fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
599
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
📌 "Ҙур концерт"ҡа кил!
Бөгөн, 4 ноябрҙә, Өфөләге Арт-КВАДРАТ майҙансығында "Ҙур концерт" үтә.
Мәҙәни саралар сәғәт 15:00-дә билдәле блогерҙар ҡатнашлығында "Ҡағиҙәләрһеҙ йырла" тигән проекттан башланды. 🔥 Ә сәғәт 17:00-дән 20:00-гә тиклем йәш артистар концерт ҡуя. Улар араһында Baby Ti һәм Тимур Ямалов та бар. Инеү бушлай, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.

📌 57 кешегә дәүләт наградалары тапшырылды. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика алдында ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградалары тапшырҙы. 57 кеше араһында табиптар, уҡытыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр, ирекмәндәр, инженерҙар, эшҡыуарҙар, эшсәндәр - төрлө һөнәр кешеләре бар. Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге бүләкләнеүселәрҙең фекерҙәрен йыйған.

Татыу ғаилә - ил күрке 🔥 Башҡорт йыры "Шәл бәйләнем". Видео: Олеся һәм Хәйҙәр Хәмиҙуллиндар.

📌 "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары байрам менән ҡотлаған һәм Мостай Кәримдең шиғырын тасуири уҡыған. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яугирҙар төшөргән видеолар менән бүлешкән.
💯 "Беҙҙең окоптарҙағы ир-егеттәр башҡаларҙан яҡшыраҡ белә: берҙәмлектә - республикабыҙ һәм илебеҙҙең төп көсө. Беҙ төрлө телдә һөйләшә алабыҙ, йолаларыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ төрлө. Әммә уртаҡ еребеҙҙе һәм йортобоҙҙо дошмандарҙан бергә һаҡлайбыҙ. Бергә алға барабыҙ, балаларыбыҙ, бөгөн беҙҙең кеүек, мотлаҡ тыныс һәм аңлашып йәшәйәсәк киләсәкте бергә төҙөйбөҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, ҡәҙерле яҡташтар!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.

❓Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙы нимә берләштерә? ✅Ҡайһы бер уртаҡ сифаттарыбыҙ тураһында карточкалар эшләнек, ҡарағыҙ һәм
+4
❓Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙы нимә берләштерә? ✅Ҡайһы бер уртаҡ сифаттарыбыҙ тураһында карточкалар эшләнек, ҡарағыҙ һәм үҙ фекерегеҙҙе лә белдерегеҙ. ⚡Тағы беҙҙе нимәләр берләштерә?

Байрам менән, төркөмдәштәр!
Байрам менән, төркөмдәштәр!

📌"Шәп өләсәй" менән бергә башҡортса һөйләшегеҙ! Салауат ҡалаһында балаларҙы туған башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңы проект башлағандар - "Шәп өләсәй" тип атала. 🔹 Уның авторы - Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Мәҡсүтова. 🔹 Проект «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, Салауат башҡорттары ҡоролтайы һәм 25-се башҡорт гимназияһын берләштерә. 🔹 Алып барыусылар - Рәмзиә Мәҡсүтованың ҡыҙы Хазина Ғәйнуллина һәм "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаһы Рәшиҙә Буранғолова.
💯 "Был башланғыс күптәрҙә телдең ҡәҙерен аңлауға этәргес булыуына ышанғы килә. Бәлки, тап ошо ябай ғына аралашыу - өләсәй менән йәш быуындың серләшеүе башҡорт теленең киләсәгенә ишек асыр",
- ти салауаттар.

📌 Башҡортостан Башлығына күсмә студия аша һорау бир! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән 11 ноябрҙә 19:00
+2
📌 Башҡортостан Башлығына күсмә студия аша һорау бир! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә үтәсәк тура бәйләнешкә видеоһорауҙы күсмә студия майҙансығында яҙҙырыу - беренсе тәжрибә. Уны БСТ телеканалы менән берлектә Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге ойоштора. 🔹 Был күсмә студиялар Нефтекама, Өфө ҡалаларында, Краснокама, Бәләбәй, Шишмә райондарында эшләне. Халыҡ юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, МХО-ға ҡағылышлы һорауҙар, спорт өлкәһендә тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт иткән. 💯 Бөгөн, 3 ноябрҙә, тура бәйләнештең күсмә студияһы майҙансығы Белорет ҡалаһында эшләй. Бөтәһен дә Карл Маркс урамы, 70а адресы буйынса урынлашҡан "Металлург" кинотеатрында сәғәт 18:00-гә тиклем көтәләр. 🔹 Артабан эш төркөмө 5 ноябрҙә Салауат районы Малаяҙ ауылына һәм Дыуан районы Дыуан ауылына, 6 ноябрҙә Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылына юллана. 📍 Тулыраҡ - карточкаларҙа. Һорау биреүҙең башҡа ысулдары тураһында ошонда уҡығыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙарҙы 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт 19:00-гә тиклем ебәрергә мөмкин.

