БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 973
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-87 أيام
-1930 أيام
أرشيف المشاركات
1 973
Башҡортостанда урман янғындары менән көрәшергә «Лесохранитель» системаһы ярҙам итә
Ут сығыуҙы ситтән тороп автомат рәүештә асыҡлаусы камералар 2021 йылда урынлаштырыла башланы. Быйыл тағы ла ун видеокүҙәтеү ҡоролмаһы өҫтәлде, тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
1 973
Башҡортостанда «Алға» картаһы менән электричкала иҫәпләшеүселәр һаны арта
Иглин йүнәлешендә карта менән билет хаҡы 35 һум. Йыл башынан алып авгусҡа тиклем 354 пассажир «Алға» менән иҫәпләшкән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда һандар 38 процентҡа күберәк. Карта менән юл йөрөү отошло килеп сыға.
1 973
Өфө халҡы һағыҙаҡтар күплегенә зарлана
Ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә һағыҙаҡ ояһын табып шылтыратыу осраҡтары йышайған. Август башында баш ҡаланың ике балалар баҡсаһынан бөжәктәр һөжүм итеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ярҙамында һағыҙаҡ ояларын юҡ иткән.
1 973
Башҡортостанда бурһыҡҡа һунар йәрәбәһе электрон форматта үткәрелә башланы
Яңы законға ярашлы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында һунарсыларҙың ғаризалары буйынса рөхсәт документтары ебәрелде. Электрон рөхсәт ҡағыҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлә. Дөйөм күрһәткестәр буйынса республиканың 23 районында бурһыҡҡа һунар итергә теләүселәрҙән документтар ҡабул ителгән.
1 973
Өфөләге «Һалдат даны. Әсәләр хәтере» музейҙын һыу баҫыу дауам итә
Һыу баҫыу сәбәпле, бүлмәләрҙә стена күгәрә, иҙән ҡуба. Өфөнөң Комсомол урамы 23 кәсер 1 адресы буйынса урынлашҡан «Һалдат даны. Әсәләр хәтере» музейын өс йыл даумында һыу баҫа. Санитар талаптарға яуап бирмәгән шарттарҙа хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр тулы ҡеүәтенә эшләй алмай. Хәрби-патриотик йүнәлештә эшләүсе белгестәрҙең эщ шарттарын БЮТ ижади төркөмө лә барып күрҙе.
1 973
МХО яугирҙарына хәрби бәрелештәр ветераны статусы бирелеү менән түләүҙәр автомат рәүештә күсерелә
Махсус хәрби операция яугирҙарына хәрби бәрелештәр ветераны статусы бирелеү менән түләүҙәр автомат рәүештә күсерелә. Рәсәй социаль фонды тейешле мәғлүмәттәрҙе федераль дәүләт органдарынан аласаҡ, ғариза яҙыу кәрәкмәй. Айлыҡ түләүҙәр 1 февралдән артып 4 582 һум тәшкил итә. Был аҡсалар күрһәтелгән социаль хеҙмәттәрҙең эквиваленты. Түләүҙәр урынына хеҙмәттәр алырға теләүселәр 1 октябргә тиклем ғариза яҙырға тейеш.
1 973
Республика ауыл хужалыҡтары быйыл шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға ваҡытынан алда төшә
Был турала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәхрахманова беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында белдерҙе. Былтыр татлы тамыр уңышы юғары булһа ла, уның ваҡытында эшкәртелмәүе һөҙөмтәһендә сифат кимәле түбәнәйгән. Ошоно иҫәпкә алып, быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙаны 42 мең гектарға тиклем кәметелгән. Республикалағы ике шәкәр заводын да тулыһынса сеймал менән тулыландырыу өсөн миллион ярым тонна самаһы уңыш етә, тип билдәләне ведомство етәксеһе.
1 973
Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға химия сәнәғәте тауарҙарын оҙата
Был турала Ташкент делегацияһы менән осрашыу барышында белдерелде. Рәсми ҡунаҡтар эш сәфәре менән Өфөгә килде. Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, - уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ике республика араһында сауҙа 16,8 процентҡа артҡан. Быйыл Ташкентта Стәрлетамаҡ һәм Фирғәнә өлкәһенең Коканд ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ үткән аҙнала алдағы йылдарҙа хеҙмәттәшлек буйынса документҡа ҡул ҡуйылды.
1 973
Башҡортостан баҫыуҙарында ураҡ кампанияһы дауам итә
Бөгөнгө көнгә республика аграрийҙары 860 мең тонна бойҙай һуғып йыйған. 280 тонна бойҙай экспортҡа оҙатылған. Республикала үҫтерелгән уңыш Ленинград, Һамар, Ырымбур, Тамбов өлкәләренә, Краснодар һәм Пермь крайҙарына, Татарстан һәм Удмурт республикаларына оҙатылған.
