БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 984
Suscriptores
Sin datos24 horas
-17 días
-1430 días
Archivo de publicaciones
1 983
Башҡортостан ярҙамы: Красный Лучтағы социаль объекттар йылыға тоташтырылды
Донбасҡа Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙамды туҡтатмай. Йылытыу миҙгеленә бер нисә социаль әһәмиәтле объектта яңы ҡаҙанлыҡтар барлыҡҡа килде. Таушалып бөткән, күп яғыулыҡ, хеҙмәт көсө талап иткән кочегаркалар урынына бәләкәй генә, ләкин юғары һөҙөмтәле мейестәр урынлаштырылды.
1 983
Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәр исемлеге булдырыла
Республикала экология кодексы һәм Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында законға төҙәтәмәләр әҙерләнгән. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, улар ҡабул ителһә ер биләмәләре хужалары исемлектә булған үҫемлектәрҙе асыҡларға һәм юҡ итергә тейеш була. Закон проекты ғинуар айында пленар ултырышта ҡарала.
1 983
Бөгөн Өфөлә "Аксаков шыршыһы" уҙғарылды
Хәйриә байрамына төрлө ҡала һәмрайондарҙан һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары йыйылды. Сара башҡорт дәүләт опер һәм балеттеатрында үтте. Балаларға спектакль күрһәтелде. БайрамдаРеспублика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. - Бөгөн Иҫкесә яңы йыл. Һеҙ иң яҡшы, матур, аҡыллы,көслө балалар. Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы уҡыуығыҙҙы,ата-әсәләрегеҙҙе тыңлауығыҙҙы,хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ,тине Радий Хәбиров. "Аксаков шыршыһы" 2019 йылдан алып уҙғарылып килә.
1 983
Радий Хәбиров республика журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, беҙҙә абруйлы һәм әһәмиәтле мәғлүмәт саралары күп. Шуларҙың иң өлкәндәренең береһе-«Республика Башкортосан» гәзите. Быйыл баҫма үҙенең 120 йыллығын билдәләй. 1906 йылда сыға башлаған гәзит тәүҙә «Уфимский рабочий» тип аталған.
1 983
Башҡортостан журналистарын Республика Башлығы ҡотланы
Бөгөн Рәсәй матбуғаты көнө. Радий Хәбиров билдәләүенсә, абруйлы һәм әһәмиәтле баҫмалар байтаҡ. "Республика Башкортостан" газетаһы быйыл 120 йыллығын билдәләй. Беренсе һаны 1906 йылда сыға, ул ваҡытта "Уфимский рабочий" тип атала. - Төрлө йылдарҙа бында Степан Злобин, Әнүәр Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, Константин Симонов кеүек билдәле журналистар һәм яҙыусылар эшләй, уларҙың әҫәрҙәре баҫыла. Ул ваҡытта интернет булманы, газеталар мәғлүмәт биреү тиҙлегендә ярышты. Бөгөн мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ, иң мөһиме - кешеләргә ошо киңлектә йүнәлеш биреү, дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итеү. Беҙҙең киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы шул, ти Республика Башлығы.
1 983
Өсөнсө балалар фольклориадаһы гимнына конкурс иғлан ителде
Ижади ярышта профессиональ, шулайуҡ һәүәҫкәр шағирҙар һәм композиторҙар ҡатнаша ала. Заявкалар 9 февралгә тиклемҡабул ителә. Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтындатанышырға була. Бәйгелә еңгән йыр Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сараларындаҡулланыла. Ҙур форум быйыл Өфөлә уҙғарыла. Ил төбәктәренән йыр, бейеү һәммузыка ҡоралдары коллективтары килеүе көтөлә.
1 983
Шыршы тапшыр - бүләккә мандарин ал
Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа. Баш ҡалала ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү буйынса 11 пункт булдырылған. Уларҙың адресы менән Өфө ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин. Эшкәртелгән шыршылар мебель етештереүҙә ҡулланыла. Шыршыларҙы 17 һәм 18 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем тапшырырға мөмкин. Былтыр экологик акция барышында ике меңдән ашыу ылыҫлы ағас тупланған.
1 983
Ғафури районында туристарҙы атта йөрөү һәм иппотерапия йәлеп итә
Тәбиғәт һәйкәлдәре, тарихи һәм мәҙәни объекттар: йылдан-йыл Ғафури районына туристар ағымы арта. Өфөнән 145 саҡрым арауыҡта ғына туристик база урынлашҡан, ял итеүселәр ағас йорттарҙа ял итеүҙән тыш, атта һыбай йөрөргә өйрәнә ала. Шулай уҡ бында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға эскурсиялар ҙа ойошторола. Туғыҙ йыл дауамында уңышлы эшмәкәрлек алып барған «Ат ихатаһы»нда БЮТ ижади төркөмө лә булды.
