uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 964
Obunachilar
+124 soatlar
-47 kun
-1830 kun
Postlar arxiv
🎥БСТ журналистарының МХО биләмәһендәге эш сәфәре дауам итә «Яңылыҡтар» хеҙмәте тележурналистары Айнур Кәбиров һәм Азат Саҙрыев алғы һыҙыҡтан репортаждар әҙерләй. Бөгөн эфирҙа — «Башҡортостан» полкы танкистарының эше хаҡында сюжет.

Республикала ҡаҙ өмәләре башланды Ер туңып, тәүге ҡар яуыу менән ауыл халҡы, йола буйынса, үҫтергән ҡош-ҡортонан ит әҙерләй, үҙҙәренән артҡанын ҡала баҙарында тәҡдим итә. Благовар районы Яныш ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ҡаҙ өмәһе уҙғарылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә Әсә көнөндә яңы ғына әсәй булған гүзәл заттар тәбрикләнде Әсә көнөндә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә яңы ғына әсәй булған гүзәл заттар тәбрикләнде. Уларға медицина учреждениеһы һәм төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүләктәр тапшырылды. Бәхетле исемлектә Әсә көнән тәүгә билдәләгән Валерия Воробьева ла бар ине. Байрам алдынан йәш ғаилә уллы булған.

Башҡорт дәүләт аграр университетында хеҙмәт һәм хәрби дан биләмәһе асылды Ҙур булмаған сквер уҡыу корпусы эргәһендә барлыҡҡа килде. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға арналған стела төп элемент булып тора.

Бишбүләк районы Яңы Бикташ ауылы халҡы дәүләт ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышы стелаһын яңыртмаҡсы Был маҡсатта улар тәүгә «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһына ҡушылған. Ауыл үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары менән дан тота. Бында илдең төрлө нөктәһенән дауаланыу өсөн киләләр.

Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙандан йәнә Донбасҡа юлланды Улар махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса алынған. Хеҙмәт урынына яугирҙар дүртенсе тапҡыр ялға ҡайтҡандан һуң оҙатылды. Автобусҡа шулай уҡ хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр тейәлде. Ике аҙналыҡ ялда улар ғаиләләре, туғандары менән күрешкән. Яугирҙарҙы оҙатырға килгән яҡындары уларҙың Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.

Рәсәйҙә балаһыҙ йәшәүҙе пропагандалау тыйыла Ил президенты ошо турала законға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр пор
Рәсәйҙә балаһыҙ йәшәүҙе пропагандалау тыйыла Ил президенты ошо турала законға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Бала табыуҙан баш тартырға интернетта, киң мәғлүмәт сараларында, кино һәм рекламала өндәргә ярамай. Бының өсөн ябай кешеләргә 400 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ойошмалар өсөн был сумма 5 миллионға тиклем була.

Туризм хеҙмәткәрҙәре өсөн маҡтаулы исем булдырыла Республика парламентында "Дәүләт наградалары тураһында" законға төҙәтмәләр
Туризм хеҙмәткәрҙәре өсөн маҡтаулы исем булдырыла Республика парламентында "Дәүләт наградалары тураһында" законға төҙәтмәләр ҡарала. Юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн "Башҡортостандың атҡаҙанған туризм хеҙмәткәре" тигән исем бирелә. - Бындай исем хеҙмәткәрҙәр араһында конкуренцияны яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Уларҙың эше иҡтисад үҫешенә ҙур йоғонто яһай, әммә үҙҙәре йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡала, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Парламенттың пленар ултырышы 28 ноябрҙә була.

Киләһе йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре ҡиммәтләнә Рәсәйҙә һәр төбәк өсөн уртаса индекс раҫланды. Документҡа премьер
Киләһе йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре ҡиммәтләнә Рәсәйҙә һәр төбәк өсөн уртаса индекс раҫланды. Документҡа премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Башҡортостан өсөн уртаса индекс 14,6 процент тип билдәләнгән. Хаҡтар артыуы ошо кимәлдән 2,1 проценттан артыҡ, йә кәм булмаҫҡа тейеш. Илдә коммуналь тарифтар йыл һайын 1 июлдән ҡиммәтләнә.

Әсәй доғалары беҙҙең өсөн ныҡ кәрәк Һеҙҙе, яугирҙәрҙең ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешеләрен, матур байрам – Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.  Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, һеҙгә рухи көс, сабырлыҡ, теләйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә йылылыҡ, наҙ, һөйөү һәм хәстәрлек өсөн. Әсәйҙәр көнө менән! Беҙ бергә 💪 Башҡорт батальоны.

