Наил Ғәйетбай, 🔹 шағирҙар Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, 🔹 Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, 🔹 ҡурайсылар Әхиәт Ғәйетбаев, Таһир Хәмитов, Рәмил Ҡотосов, Йәмил Үтәбаев, Зәйнулла Раев, Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтар, Айтуған Усманов, Илгиз Ғәйетбаев, 🔹 йырсылар Фәннүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Юнир Һағынбаев, Иҙел Аралбаев, Иршат һәм Азат Ҡарасуриндар, Нух һәм Марсель Ҡотоевтар, 🔹 бейеүселәр Мостафа Ҡотосов, Зарифа Аралбаева, Хәбир Аралбаев, Фәйрүзә Абыҙгилдина, Азат Буранбаев, Рәфҡәт Әбйәлилов, 🔹 журналист Рәшиҙә Мәһәҙиева һ.б. Видео: _safinuska_7 Башҡорт донъяһы МАХ-та

❓Иң тәмле ҡымыҙ ҡайҙа? Был һорауға яуапты Башҡорт дәүләт аграр университетында үткән II Республика ҡымыҙ конкурсында асыҡлағандар. Конкурсҡа республиканың 12 районынан 25 етештереүсе 30 продукция өлгөһөн тәҡдим иткән. Ҡымыҙҙы тәменән алып, һауытының биҙәлешенә тиклем тикшергәндәр. ✅Еңеүселәр 3 номинацияла билдәләнгән: 🏆"Натураль ҡымыҙ": 🥇1-се урын - Әлшәй районынан КФХ "Мостафин Нәфис Мөбәрәк улы" 🥈2-се урын - Әлшәй районынан КФХ "Ғарифуллин Азат Хәсән улы" 🥉3-сө урын - Баймаҡ районынан ЯСЙ "Экопродукт" менән Өфө районынан ЯСЙ "УралАгро" 🏆"Өҫтәмәле әсегән һөт эсемлектәре": 🥇1-се урын - Йәрмәкәй районынан КФХ "Гаджиев Зөбәйер Али улы" 🥈2-се урын - Баймаҡ районынан ЯСЙ "Экопродукт" 🥉3-сө урын - Баймаҡ районынан ЯСЙ "Толпар" 🏆"Ҡымыҙ эсемлеге": 🥇1-се урын - Йәрмәкәй районынан КФХ "Гаджиев Зөбәйер Али улы" 🥈2-се урын - Баймаҡ районынан ЯСЙ "Экопродукт" 📍Еңеүселәрҙе август аҙағында Өфөлә үтәсәк "Һөт иле" Бөтә Рәсәй фестивалендә тәбрикләйәсәктәр. Шунда иң тәмле ҡымыҙҙан ауыҙ итеп ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Бәшировтарға - дан! Көйөргәҙе районы Ивановка ауылында йәшәүсе Рәмилә Бәшироваға Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы м
+1
📌 Бәшировтарға - дан! Көйөргәҙе районы Ивановка ауылында йәшәүсе Рәмилә Бәшироваға Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән "Әсәлек даны" миҙалы тапшырылған. Рәмилә һәм Айҙар Бәшировтар ғаиләһендә 6 бала үҫә - өлкән улдары Айназ әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтып килә, уны Ралина, Айсар, Айбулат, Рамина, Рамазан туғандары көтөп тора. Матур башҡорт ғаиләһен ҡотлайбыҙ! 👏

Хәйерле иртә! Бөгөн, 2 июль, Бөтә донъя НЛО (уфологтар) көнө икән. 🛸 🛸🛸 Ә һеҙ сит планеталарға һәм серле осоусы тәрилкәләр
Хәйерле иртә! Бөгөн, 2 июль, Бөтә донъя НЛО (уфологтар) көнө икән. 🛸 🛸🛸 Ә һеҙ сит планеталарға һәм серле осоусы тәрилкәләр барлығына ышанаһығыҙмы? 📍 Әлшәй районы, Сусаҡтау Фото: Ринат Сәфәрғәлиев. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌Бөгөн, 1 июлдә, Ейәнсура районы Абҙан ауылында оло байрам - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәҙин Хәлитов 100 йәшен ҡаршылай. 🔹 Әхмәҙин Фәхретдин улы 1943 йылда үҙ ирке менән фронтҡа китә. Ул саҡта егеткә ни бары 17 генә йәш була. СССР сиктәренән алып Польша ерендә алыша, Еңеүҙе Германияла Эльба буйында ҡаршылай. 🔹 Ветеран II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, "1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн", "Батырлыҡ өсөн" миҙалдары һәм бик күп юбилей наградалары менән бүләкләнгән. 🔹 Юбиляр хөрмәтенә Абҙан ауылында матур байрам сараһы ойошторолған. Унда Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар килгән. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡотлау һүҙҙәрен юллаған. 🔥 Шуныһы мөһим, ветеран бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға хәленән килгәнсә ярҙам итә. Ул Ейәнсура яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам йыя, бына яңыраҡ ҡына ла посылка һалған. Яуап итеп, яҡташтары рәхмәт һүҙҙәрен еткергән, Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға һүҙ биргәндәр. 💯 "Бөгөн минең иң мөһим теләгем - беҙҙекеләрҙең тиҙерәк Еңеү яулауы", - ти Әхмәҙин Хәлитов. Тыныс тормош өсөн көрәшкән һәм бөгөн дә йөрәгендә илебеҙ яҙмышын, киләсәк быуындар хәстәрен йөрөткән яугирға ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының именлеген теләйбеҙ! ❤️ Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 "Уралдың тере хазиналары" күрегеҙ. Бөгөн, 2026 йылдың 1 июлендә, БР Милли музейында "Уралдың тере хазиналары" тип аталған
+1
📌 "Уралдың тере хазиналары" күрегеҙ. Бөгөн, 2026 йылдың 1 июлендә, БР Милли музейында "Уралдың тере хазиналары" тип аталған фотокүргәҙмә асылған. 🔹 Уның авторы - ҡырағай тәбиғәтте төшөрөүсе фотограф Марс Шәңгәрәев. Бында ҡуйылған һәр фото - оҙаҡ йылдар экспедицияларға йөрөү, сабырлыҡ, тәбиғәт ҡанундарын яҡшы аңлау һәм донъяның матурлығын күрә белеү һөҙөмтәһе. Күргәҙмәлә фотографтың кеше һәм тәбиғәттең бер бөтөн булыуына арналған эштәре ҡуйылған. 🔥 Иҫ киткес иткес матур фотоларҙы 30 авгусҡа тиклем үҙ күҙҙәрегеҙ менән барып күрегеҙ.

📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Салауатта - ҡаланың үҫешен тикшерергә һәм һеңлеһенә диплом тапшырырға барған. 🔹 Салауат ҡалаһы 2024 йылда "Салауат: өн аралаш ете төш" проекты менән уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне. Шул планға ярашлы уны тәртипкә килтереү әле лә дауам итә. 🔥 Артабан Дзержинский урамы буйлап аллея эшләйҙәр. Шулай уҡ ҡала предприятиелары ярҙамында "Нефтехимик" мәҙәниәт йорто эргәһендәге сквер төҙөкләндереләсәк. 🔹 Ә инде Салауат медицина колледжына килгәндә, быйыл уны 255 буласаҡ шәфҡәт туташы, фельдшер, акушерҙар тамамлаған. Йәштәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шәхсән ҡотлаған һәм уҡыу алдынғыларына "ҡыҙыл диплом"дарын тапшырған. 💯 "Тормоштарында мөһим осор тамамланыуы һәм яңыһы - тағы ла яуаплырағы башланыуы менән уларҙы ихлас ҡотлайым. Был егет-ҡыҙҙар иң изге һөнәр һайлаған - халыҡҡа хеҙмәт итеү. Улар араһынан кемдәрҙер ашығыс ярҙамда эшләйәсәк, икенселәре поликлиника һәм ФАП-тарға барыр, өсөнсөләре вузда уҡыуын дауам итергә теләр. Бөтә ҡарарҙарын да хуплайбыҙ. Үҙемдең яҡтан медиктарыбыҙға ярҙамды дауам итәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләйем. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларыбыҙҙы төҙөй һәм төҙөкләндерә, матди нигеҙен нығыта, яҡшы хеҙмәт шарттары булдырасаҡбыҙ", - тип яҙған Радий Фәрит улы сәхифәһендә. Шулай уҡ республика етәксеһе колледж тамамлаусылар араһында ағаһының ҡыҙы Диана ла "ҡыҙыл диплом" алыуы тураһында хәбәр иткән һәм барлыҡ йәш белгестәрҙе ҡотлаған. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Табындар йыйылған Архангел районында табын ырыуы башҡорттарының VI йыйыны һәм "Табын-фест" VIII төбәк-ара йәштәр фестивале
+8
📌 Табындар йыйылған Архангел районында табын ырыуы башҡорттарының VI йыйыны һәм "Табын-фест" VIII төбәк-ара йәштәр фестивале үткән. 🔹 Байрам саралары Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған. 📍 Йыйынға Башҡортостандың тиҫтәләгән рвонынан, шулай уҡ Ырымбур, Һамар һәм Силәбе өлкәләренән ырыуҙаштары туплаған. Улар "Һәләттәр сығанағы - табындар ғаиләһе" конкурсында үҙҙәрен һынаған, шулай уҡ "Табын батыры" һәм "Табын һылыуы" һайланған. Ҡатнашыусылар волейбол, шахмат, шашка, уҡ атыу, гер һәм штанга күтәреү кеүек ярыштарҙа ла һынатмаған. 💯 "Кәсептәр һәм шәжәрәләр ҡуйылған күргәҙмәләр айырыуса һоҡландырҙы: унда һәр кем үҙ затының тарихын, оҫталарҙың иҫ киткес әйберҙәрен күрә һәм ата-бабалары тураһында белә алды. "Табын-фест" штандартын тантаналы рәүештә Ырымбур өлкәһенә тапшырҙыҡ", - тип яҙған Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәитғәлин. Афарин, табындар! Башҡорт донъяһы МАХ-та

