БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 027
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-17 أيام
-630 أيام
أرشيف المشاركات
2 027
Тәтешле районында Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу билдәләнде
Билдәле шағир, башҡорт поэзияһы ынйыһы. Тәтешле районында Ғәли Соҡорой - Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер һәм хөрмәт саралары ойошторолдо.
2 027
Иглин районында Яңы йыл каникулында аква-волейбол ярышы үтте
Яңы йыл каникулын әүҙем уҙғарыусылар «Дельфин» бассейнында ярышты. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты уҙғарған сара хағында киләһе яҙмала.
2 027
Осор алдынан һаулығыңды тикшер: табиптар пассажирҙарҙы иҫкәртә
Самолетҡа ултырыр алдынан һаулығыңды тикшер. Табиптар тап шулай тип иҫкәртә. Яңы йыл каникулдарын ситтә үткәреүселәр өсөн был кәңәш урынлы булыр. Һауаға күтәрелер алдынан әҙерлек талап ителә, ти белгестәр. Оҙайлы осош, мәҫәлән, дүрт сәғәттән ашыуға һуҙылһа, ҡан тамырҙары төйөлөүе хәүефен барлыҡҡа килтерә.
2 027
Ишембай егете 3D-технологиялар һәм программалауҙа уңышҡа ирешә
Йәшәү көсө-яратҡан шөғөлдән. Ишембай ҡалаһының Нефтсе ҡасабаһынан Азат Фәйзрахманов бәләкәйҙән ҡатмарлы диагноз-арҡа-мускул атрофияһынан яфалана. Инвалид креслоһында булыуға ҡарамаҫтан, ул республиканың ике юғары уҡыу йортон тамамлап, заман һөнәрҙәрен үҙләштерә. Әле айти-технологиялар, программалау йүнәлешендә уңыштарға ирешкән. Көслө рухлы замандашыбыҙ тураһында киләһе материалда.
2 027
Башҡортостанда ҡыш уртаһында һалҡындар көсәйә
Календарь ҡыш уртаһына һауа торошона күҙ һалайыҡ. Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 10 ғинуарҙан 14-нә тиклем республиканың үҙәк райондарында 3-9 градус һыуыҡ күрһәтә. Айырым райондарҙа тәүлегенә 4 миллиметрғаса ҡар яуыуы фаразлана.
2 027
Өфөлә бер тәүлектә 17 мең кубометрҙан ашыу ҡар таҙартылды
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, таҙартылмаған ҡар, көрт, йә боҙлауыҡ урындар тураһында «Ҡарлы Өфө» порталындағы һылтанма буйынса заявка ҡалдырырға мөмкин. Һуңғы тәүлектә муниципаль хеҙмәттәр ҡала урамдарынан 17 мең кубометрҙан ашыу ҡар таҙартылған.
2 027
12 ғинуарҙан 30-на тиклем Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡыҙыу бәйләнеш ойоштора
Белгестәр азыҡ-түлектең сифатына, яраҡлылығына һәм хәүефһеҙленә ҡағылышлы халыҡ һорауҙарына яуап һәм кәңәш бирәсәк. Йәғни, һатып алыусылар шылтыратып сифатһыҙ ризыҡ алғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кеуек мөрәжәғәттәргә лә яуап таба ала. Ҡулланыусылар 8 347 218-09-78 телефоны буйынса иртәнге сәғәт 9 -ҙан киске етегә тиклем шылтырата ала.
2 027
Һуңғы ете йылда республикала 976 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән
Ремонт эштәре талап ителгән биләмәләрҙе граждандар тауыш биреп үҙҙәре һайлай. Мәҫәлән, былтыр 14 йәштән өлкән йәштәге һәр бишенсе кеше өҫтөнлөклө объекттарҙы билдәләп үҙ фекерен белдергән. Уңайлы ҡала мөхите булдырыу маҡсатында ойошторолған
2 027
Башҡортостанда «Айыҡ водитель» операцияһында 33 иҫерек водитель тотолдо
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда «Айыҡ водитель» операцияһы барышында эскән килеш ррулгә ултырған 33 водитель туҡтатылған тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы.
