uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 970
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-77 kun
-1930 kun
Postlar arxiv
Мәскәүҙең Коньковский быуаларында Һабантуй байрамы үтте Башҡорт балы, бауырһаҡ һәм халыҡ бейеүҙәре. Мәскәүҙең Коньковский быуаларында Һабантуй байрамы үтте. Баш ҡаланың көньяҡ-көнбайыш яғында йәшәүселәр күп милләтле Башҡортостандың мәҙәниәте һәм йолалары менән танышты. Байрамда ҡунаҡтарға милли костюмдар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар тәҡдим ителде. Шулай уҡ улар башҡорт балы, милли ризыҡтарынан да ауыҙ итте. «Алтын ай», «Бүләк», Аҡйондоҙ» кеүек һәм башҡа ижади коллективтарҙан торған бай концерт программаһы ла әҙерләнгәйне.

Башҡортостан делегацияһы Ҡырымда үткән «Таврида» форумында ҡатнашты Ҡырымдың «Таврида» арт-кластеры майҙансығындағы йәйге мәктәпте «Меганом» академияһы йыл һайын ойоштора. Быйыл ул 4 ай дауамында 9 йүнәлеш буйынса бара һәм илдең төрлө төбәктәренән 4 меңгә яҡын йәштәрҙе берләштерә. Ете көнлөк курстар теория һәм практиканы, оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала.

«Нәсихәт» мәсете йыйылған хәйер-саҙаҡаларҙы мөһим эшкә йүнәлтте Зыяратты төҙөкләндереү - бурыс. «Нәсихәт» мәсете йыйылған хәйер-саҙаҡаларҙы мөһим эшкә йүнәлтте. Баймаҡ ҡалаһындағы изге эш хаҡында киләһе сюжетта.

Константин Толкачев Пенза ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы парламентарийҙары советында ҡатнашты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Пенза ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы парламентарийҙары советында ҡатнашты. Көн тәртибендә төбәктәрҙә спорт өлкәһен үҫтереү һәм балалар ялы һорауҙары ҡаралды. Башҡортостанда 16 ҙур спорт объекты төҙөлөшө бара. Тиҙҙән был исемлеккә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище индерелергә тейеш. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урынды биләй.

Балтас районында шәхси йорттағы янғында өс баланың ғүмере өҙөлгән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, утты һүндергәндә 3, 9, 16 йәшлек малайҙарҙың кәүҙәләре табылған. Балаларҙың атаһы махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә, әсә һәм тағы ла бер 12 йәшлек бала өйҙә булмаған. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында ведомствоның оператив төркөмө эшләй.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле оҙатты Депутаттарҙан «Буханка». Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле оҙатты. Юғары үтемле техника 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итәсәк. Республика парламентарийҙары яугирҙарға, Донбасс халҡына ла даими ярҙам итә. Депутаттар даими рәүештә гуманитар ылау ҙа туплауҙа ҡатнаша. Техника оҙатыу ҙа тәүгә түгел. Өр яңы УАЗ «Буханка» яралыларҙы, хәрбикомплект һәм штурмға барыусыларҙы йөрөтөүҙә файҙаланыласаҡ.

Иң шәп һәүәҫкәр футболсыларҙы “Олотау йыйыны”на көтәләр Турнир июлдә Учалы районы Ҡотой ауылында була. Әле ҡатнашыусыларҙан ғ
Иң шәп һәүәҫкәр футболсыларҙы “Олотау йыйыны”на көтәләр Турнир июлдә Учалы районы Ҡотой ауылында була. Әле ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә. “Еңеү яулаған ир-егеттәр командаһына күсмә Кубок, 300 мең һум аҡса һәм башҡорт тоҡомло ат тапшырыла. Ҡатын-ҡыҙҙарға 100 мең һәм һыйыр бүләк итәбеҙ”, - ти турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе Илнур Солтанов. Турнирҙа футбол буйынса ярыштан тыш, кибер-спорт, милли ат сабышы, көрәш, уҡ атыу турниры үтә. Шулай уҡ башҡа уйындар уҙғарыла. Эстрада артистары ҡатнашлығында концерт ойошторола.

Өфөлә әсәйҙәргә арналған йыр клибы төшөрөлә Әсәйҙәр тураһындағы йырҙы Башҡортостан балалары һәм илдең башҡа ҡалаларында йәшәг
Өфөлә әсәйҙәргә арналған йыр клибы төшөрөлә Әсәйҙәр тураһындағы йырҙы Башҡортостан балалары һәм илдең башҡа ҡалаларында йәшәгән ҡыҙ һәм малайҙар башҡара. Унда әсәй һүҙе башҡорт, татар, рус, яҡут, сыуаш һәм тағы ла 15 телдә яңғырай. “Йыр матур яңғырашлы булһын өсөн бик күп белгестәр менән аралашырға, филогогтар менән фекер алышырға тура килде. Әсәйгә һөйөү хаҡындағы йырҙар бөтә халыҡтарҙа бар. Был бөйөк тема. Беҙ донъялағы иң ҡәҙерле кешегә бағышланған интернациналь гимн булдырабыҙ. Проектта танылған музыкант Заһир Зәйнетдинов ҡатнаша. Клиптың премьераһы Мәскәүҙә “Рәсәйҙең милли гүзәллеге” тигән фестиваль барышында тәҡдим ителә.

