uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 969
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kun
-1630 kun
Postlar arxiv
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышында ошо тема ҡаралды. - 2025 йылдан
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышында ошо тема ҡаралды. - 2025 йылдан һыу объекттарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Быйыл йылға-күл буйҙарында 200-ҙән ашыу ял урыны булдырыу планлаштырыла, - тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов.

«Лёньканы ҡотҡарығыҙ!» драмаһы Өфө тамашасыһын әсир итте Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына премьера әҙерләгән. Мәликә Икрамованың пьесаһын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Спектакль ваҡиғалары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡамауҙа ҡалған Ленинградта бара.

Республика геронтология үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы Еңеү һалдаттарына хәтер мәңгелек. Республика геронтология үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр алдында Ауырғазы районы мәҙәниәт йорто артистары сығыш яһаны. Сәхнәлә һуғыш осоронда ижад ителгән фронт йырҙары яңғыраны.

Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде Өфө йүкәләре тағы ла 40 төпкә артты. Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде. Республиканың халыҡтар дуҫлығы йорто башланғысы менән ҡала баҡсаһында 80 төп үҫенте ултыртылды.

Башҡортостан Ташкентта туризм һәм сәнәғәт буйынса хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөнө Ташҡент ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан делегацияһы төбәктең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Үзбәкстандың шәхси туристик ойошмалар ассоциацияһы тарафынан хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Осрашыуҙа төбәктә инвесторҙар өсөн эш шарттарына баҫым яһалды.

Башҡортостанда Янғын һағы көнөндә ҡотҡарыусыларға яңы техника тапшырылды 30 апрель - Рәсәйҙә яңғын һағы көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы республиканың янғын һүндереү частарына махсус техника тапшырҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыу айырым контролдә тотола. Сөнки был тәьминәткә халыҡтың именлеге, тыныслығы бәйле.

Өфөлә Фидан Ғафаров менән хушлаштылар «Ғүмер ағыштары» туҡтаны. Республика йәмәғәтселеге Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Ғафаровты һуңғы юлға оҙатты. Башҡорт драма театрына актер менән бәхилләшеүгә меңдәрсә кеше килде. Яҙма милли театр сәнғәтендә йондоҙ булып балҡып, халыҡтың оло һөйөүен яулаған шәхестең мәңгелек ижадына оло ихтирам менән әҙерләнде.

Ярославлдә Континенталь хоккей лигаһы плей-офф уйындарының ярымфинал шәлкеме дауам итә Бөгөн «Салауат Юлаев» менән «Локомотив» командалары икенсегә осраша. Тәүге уйынды юлаевсылар 3-1 иҫәбе менән еңгәйне. Был уйында голкипер Семён Вязовой ике һөҙөмтәле тапшырыу менән тарихи ҡаҙанышҡа иреште. Әлегә Нэйтан Тодд менән Джошуа Ливоның матчта ҡатнашыу-ҡатнашмауы билдәһеҙ. Хоккей матчының тура трансляцияһын бөгөн БСТ каналында төнгә сәғәт 10-сы 20 минутта ҡарағыҙ.

Өфөгә Еңеү паровозы килде Бөгөн Өфөгә Еңеү паровозы килде. Хәрби техника, реконструкторҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт. Куйбышев тимер юлдары проекты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Раритет техника менән танышырға өфөләр ғаиләләре менән килде. Улар араһында Т-34-76 легендар танкы, Икенсе донъя һуғышын ғына түгел, беренсеһен дә үткән артиллерия орудиелары ла бар. Платформаларҙың береһен Советтар Союзы ленд-лиз буйынса алған амфибия транспорт сараһы биләй. Был машина ауыр яуҙар аша үткән. Иң ҡыҙығы - составты 40-сы йылдарҙа сығарыла башлаған «Лебедянка» паровозы башлай.

Башҡортостан халҡы "Үлемһеҙ полк"ка ҡушыла Акция 14-се тапҡыр уҙғарыла. Быйыл Өфөлә генә 200 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә
Башҡортостан халҡы "Үлемһеҙ полк"ка ҡушыла Акция 14-се тапҡыр уҙғарыла. Быйыл Өфөлә генә 200 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә. 9 майҙа акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының фотоһүрәттәре менән Октябрь проспектынан үтә, тип хәбәр итә "Башинформ".

Шаран районында йәшәүселәр махсус хәрби операция биләмәһенә 28-cе гуманитар ылау оҙатты Хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр көсө менән хәрбиҙәргә йөҙҙән ашыу посылка тупланған. Квадрокоптер, тепловизор, биноклдәр, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, окоп шәмдәре лә ебәрелә. Шулай уҡ йөк составында шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, медицина кәрәк-яраҡтары ла бар. Алғы һыҙыҡҡа тиклем гуманитар ылауҙы урындағы хакимиәт етәкселеге оҙатып барасаҡ.

Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операцияға юлланды Ғәҙәттәгесә, хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы « Өфө-Арена «майҙанында үтте. Һалдаттар ваҡытын өйҙә, туғандары һәм яҡындары менән үткәргән, тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Күптәре хатта «Батырлыҡ дәрестәрендә» ҡатнашып, уҡыусылар менән аралашырға өлгөргән. Рухи көс, яңы көс туплаған яугирҙар дәүләт бурысын үтәүгә әҙер. Республиканың Хәрби комиссары урынбаҫары Дмитрий Литвяков хәрбиҙәргә изге теләктәрен белдерҙе.

