БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish2 021
Obunachilar
-124 soatlar
-27 kunlar
-930 kunlar
Postlar arxiv
2 021
Рима Баталова мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн спорт мөмкинлектәрен киңәйтә
Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» һәм Президенты гранттары фондынан коррекция мәктәптәренә социаль ярҙам. «Спорт һәр кемгә асыҡ» йәмәғәт башланғысы проекты мөмкинлектәре сикләнгән балаларға физкультура дәрестәрен төрләндереү өсөн спорт секцияларын ойоштороуға ярҙам йөҙөнән йыһаздар тапшырҙы.
2 021
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның концерты үтте
Тыңлаусыларҙы үҙенең ҡабатланмаҫ моңо менән ҡыуандырған йырсы ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Әлфиә Юлсуринаның репертуары жанрҙар байлығы һәм төрлөлөгө менән айырыла. Башҡорт музыкаһы мэтры, композитор Салауат Низаметдиновтың әҫәрҙәре йырсының һоҡланғыс талантын яңы кимәлгә күтәрҙе, ижад сиктәрен киңәйтте. Данлыҡлы композитор яҙған йырҙарҙы Әлфиә Юлсурина тамашасыларға юғары профессиональ кимәлдә сағыу образдар аша еткерә. Юбилей концертында репертуарҙағы алтын хиттар, эстрада әҫәрҙәре, шулай уҡ быға тиклем ишетелмгән йырҙар яңғыраны.
2 021
Әбйәлил районында «Йорт идарасыһы» форумы үтте
Сарала күп ҡатлы йорттары булған ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, фатир хужалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Әбйәлил районында 100-гә яҡын күп ҡатлы йорт иҫәпләнә. Былтыр фатир хужаларынан йыйылған иғәнәләр иҫәбенә район үҙәгендә күп ҡатлы ике торлаҡтың ҡыйыҡтары алмаштырылған, биләмәләр төҙөкләндерелгән. Форумда башҡарылған эштәрҙең сифаты, алда торған бурыстар ҡаралды
2 021
Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы
Ауыр юғалтыу. Легендар шәхес, миллиондарҙың һөйөүен яулаған Фидан Ғафаров арабыҙҙан китте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе Ҡабатланмаҫ талантлы актер менән хушлашыу иртәгә Башҡорт дәүләт академия театрында сәғәт унда була. Башҡорт сәнғәте легендаһы тураһында китләһе яҙмала.
2 021
Өфөнән рапирасы Адэлина Бикбулатова Рәсәй чемпионы булды
Баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса ил беренселеге үтте. Финалда Адэлина Бикбулатова Курск ҡалаһынан килгән спортсы Полина Козаеванан көслөрәк булып сыҡты. Осрашыу 15-кә 3 иҫәбенә тамамланды. Ярышта Рәсәй төбәктәренән 650-нән ашыу атлет ҡатнашты. Башҡортостан исеменән 68 спортсы сығыш яһаны. Чемпионатта шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре көс һынашты.
2 021
Һуңғы тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 20 миллион һум күсергән
Зыян күреүселәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына 38 ғариза тапшырған. Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан ошо турала белдерәләр. Белгестәр таныш булмаған кешеләр менән телефон аша аралашмаҫҡа, шәхси мәғлүмәттәрҙе таратмаҫҡа кәңәш итә. Мутлашыусылар күп осраҡта кешеләрҙе кредит юлларға мәжбүр итә. Илдә һәр кем банктан кредит алыуға сикләү ҡуя ала. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләргә була. Берҙәм кредит бюроһынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 300 мең самаһы кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған.
2 021
Республиканың иң оҫта тынлы оркестрҙары “Еңеү Салютында” сығыш яһай
Плац-концерт 30 апрелдә “Башҡортостан” концерт залы алдындағы майҙанда була. Унда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү Салюты” фестивале еңеүселәре иғлан ителә. Сарала ҡала һәм райондарҙан балалар коллективтары, профессиональ һәм хәрби оркестрҙар сығыш яһай.
2 021
Башҡортостан Бөтә Рәсәй туристик ҡалалар форумында еңеү яуланы
Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко ошо турала белдерҙе. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ төбәктәре” һәм “Туристик ҡалалар” премияларын тапшыру финалы Воронежда үтте. Унда 40-тан ашыу республика һәм өлкә вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең республикаға бер нисә номинация буйынса 13 награда тапшырылған. Башҡортостан “Туристарға сувенир продукцияһы төбәге” номинацияһында Гран-при бирелгән. Өфө “Креатив туризм ҡалаһы” номинацияһында юғары бүләккә лайыҡ булған. Бөрөгә “Ваҡиғалы туризм ҡалаһы” номинацияһында гран-при тапшырылған.
