uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
2 023
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсеүгә төштө Ауыл хужалығынан алынған һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә 1650 гектарҙа киләһе йыл уңышына орлоҡ сәселгән. Хужалыҡтар бер үк ваҡытта быйылғы ашлыҡты йыйыу менән дә мәшғүл. Әлегәсә ырҙын табаҡтарына 860 мең тонна иген оҙатылған.

“Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы янында бронепоезд ҡуялар Арт-обьектты ҡуйыу өсөн подрядсы билдәләнгән. Эштәр 4 мил
“Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы янында бронепоезд ҡуялар Арт-обьектты ҡуйыу өсөн подрядсы билдәләнгән. Эштәр 4 миллионға яҡын һумға баһалана. Бронепоезд әле Куйбышев тимер юлының Шишмә станцияһы базаһында тора. Подрядсы урында комплекслы реставрация башҡарғандан һуң, ул постамент янына килтерелә. Эшкә 1 йыл самаһы ваҡыт бүленгән, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.

Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән һөжүмсеһе Өфөлә уйнамаясаҡ “Салауат Юлаев” командаһы Джошуа Ливо менән контрактты өҙҙ
Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән һөжүмсеһе Өфөлә уйнамаясаҡ “Салауат Юлаев” командаһы Джошуа Ливо менән контрактты өҙҙө. 2 йылға иҫәпләнгән килешеү буйынса, 32 йәшлек хоккейсы йылына 110 миллион һум эш хаҡы алырға тейеш ине. Джошуа Ливо уҙған миҙгелдә 76 уйында ҡатнашып 95 мәрәй йыйҙы, 51 шайба индереп КХЛ рекордын яңыртты.

Ишембайҙа “Һомай” тигән завод асыу ҡарала Унда үҫемлек майы етештерелә. Ҡаҙағстан инвесторҙарына төҙөлөш өсөн ер участкаһы би
Ишембайҙа “Һомай” тигән завод асыу ҡарала Унда үҫемлек майы етештерелә. Ҡаҙағстан инвесторҙарына төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелгән. Проектҡа Төркиә һәм Ҡытай инвесторҙарының аҡсаһы йәлеп ителә. Әҙер продукция Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатылырға тейеш.

Сәйәхәтсе Олег Чегодаев каякта Боҙло океанға барып етте Туризмды популярлаштырыусы яҡташыбыҙ тотош Урал аша 5 мең саҡрымға яҡын арауыҡ үткән. Маршрут 16 йылға аша һалынған. Уны үтеү өсөн сәйәхәтсегә 118 көн талап ителде. Олег Чеголдаев был уникаль экспедицияға 16 апрель сыҡҡайны. Маршрут Ағиҙел йылғаһынан башланды. Көнөнә генә ул каякта 40 километрлап һыу юлы үткән.

Креатив индустрия көнө уңайынан Әлшәй районында байрам ойошторолдо Сара бизнес вәкилдәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм ижади һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Эшлекле майҙансыҡта креатив индустрия йүнәлешен үҫтереп районға инвестициялар йәлеп итеү һорауҙары ҡаралды. Байрамда урындағы ҡул оҫталары һәм шәхси эшҡыуарҙар тауарҙары күргәҙмәһе ойошторолдо.

Башҡортостанда һаңғырау балалар өсөн тәүге хәрби-патриотик лагерь асылды «Патриот» паркында үҙенсәлекле смена. Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған, йәки һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар өсөн тәүге тапҡыр хәрби-патриотик лагерь ойошторолдо. Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Архангел районы халҡы махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты Көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, маскирорвкалау селтәрҙәре һәм мототехниканы район халҡы, эшҡыуарҙар туплаған. Ылауҙы Архангел ирекмәндәре үҙҙәре үк алғы һыҙыҡҡа, Башҡортостан яугирҙары хеҙмәт иткән подразделениелар урынлашҡан ергә үк алып барып ҡуя.

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хәрби иҫәп мәғлүмәттәрен яңырта Повестка ла түгел, саҡырыу ҙа. Һуңғы арала «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы менән ҡулланыусылар хәрби иҫәптең берҙәм реестрына мәғлүмәт индереү тураһындағы хәбәрҙәр ала башланы. Ҡайһы берәүҙәр уны мобилизацияға саҡырыу тип имеш-мимеш тарата башланы. Борсолорға урын юҡ. Был процедура тупланған мәғлүмәтте электрон форматҡа күсереү сараһы.

Стәрлетамаҡта «Каустик»заводында торба шартлауҙан һуң бер кеше һәләк булған Был турала оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. башҡорт сода компанияһындағы шартлауҙан һуң дауаханаға эләккән бөтә пациенттарға ла компенмация түләнәсәк. Көн тәртибендә предприятиеларҙа хеҙмәтте һаҡлау, Йәйге Спартакиадаға әҙерлек һорауҙары ҡаралды.