1 983
Былтыр Башҡортостанда 21 меңдән ашыу бала бушлай һөт ризығы менән тәьмин ителгән
«Һөт кухняһы» төбәк социаль ярҙам программаһы 7 йыл элек эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә республиканың төрлө төбәктәрендә 7 етештереү майҙансығы асылды. Былтыр улар 3 мең 200 тоннанан ашыу сеймал эшкәрткән һәм 2 мең ярым тонна әҙер продукция сығарған. Ташлама менән файҙаланыусылар категорияһы ла киңәйтелгән.
1 983
Әлшәй районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында күләмле инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу аҙағына яҡынлаша
Дөйөм етештереүсәнлек күләме йылына 40 миллион дана инкубатор һәм 3 миллион самаһы ашхана йомортҡаһы сығарыуҙы күҙ уңында тота. Предприятие республиканың көньяҡ-көнбайышында аграр инфраструктураны нығытырға һәм төбәктең үҙ ҡошсолоҡ продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырырға мөмкинлек бирә.
1 983
Һеләүһендең бәлиғ булмаған балаға ташланыу осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан
Ғәҙәттән тыш хәл Благовещен районындағы спорт лагерында теркәлгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡырағай бесәй биләмәгә яҡындағы урмандан килеүе ихтимал. Һеләүһенде аулау һәм ҡазаға тарыусыға тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн урынға дәүләт һунар инспекторы, ветеринар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡырағай хайуандарҙы ребилитациялау үҙәге вәкилдәре килгән. Бер аҙҙан һеләүһен үлә. Белгестәр уның ҡотороу ауырыуы ихтималлығын фаразлай.
1 983
Баш ҡаланың электр транспорты паркы әүҙем яңыртыла
Депо паркы 5 троллейбус менән байытылды. Был машиналар Өфө трамвай-троллейбус заводында Белорусияның «Белавтомаз» автозаводы менән кооперацияға берләшеп йыйылған. Кузов һәм рессорҙар белорус партнерынан, ә ҡалған деталдәр башлыса Рәсәй комплектаторҙарынан. Әлеге ваҡытта линияға сығыр алдынан ҡала халҡы өсөн уңайлы транспорт махсус әҙерлек үтә.
1 983
Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде
Радий Хәбиров республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2026 йылға саралар планын әҙерләргә ҡушты. Был башланғыс Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы менән ауаздаш. Йылдың тәүге эш көнөндә үткән оператив кәңәшмәлә төрлө йүнәлештәр буйынса йомғаҡтар барланды, оҙайлы ғинуар каникулдарына эшләгән ашығыс хеҙмәттәргә баһа бирелде, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
1 983
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рөстәм Сафин һәм уның ғаиләһе менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рөстәм Сафин һәм уның ғаиләһе менән осрашты. Рөстәм Фәнис улы 2015-2022 йылдарҙа Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында эшләй. Үҙ теләге менән ватан һағына баҫҡан яугир былтыр ноябрҙә төбәк башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировҡа видеоэлемтә аша мөрәжәғәт итте.
1 983
Өфө районының Шмидтов ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәғариф үҙәге сафҡа инде
Яңы йылда яңы мәктәпкә. Өфө районының Шмидтов ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәғариф үҙәге сафҡа инде. Бер ҡыйыҡ аҫтында ике йөҙ сабый һыйҙырышлы балалар баҡсаһы ла бар. Белем усағы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк. Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм яугирҙың ғаиләһе, туғандары ҡатнашты.
1 983
Өфөлә рәссам эпоксид ыҫмалаһынан уникаль паннолар һәм сувенирҙар яһай
Уникаль сувенирҙар һәм эпоксид ыҫмалаһынан үҙенсәлекле паннолар. Уларҙы Өфөлә йәшәүсе рәссам Юлия Сивоконь етештерә. Уның оҫтаханаһында беҙҙең ижади төркәм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 983
Мәләүез эшҡыуарҙары Бөтә Рәсәй «Туристик сувенир» конкурсында гран-при яуланы
Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ғаилә Санкт-Петербургта үткән ун беренсе «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсында гран-при яулаған. Уларҙың «Башҡортостан ынйылары» 3d-панноһы «Vip Вәкиллек сувенир продукцияһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған.
1 983
Башҡортостанда ҡабанға һунар итеү ҡағиҙәләре ҡатмарлаштырылды
Ҡабандарға һунар иткәндә эт йәлеп итеп уларҙы эҙләү, ҡыуыу һәм тотоу тыйыла. Йыл башынан Башҡортостанда үҙ көсөнә ингән ҡағиҙәләргә ярашлы, һунарсыларға был хайуанды аулағанда коллектив рәүештә эш итеүгә лә ваҡытлыса сикләү индерелгән. Талаптарҙы үтәмәүселәргә 4 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
1 983
Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 200-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән
Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 200-ҙән ашыу берәмек техника, 340 коммуналь хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Уҙған тәүлектә генә муниципаль хеҙмәттәр 17 мең кубометр ҡар һәм 8 мең ярым кубометр сүп-сар сығарған. 282 тонна боҙға ҡаршы материал ҡулланылған.
1 983
Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде
Яңы йылда яңы мәктәпкә. Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде. Белем усағы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк. Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм яугирҙың ғаиләһе, туғандары ла ҡатнашты.
