ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 021
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
Ағиҙелдә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү проекты Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә инде Бында эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булырыу" про
Ағиҙелдә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү проекты Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә инде Бында эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булырыу" проектына ярашлы алып барылды. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проекттарҙы баһалғанда эш сифаты, социаль һәм иҡтисади һөҙөмтәлелек иҫәпкә алынған. - Был тәжрибәне башҡа ҡалаларҙа ла уңышлы ҡулланыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итәләр Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығынан.

Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры
Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев вафат.

Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры
Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев вафат.

Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары көс һынашты.

Быйыл «Башҡортостан» медиа-холдингының телерадиосәнғәт мәктәп-студияһына 20 йыл тула Юбилей йылында «Киң мәғлүмәт саралары хәбәрсеһе» программаһы буйынса яңы уҡыу курсы старт алды. Тыңлаусылар араһында - студенттар, республика уҡыу йорттарының медиаүҙәктәре етәкселәре, хәбәрселәр һәм күптән журналист һөнәрен үҙләштерергә теләгәндәр бар . Улар алдында тәжрибәле алып барыусылар, телевидение белгестәре эфир продукцияһын булдырыу, темаларҙы эҙләү һәм һайлау, төрлө жанрҙарҙа эшләү серҙәренә, заман медиаһы трендтарына өйрәтәсәк.

Өфөлә Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы «Торатау» конгресс-холында фронтовик-яҙыусы Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми- ғәмәли конференция уҙҙы. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолған мәғрифәтселек сараһы «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе һалдат образын һүрәтләүҙә халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең роле» тип аталды.

Башҡортостанда йыл башынан 60 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған Был үткән йылдарға ҡарағанда, дүрт тапҡырға кәмерәк. Әммә табиптар уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә. Ауырыусылар башлыса Октябрьский, Туймазы, Өфө райондарында һәм Өфөлә теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенең тәүге билдәләре булараҡ температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы, быуындар һыҙлауы, хәлһеҙлек иҫәпләнә. Был осорҙа табипҡа күренеп, мөмкин тиклем дауалауҙы тиҙерәк башлау мөһим.

Башҡортостанда 15 гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана Яҙ көнө урманды тергеҙеү эштәре республиканың бөтә район-ҡалаларында ойоштороласаҡ. Экологик акция сиктәрендә башлыса ике йыллыҡ шыршы һәм ҡарағайҙар ултыртыла. Нуриман районы Исаев урман хужалығында хеҙмәткәрҙәр питомникта үҫтерелгән ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙып алды. Көндәр йылытҡас ағастар урманға күсереп ултыртыласаҡ.

Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тамамланырға тейеш Ошо маҡсатта муниципалитеттарҙа участкалағы етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыу эше лә йәнләндерелгән. Әлегә төбәк һәм урындағы кимәлдәге юлдарҙың 70 процентына инспекция уҙғарылған. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы алты район өсөн яуаплы. Ҡалалағы асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.

Башҡортостанда тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин "Тәңкәләр аҙналығы" тигән акция башланды, ул 19 апрелгә тиклем бар
Башҡортостанда тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин "Тәңкәләр аҙналығы" тигән акция башланды, ул 19 апрелгә тиклем бара. Ошо ваҡытҡа тиклем банктарҙа тәңкәне алмаштырған өсөн комиссия алынмай, тип хәбәр итәләр Милли банктан. Тәңкәләр күләме сикләнмәгән. Төп шарт - улар 1997 йылдан алып сығарылған булырға тейеш. Уҙған йылда был акция ике тапҡыр үтте. Башҡортостан халҡы 3 миллион 700 мең һумлыҡ 840 мең тәңкә тапшырған.

Баймаҡта Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте Баймаҡ районында билдәле педагог һәм ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте. Сара шәхестең тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан пассажирҙарҙы брендланған автобус хеҙмәтләндерәсә Еңеү менән ғорурланабыҙ! Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан пассажирҙарҙы брендланған автобус хеҙмәтләндерәсәк. «Башавтотранс» предприятиеһынан хәбәр итеүенсә, 110-сы маршрутты биҙәүҙә Башҡортостандың милли музейы ла ҡатнашҡан. Был сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ автобус һәр кемгә илебеҙҙең бөйөк тарихы хаҡында иҫкәртеп торасаҡ. Шулай уҡ яҡын көндәрҙә ҡала маршруттары буйынса тематик яҡтан биҙәлгән троллейбустар һәм трамвайҙар ҙа йөрөй башлаясаҡ.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан түләү апрель пенсияһы менән тапшырыла Банк картаһына аҡса 10 апрелдә күсә. Почта менән 24 а
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан түләү апрель пенсияһы менән тапшырыла Банк картаһына аҡса 10 апрелдә күсә. Почта менән 24 апрелгә тиклем бирелергә тейеш. Ветерандарға Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан 80 һәм 55 мең һумлыҡ федераль түләүҙәр ҡаралған.