📌Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт йолаларын күрһәткәндәр. Сорғот дәүләт университетында "Беҙ - берҙәм халыҡ" Ханты-
+7
📌Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт йолаларын күрһәткәндәр. Сорғот дәүләт университетында "Беҙ - берҙәм халыҡ" Ханты-Манси автономиялы округының милли мәҙәниәттәре фестивале үткән. Сара 15-се тапҡыр ойошторола. 🔥 Быйыл 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы, 600 тамашасыны берләштергән. Юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарынан 23 студенттар командаһы көс һынашҡан. 🔹 Саранан 1 ай алда һәр студент делегацияһы йәрәбә тартып, өйрәнергә һәм сәхнәлә, күргәҙмәлә күрһәтергә тейешле халыҡты һайлай икән. 🔥 Быйыл башҡорт халҡын өйрәнеү мөмкинлеге Игрим политехник колледжы студенттарына эләккән. Улар халыҡтың тарихын, телен, әҙәбиәтен, йолаларын, аш-һыуын белергә тейеш булған.
💯 "Командала бер башҡорт та юҡ ине. Әммә улар булдыра алды: башҡорт телендә үҙҙәре менән таныштырҙылар, театрлаштырылған тамашала башҡортса йырланылар һәм туй йолаһын бейеү аша күрһәттеләр." Дуҫлыҡ усағы" номинацияһында уларға етеүсе булманы - йәштәр башҡорт тирмәһен үҙ ҡулдары менән эшләп, ҡаҙаҡһыҙ йыйҙылар. Башҡорт аш-һыуҙары менән таныштырҙылар, башҡа ҡатнашыусыларға ла тәмләттеләр",
- тип хәбәр итә Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Зөлфирә Сырлыбаева. 🔹 Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр "Рәсәй Геройы коды" тигән яңы һынау ойошторолған: сағылдырған милләттең геройҙарының фотоһүрәттәренән һәм тормош юлынан торған күргәҙмә эшләгәндәр. 🔹 Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы студенттарға йыл да әҙерләнергә ярҙам итә һәм баһалама комиссияһы эшендә ҡатнаша.

📌Рәсүл Ҡарабулатов "Ҙур этнография диктанты"нда ҡатнашырға саҡырған.
"Ҙур этнография диктанты" Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы 3-12 ноябрҙә бөтә Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә ойошторола. Быйыл ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылы сиктәрендә үтә.
🔹 Проект Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәттәре менән таныштыра һәм дөйөм этномәҙәни белемде һынай. 🔹 Ҡатнашыусылар 45 минут эсендә тест һорауҙарына яуап биреп өлгөрөргә тейеш: 16 йәштән кеселәргә - 20 һорау, 16 йәштән өлкәндәргә - 30 һорау тәҡдим ителә. 📍 Быйыл акция офлайн ғына ойошторола. Үҙеңә кәрәкле майҙансыҡты ошонда xn--h1aheeim0f.xn--p1ai/ploshadki һайларға мөмкин. 🔹 "Ҙур этнография диктанты" Өфөнөң бөтә китапханаларында ойошторола: көн һайын 11:00 —17:00 сәғәттә яҙып буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте Үҙәк китапхана системаһында табырға мөмкин. 💯 Башҡортостан халҡы йыл да әүҙем ҡатнаша. 2025 йылда республиканан 583 725 кеше белемен һынаған һәм был ил буйынса иң яҡшы һөҙөмтә булған.