Башҡортостанда йыл һайын ҡырҡылған ағастар урынына йәш үҫентеләр ултыртыла Былтыр ғына 16 мең гектар майҙанда урман тергеҙелгән. Быйыл да ағас ошо уҡ күләмдә ултыртылыр тип көтөлә. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙыуынса, һуңғы 6 йылда төбәк тәбиғәте 160 миллион төп үҫентеһенә байытылған. Ағас ултыртыуға урман хужалыҡтары һәм участкаларҙы ҡуртымға алыусылар йәлеп ителгән. Һәм, әлбиттә, халҡыбыҙ - «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияларында ҡатнашыусыларға айырым рәхмәт. Республика буйлап йөрөгәндә дөйөм эш һөҙөмтәләре асыҡ күренә. Элек бушлыҡ булған урындарҙа хәҙер яңы ағастар үҫә. Башҡортостан һәр ваҡыт урманға бай булды, һәм был байлыҡты киләсәк быуындар өсөн бергәләп һаҡларға тейешбеҙ, тип яҙған республика башлығы.

Өфөлә Фидан Ғафаров менән хушлаштылар Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың улы Азаматҡа атаһының «Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшырҙы. Бүләкләү тураһындағы Указ артист иҫән саҡта уҡ ҡабул ителгән булған. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында бөгөн легендар сәхнә оҫтаһы менән хушлашыу үтте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Фидан Сафа улы бик күп юғары исем, наградаларға лайыҡ шәхес ине.

Башҡортостанда "Еңеү фотоһүрәте" тигән акция башланды Уға Премьер-министр Андрей Назаров старт бирҙе. Акцияла ҡатнашыу өсөн ғ
Башҡортостанда "Еңеү фотоһүрәте" тигән акция башланды Уға Премьер-министр Андрей Назаров старт бирҙе. Акцияла ҡатнашыу өсөн ғаилә архивынан фотоһүрәт һайларға, герой тураһында мәғлүмәттәр яҙып социаль селтәрҙә урынлаштырырға кәрәк. - 9 май, Еңеү көнөндә, Башҡортостанда геройҙар тураһында тере хәтер һаҡланыуын күрәсәкбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Республиканың 42 районында яҙғы сәсеү башланды Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 86 мең гектар сәселгән
Республиканың 42 районында яҙғы сәсеү башланды Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 86 мең гектар сәселгән, был - пландың 7 проценты. Әле башлыса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселә. Шулай уҡ 4 районда шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарына төшкәндәр. Быйыл татлы тамыр өсөн 46 мең гектар ҡаралған.

Был аҙнанан Башҡортостан урмандарында махсус режим көсөнә инде Республика хөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе бар. Урман хужалы
Был аҙнанан Башҡортостан урмандарында махсус режим көсөнә инде Республика хөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе бар. Урман хужалығы министрлығынан биләмәләрҙә патруль эшен ойошторорға, хәүефһеҙлек тәьмин итер ҡушылды. Урмандарҙа усаҡ яғыу, урманған яҡын урындарҙа сүп-сар яндырыу тыйылды. Янғын хәүефе ҙур булғанда урмандарға инеү сикләнә. Үтә ҡатмарлы осраҡтарҙа муниципаль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелеүе мөмкин.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығыта Беҙҙең республика делегацияһы был көндәрҙә эш сәфәре
Башҡортостан һәм Үзбәкстан ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығыта Беҙҙең республика делегацияһы был көндәрҙә эш сәфәре менән Ташкент ҡалаһында. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Үзбәкстан Ауыл хужалығы министры Иброхим Абдурохманов менән осрашты, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Өфө һәм Ташкент араһында агросәнәғәт продукцияһы әйләнеше 24 мең тоннаға еткән. Осрашыуҙа ҡошсолоҡ, һөт проудкцияһын эшкәртеү, малсылыҡ һәм умартасылыҡта хеҙмәттәшлек нығытыу мөмкнилектәре ҡаралды.

Радий Хәбиров ағас ултырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан халыҡҡа рәхмәт белдерҙе Уның әйтеүенсә, ҡырҡылған урман урынына йәш үҫентеләр кү
Радий Хәбиров ағас ултырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан халыҡҡа рәхмәт белдерҙе Уның әйтеүенсә, ҡырҡылған урман урынына йәш үҫентеләр күберәк ултыртылыуы мөмкин. - 2024 йылда 16 мең гектарҙа урман тергеҙелде. Быйылға ла шундай күләм планлаштырылған. Башҡортостан һәр ваҡыт урманға бай төбәк булды, ошо байлыҡты һаҡларға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды. Уҙған шәмбе 5 мең ярымдан ашыу ағас һәм 100 мең ҡыуаҡ ултыртылды. Был сараларҙа 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

"Динамо-Урал" волейбол командаһы Көрәш һарайында сығыш яһаясаҡ Был турала хөкүмәттә белдерелде. Республика Башлығы әйтеүенсә,
"Динамо-Урал" волейбол командаһы Көрәш һарайында сығыш яһаясаҡ Был турала хөкүмәттә белдерелде. Республика Башлығы әйтеүенсә, Көрәш һарайы күберәк тамашасы һыйҙыра. Волейбол командаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, Рәсәйҙә иң көслөләр рәтендә, - тине ул. Әле "Динамо-Урал" Өфөлә "Динамо" спорт комплексында сығыш яһай.