ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 027
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-17 أيام
-630 أيام
أرشيف المشاركات
Баш ҡаланың электр транспорты паркы әүҙем яңыртыла Депо паркы 5 троллейбус менән байытылды. Был машиналар Өфө трамвай-троллейбус заводында Белорусияның «Белавтомаз» автозаводы менән кооперацияға берләшеп йыйылған. Кузов һәм рессорҙар белорус партнерынан, ә ҡалған деталдәр башлыса Рәсәй комплектаторҙарынан. Әлеге ваҡытта линияға сығыр алдынан ҡала халҡы өсөн уңайлы транспорт махсус әҙерлек үтә.

Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде Радий Хәбиров республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2026 йылға саралар планын әҙерләргә ҡушты. Был башланғыс Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы менән ауаздаш. Йылдың тәүге эш көнөндә үткән оператив кәңәшмәлә төрлө йүнәлештәр буйынса йомғаҡтар барланды, оҙайлы ғинуар каникулдарына эшләгән ашығыс хеҙмәттәргә баһа бирелде, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рөстәм Сафин һәм уның ғаиләһе менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рөстәм Сафин һәм уның ғаиләһе менән осрашты. Рөстәм Фәнис улы 2015-2022 йылдарҙа Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында эшләй. Үҙ теләге менән ватан һағына баҫҡан яугир былтыр ноябрҙә төбәк башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировҡа видеоэлемтә аша мөрәжәғәт итте.

Өфө районының Шмидтов ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәғариф үҙәге сафҡа инде Яңы йылда яңы мәктәпкә. Өфө районының Шмидтов ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәғариф үҙәге сафҡа инде. Бер ҡыйыҡ аҫтында ике йөҙ сабый һыйҙырышлы балалар баҡсаһы ла бар. Белем усағы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк. Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм яугирҙың ғаиләһе, туғандары ҡатнашты.

Өфөлә рәссам эпоксид ыҫмалаһынан уникаль паннолар һәм сувенирҙар яһай Уникаль сувенирҙар һәм эпоксид ыҫмалаһынан үҙенсәлекле паннолар. Уларҙы Өфөлә йәшәүсе рәссам Юлия Сивоконь етештерә. Уның оҫтаханаһында беҙҙең ижади төркәм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мәләүез эшҡыуарҙары Бөтә Рәсәй «Туристик сувенир» конкурсында гран-при яуланы Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ғаилә Санкт-Петербургта үткән ун беренсе «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсында гран-при яулаған. Уларҙың «Башҡортостан ынйылары» 3d-панноһы «Vip Вәкиллек сувенир продукцияһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған.

Башҡортостанда ҡабанға һунар итеү ҡағиҙәләре ҡатмарлаштырылды Ҡабандарға һунар иткәндә эт йәлеп итеп уларҙы эҙләү, ҡыуыу һәм тотоу тыйыла. Йыл башынан Башҡортостанда үҙ көсөнә ингән ҡағиҙәләргә ярашлы, һунарсыларға был хайуанды аулағанда коллектив рәүештә эш итеүгә лә ваҡытлыса сикләү индерелгән. Талаптарҙы үтәмәүселәргә 4 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 200-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 200-ҙән ашыу берәмек техника, 340 коммуналь хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Уҙған тәүлектә генә муниципаль хеҙмәттәр 17 мең кубометр ҡар һәм 8 мең ярым кубометр сүп-сар сығарған. 282 тонна боҙға ҡаршы материал ҡулланылған.

Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде Яңы йылда яңы мәктәпкә. Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде. Белем усағы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк. Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм яугирҙың ғаиләһе, туғандары ла ҡатнашты.

ЗАГС идаралығы өйләнешеү өсөн матур даталарҙы атаны 2026 йылдың 26 ғинуары иҫтәлекле көндәрҙең береһе һанала. 6 һәм 26 июндә,
ЗАГС идаралығы өйләнешеү өсөн матур даталарҙы атаны 2026 йылдың 26 ғинуары иҫтәлекле көндәрҙең береһе һанала. 6 һәм 26 июндә, шулай уҡ 8 августа законлы никахҡа инергә теләгәндәр күп булыр тип көтөлә. Былтыр матур даталарҙың береһе, 25 ғинуарҙа республикала 281 туй үткән. Өфөлә 100 пар өйләнешкән, Белоретта – 15, Октябрьскийҙа – 13, Иглин районында 11 рәсми никах теркәлгән.

