БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish1 984
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-17 kun
-1430 kun
Postlar arxiv
1 984
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында дзюдо буйынса турнир үтте
Ярыш район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ойошторолдо. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Руслан Фәттәхов һәм башҡа яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Дзюдо буйынса көслөләрҙе асыҡлау бер нисә йәш категорияһында барҙы.
1 984
Православие динен тотоусылар Крещение байрамына әҙерләнә
Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн 99 мәке йыһазландырылған. Байрам алдынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре боҙҙоң ҡалынлығын, ә водолаздар сумыу урындарының хәүефһеҙ булыуын тикшерҙе. Йола атҡарыу урындарында полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар эшләйәсәк.
1 984
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды. Сара уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 984
Бәләбәйҙә «Автонормаль» заводы импортты алмаштырыусы яңы производство асты
Бәләбәй ҡалаһының «Автонормаль» заводында алдынғы технологиялар ҡулланып импортты алмаштырыусы яңы производство эшләй башланы. Көнбайыш илдәренән Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар режимына ҡарамаҫтан, урындағы предприятие етештереүсәнлек күләмен күтәргән.
1 984
Башҡортостанда файҙаланыу ваҡыты срогы сыҡҡан бөтә иҫке лифттар яңыртылған
Был турала капиталь ремонт буйынса Төбәк операторы етәксеһе хәбәр итте. Республика иҫке лифттарҙы яңыртыу буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегендә. Һуңғы өс йылда төбәктә биш меңгә яҡын лифт төҙөкләндерелгән. Ремонт талап ителгән 623 лифт былтыр тәртипкә килтерелгән. Быйыл файҙаланыу ваҡыты тамамланыуға яҡынлашҡан тағы ла 433 лифт яңыртыласаҡ.
1 984
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Әле биләмәлә монолит һәм ер эштәре алып барыла. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан өс миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған. Объект төҙөлөшө 2027 йыл аҙағында тамамлана. Башҡортостанда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш тураһында киләһе материалда.
1 984
Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә
Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. 2025 йылдың октябренән Рәсәйҙә пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә саҡырыу үткәрелә. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
1 984
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына һәм ғаиләләренә ярҙам дауам итә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлек күреү Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып ҡала. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Һәм уларға ҡарата мөнсәбәт тә яҡшы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2025 йыл тамамланыуға ҡарамаҫтан, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек дауам итә.
1 984
Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә
Иглин районында икенсе йыл рәттән һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә. Был юлы «Йыл танылыуы» тип исемләнгән конкурста 23 номинация буйынса иң-иңдәр асыҡланды.
1 984
Башҡортостандың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән
Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан. Яңы программа «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә булдырылған.
1 984
Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә
Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның оператив кәңәшмәһендә дауаханаларҙа ашатыуға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
1 984
Башҡортостанда һунарсылар йылҡы атып алған
Әбйәлил районында полиция ҡараҡтарҙы тотҡан. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса 52 һәм 43 йәшлек ике ир һунарға сыҡҡан, әммә сәфәр уңышлы булмаған. Улар ат өйөрөн күреп ҡалған, береһен атып йыҡҡандар. Унан һуң , итте бүлешеп санаға тейәп алып ҡайтҡандар. Бур-һунарсылар ғәйебен таныған, был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
1 984
Башҡортостанда ҡотороу сире асыҡланды
Күгәрсен районының Мәҡсүт һәм Стәрлетамаҡ районының Первомайский ауылдарында карантин индерелде. Республика башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған. Сикләү ваҡытында биләмәгә мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Ауылдарҙа вакцинация уҙғарыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты сир сәбәптәрен асыҡлай, уның таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрә.
1 984
Милли проекттар үтәләшенә 38 миллиард 700 миллион һум бүлеү планлаштырыла
Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, беҙҙең республикала быйыл 32 проектты финанслау ҡаралған. Аҡсаның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Милли проекттар республика халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Финанстың ҙур өлөшө "Тормош өсөн инфраструктура", "Йәштәр һәм балалар", "Ғаилә" проекттарын ғәмәлгә ашырыуға тотонола.
1 984
Өфөлә Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды
Бөгөн Өфөлә арҙаҡлы ғалимә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала күренекле шәхестең коллегалары, яҡындары, туғандары ҡатнашты. Улар Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙәге өлөшөн, төрки донъяла халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыуын, тотош быуын ғалимдар тәрбиәләүен иҫкә алды. Фирҙәүес Хисамитдинова үҙе беҙҙең аранан китһә лә уның эштәрен уҡыусылары дауам итә.
1 984
1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сәксәк етештереү талаптары көсәйтелә
Киң таралған татлы ризыҡты бешереү, һатыуға сығарыу өсөн дәүләт стандарттары үтәлергә тейеш. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы сәксәктең составы, шәрбәт шыйыҡсаһы, ҙурлығы, продукцияны һаҡлау ваҡыты, маркировкалау документы сәксәктең сифатын күҙәтергә ярҙам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 984
БДАУ лабораторияларында аҙыҡ-түлек технологиялары камиллаштырыла
Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты лаборатоиряларында студенттар һәм аспиранттар яңы технологиялар ярҙамында тәжрибәләр үткәрә, патент яҡлай. Киләсәктә улар технолог булараҡ производство һәм агросәнәғәт предприятеларына етәкселек итәсәк. Илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
1 984
Өфөлә төбәк һәм муниципаль баҫма журналистарын бүләкләнде
Тормош өсөн мөһим өлкәләрҙе яҡтыртҡан өсөн. Өфөлә төбәк һәм муниципаль баҫма журналистарын бүләкләнде. Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолған тантанаға гәзит-журналдар, электрон баҫмалар, радио һәм телевидение вәкилдәре йыйылды. Коллегаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары, атап әйткәндә, абруйлы федераль конкурстарҙағы ҙур еңеүҙәре билдәләнде. Башҡортостан юлдаш телеканалы ла лидерлыҡ позицияһын биләй, ул бөтә төбәк каналдары араһында тамашасыларҙы йәлеп итеү буйынса иң яҡшыһы тип танылды.
1 984
Телеүҙәктә Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса комитетының ултырышы уҙҙы
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышы күсмә форматта, Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалында үтте.
1 984
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларын һайлап алыу конкурсы үтә
Яңы законға ярашлы, сираттағы саҡырылыш 45 кешегә тиклем арттырыла, ә уларҙың вәкәләттәре 5 йылға тиклем оҙайтыла. Конкурсҡа бөтәһе 6 тиҫтәгә яҡын ғариза килгән, уның һөҙөмтәләре буйынса иң лайыҡлылар йәштәр парламентына үтә. Кандидаттар иҫәбендә уҡытыусылар, йәш ғалимдар, журналистар, спортсылар һәм эшҡыуарҙар бар. Улар өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса закон проекттарын әҙерләне һәм эксперт жюриһына тәҡдим итте.