Беҙҙең хат ташыусы Рәсәйҙә иң яҡшыһы Ғафури районынан Зилә Романова ауыл почтальондары араһында уҙғарылған ил конкурсында еңд
Беҙҙең хат ташыусы Рәсәйҙә иң яҡшыһы Ғафури районынан Зилә Романова ауыл почтальондары араһында уҙғарылған ил конкурсында еңде. Уға 250 мең һум аҡса тапшырылды. Зилә Романова Родина ауылында 10 йылдан ашыу хат ташыусы булып эшләй. “Мин халыҡ менән аралашам, уларға ярҙам итәм. Кешеләрҙе яратһаң ғына яҡшы почтальон булыу мөмкин”, - тигән фекерҙә ул. “Ауыл почтальоны” Бөтә Рәсәй конкурсы финалы Мәскәүҙә үтте. Ярыш беренсе тапҡыр уҙғарылды.

«Урал батыр» эпосының күсермәһе Евразия визит үҙәгенә тапшырылды Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинкаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған. «Урал батыр» эпосы көнө тәүгә рәсми билдәләнгән көндә Күмертау ҡалаһында эпик ҡомартҡыны һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы эш башланы.

Сержанттар әҙерләүгә өҫтөнлөк: Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хәрби күнекмәләр үтә Сит күҙҙәрҙән алыҫ, хәрби бәйләнеш һыҙығына яҡын. Махсус хәрби операция барышында сержанттарға ихтыяж артҡан. Шуға ла офицерҙар һәм рядовойҙар араһында бәйләүсе звено әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге полигондарҙың береһендә буласаҡ сержанттар тактика, ут, инженер һәм хәрби медицина нигеҙҙәрен үҙләштерә.

Радий Хәбиров Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугиры Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Юғары награда яугирға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәтелгән ҡаһарманлығы өсөн тапшырылды.

Башҡортостанда капиталь ремонттар графикҡа ярашлы башҡарылырға тейеш Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында ойошторолған капиталь ремонтты билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барырға ҡушты. Федераль программа буйынса башҡарылған эштәр һәр муниципалитет контролендә булырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан яҙғы баҫыу эштәре тураһында доклад та тәҡдим ителде.

Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры урынбаҫары Игорь Карачин ҡатнашты.

Баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең спорт уйындары үтте Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 51 команда ҡатнашты. Дүрт йөҙгә яҡын спортсы йөүгереү, шашка, өҫтәл теннисы кеүек уйындарҙа үҙ- ара көслөләрҙе асыҡланы. Иң күп ҡатнашыусы йүгереү майҙанында. Ирҙәр мең метрлыҡ дистанцияла көс һынашһа, ҡатын-ҡыҙҙар 500 метр арауыҡҡа йүгерҙе.

Башҡорт бейеүенә дан: Өфөлә «Байыҡ» телевизион конкурсы гала-концерты үтте Республиканың төп сәхнәһендә-балалар. «Байыҡ» конкурсы башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыусыларҙы бер сәхнәгә йыйҙы. Өфөлә телеконкурстың гала-концертында 500-ҙән ашыу йәш бейеүсе майҙан тотто. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест» үтте Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест». Октябрь районында урынлашҡан «Башҡортостан» лайфстайл сауҙа үҙәге майҙанында диндарҙар башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Хәләлфест»уҙғарҙы.

Мөхәмәтша Буранғолов йыйған «Урал батыр» эпосы Шишмә районы музейында урын алды Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған.

Баймаҡта үҫмерҙәр өсөн 5 көнлөк хәрби йыйын үтте Барыһы ла устав буйынса һәм хәрбиҙәрсә. Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында, уның филиалдары-Бөрйән, Әбйәлил райондарында, Урғаҙа ауылында белем алыусы уҡыусылар өсөн 5 көнлөк хәрби йыйын ойошторолдо. Сарала 200-гә яҡын үҫмер ҡатнашты.

Башҡортостанда Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте Яугир-интернационалист, махсус хәрби операция ветераны, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте. Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов 1968 йылдың 1 ғинуарында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1987 йылдың майынан 1989 йылдың ғинуарына тиклем Афғанстан республикаһында хәрби бурысын үтәгән. Тимерйән Рәжәпов 2015 йылдан бирле Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам йыйыу һәм илтеүҙә әүҙем ҡатнашты.