Павловка һыуһаҡлағысында өшөп дауаханаға оҙатылған ҡыҙҙың хәле уртаса ауырлыҡта Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмә
Павловка һыуһаҡлағысында өшөп дауаханаға оҙатылған ҡыҙҙың хәле уртаса ауырлыҡта Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Уҡыусы бала атаһы менән Ҡариҙел районына ял итергә килә. Ул иртән сығып китә, төшкө ваҡытҡа әйләнеп ҡайтмай. Атаһы ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Баланы табалар, ул аңын юғалтҡан була. Пациент Республика балалар клиник дауаханаһына һалынған.

Бөрө районында һыуға батҡан һарыҡ кәүҙәләрен сығарыу дауам итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйын
Бөрө районында һыуға батҡан һарыҡ кәүҙәләрен сығарыу дауам итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә 1 мең 332 һарыҡ сығарылған. Ҡотҡарыусылар көндөҙ эшләй. Боҙҙа мәкеләр уйыла, унан һуң водолаздар төшөрөлә. Уҙған йылда декабрҙә һауа шарттары арҡаһында һарыҡтар йоҡа боҙға сыға һәм һыуға бата. Өйөр хужаһы ҙур зыян күрә, уға ҡотҡарыусылар эше өсөн түләргә, үле һарыҡтарҙы юҡ итеү сығымын ҡапларға кәрәк.

Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Рәсәй беренселегендә алтын миҙалдар яуланы Өфө спортсылары рапирала алыш финалында еңеп
Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Рәсәй беренселегендә алтын миҙалдар яуланы Өфө спортсылары рапирала алыш финалында еңеп сыҡты. Радмир Ғәләүетдинов, Әмир Фәхретдинов, Дәүләт Хәйретдинов һәм Ростислав Хамдамов уңышҡа иреште тип хәбәр итәләр Фехтование федерацияһынан.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 106 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Мөсәйрә Фәтихова үҙенең 106-сы йәшен ҡаршыланы. Оло йәштәге ханым ил Президенты Владимир Путиндан, республика башлығынан һәм ҡала хакимиәтенән ҡотлауҙар ҡабул итте.

Өмбәт ағинәйҙәре милли биҙәүестәр эшләп, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора Милли традицияларҙы һаҡлап. Ейәнсура районы Өмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары түшелдерек һәм башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Ағинәйҙәр йәмғиәте гүзәл заттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла үҙҙәрен һынай.

Өфөлә Яңы йыл майҙансығында пиротехника арҡаһында Ҡыш бабай янған Уйындан уймаҡ. Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында Өфөлә яңы йыл майҙансығында ҡыш бабай янған. Бәхеткә күрә, республикала пиротехника ҡулланғанда зыян күреү осраҡтары башҡа йылдар менән сағыштырғанда аҙыраҡ теркәлгән.

Өфөлә «Шыршыны -юнысҡыға» экологик акцияһы башланды Ҡаланың барлыҡ райондарында шыршыларҙы йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҡуйылған. Ылыҫлы тоҡомдар ағас плитәләр етештереү өсөн сеймалға ҡулланыла. Артабан уларҙан өй йыһаздары етештерелә. Былтыр өфөлә йәшәүселәрҙән ике меңдән ашыу шыршы ҡабул ителгән. Йәшел ҡупшыҡайҙарҙы тапшырған һәр кемгә бүләккә берәр мандарин бирелә.

Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың икенсе тулҡыны көтөлә Ул яңы йыл каникулы тамамланғас башланыуы ихтимал. Табиптар был күренеште тәбиғи тип иҫәпләй. Белгестәр вирус сирҙәре таралыуын балаларҙың мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына йөрөй башлауына, халыҡтың оҙайлы ялдан һуң эш урындарына ҡайтыуына бәйләй.

Рәсәйҙә балаларҙы юл йөрөтөүҙә ҡағиҙә боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡәтғиләштерелде Федераль законға индерелгән төҙәтмәләр штраф күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Хәҙер өс мең штраф урынына биш мең һум түләргә тура киләсәк. Яуаплы вазифа биләүселәргә сумма 25 меңдән 50 мең һумға тиклем арттырылды.

Мәләүез районында заманса автоматлаштырылған элеватор сафҡа инәсәк Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында «Амкадор-Ағиҙел» предприятиеһы ҡоролмалары менән яңы элеватор сафҡа инәсәк. Яңы объектты төҙөлөшөнөң тәүге этабы тамамланған. Ҡоролмаларҙың 90 проценты Башҡортостан производствоһы, таҙартыу аппараттары-Белорус республикаһыныҡы. Ике республиканың берлектәге заводы ҡоролмалары менән йыһазландырылған ҡеүәтле яңы элеватор быйыл көҙ тулы көсөнә эшләй башлар тип көтөлә.