2 027
Өфөлә ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә янғын хәүефһеҙлеге буйынса рейд үтте
Социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙе хәстәрләп. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә рейд менән барып хәүефһеҙлек саралары хаҡында аңлатыу эше үткәрҙе Белгестәр граждандарға Яңы йыл байрамдары осоронда электр прибоҙарын ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, йортта тәмәке тартмаҫҡа, өйҙән сыҡҡан саҡта утты, гирляндаларҙы һүндерергә кәрәклеге хаҡында иҫкәрмәләр таратты.
2 027
Өфөлә Хәрәкәт ниндзя- залы асылды
Әй урамындағы бинала урынлашҡан спорт залыа алты йәшәтән өлкәндәр йөрөй ала. Залда кемдәр спорт менән шөғөлләнә?
2 027
Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа
Шыршы тапшыр ҙа-бүләккә мандарин ал. Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа. Ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү буйынса Өфөлә 11 пункт бар, уларҙың адрестары менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.
2 027
Антарктиданан модаға: Артур Исҡужиндың этно-бренд тарихы
Хыял артынан Антарктидаға. Артур Исҡужин йыл ярым ваҡытын Ерҙең иң көньяғында урынлашҡан континентта уҙғара. Ҡайҡас, этно элементтары булған заманса кейем етештерә башлай. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн дизайнерға нимә аша үтергә тура килгән?
2 027
Донбаста Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙам итеүҙе туҡтатмай
Төбәк ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә. Красный Луч ҡала округына ингән Петровское ҡалаһында ла спорт ҡоролмалары комплексында ла йылытыу ҡаҙанлыҡтары яңыртылған. Был ҡала республика өсөн ят түгел. Тап Петровскоела легендар яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яуҙаштары ерләнгән.
2 027
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн хәйриә концерты ойошторолдо
Яңы йыл каникулдары уңайынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн хәйриә концерты ойошторолдо. Тылсымлы әкиәт форматында әҙерләнгән сарала яугирҙарҙың яҡындары, тормош иптәштәре ҡатнашты. Тамашаның программаһы яугирҙарыбыҙға дан йырлаған, изге теләктәр юллаған, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙар һәм йырҙарҙан төҙөлгән.
2 027
Шишмә районындағы Патриот паркында Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған хәтер саралары үтте
Шишмә районындағы Патриот хәрби-илһөйәрлек паркында Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған хәтер саралары үтте. Ҡаһарман яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланып, 2022 йылдың февралендә һәләк була. Ул дошман һөжүме ваҡытында оборона ойоштороп, гранатаны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Патриот хәрби-илһөйәрлек паркына Геройҙың исеме бирелгән.
2 027
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды
Ике аҙна ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Ғаиләләре, яҡындары менән ял итеп, көс туплағандан һуң, яугирҙар хәрби бурысын үтәргә Башҡортостан етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобуста юлланды.
2 027
Киләсәк аграрийҙары: Башҡортостанда агрокластар системаһы үҫә
Ауыл хужалығында тармаҡ белгестәрен, буласаҡ лидерҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән үк әҙерләү бурысы тора. Ауылдарҙа төпләнеп йәшәр һәм эшләр өсөн йәштәргә ниндәй мөмкинлектәр, программалар бар?
2 027
Республика хужалыҡтарында малдарҙы ҡышлатыу осоро менән бер рәттән, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыҙа
Иглин районы»Ҡалтыман«яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә хужалыҡ эшсәндәре һауа шарттарына бәйле көҙҙән килтерелмәй ҡалған бесән төргәктәрен ташый, ремонт цехында тракторҙарҙы капиталь ремонтлауға тотонғандар. Хужалыҡта мал аҙығы, шул иҫәптән бесән, силос һәм фураж бойҙайы етештереү өсөн 1200 гектар майҙанда аҙыҡ һәм иген культуралары сәселгән булған.
2 027
2030 йылға Башҡортостанда 50 заманса һөт фермаһы төҙөү бурысы ҡуйыла
Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, яңы фермаларҙа малдарҙы дөрөҫ туҡландырыу һәм аҫрау ойошторолорға, яңы белемдәр һәм алдынғы технологиялар ҡулланылған автоматлаштырылған производство процестары үҙләштерелергә тейеш. Ошо шарттар менән аграрийҙар алдында йылына бер миллион тонна һөт етештереү йөкләмәһе ҡуйыла.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
