БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish2 027
Obunachilar
-124 soatlar
-27 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
2 027
Башҡортостанда социаль хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса прокуратура эше көсәйә
Прокуратура һәм власть органдарының берҙәм эш һөҙөмтәһе: һуңғы өс йылда Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 880 миллион һумдан 134 миллион һумға тиклем ҡырҡа кәмегән. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта билдәләне. Енәйәтселек, коррупция, экстремизмға ҡаршы көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Былтыр прокурорҙар ярҙамы менән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, экология һәм башҡа өлкәләрҙәге 90 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы туҡтатылған.
2 027
Баймаҡта традицион уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы
Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы. Ярыш тәүгә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы призына ойошторолдо. Тулыраҡ,киләһе яҙмала.
2 027
«Салауат Юлаев» хоккейсылары 5-се уйын рәттән еңеү яуланы
«Салауат Юлаев» хоккейсылары 5-се уйын рәттән еңеү яуланы, ә Шелдон Ремпал рәттән 11-се матчта мәрәй йыйҙы. Был уңыш Башҡортостан командаһына быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр 6-сы баҫҡысҡа күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Юлаевсылар һуңғы осрашыуҙы Тольяттиҙа урындағы «Лада» менән үткәрҙе.
2 027
Башҡортостандың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән
Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан.
2 027
Өфөлә иҫерек ир шаурма һатыусыға ташланған
Күңелһеҙ осраҡ Менделеев урамында урынлашҡан шаурма һатыу нөктәһендә теркәлгән. Эскән ир шаурма тәмһеҙ тигән дәғүә менән һатыусыға ҡул күтәргән. Зыян күргән һатыусы полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған. Тәртип боҙоусы ғәфү үтенмәгән, ғәйебен дә танымаған. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.
2 027
Учалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет- Учалы-Мейәс юлында «Киа Соренто» менән «Хово» йөк машинаһы бәрелешкән.. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобилдең 45 йәшлек водителе авария урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
2 027
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһының беренсе ултырышы 22 ғинуарҙа үтә
Парламент рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә уҙған бөгөнгө президиум ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Ултырыш Башҡортостандағы төҙөлөш комплексы торошо һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналған хөкүмәт сәғәте менән башланасаҡ.
2 027
Красный Луч ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡыусылары өсөнсө сиректе тыуған стеналары артында башланы
Был Башҡортостан шефлыҡҡа алынған биләмәләге тағы бер объект. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, белем усағы ҡалала иң боронғоһо. 2022 йылда артиллерия һөжүме ваҡытында ул ныҡ зыян күрә, уҡыуҙар туҡтатыла. Төҙөүселәр эште бер нисә этапҡа бүлде. Ҡыйыҡ, инеү төркөмө тулыһынса ремонтлана, тәҙрәләр, тышҡы һәм эске инженер селтәрҙәр, коммуникациялар алмаштырыла, яңы ҡаҙанлыҡ ҡуйыла.
2 027
Башҡортостанда ҡырағай хайуан һәм ҡоштар иҫәбен алалар
Күләмле эш башланды. Ул 15 мартҡа тиклем дауам итә. Мониторинг барышында хайуандарҙың ҡышҡы һуҡмаҡтары өйрәнелә. Мышы, себер ҡоралайы, болан, ҡабан, бүре, һеләүһен, төлкө, тейен, ҡуян, ҡор, һуйыр, һыуһар, сел һәм башҡа йәнлек-ҡоштарҙың эҙҙәре теркәлә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алынған мәғлүмәттәр һунар өсөн рөхсәт ҡағыҙҙарын билдәләгәндә иҫәпкә алына.
2 027
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында дзюдо буйынса турнир үтте
Ярыш район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ойошторолдо. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Руслан Фәттәхов һәм башҡа яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Дзюдо буйынса көслөләрҙе асыҡлау бер нисә йәш категорияһында барҙы.
2 027
Православие динен тотоусылар Крещение байрамына әҙерләнә
Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн 99 мәке йыһазландырылған. Байрам алдынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре боҙҙоң ҡалынлығын, ә водолаздар сумыу урындарының хәүефһеҙ булыуын тикшерҙе. Йола атҡарыу урындарында полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар эшләйәсәк.
2 027
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды. Сара уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 027
Бәләбәйҙә «Автонормаль» заводы импортты алмаштырыусы яңы производство асты
Бәләбәй ҡалаһының «Автонормаль» заводында алдынғы технологиялар ҡулланып импортты алмаштырыусы яңы производство эшләй башланы. Көнбайыш илдәренән Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар режимына ҡарамаҫтан, урындағы предприятие етештереүсәнлек күләмен күтәргән.
2 027
Башҡортостанда файҙаланыу ваҡыты срогы сыҡҡан бөтә иҫке лифттар яңыртылған
Был турала капиталь ремонт буйынса Төбәк операторы етәксеһе хәбәр итте. Республика иҫке лифттарҙы яңыртыу буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегендә. Һуңғы өс йылда төбәктә биш меңгә яҡын лифт төҙөкләндерелгән. Ремонт талап ителгән 623 лифт былтыр тәртипкә килтерелгән. Быйыл файҙаланыу ваҡыты тамамланыуға яҡынлашҡан тағы ла 433 лифт яңыртыласаҡ.
2 027
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Әле биләмәлә монолит һәм ер эштәре алып барыла. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан өс миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған. Объект төҙөлөшө 2027 йыл аҙағында тамамлана. Башҡортостанда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш тураһында киләһе материалда.
2 027
Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә
Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. 2025 йылдың октябренән Рәсәйҙә пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә саҡырыу үткәрелә. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
2 027
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына һәм ғаиләләренә ярҙам дауам итә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлек күреү Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып ҡала. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Һәм уларға ҡарата мөнсәбәт тә яҡшы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2025 йыл тамамланыуға ҡарамаҫтан, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек дауам итә.
2 027
Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә
Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә. Был юлы «Йыл танылыуы» тип исемләнгән конкурста 23 номинация буйынса иң-иңдәр асыҡланды.
2 027
Башҡортостандың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән
Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан. Яңы программа «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә булдырылған.
2 027
Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә
Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның оператив кәңәшмәһендә дауаханаларҙа ашатыуға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