Төшкө ашығыҙ тәмле булһын, матур ял минуттары 🥰 Видео: "Сыңрау торна" башҡорт халыҡ көйөн думбырала Данияр Фәйзуллин башҡара. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Урал батыр эҙҙәре буйлап үтегеҙ! 2026 йылдың 3 июлендә Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендәге Әүештау итәгендә "Ура
📌 Урал батыр эҙҙәре буйлап үтегеҙ! 2026 йылдың 3 июлендә Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендәге Әүештау итәгендә "Урал батыр эҙҙәре буйлап" район фестивале үтәсәк. Бында һеҙҙе көтә: 🔹 халыҡ кәсептәре һәм сувенир әйберҙәре 🔹 Учалы районының фольклор коллективтары фестивале 🔹 райондың ижади коллективтары концерты 🔹 традицион яндан уҡ атыу ярышы 🔹 төрлө халыҡ кәсептәре һәм сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре. 📍 Башлана: 14:00 сәғәттә. 🔥 Әүешкүл буйына, Әүештау итәгенә, Әүлиә шишмәһенә - Учалы районының иң матур урындарына барып, матур ял итеп ҡайтығыҙ! Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Башҡорт теленән федераль олимпиадала еңеп, 60 мең һум стипендия алып уҡыясаҡтар. Кисә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында бик матур сара ойошторолдо: мәктәп уҡыусыларының башҡорт теле буйынса Төньяҡ-көнсығыш федераль олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр. 🔹 Быйыл олимпиадала 800-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан, 320-һе йомғаҡлау турына үткән һәм улар араһында 80 бала юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. 💯 "Бишенсе йыл рәттән ошондай илаһи күренешкә шаһит булабыҙ. Тел ҡәҙерен аңлаған, туған телен яратҡан балаларҙың шатлығына сәбәпсе була алыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Олимпиаданың һайлап алыу турында 800-гә яҡын бала ҡатнашһа, йомғаҡлау турына 320 бала үтте. Бөгөн Федераль олимпиада еңеүселәрен һәм уларҙың етәкселәрен тәбрикләү тантанаһында ихлас теләктәр, ҡеүәтләү һүҙҙәре күп яңғыраны. Шулай берҙәм булайыҡ!" - тип яҙған сәхифәһендә башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина. 🔥 Был олимпиадала еңгән сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарында рус теленән 75 балл һәм унан күберәк йыйған осраҡта, факультетҡа ҡабул итеү имтихандарын тапшырып тормайса уҡырға инә ала һәм уларға беренсе уҡыу йылында 60 мең һум стипендия түләнәсәк. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Хәйерле көн ☀️ Йәйҙең бер айы үтеп тә китте. Бөгөн 1 июль. Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр, тигән һынамыш бар башҡорттарҙа. Яңы ай быйыл 14 июлдә тыуасаҡ. Һижри йыл буйынса мөхәррәм айы тамамланып, сәфәр айы башланасаҡ. 📍 Күгәрсен районы Видео: Салауат Юнысов. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Йәштәр көнөндә мин дә булдым, айыҡ һәм матур байрам итте йәштәр 👍

"Бесәй китте еләккә, Тырыз элеп беләккә", - был шиғыр юлдарын белмәгән кеше юҡтыр. ❓ Ә "тырыз" ниндәй һауыт һуң? ✅ Түбәндә уҡығыҙ. Тырыз (диал. туйыҙ) - ҡайын туҙын ҡайнатып яһалған һауыт, уны ҡайсаҡ ерек бешкән һыуға һалып буяғандар. Ҡапҡасы булған. 🔹 Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш тау-урманлы райондарында цилиндр рәүешендәге һауыт-һаба өҫтөнлөк иткән. 🔹 Әҙерләмәнең ситтәрен теккәндәр, йә ҡаптырма рәүешендә ҡырҡып, нығытып яһағандар. ▪️ төйөҫ, туҙыйҙар - емеш-еләк йыйыу һәм ҡул эштәрен һаҡлай торған, төбө тегелгән еңел туҙ һауыттарҙы, ▪️ тырыз - банка ҙурлығындағы һауыт, ▪️ туҙ күнәк - айран, ҡатыҡ, һөт һаҡлау өсөн ағас төп ҡапланған һәм ике ҡатлы туҙ биҙрәләр эшләнгән. 🔹 Көнсығыш Урал аръяғында, төньяҡ-көнсығыш, үҙәк һәм таулы райондарҙа тура мөйөшлө туҙ һауыт-һаба ҡулланылған. 🔹 Әҙерләмәнең ситен һәм мөйөштәрен бөгөп, тегеп эшләгәндәр. ▪️ Туҙаяҡ - ҙур булмаған һауыттарҙы еләк-емеш киптереү, буҙа әҙерләү өсөн иген шыттырыуға, ҡорот әҙерләү һәм һаҡлауға тотонғандар. ▪️ Ә ҡаяҙ - бейек йәшниктәр бәшмәк, емеш-еләк йыйыу һәм юл торбалары итеп ҡулланғандар. Башҡорт донъяһы МАХ-та