Заман елә, елә, елә... Заманға тиң юлдар кәрәк. Юлда арғымаҡ теҙгенен Ҡаты тотор ҡулдар кәрәк! Самат ҒӘБИҘУЛЛИН. 🍁 Барыһы ла
Заман елә, елә, елә... Заманға тиң юлдар кәрәк. Юлда арғымаҡ теҙгенен Ҡаты тотор ҡулдар кәрәк! Самат ҒӘБИҘУЛЛИН. 🍁 Барыһы ла һеҙҙең ҡулда! Уңышлы көн теләйбеҙ 🥰 📍 Нуриман районы

📌 "Баҡалы йомортҡаһы" - яңы бренд. Баҡалы ҡошсолоҡ комплексында күсмә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткән. Уның барышында предприятиен
+4
📌 "Баҡалы йомортҡаһы" - яңы бренд.
Баҡалы ҡошсолоҡ комплексында күсмә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткән.
Уның барышында предприятиеның үҫеш планы тураһында фекер алышҡандар, сөнки был районда иң ҙур инвестиция проекты. 🔹 Ҡатнаш аҙыҡ заводы тулы ҡеүәтенә эшләй: етештерелгән аҙыҡҡа ихтыяж бар, һатып алыусылар етерлек. 🔹 Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы автоматлаштырылған йомортҡа йыйыу таҫмаһы ҡыҙыҡтырған - корпустарҙан йомортҡа сымлы транспортер ярҙамында һайлап алыу цехына килтерелә. Унда автомат рәүештә 5 төргә бүленә. Ә етешһеҙлектәре булған (бәләкәй, формаһы дөрөҫ түгел, тышы сатнаған) йомортҡаларҙан кондитерҙар өсөн меланж эшләйҙәр. 🔹 Предприятиела әлеге ваҡытта автомат рәүештә аҙыҡ таратыу яйға һалына: йыл аҙағына тиклем ул корпустарҙың береһендә эшләтеп ебәреү, аҙаҡ - башҡаларында, ҡаралған. 🔥 "Баҡалы йомортҡаһы" бренды халыҡ араһында танылыу яулай бара, ти Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов.

📌2 ноябрҙә Актерҙар йорто ижад миҙгелен аса. Бөгөн сәғәт 17:00-дә Өфөләге Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда БР Театр
📌2 ноябрҙә Актерҙар йорто ижад миҙгелен аса. Бөгөн сәғәт 17:00-дә Өфөләге Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда БР Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы театр миҙгелен асыу тантанаһы була. 📍 Инеү БУШЛАЙ. 🔥 Беренсе тапҡыр был сара ҙур театраль сәйәхәт рәүешендә үткәрелә - "Театр поезы" республиканың бөтә театрҙарын берләштерәсәк. 13 театр - Башҡортостан картаһындағы 13 туҡталыш. Һәр театрҙан сағыу сығыштар көтөлә.
💯 "Актерҙар йортонда театр миҙгелен асыу йолаһы онотолоп торҙо. Һәм беҙ сараны рәсми концерт рәүешендә түгел, ә театраль итеп үткәрергә булдыҡ. Шул рәүешле республиканың бөтә театрҙарын берләштергән поезд идеяһы тыуҙы. Бик ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам. Театр факультеты студенттары ла тантанала ҡатнашһа, яҡшы буласаҡ",
- ти миҙгел асыу тантанаһының режиссеры Айгөл Кантюкова. 🔹 2 ноябрь, сәғәт 17:00. 📍 Пушкин урамы, 94.

ИҪКЕ ӨЙ Салауат Низаметдинов көйө Азамат Усманов һүҙҙәре Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө, Иҫке өйөм, бала саҡтың йөҙө. Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә, Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып, Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып. Гел ҡайтабыҙ тура яңы өйгә, Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйөм — ул бит ҡош ояһы, Олатайым, атайым донъяһы. Иҫке өйҙә баҙар, ығы-зығы Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Видео: Вәсилә Сафина.

📌Быуа буйында ирҙәрсә һөйләшкәндәр. Сибай ҡалаһында "Һайран" ял итеү базаһының Ибраһим быуаһы буйында "Быуа буйында ирҙәрсә
+5
📌Быуа буйында ирҙәрсә һөйләшкәндәр.
Сибай ҡалаһында "Һайран" ял итеү базаһының Ибраһим быуаһы буйында "Быуа буйында ирҙәрсә һөйләшеү" тигән осрашыу үткән.
Уны "Ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр һаулығы өсөн" проекты сиктәрендә ойошторғандар. Сара иҫерткес эсемлектәр зыянына арналған. 🔹 Осрашыу өс өлөштән торған. Тәүҙә "Хәрби туғанлыҡ"тың Сибай бүлексәһе етәксеһе Руслан Сафиуллин һәм ҡала Советы депутаты Фаяз Хәсәнов иҫерткес эсемлектәрҙең ҡорған пландарға, мөнәсәбәттәргә һәм һаулыҡҡа кире йоғонтоһо, ни өсөн ваҡытында ярҙам һорарға кәрәк булыуы тураһында бәйән иткән. 🔹 Икенсе өлөштә табип-нарколог Юлиә Харисова стресҡа ҡаршы көрәштең сәләмәт ысулдары хаҡында һөйләгән: физик әүҙемлек, хобби, яҡындарың менән аралашыу, тын алыу практикалары, мунса, балыҡ тотоу, ижад. Шунан "Зарядись" проекты амбассадоры Лидия Кәлимуллина көсөргәнеште бөтөрөүгә файҙалы дәрес үткәргән. 🔹 Сараны ҡымыҙ етештереүсе Илгиз Сафин ослаған: ул башҡорт йылҡысылығы тураһында һөйләп, ҡатнашыусыларҙы ҡымыҙ менән һыйлаған. Осрашыу тәмләп үләнле сәй эсеү менән тамамланған. 🔸 "Ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр һаулығы өсөн" проекты "Оҙон һәм әүҙем ғүмер" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

