БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 021
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
2 021
Әбйәлил районында «Ҡурай» - чемпиондар йорто» хәрби сәнғәт фестивале үтте
«Ҡурай» - чемпиондар йорто». Әбйәлил районында ошондай исем менән хәрби сәнғәт фестивале үтте. Күләмле проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо һәм унда 200-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Был ярыш балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең ысын дуҫлыҡ һәм еңеүгә ынтылышын сағылдыра. Сөнки былтыр Рауил ауылының «Ҡурай» үҙәгендә спорт менән шөғөлләнеү өсөн етди шарттар булдырыла, һөҙөмтәлә йәш быуын сәләмәт тормошҡа йөҙө менән борола. Ҡыҙыу алыштар барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
2 021
Яҙҙың ғәҙәттәгенән иртә килеүе һәр тармаҡта ла эште йәһәтләүҙе талап итә
Ҡала һәм ауылдарҙы тәртипкә килтереү, ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, юлдарҙы ремонтлау. Радий Хәбиров был эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты. Хөкүмәттең аҙналыҡ оперативкаһында кисекмәҫтән башҡарылырға тейешле бурыстар ҙа йөкмәтелде.
2 021
Башҡортостанда шәхси пансионаттар селтәре киңәйә
Башҡортостан дәүләткә ҡарамаған социаль секторға ярҙам итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә. Төбәктә оло йәштәге кешеләрҙе ҡарау буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе 10 ойошма эшләй. Уларҙың яртыһы - ҡарттар һәм инвалидтар өсөн дәүләт интернат-йорттары, шулай уҡ 5-е -концессия килешеүҙәре сиктәрендә булдырылған шәхси пансионаттар. Кушнаренко районының Шәрип ауылындағы шәхси пансионат эшмәкәрлеге менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
Радий Хәбиров Магомед Абдулхәлимов менән осрашты
Бөгөн Башҡортостан башлығы Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов менән осрашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика федераль ведомство менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Төбәктә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленә, һуңғы йылдарҙа егерменән ашыу учреждение файҙаланыуға тапшырылған. Осрашыуҙа пансионаттар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡтың тәжрибәһе, балаларҙы, оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ҡарау тураһында ла һүҙ барҙы.
2 021
Өфөлә «Именлек» республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы тулы ҡеүәттә эш башланы
Социаль учреждениела ҡарттар һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы даими ҡарау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов үҙәктәге йәшәү, туҡланыу, дауаланыу урындарын юғары баһалап, ошондай күләмле төҙөлөш эштәренең мөһимлеген билдәләне.
2 021
Шишмә районында милли яндан уҡ атыу буйынса тәүге республика чемпионаты уҙҙы
Шишмә районының «Турахан» кәшәнәһе биләмәһендә милли яндан уҡ атыу буйынса беренсе республика чемпионаты үтте. Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу район-ҡалаһынан килгән 80 ҡатнашыусы «Көмбәҙ» һәм «Тиҙ атыш» тип исемләнгән тәүге тапҡыр ойошторолған ярыштарҙа сығыш яһаны.
2 021
Башҡортостан спортсыһы тау саңғыһы буйынса донъя чемпионатында миҙалдар яуланы
«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында Францияла тау саңғыһы буйынса донъя чемпионатында миҙалдар яулаған спортсыны ҡаршы алдылар. Карина Закирова мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ярышта беренсегә ҡатнашҡан. Башта яҡташыбыҙ супер-гигант һәм гигант слаломда бронза алһа, артабан турнирҙың йомғаҡлау этабында ла тау саңғыһы комбинацияһы буйынса уңышҡа өлгәште.
2 021
Баймаҡта үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы башланды
Ватан һаҡсыларына дан йырлап. Баймаҡ ҡалаһының мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары араһында үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы башланды. Ул Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
Өфөнөң Яркий биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә
Белем усағы концессия килешеүе буйынса һалына. Баш ҡаланың 450 йыллығына арналған объект федераль һәм республика ҡаҙнаһынан финанслана.
2 021
Шаран районының йыл әйләнәһенә эшләгән «Бригантина» лагерында Батырлыҡ дәресе уҙҙы
Осрашыу район ветерандар советы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының урындағы филиалы көсө менән ойошторолдо. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү фонд эшмәкәрлегендәге мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән «Варик» ҡушаматлы яугирҙың ата-әсәһе Инзирә менән Аркадий Сәйетовтар улдарының бала сағы, уның бәләкәйҙән спортҡа ылығып үҫеүе, һәр эшкә яуаплылыҡ менән тотоноуы тураһында һөйләне.
