ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 023
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-47 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
Радий Хәбиров «Каустик» заводында зыян күргәндәрҙең хәлен белеште Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ «Каустик» заводында шартлауҙан һуң йәрәхәтләнгән пациенттарҙың хәлен белеште. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 31 кеше урындағы дауаханаға оҙатылған, уларҙың 9-ы реанимацияла. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында зыян күреүселәргә ярҙам итеү буйынса оператив штаб ойошторолған. Ауыр хәлдәге пациенттарҙы Өфөлә республика учреждениеларына күсереү мәсьәләһе хәл ителә.

Радий Хәбиров Өфө уҡыусыһын халыҡ-ара олимпиадала еңеү менән ҡотланы Яһалмаинтеллект буйынса ярыштар Ҡытайҙа үтте. 58-се лице
Радий Хәбиров Өфө уҡыусыһын халыҡ-ара олимпиадала еңеү менән ҡотланы Яһалмаинтеллект буйынса ярыштар Ҡытайҙа үтте. 58-се лицейҙан Тимур Ғарифуллин өлкән класс уҡыусылары араһында ярышта беренсе уын алды. Шулай уҡ ил йыйылма командаһы менән көмөш миҙалға лайыҡбулды. - Тимур Ғарифуллин халыҡ-ара турнирҙа етди әҙерләнде. Инглиз телендә мәҡәләләруҡыны, яһалма интеллект өлкәһендә яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙы. Бындай ныҡышмалылыҡ яҡшы һөҙөмтә бирҙе, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башҡортостан ғалимдары «Салауат» мәғдән ятҡылығы биләмәһенең флора һәм фаунаһын тикшерә Һүҙ айырым һаҡлауға мохтаж булған һирәк төр үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында бара. Был ғалимдарҙың тәүге ялан тикшеренеүҙәре түгел. Теүәл бер ай элек улар бөтә территорияны картаға төшөрөү буйынса күләмле эш алып барғайны. Үҫемлек төрҙәренә бәйле яҡынса һығымтылар ҙа яһалды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республика милли музейында төнъяҡ ҡаф тауы төбәгенә арналған күргәҙмә эшләй башланы «Минең Дағстаным» Башҡортостанда. Республика милли музейында төнъяҡ ҡаф тауы төбәгенә арналған күргәҙмә эшләй башланы. Аибәк Тахо-Годи исемендәге Дағстан миилли музейы ойоштороған экспозицияла 300 ашыу оригинал экспонат урынлаштырылған.

«Патриот» паркында халыҡ-ара профилле смена старт алды Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында халыҡ-ара профилле смена старт алды. Унда Белоруссиянан 20- ләгән үҫмер- Минск автозаводы хеҙмәткәрҙәренең балалары ҡатнаша.

Өфөлә йәшәүсе ташсы Мөнир Хәммәҙинуров Төҙөүселәр көнөндә 74 йәшен билдәләйәсәк 15 йәшенән алып төҙөлөш майҙансығында. Өфөлә йәшәүсе ташсы Мөнир Хәммәҙинуров Төҙөүселәр көнөндә 74 йәшен билдәләйәсәк. Ғүмеренең ярайһы уҡ өлөшөн ул Башҡортостанда социаль объекттар, хөкүмәт биналарын, торлаҡ йорттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Һөнәренә әле лә тоғро булған Мөнир Миңлеислам улы менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша Яңы мәғариф учреждениеһы балаларға заманса белем биреүгә йүнәлтелгән. Шуға ла ул башҡа белем усаҡтарынан айырылып торасаҡ. Ниндәй үҙенсәлектәре бар мәктәптең?

Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша Яңы мәғариф учреждениеһы балаларға заманса белем биреүгә йүнәлтелгән. Шуға ла ул башҡа белем усаҡтарынан айырылып торасаҡ. Ниндәй үҙенсәлектәре бар мәктәптең? Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙан 206 584 ғариза ҡабул ителде Был һандар уҙған йыл менән сағыштырғанда бер сиреккә күберәк. Беҙҙең өсөн бик яҡшы күрһәткес, сөнки Өфө университеттары йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы, үҙебеҙҙең уҡыу йорттары абруйлы һанала, тип яҙған социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты. Ун дүрт төбәк етәксеһен бергә йыйыған ултырыш был юлы Пермдә үтте. Совет ултырышы төбәктәр өсөн төрлө мәсьәләләр буйынса тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы. Был юлы көн тәртибенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә , шулай уҡ эшләүсе йәштәргә дәүләт ярҙамы мәсьәләләре сығарылды. Башҡортостандың был йәһәттән башҡа төбәктәргә уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе ҙур, тине Радий Хәбиров.

