ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 970
订阅者
+124 小时
无数据7 天
-1530 天
帖子存档
Ҡырмыҫҡалы районында республикалағы иң ҙур элеватор төҙөлөшө бөгөн 80 процентҡа теүәлләнгән Селекция-орлоҡсолоҡ йүнәлешендә махсуслашҡан үҙәк иген һәм майлы культураларҙы таҙартыу һәм киптереүгә йүнәлтелгән. Проектҡа 40 яңы эш урыны булдырыу маҡсатында ике миллиард ярым һумдан ашыу аҡса һалынған.

Республикала Рәсәйҙәге беренсе һанлы имам эшләй башланы Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, мобиль ҡушымта аша яңылыҡтарҙы, намаҙ ваҡытын, ҡибла йүнәлешен белергә мөмкин. Был яңылыҡ Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы менән берлектә ҡулланыуға индерелгән. Бынан тыш, һәр кем үҙенең шәхси кабинеты аша онлайн режимда хәйер һала ала.

Өфө автосалонында клиентҡа 900 мең һумға килешелгән машинаны 4 млн һумға һатҡандар Инвалид иргә психологик баҫым яһап автосалон хеҙмәткәрҙәре кредиттың суммаһын аңлатмай, килешеү төҙөлгән. Әле билдәле автосалон урынында бушлыҡ ҡына ҡалған - мутлашыусылар салонды бикләп икенсе урынға күскән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфөлә Владислав Дзюба ҡулға алынды Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортсотан буйынса идаралығы етәксеһе Владислав Дзюба ҡулға алынды. Эске хеҙмәт генерал-майоры вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнә. Тәфтишселәр фаразлауынса, етәксе үткән йылдың ноябрендә ведомство подразделениеларына 3 миллион һум аҡса йыйырға ҡуша. Был йыйымдарҙы ул ойошма ихтяжына кәрәк тип аңлата.

«Веселинка» ансамбле халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы Комаров исемендәге пионерҙар һарйының «Веселинка» өлгөлө балалар хореографик ансамбле 32 йыл эсендә меңәрләгән йәш бейеүселәрҙе үҫтереп ҙур сәхнәгә сығарған. Бынан тыш, билдәле хореограф Оксана Щуканың бейеү мәктәбен үтеп, үҙҙәре лә остаз булып киткәндәр бар. Улар араһынан иң билдәлеһе Юлия Долгполова. Быйыл ул етәкләгән коллектив үҙенең 15 йыллығын туйланы.Әйткәндәй, ансамбль 1 апрелдә Сочи ҡалаһында балалар бейеү коллектвтары араһынд үткән халыҡ-ара конкурста 20 коллектив араһында иң юғары баһа - Гран-приға лайыҡ булды

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған түләүҙәрҙе ветерандар апрель пенсияһы менән бергә аласаҡ Банк иҫәбенә аҡсалар 10 апрелдә күсереләсәк. Почта аша графикка ярашлы өсөнсө апрелдән алып 24 апрелгә тиклем таратыласаҡ. 80 мең күләмендәге түләүҙәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтар, уларҙың тол ҡатындары, ҡамауҙа ҡалған Ленинград, Севастополь, Сталинград ҡалаларында йәшәүселәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары аласаҡ.

Башҡортостанда ҡыҙылса менән ауырыу осрағы асыҡланған Сир Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 10 йәшлек малайҙа табылған. Әле ул дауаханала һәм табиптар йоғошло ауырыу таралмаһын өсөн бар һаҡланыу саралары күргән. Шулай уҡ малай уҡыған мәктәптә вакцинациялау башланған.Ҡыҙылсанан берҙән-бер һаҡланыу сараһы-прививка.

Президент фонды тәбиғәтте һаҡлау проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы хуплай Президент фонды Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Был эшкә әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре менән идара итеүсе учреждениелар йәлеп ителә. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәгендә тәүге семинар үтте.