2 021
Мөнир Ҡунафиндың яңы китабы донъя күрҙе
Билдәле журналист, яҙыусы, «Ағиҙел» әҙәби журналы мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың яңы китабы донъя күрҙе. Был яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Махсус хәрби операция башланғандан алып бөтә республика яугирҙарға ярҙам итә. Был эшкә беҙҙең ижади интеллигенция, шул иҫәптән Башҡортостан яҙыусылар союзы ла әүҙем ҡушылды.
2 021
Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләү көсөнә инә
Төп һыу ятҡылыҡтарында балыҡтың ыуылдырыҡ сәсә башлауы көтөлә. 15 июнгә тиклем ярҙан тороп бер ҡармаҡҡа ғына тотоу рөхсәт ителә. Закон боҙоусыларға штраф балыҡ төрөнә ҡарап 21 мең һумға етеүе мөмкин. Сикләү 15 апрелдән ғәмәлдә була.
2 021
Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙә ремонт эштәре ике аҙнаға ҡыҫҡартылды
Өфө-Ырымбур трассаһы аша үткән обьектта төҙөкләндереү 3 июндә башлап, август башына тамамлау ҡарала, тип белдерәләр “Приуралье” юл идаралығынан. Ремонт осоронда күперҙә өс һыҙат буйынса транспорт йүнәлеше светофор ярҙамында көйләнә. Иртән Өфөгә барышлай, кисен баш ҡаланан сыҡҡан юл һыҙат асыҡ була.
2 021
Өфөлә дрондарҙы осороу буйынса асыҡ ҡала фестивале үтте
Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сарала республика район-ҡалаларын 8 мәғариф учреждениеһы ҡатнашты. Фестиваль «Глобус» балалар сәнғәт үҙәге Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы ярҙамында ойошторолдо. Әйткәндәй, «ТехноГлобус» IT - паркы былтыр эш башлауға ҡарамаҫтан, бөгөн унда 500-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы шөғөлләнә. Ата-әсәләр араһында ла ҡыҙыҡһыныу көслө.
2 021
Сибайҙа «Мәғариф: инновацион алымдар һәм тәрбиәүи практикалар» педагогик конференцияһы үтте
Сибайҙа «Мәғариф: инновацион алымдар һәм тәрбиәүи практикалар» тип исемләнгән төбәк-ара педагогик конференция үтте. Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған сараны Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ҡабул итте.
2 021
Өфө Рәсәйҙә беренсе булып «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» Халыҡ-ара статусына эйә булды
Кәсепселек үҫешкән ҡалалар исемлеге 2014 йылда формалаша башлаған, әле унда Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән 60-ҡа яҡын ҡала ингән. Өфөнө «Ағас һәм таштарҙы художестволы эшкәртеү һәм биҙәү буйынса» баһалар өсөн ғинуарҙа Бөтә донъя һөнәрселек Советы делегацияһы килгәйне.
2 021
Тоталь диктант йәнә рус теле һәм әҙәбиәте һөйөүселәрҙе берләштерҙе
Диктантты донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән онлайн форматта ла яҙырға мөмкин ине. Теләгән һәр кем үҙ белемен тикшерә алды. Өфө ҡалаһы майҙансыҡтарында уҙған акция тураһында киләһе яҙмала.
2 021
Өфөлә «Яман шеште дауалау, заман хирургия алымдары»на бәйле конференция үтте
Республика клиник онкология диспансерында «Яман шеште дауалау, заман хирургия алымдары»на бәйле Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Мәскәүҙең билдәле онкологтары Башҡортостан белгестәре менән бергә ҡатмарлы операция яһаны, тәжрибә уртаҡлашты. Операция барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
2 021
Шаран районында яҙғы баҫыу эштәренә арналған конференция үтте
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, агрономдар һәм Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран районындағы филиалы ҡатнашлығындағы сарала мөһим кампанияға бәйле һорауҙар күтәрелде. Быйыл сәсеү эштәре 48 мең гектарға яҡын майҙанда башҡарыласаҡ. Был былтырға ҡарағанда,1150 гектарға күберәк.
2 021
Стәрлетамаҡ районында яҙғы сәсеү эштәренә арналған агро-конференция үтте
Ауыл хужалығы эшсәндәре район етәкселеге менән берлектә баҫыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Конференцияла аграрийҙар өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы саралары иғтибар үҙәгендә булды.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
