БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 022
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
2 022
«Урал батыр» эпосының күсермәһе Евразия визит үҙәгенә тапшырылды
Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинкаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған. «Урал батыр» эпосы көнө тәүгә рәсми билдәләнгән көндә Күмертау ҡалаһында эпик ҡомартҡыны һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы эш башланы.
2 022
Сержанттар әҙерләүгә өҫтөнлөк: Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хәрби күнекмәләр үтә
Сит күҙҙәрҙән алыҫ, хәрби бәйләнеш һыҙығына яҡын. Махсус хәрби операция барышында сержанттарға ихтыяж артҡан. Шуға ла офицерҙар һәм рядовойҙар араһында бәйләүсе звено әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге полигондарҙың береһендә буласаҡ сержанттар тактика, ут, инженер һәм хәрби медицина нигеҙҙәрен үҙләштерә.
2 022
Радий Хәбиров Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугиры Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Юғары награда яугирға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәтелгән ҡаһарманлығы өсөн тапшырылды.
2 022
Башҡортостанда капиталь ремонттар графикҡа ярашлы башҡарылырға тейеш
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында ойошторолған капиталь ремонтты билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барырға ҡушты. Федераль программа буйынса башҡарылған эштәр һәр муниципалитет контролендә булырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан яҙғы баҫыу эштәре тураһында доклад та тәҡдим ителде.
2 022
Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте
Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры урынбаҫары Игорь Карачин ҡатнашты.
2 022
Баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең спорт уйындары үтте
Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 51 команда ҡатнашты. Дүрт йөҙгә яҡын спортсы йөүгереү, шашка, өҫтәл теннисы кеүек уйындарҙа үҙ- ара көслөләрҙе асыҡланы. Иң күп ҡатнашыусы йүгереү майҙанында. Ирҙәр мең метрлыҡ дистанцияла көс һынашһа, ҡатын-ҡыҙҙар 500 метр арауыҡҡа йүгерҙе.
2 022
Башҡорт бейеүенә дан: Өфөлә «Байыҡ» телевизион конкурсы гала-концерты үтте
Республиканың төп сәхнәһендә-балалар. «Байыҡ» конкурсы башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыусыларҙы бер сәхнәгә йыйҙы. Өфөлә телеконкурстың гала-концертында 500-ҙән ашыу йәш бейеүсе майҙан тотто. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 022
Өфөлә Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест» үтте
Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест». Октябрь районында урынлашҡан «Башҡортостан» лайфстайл сауҙа үҙәге майҙанында диндарҙар башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Хәләлфест»уҙғарҙы.
2 022
Мөхәмәтша Буранғолов йыйған «Урал батыр» эпосы Шишмә районы музейында урын алды
Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған.
2 022
Баймаҡта үҫмерҙәр өсөн 5 көнлөк хәрби йыйын үтте
Барыһы ла устав буйынса һәм хәрбиҙәрсә. Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында, уның филиалдары-Бөрйән, Әбйәлил райондарында, Урғаҙа ауылында белем алыусы уҡыусылар өсөн 5 көнлөк хәрби йыйын ойошторолдо. Сарала 200-гә яҡын үҫмер ҡатнашты.
2 022
Башҡортостанда Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте
Яугир-интернационалист, махсус хәрби операция ветераны, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте.
Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов 1968 йылдың 1 ғинуарында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1987 йылдың майынан 1989 йылдың ғинуарына тиклем Афғанстан республикаһында хәрби бурысын үтәгән. Тимерйән Рәжәпов 2015 йылдан бирле Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам йыйыу һәм илтеүҙә әүҙем ҡатнашты.
2 022
Шүлгәнташта туристар һаны сикләнә
Һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара совет эксперттары бында килеүселәр һанын тәүлегенә 1 мең 400-ҙән арттырмау кәрәклеге тураһында белдерҙе. Әле ял көндәрендә уртаса 1 мең 800 кеше килә. Шуға туристар һанын сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Шүлгәнташҡа айырыуса йәйге айҙарҙа килеүселәр күп була.
2 022
Өфө мәшғүллек үҙәгендә йәштәргә хәүефһеҙ эш эҙләү серҙәре өйрәтелә
Нисек намыҫһыҙ эш биреүселәр тоҙағына эләкмәҫкә. Ниндәй һөнәр һайларға һәм һалымдар ни өсөн кәрәк. Йәштәр был һорауҙарға яуапты баш ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә таба ала. Һөнәр йүнәлешен билдәләү осрашыуҙарында үҫмерҙәргә вакансиялар тәҡдим итеп кенә ҡалмайҙар. Эш эҙләүселәргә төрлө һорауҙар буйынса консультациялар ойошторола, табыусыларға иһә документтар тултырыу менән дә ярҙам итәләр. Һөҙөмтәлә хеҙмәт урыны табыу мөмкин тиклем тиҙ һәм хәүефһеҙ үтә.
2 022
Башҡортостанда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы башланды
Унда ҡатнашыусылар быйыл Күмертауҙа йыйылды. Конкурс 27-се тапҡыр уҙғарыла. Ул 2023 йылдан төбәк-ара статусҡа эйә. Еңеүселәр иртәгә иғлан ителә. Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды. Ул йыл һайын 8 июндә билдәләнә.
2 022
Һөжүмсе Нэйтан Тодд "Салауат Юлаев" өсөн уйнамай
Был турала клубтың рәсми сайтында хәбәр ителә. Хоккейсы Өфө командаһы составына уҙған миҙгелдә ҡушылды. Даими беренселектә 68 осрашыуҙа 14 шайба индерҙе 38 һөҙөмтәле пас бирҙе. Плей-офта 4 уйында ҡатнашты. Уның иҫәбендә ике шайба һәм 3 һөҙөмтәле пас.
2 022
Яңы уйынсыҡтар
«Әйҙә, уйнарға» фестивалендә Сибай сәнғәт мәктәбенең креатив индустриялар мәктәбе етәксеһе Резеда Яхина балалар өсөн яңы уйынсыҡтар һәм башватҡыстар тәҡдим итте.
Шулай уҡ БСТ каналының күсмә студияһына ысын Ҡыш бабай килде. Ул уйынсыҡтарҙың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257852
2 022
Башҡортостанда был эш аҙнаһы ла ҡыҫҡа була
Ул өс көн дауам итә. 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Шулай уҡ 8 март, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы шәмбегә тура килде, ул ял 13 июнгә күсерелде. Башҡортостанда үткән аҙнала Ҡорбан байрамы уңайынан өс көнлөк ял булды.
2 022
Белорет-Учалы-Миәс юлында ремонт башланды
Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Быйыл трассаның 11 километрын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. Әле Учалы районында 4 километрҙа ремонт бара. Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 280 километр юл төҙөкләндереү планлаштырыла.
2 022
«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең икенсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев.
https://vk.com/video-85076499_456257851
2 022
«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивалендә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта эшҡыуар, һөнәрсе Арыҫлан Бикбаев.
БСТ күсмә студияһының икенсе ҡунағы "Атайсал" мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира.
https://vk.com/video-85076499_456257850
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