1 973
Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсеүгә төштө
Ауыл хужалығынан алынған һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә 1650 гектарҙа киләһе йыл уңышына орлоҡ сәселгән. Хужалыҡтар бер үк ваҡытта быйылғы ашлыҡты йыйыу менән дә мәшғүл. Әлегәсә ырҙын табаҡтарына 860 мең тонна иген оҙатылған.
1 973
“Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы янында бронепоезд ҡуялар
Арт-обьектты ҡуйыу өсөн подрядсы билдәләнгән. Эштәр 4 миллионға яҡын һумға баһалана. Бронепоезд әле Куйбышев тимер юлының Шишмә станцияһы базаһында тора. Подрядсы урында комплекслы реставрация башҡарғандан һуң, ул постамент янына килтерелә. Эшкә 1 йыл самаһы ваҡыт бүленгән, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.
1 973
Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән һөжүмсеһе Өфөлә уйнамаясаҡ
“Салауат Юлаев” командаһы Джошуа Ливо менән контрактты өҙҙө. 2 йылға иҫәпләнгән килешеү буйынса, 32 йәшлек хоккейсы йылына 110 миллион һум эш хаҡы алырға тейеш ине. Джошуа Ливо уҙған миҙгелдә 76 уйында ҡатнашып 95 мәрәй йыйҙы, 51 шайба индереп КХЛ рекордын яңыртты.
1 973
Ишембайҙа “Һомай” тигән завод асыу ҡарала
Унда үҫемлек майы етештерелә. Ҡаҙағстан инвесторҙарына төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелгән. Проектҡа Төркиә һәм Ҡытай инвесторҙарының аҡсаһы йәлеп ителә. Әҙер продукция Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатылырға тейеш.
1 973
Сәйәхәтсе Олег Чегодаев каякта Боҙло океанға барып етте
Туризмды популярлаштырыусы яҡташыбыҙ тотош Урал аша 5 мең саҡрымға яҡын арауыҡ үткән. Маршрут 16 йылға аша һалынған. Уны үтеү өсөн сәйәхәтсегә 118 көн талап ителде. Олег Чеголдаев был уникаль экспедицияға 16 апрель сыҡҡайны. Маршрут Ағиҙел йылғаһынан башланды. Көнөнә генә ул каякта 40 километрлап һыу юлы үткән.
1 973
Креатив индустрия көнө уңайынан Әлшәй районында байрам ойошторолдо
Сара бизнес вәкилдәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм ижади һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Эшлекле майҙансыҡта креатив индустрия йүнәлешен үҫтереп районға инвестициялар йәлеп итеү һорауҙары ҡаралды. Байрамда урындағы ҡул оҫталары һәм шәхси эшҡыуарҙар тауарҙары күргәҙмәһе ойошторолдо.
1 973
Башҡортостанда һаңғырау балалар өсөн тәүге хәрби-патриотик лагерь асылды
«Патриот» паркында үҙенсәлекле смена. Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған, йәки һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар өсөн тәүге тапҡыр хәрби-патриотик лагерь ойошторолдо. Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
1 973
Архангел районы халҡы махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты
Көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, маскирорвкалау селтәрҙәре һәм мототехниканы район халҡы, эшҡыуарҙар туплаған. Ылауҙы Архангел ирекмәндәре үҙҙәре үк алғы һыҙыҡҡа, Башҡортостан яугирҙары хеҙмәт иткән подразделениелар урынлашҡан ергә үк алып барып ҡуя.
1 973
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хәрби иҫәп мәғлүмәттәрен яңырта
Повестка ла түгел, саҡырыу ҙа. Һуңғы арала «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы менән ҡулланыусылар хәрби иҫәптең берҙәм реестрына мәғлүмәт индереү тураһындағы хәбәрҙәр ала башланы. Ҡайһы берәүҙәр уны мобилизацияға саҡырыу тип имеш-мимеш тарата башланы. Борсолорға урын юҡ. Был процедура тупланған мәғлүмәтте электрон форматҡа күсереү сараһы.
1 973
Стәрлетамаҡта «Каустик»заводында торба шартлауҙан һуң бер кеше һәләк булған
Был турала оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. башҡорт сода компанияһындағы шартлауҙан һуң дауаханаға эләккән бөтә пациенттарға ла компенмация түләнәсәк. Көн тәртибендә предприятиеларҙа хеҙмәтте һаҡлау, Йәйге Спартакиадаға әҙерлек һорауҙары ҡаралды.
1 973
БСК зыян күргәндәргә 3 миллион һумға тиклем түләйәсәк
Башҡортостан сода компанияһы зыян күреүселәргә һаулыҡ торошона ҡарап 3 миллион һумға тиклем түләүҙәр хаҡында белдерҙе. Предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен дауалау һәм уларға ярҙам итеү өсөн бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Дауаханала кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн БСК йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған.