2 021
Рәсәйҙә ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды
Ул өс көнлөк була. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы май байрамдарына аңлатма бирҙе. 1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май Еңеү көнө булараҡ ял һәм байрам көндәре иҫәпләнә. Рәсәй хөкүмәте ҡарары буйынса 4 ғинуарҙағы ял 2 майға, 23 февралдәгеһе 8 майға күсерелде. Ил халҡы 1 майҙан 4-енә, 8 майҙан 11-енә тиклем ял итә. 30 апрелдә хеҙмәт көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
2 021
+3
Ауыр юғалтыу
Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы, тип хәбәр итә республика Башлығы Радий Хәбиров.
2 021
Өфөлә республиканың иң яҡшы ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры билдәләнде
Ике этапта үткән конкурста 1083 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты. Улар тест һорауҙарына яуап бирҙе, практик белемдәрен һынаны. Баһалама ағзалары тарафынан уларҙың тик бишәүһе һайлап алынды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
«Беренсе проект» дүрт тиҫтәнән ашыу мәктәп командаһын бергә йыйҙы
Уҡыусыларҙың форумы Хәйбула районы үҙәгендәге күп профилле полилингваль мәктәптә уҙҙы. «Беренсе проект» тың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың башланғысын тормошҡа ашырыу тора. Ул былтыр Хәйбулла ерлегендә башланған. Проекттың авторҙары- Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов һәм ошо район егете, эшҡыуар Виталий Даһиров.
2 021
Өфөлә Яҙыусылар аллеяһы барлыҡҡа килде
Бөгөн әҙиптәр Яҙыусылар союзы бинаһы эргәһендә 15 йүкә ағасы ултыртты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге тарафынан әҙиптәргә ныҡлы иғтибар бирелә.
2 021
Тәтешле халҡы Өфөлә Тәтешле урамын йәшелләндерҙе
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә республиканың иң төньяҡ районында йәшәүселәр Шаҡша биҫтәһендә ағастар ултыртты. Мөһим ваҡиға бер юлы ике датаға: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 һәм Тәтешле районының 90 йыллығына арналды. Экологик өмә Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте ярҙамында Тәтешле яҡташтар ойошмаһы менән берлектә ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
Түбәнге Аллағыуатта фронтовиктарға бағышланған яңы гранит стела асылды
Геройҙарҙың исемдәре ҡара гранитта мәңгеләштерелде, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәр яҡташ хөрмәтенә ағас ултыртылды. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында Ватанды фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған фронтовиктарға стела асылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 148-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте
Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте.
2 021
Башҡортостанда Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант халыҡты берләштерҙе
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сараның мөһимлеген билдәләне. Тел мәҙәниәтен күтәреүгә, туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә.
2 021
Ишембай районында Кәлимосҡан ҡаяһы эргәһе тәртипкә килтереләсәк
Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет, һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәббәтенә үпкәләп, ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан барлыҡҡа килгән. Бындағы таштар яҡынса 350 миллион йылдар элек боронғо диңгеҙ төбө булған түбәнге карбон ултырмаларынан хасил булған. Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителгән.
2 021
Өфөлә һыу инеү миҙгеле алдынан ҡотҡарыусылар командаһы туплана
Улар пляждарҙа эшләйәсәк, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Өфөлә ҡомлоҡтар ғәҙәттә 1 июндән асыла. Рәсми пляждарҙа мотлаҡ рәүештә ҡотҡарыусылар дежур итә.
2 021
❗️ Международный диктант по башкирскому языку: прямой эфир!
В Башкортостане 26 апреля в 11:00 стартует масштабная акция, направленная на популяризацию и сохранение родного языка.
Все желающие смогут проверить свои знания в прямом эфире телеканала БСТ!
Традиционно для диктанта готовятся три текста для разных уровней знания языка:
✅ Начальный уровень владения башкирским языком
✅ Уровень свободного владения башкирским языком
✅ Текст на северо-западном диалекте башкирского языка
Смотреть прямой эфир тут: https://vkvideo.ru/video-27097047_456289458
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