БСК зыян күргәндәргә 3 миллион һумға тиклем түләйәсәк Башҡортостан сода компанияһы зыян күреүселәргә һаулыҡ торошона ҡарап 3 миллион һумға тиклем түләүҙәр хаҡында белдерҙе. Предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен дауалау һәм уларға ярҙам итеү өсөн бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Дауаханала кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн БСК йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған.

Башҡортостан ауылдарын газ менән тәьмин итеү программаһы дауам итә Флора һәм Мәүләит Зәйнешевтар Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылына үткәрелгән газ яғыулығына тоташтырылыусы тәүге йорт хужалары. Улар 67 йыл бергә йәшәй һәм биш ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә ҡыуаныслы ваҡиға менән уртаҡлашты.

Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы «Мең ерлеге-мең берлеге». Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы. Сараға ошо ырыуҙың билдәле шәхсетәре, ағинәйҙәр, башҡорт теленә, йолаларына һәм ғөрөф ғәҙәттәренә битараф булмаған замандаштар йыйылды.

Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына арналған мемориал комплекс барлыҡҡа килде Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар хөрмәтенә республикала беренсе мемориал комплекс барлыҡҡа килде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Еңеү паркында урынлаштырылған архитектур ҡоролманы асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында яңыртылғандан һуң асылған ҡала мәктәбен, спорт-һауыҡтырыу үҙәген дә барып ҡараны. Шулай уҡ «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Мәҙәни форум быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо.

Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр. Урындағы спорт һәм ял паркында йылдағыса ойошторолоп килгән «Бәлешфест» байрамы үтте. Быйыл да ул республиканың тиҫтәләгән районынан ҡунаҡтарҙы, милли -мәҙәни үҙәктәр вәкилдәрен ҡабул итте.

Толбазы оҫтаһы «Урал батыр» йылы өсөн ижад итте Балсыҡҡа йән өрөүсе. Башҡортостандың халыҡ кәсептәре оҫтаһы Зәки Исмәғил улы Нагаевтың балсыҡты ҡыҙҙырып башҡарған эштәре һоҡланғыс. Уның һуңғы эштәре «Урал батыр» эпосы йылына арнап башҡарылған. Башҡорт мифологияһына таянып эшләүсе Зәки Нагаевтың быуаттар серен һаҡлаған оҫтахана-музейында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йыл башынан Башҡортостандан Ҡытайға 13 мең тонна үҫемлек майы экспортҡа оҙатылған Республикала һығылған көнбағыш майы сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙалана, сөнки продукция сифат күрһәткестәре буйынса юғары баһалана. Шишмә һәм Көйөргәҙе райондарында етешетерлгән май фитосанитар талаптар буйынса тикшерелгәс кенә Ҡытайға оҙатыла.

Өфөнән алғы һыҙыҡҡа сираттағы хәрбиҙәр юлланды Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы майҙанынан отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-50-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙың күбеһе дүртенсе-бишенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған. Был ваҡытты улар башлыса ғаиләләре менән туған йортонда уҙғара. Яугирҙар яҡындарына йорт-баҡса эштәре менән ярҙам итеп, көс туплаған. Алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә хәрбиҙәр шәхси посылкалар алып китте.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала яны ауылдарында күләмле рейдтар уҙғара Ял көндәре тап ҡала ситендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп, ти инспекторҙар. Рейд барышында эскән килеш руль артына ултырыусылар һәм мототранспорт йөрөтөүсе үҫмерҙәргә айырыуса иғтибар бирелә. Ошондай рейдтарҙың береһе Нуғай, Жилин һәм Зинин ауылдарында үтте. Автоинспекторҙар квадроцикл менән идара итеүсе 17 йәшлек ҡыҙҙы туҡтатҡан. Тарснпорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған, ә ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҙур күләмдә штраф түләргә тура киләсәк.

Әбйәлил районында ҡурҡыныс ававрия теркәлде Дүрт кеше һәләк булған, тағы ла дүртәүһе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әбйәлил районында ҡурҡыныс ававрия теркәлде. Магнитогорск-Аэропорт юлында иртәнге сәғәт һигеҙҙәрҙә урында йәшәүсе 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙ идара иткән «Мазда» автомобиле менән Силәбе өлкәһе кешеһе-35 йәшлек ир йөрөткән Лада Приора бәрелешә. Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы водителенең һәм ике пассажирының урында уҡ ғүмере өҙөлә. Ладала водителдең ҡатыны һәләк була. Уның өс балаһы йәрәхәтләнеп дауаханаға оҙатыла.