Республика һайлап алыу пунктында контракт хеҙмәте өсөн бөтә шарттар булдырылған Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә. Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял урындары ойошторолған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған ир-егеттәр бер тапҡыр 2 миллион һум, ә унан һуң - ай һайын кәмендә 210 мең һум аласаҡ. Шулай уҡ яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу ярҙам саралары ҡаралған. Контрактты Хәрби комиссариатта йәки «Һаҡлаусы» берҙәм үҙәгендә төҙөргә мөмкин.

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығы яңы кимәлгә күтәрелә Был буласаҡ әсәйҙәр өсөн генә түгел, тотош йәмғиәт өсөн дә мөһим. 2024 йылдан алып республикала репродуктив системаны тикшереү диспансеризация программаһына индерелде. Тап ошо проект ярҙамында 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлеге пациенттары өсөн уңайлы шарттар булдырған. Күп профилле учреждениела буласаҡ ата-әсәләр өсөн бар кәрәкле анализдарҙы тапшырып, бала табыуға ентекле әҙерләнеү мөмкинлеге тыуҙырылған.

Өфөлә бер ҡатын-ҡыҙ һәм ике бала һәләк булған янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған Тәфтиш комитеты «Ике һәм күберәк кешенең һаҡһыҙлыҡ буйынса ғүмерен өҙөү» статьяһы буйынса тикшереү алып бара. Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса йортта бәхетһеҙ осраҡ кисә кис теркәлгән. Торлаҡтан 77 йәшлек ҡатын, 8 һәм 4 йәшлек ике бала эвакуацияланған. Реаниматологтар уларға тәүге ярҙам күрһәтә, тик өсәүһен дә ҡотҡарып булмай. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.

Башҡортостанда инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса эшҡыуарҙар менән осрашыу үтте Өфө геном үҙәгендә Башҡортостан бизнес-берләшмәһенең инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре менән осрашыу үтте. Сарала ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ эшен башлауҙа тыуған ауырлыҡтар тураһында һөйләне.

Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 80 проценты бизнес-шерифтар менән эштең һөҙөмтәле булыуын билдәләй Яҡшы һөҙөмтә. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 80 проценты бизнес-шерифтар менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген белдереп, һорауҙарға тиҙ арала яуап алыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Күрһәткес менән үҙ социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров бүлеште.

Республикала энергетик эсемлектәр һатыуҙы сикләү тәҡдим ителә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала ҡанун проектын
Республикала энергетик эсемлектәр һатыуҙы сикләү тәҡдим ителә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала ҡанун проектын ҡарарға ниәтләй. Һүҙ продукция менән айырым урындарҙа сауҙа итеүҙе тыйыу хаҡында бара. Бындай эсемлектәр мәктәп, вуз, дауахана һәм театрҙарҙа, шулай уҡ физкультура һәм спорт учреждиениеларында һатылмаҫҡа тейеш. Закон проекты ҡабул ителһә, ул 1 сентябрҙә көсөнә инергә тейеш.

Өфө “Еңеү Вальсы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла Ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Сара 26 апрелдә үтә. Ҡала
Өфө “Еңеү Вальсы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла Ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Сара 26 апрелдә үтә. Ҡалалағы сквер, урам һәм майҙандарҙа һуғыш йылдарындағы йыр һәм көйҙәр яңғырай. Кешеләр парлашып 1945 йылдың майындағы һымаҡ вальс әйләнә. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Профессиональ бейеүселәр вальс буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Унда ҡатнашыу бушлай була. Күнекмәләр 10 һәм 17 апрелдә Өфөнөң Яҡутов һәм Еңеү парктарында, Машина төҙөүселәр һарайы алдындағы майҙанда һәм Арт-Квадрат биләмәһендә үтә.