📌 Илдар Абдразаҡов "Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия"ға саҡырған. 2-4 ноябрҙә Өфөлә беренсе тапҡыр "Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия" халыҡ-ара фестиваль-форумы үтә. Уның сиктәрендә 100-ҙән ашыу спикер ҡатнашлығында саралар ойоштороласаҡ. 🔹 "Креаномика" - власть органдары, үҫтереү институттары һәм бизнес алдынғыларын берләштерәсәк. 🔹 "Контент" майҙансығында кино, медиа, IT, видеоуйындар, реклама вәкилдәре туплана. 🔹 "Музыка" - артистар, продюсерҙар һәм башҡалар өсөн эшләйәсәк. 🔹 "Дизайн, мираҫ, мөхит" майҙансығы мәҙәни күп төрлөлөктө заман иҡтисадына яҡынайтыу тәжрибәһенә арнала. 🔹 Өфөлә "Родина" кинотеатрында бушлай кино күрһәтәләр, Арт-КВАДРАТ киңлегендә Тимур Ямалов ҡатнашлығында концерт көтөлә. 📍 Тулыраҡ: eurasia.creativityweek.ru

☕📒❤💛

🍁 Ноябрҙең беренсе эш аҙнаһы яҡшы кәйеф һәм изге хәбәрҙәр алып килһен. Көҙҙөң һуңғы айына һынамыштарҙан бер нисәһе: 🔸3 нояб
🍁 Ноябрҙең беренсе эш аҙнаһы яҡшы кәйеф һәм изге хәбәрҙәр алып килһен. Көҙҙөң һуңғы айына һынамыштарҙан бер нисәһе: 🔸3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана; 🔸4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор; 🔸5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята; 🔸12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ; 🔸14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ. Әлбиттә, беҙ ысын ҡышты көтәбеҙ, шулай бит? ❄️

📌 Туғандаш халыҡтар менән телдәребеҙҙә оҡшаш һәм айырылып торған да һүҙҙәр бар. Ҡыҙҙар-йондоҙҙар ҡайһы берҙәрен сағыштырып ҡараған. Видео: Алина Ғәйнуллина.

📌 Башҡортостандың мәктәп ашханаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы! Краснодарҙа үткән "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы - 2026" Бөтә Рәсәй конкурс
+6
📌 Башҡортостандың мәктәп ашханаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы!
Краснодарҙа үткән "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы - 2026" Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан абсолют еңеүсе булған.
🔹 Шулай уҡ "Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы" - Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә. Бында туҡланыуҙы "ОптТорг" компанияһы ойоштора. 🔹 Ә 28-се Өфө коррекцион мәктәп-интернаты һәм Бишбүләк ауылының 3-сө мәктәбе - конкурстың лауреаттары. 🔹 "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы" һөнәри конкурсында 28-се Өфө коррекцион мәктәп-интернаты ашнаҡсыһы Зилирә Байкова 2-се урын яулаған.
💯 "Киләһе йыл иң яҡшы мәктәп ашханаһын беҙҙең республикала һайлаясаҡтар. Бөтә илдән ҡатнашыусыларҙы көтәбеҙ. Беҙҙең өсөн был оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Һәм әлбиттә, алты йыл алып барылған системалы эшебеҙгә баһа. Мәктәп директорҙары, технологтарҙы, ашнаҡсыларҙы һәм туҡланыуҙы ойоштороусыларҙы - балаларыбыҙҙың сәләмәт һәм сифатлы ризыҡланыуын хәстәрләгән бөтә ҙур командаға рәхмәтемде белдерәм. Ихлас күңелдән ҡотлайым!"
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.