Баймаҡ районының Граф күле буйы кино төшөрөү майҙансығына әйләнде Башҡортса вестерн. Баймаҡ районының Граф күле буйы кино төшөрөү майҙансығына әйләнде. Әлеге ваҡытта «Атайсал» тулы метрлы кинокартинаның күләмле сәхнәләрен төшөрөү бара. Массовка актерҙары булараҡ урындағы халыҡ ҡатнаша. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Миәкәлә ғаилә рецепты буйынса ҡомалаҡ икмәге сығарыла Балалар баҡсаһы бинаһынан- икмәк бешереү цехы. Миәкә районыда йәшәүсе Филүс Аҡбаров был идеяны оҙаҡ йылдар хыялында тотоп, ниһәйәт тормошҡа ашырған.Ҡасандыр балалар баҡсаһы булған бинаны йүнсел былтыр һатып алған. Дәүләт ярҙамында ҡорамалдар хәстәрләгән, ике туған ағаһы менән бергә ремонт яһағандар. Февраль айынан Миәкә районында икмәк, ҡамыр аштары, бәлеш бешерергә тотонғандар. Бөгөн эшҡыуар ғаилә рецепттары буйынса ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк һәм ҡамырҙан төрлө ризыҡтар бешерә. Был икмәккә башҡа ҡушымталар өҫтәлмәй.Бала саҡ тәме, ти Филүс Аҡбаров.

Республика элеваторҙары уңыш ҡабул итеүгә әҙер Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә иген ҡабул итеү предприятиеларының, икмәк продуктары комбинаттары һәм элеваторҙарҙың матди-техник базаһында әҙерлек эштәре тамамланған. Бөгөн республикалағы 34 ырҙын табаҡтарының ҡеүәте бер юлы 4 миллион тонна самаһы иген һәм майлы культураларҙы һаҡлау мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында Башҡортостанда иң ҙур заманса элеватор файҙаланыуға тапшырылды. Ул 122 мең тонна ашлыҡ һаҡлауға иҫәпләнгән.

Өфө уҡыусыһы Тимур Ғарифуллин яһалма аҡыл буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша Ул илдең йыйылма командаһы составында сығыш я
Өфө уҡыусыһы Тимур Ғарифуллин яһалма аҡыл буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша Ул илдең йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Ярыш Пекин ҡалаһында уҙа. Олимпиадала 60-тан ашыу дәүләт вәкиле көс һынаша. Тимур баш ҡаланың 58-се лицейында белем ала. Рәсәй командаһы финалға сыҡҡан. Польша уҡыусыларынан ҡалышып, көмөш миҙалға лайыҡ булған.

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы Көн тәртибенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәленә бәйле мәсьәләләр сығарылды. Марат Заһиҙуллин Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнеүгә йөҙ көн. Ҡала етәксеһе Радий Хәбировҡа ошо сорҙа ниндәй эштәр башҡарылыуы һәм артабанғы үҫеш йүнәлеше тураһында һөйләне. Инвестиция проекттары, социаль объекттар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт урындарын, юлдарҙы тәртипкә килтереү тураһында ла һүҙ барҙы.

Республика халҡы бер көндә аферистарға 8 миллион һум күсергән Кешеләр телефондағы тауышҡа ышанып, ҙур суммалар юғалта, бурысҡ
Республика халҡы бер көндә аферистарға 8 миллион һум күсергән Кешеләр телефондағы тауышҡа ышанып, ҙур суммалар юғалта, бурысҡа бата. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Салауат ҡалаһында йәшәгән пенсионер ҡатын 335 мең һум аҡсаһын банкомат аша ялған дәүләт хеҙмәткәренә ебәргән. Стәрлетамаҡта торған ҡатын 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын инвестиция булараҡ һалған. Сумма билдәһеҙ иҫәпкә күсерелгән. Инвесторҙар аҡсаны алыу менән юҡҡа сыҡҡан. Полиция таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙың хәүефле булыуы тураһында иҫкәртә.

Өфөлә «баланы мәктәпкә әҙерлә» хәйриә акцияһы үтте «Берҙәм Рәсәй» партияһы акцияһына малай-ҡыҙҙарға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итергә эшҡыуарҙар, бағыусылар һәм йомарт кешеләр ҡушылған. «Баланы мәктәпкә әҙерлә» хәйриә акцияһы аша мөмкинлектәре сикләнгән, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яугир балаларына яңы уҡыу йылы башланыуға мәктәп кәрәк-яраҡтары, кәнсә туарҙары менән ярҙам күрһәтелде. Хәйриә ярҙамын шулай уҡ илдең яңы төбәктәренән күсенергә мәжбүр булған уҡыусылар ҙа алды.

Быйыл Башҡортостанға туризмды үҫтереүгә 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән Һуңғы ике йылда ғына был тармаҡҡа яҡынса 3,7 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 1,5 миллиарды-«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ»милли проекты буйынса федераль бюджеттан. Республикала уңайлы һәм заманса туристик инфраструктура формалаша, кемпингтар, глэмпингтар һәм афреймдар менән йыһазландырылған яңы турбазалар төҙөлә.

Башҡортостанда төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланылар Төҙөүселәр көнөн уңайынан Өфөлә колонна залында хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, Рәхмәт хәттары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендә 180 мең кеше эшләй. Тап улар тырышлығы һәм яуаплылығы менән яңы социаль объекттар, торлаҡ йорттар һалына.

Радий Хәбиров төҙөлөш алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә төҙөүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республиканың төҙөлөш тармағында эшләүсе һөнәрмәндәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Уларҙың тырышлығы һәм яуаплылығы менән төбәктә тиҫтәләгән социаль объекттар, торлаҡ йорттар, юлдар һәм башҡа объекттар сафҡа индерелә.