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны. Тарихи сәхнәлә «Рахманинов. Ғүмерлек симфония» балеты премьераһы үтте. Бөйөк рус композиторының тормош юлы һәм ижадына арналған спектаклде БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны. Илдең баш ҡалаһынан киләһе яҙма.

Ағиҙелдә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү проекты Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә инде Бында эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булырыу" про
Ағиҙелдә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү проекты Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә инде Бында эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булырыу" проектына ярашлы алып барылды. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проекттарҙы баһалғанда эш сифаты, социаль һәм иҡтисади һөҙөмтәлелек иҫәпкә алынған. - Был тәжрибәне башҡа ҡалаларҙа ла уңышлы ҡулланыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итәләр Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығынан.

Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры
Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев вафат.

Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры
Ҡайғылы хәбәр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев вафат.

Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары көс һынашты.

Быйыл «Башҡортостан» медиа-холдингының телерадиосәнғәт мәктәп-студияһына 20 йыл тула Юбилей йылында «Киң мәғлүмәт саралары хәбәрсеһе» программаһы буйынса яңы уҡыу курсы старт алды. Тыңлаусылар араһында - студенттар, республика уҡыу йорттарының медиаүҙәктәре етәкселәре, хәбәрселәр һәм күптән журналист һөнәрен үҙләштерергә теләгәндәр бар . Улар алдында тәжрибәле алып барыусылар, телевидение белгестәре эфир продукцияһын булдырыу, темаларҙы эҙләү һәм һайлау, төрлө жанрҙарҙа эшләү серҙәренә, заман медиаһы трендтарына өйрәтәсәк.

Өфөлә Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы «Торатау» конгресс-холында фронтовик-яҙыусы Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми- ғәмәли конференция уҙҙы. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолған мәғрифәтселек сараһы «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе һалдат образын һүрәтләүҙә халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең роле» тип аталды.

Башҡортостанда йыл башынан 60 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған Был үткән йылдарға ҡарағанда, дүрт тапҡырға кәмерәк. Әммә табиптар уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә. Ауырыусылар башлыса Октябрьский, Туймазы, Өфө райондарында һәм Өфөлә теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенең тәүге билдәләре булараҡ температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы, быуындар һыҙлауы, хәлһеҙлек иҫәпләнә. Был осорҙа табипҡа күренеп, мөмкин тиклем дауалауҙы тиҙерәк башлау мөһим.

Башҡортостанда 15 гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана Яҙ көнө урманды тергеҙеү эштәре республиканың бөтә район-ҡалаларында ойоштороласаҡ. Экологик акция сиктәрендә башлыса ике йыллыҡ шыршы һәм ҡарағайҙар ултыртыла. Нуриман районы Исаев урман хужалығында хеҙмәткәрҙәр питомникта үҫтерелгән ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙып алды. Көндәр йылытҡас ағастар урманға күсереп ултыртыласаҡ.

Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тамамланырға тейеш Ошо маҡсатта муниципалитеттарҙа участкалағы етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыу эше лә йәнләндерелгән. Әлегә төбәк һәм урындағы кимәлдәге юлдарҙың 70 процентына инспекция уҙғарылған. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы алты район өсөн яуаплы. Ҡалалағы асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.

Башҡортостанда тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин "Тәңкәләр аҙналығы" тигән акция башланды, ул 19 апрелгә тиклем бар
Башҡортостанда тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин "Тәңкәләр аҙналығы" тигән акция башланды, ул 19 апрелгә тиклем бара. Ошо ваҡытҡа тиклем банктарҙа тәңкәне алмаштырған өсөн комиссия алынмай, тип хәбәр итәләр Милли банктан. Тәңкәләр күләме сикләнмәгән. Төп шарт - улар 1997 йылдан алып сығарылған булырға тейеш. Уҙған йылда был акция ике тапҡыр үтте. Башҡортостан халҡы 3 миллион 700 мең һумлыҡ 840 мең тәңкә тапшырған.

Баймаҡта Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте Баймаҡ районында билдәле педагог һәм ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте. Сара шәхестең тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.