Өфөлә ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол буйынса турнир үтте Ярыш Ғаилә йылына арналды. Республиканың баш ҡалаһында бындай форматтағы сара тәүге тапҡыр уҙғарылды. 5 коллективты бер майҙанға туплаған бәйгелә Өфө юридик институты, сәнғәт училищеһы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Ленин һәм Киров райондары хакимиәттәре, шулай Башҡортостан юлдаш телеканалы командалары көс һынашты.

Учалы районында Абдулла Солтановты иҫкә алдылар Мәшһүр йырсы, ҡурайсы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы. Учалы районында бер йыл элек арабыҙҙан киткән Абдулла Солтановты иҫкә алдылар. Шәхестең хәтер һәм хөрмәт сараһы уның тыуған алыуында башланып, Учалы филармонияһында тамамланды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙары әсәләрҙе байрам менән менән ҡотланы Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙары әсәләрҙе байрам менән менән ҡотланы. Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Фларид Бирғәлин хеҙмәттәштәре менән бергә гүзәл заттарға башҡорт телендә моңло йыр ҙа бүләк итте.

Өфөлә тағы ла бер шыршы урынлаштырылды Яңы йылдың төп биҙәге Октябрь районының Спорт һарайы алдында барлыҡҡа килде. Ул өс көндә ҡоролдо. Быйыл тере ҡупшыҡай урынына яһалма шыршы ҡулланыла. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөлә йәшәүсе дүрт йәшлек Давид Ғизәтовҡа ярҙам кәрәк Дүрт йәшлек Давид Ғизәтовҡа ҡурҡыныс диагноз - мускул туҡымалары Дюшенн дистрофияһы ҡуйылған. Сабыйҙың тән күҙәнәктәре үлеүен туҡтатыу өсөн ҡиммәтле укол эшләү талап ителә. Өфөлә йәшәүсе Ғизәтовтар 265 млн һум сумманы йыйыу өсөн битараф булмаған граждандарҙың ярҙамын һорай. Давидтың ғүмерен һаҡлау өсөн ҙур булмаған сумма ла мөһим. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала. Давидҡа ярҙам итеү өсөн: Сбербанк +7(917)4041266, Тинькофф +7(917)4041266 (Ғизәтова Элина Рәшит ҡыҙы исеменә, йәки куар-код буйынса аҡса күсерергә була. Изге эшкә һәр кем ҡушыла ала.

Әсәйҙәр байрамы айҡанлы аҙ тәьмин ителгән 500 ғаиләгә аҙыҡ-түлек пакеты тапшырылды Әсәйҙәр байрамы айҡанлы Өфөлә ишле, аҙ тәьмин ителгән 500 ғаиләгә аҙыҡ-түлек пакеты тапшырылды. Исемлектә физик мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгәндәр ҙә бар. Аҙыҡ-түлек наборҙары «Изгелек кәрзине» онлайн-марафоны барышында тупланған. Бөгөн ирекмәндәр «Русь-аҙыҡ түлек банкы» хәйриә фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә продукттарҙы пакеттарға бүлеп ғаиләләргә таратып сыҡты.

Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы халҡы Геройҙар паркын төҙөкләндеререгә ниәтләй Маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн, улар «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашып, дәүләт бюджетынан финанс ярҙам йәлеп итмәксе. Конкурста улар икенсе тапҡыр ҡатнаша, быға тиклем дәүләт ярҙамында Еңеү паркын төҙөкләндергән. Йәмғеһе бәйгелә Бишбүләк районынан 9 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Быйыл улар программа ярҙамында 12 миллион һумға 8 проект тормошҡа ашырған.

Өфөнөң 39-сы гимназияһында Руслан Поповҡа мемориаль таҡтаташ асылды Өфөнөң Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Руслан Поповҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Руслдан Попов белем усағын 2010 йылда тамамлай. Педагогтар уны тырыш, ярҙамсыл, ғәҙел уҡыусы булараҡ хәтерләй.

Рөстәм Нәбиев «Дәүер кешеһе» тип танылды Кисә Мәскәүҙә «Дәүер кешеһе 2024» премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙған. Беҙ
Рөстәм Нәбиев «Дәүер кешеһе» тип танылды Кисә Мәскәүҙә «Дәүер кешеһе 2024» премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙған. Беҙҙең яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев «Тормошҡа һөйөү өсөн» наградаһына лайыҡ булған.

Өфөлә Студенттар балы ойошторолдо Сара һәр йылдағыса Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы. Унда республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарынан 30 пар студент һәм 21 пар уҡытыусы ҡатнашты. Йәштәрҙең рухи ҡиммәтәрен үҫтереүсе сара быйыл 8-се тапҡыр үткәрелде. Бал ғаилә йылына арналды. Ғәҙәттәгесә, байрамды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка һәм хореография кафедраһы ойошторҙо.