БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 015
مشترکین
-224 ساعت
-57 روز
-1330 روز
آرشیو پست ها
2 015
Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы халҡы Геройҙар паркын төҙөкләндеререгә ниәтләй
Маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн, улар «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашып, дәүләт бюджетынан финанс ярҙам йәлеп итмәксе. Конкурста улар икенсе тапҡыр ҡатнаша, быға тиклем дәүләт ярҙамында Еңеү паркын төҙөкләндергән. Йәмғеһе бәйгелә Бишбүләк районынан 9 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Быйыл улар программа ярҙамында 12 миллион һумға 8 проект тормошҡа ашырған.
2 015
Өфөнөң 39-сы гимназияһында Руслан Поповҡа мемориаль таҡтаташ асылды
Өфөнөң Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Руслан Поповҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Руслдан Попов белем усағын 2010 йылда тамамлай. Педагогтар уны тырыш, ярҙамсыл, ғәҙел уҡыусы булараҡ хәтерләй.
2 015
Рөстәм Нәбиев «Дәүер кешеһе» тип танылды
Кисә Мәскәүҙә «Дәүер кешеһе 2024» премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙған. Беҙҙең яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев «Тормошҡа һөйөү өсөн» наградаһына лайыҡ булған.
2 015
Өфөлә Студенттар балы ойошторолдо
Сара һәр йылдағыса Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы. Унда республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарынан 30 пар студент һәм 21 пар уҡытыусы ҡатнашты. Йәштәрҙең рухи ҡиммәтәрен үҫтереүсе сара быйыл 8-се тапҡыр үткәрелде. Бал ғаилә йылына арналды. Ғәҙәттәгесә, байрамды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка һәм хореография кафедраһы ойошторҙо.
2 015
Төбәктең 15 шифаханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ял итә ала
Башҡортостандың 15 шифаханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ял итә ала. Был дәүләт бүлгән 40-тан ашыу льготаларҙың береһе. Мөмкинлек менән республикала 5 меңгә яҡын кеше файҙаланып өлгөргән. Уларҙың береһе - яугир атаһы Ришат Әхмәтғәтин менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
2 015
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ярҙамында дүрт тиҫтәнән ашыу ярҙам саралары тормошҡа ашырыла
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында бөгөн дүрт тиҫтәнән ашыу ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡарата күрелгән хәстәрлек менән төбәк ойошмаһы илдә алдынғылыҡ биләй. Шунлыҡтан, киләһе йыл Бөтә Рәсәй семинарын Өфөлә уҙғарыу ҡарар ителгән. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы бөгөн беренсе тапҡыр социаль координаторҙары республика район һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары менән бергә йыйҙы. Был юлы осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үтте.
2 015
Башҡортостандан яугир яуҙа аяҡһыҙ ҡалып ярты йыл госпиталдә ятҡандан һуң хәрби хеҙмәтен дауам иткән
Аяҡтар һынһа ла рух һынмаған. «Морпех» ҡушаматлы яугир яуҙа аяҡһыҙ ҡалып ярты йыл госпиталдә ятҡандан һуң да хәрби хеҙмәтен дауам иткән. Юҡҡа ғына диңгеҙ пехотаһының девизы «Ҡайҙа беҙ-шунда еңеү» тип яңғырамай. Егеттәр менән бергә килгәнмен икән, улар менән еңеп ҡайтасаҡмын, ти яугир.
2 015
Радий Хәбиров Салауатта «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән биләмәлә булды
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Салауат ҡалаһына эш сәфәре сиктәрендә Калинин урамында «Башҡорт ихаталары « программаһы буйынса төҙөкләндерелгән биләмәлә булды. Радий Хәбиров объекттың етешһеҙлектәрен ҡарап төҙөлөш проекты өсөн яуаплы шәхестәрҙе, проектты ҡабул итеүгә рөхсәт биреүсе етәкселәрҙе тәнҡит утында тотто. Йәшелләндереү буйынса эш, өлкәндәр өсөн ял урынын, биләмәнең ҡиәфәтен Радий Хәбиров икеле билдәһенә баһаланы. Төбәк етәксеһе был ихата төҙөлөштө нисек эшләргә түгел икәне миҫалы тип баһаланы.
2 015
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышып, предприятиела көкөрт эшкәртеү буйынса яңы цех асыуҙа ҡатнашты. Бынан тыш Радий Хәбиров төҙөкләндерелгәндән һуң асылған модулле китапхана эшмәкәрлеге, «Батыр» аллеяһы торошо менән танышты.
2 015
Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк
Мөһим сара 3 декабрҙә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарында тура эфирҙа күрһәтелә, шулай уҡ уны «Юлдаш» радиоһы һәм социаль селтәрҙәр аша тыңларға һәм ҡарарға була.
Республика Башлығына өс төрлө ысул менән һорау бирергә мөмкин:
Тәүгеһе – телеграм-бот ярҙамында: t.me/AskGlavaRBbot
Икенсеһе – «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/5690/
Өсөнсө ысул – Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша – https://glavarb.ru/rus/pl/
Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә һорауҙарҙы текст һәм видео форматында 2 декабрь киске сәғәт 19:00 сәғәткә тиклем ебәрергә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 3 декабрь киске сәғәт етелә башлана.
2 015
МХО биләмәһендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ тыныс тормошта ла ысын геройҙар булып ҡала
Кисәге яугирҙар бөгөн тыныс тормошҡа яраҡлаша. Махсус хәрби операция биләмәһендә контракт буйынса хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ тыныс тормошта ла ысын геройҙар булып ҡала. Улар әүҙем йәмәғәт тормошон алып бара, алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ярҙам итә, белем алып, карьера төҙөй. Шуларҙың береһе - Саҡмағош районынан Руслан Латипов менән Денис Шәрифуллин.
2 015
Өфө уҡыусылары яугирҙарға гуманитар ылау әҙерләгән
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү тәҡдимен балалар үҙҙәре күтәреп сыҡҡан. Улар үҙҙәре белем алған 128-се мәктәптә көҙгө йәрминкә ойошторған, йәй буйы баҡсала үҫтергән уңышты, ҡул эштәрен һатыуға сығарған. Йыйылған аҡса алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кәрәк-яраҡ алыуға тотонолған
2 015
3 декабрҙә Башҡортостан башлығы менән «Тура бәйләнеш» ойошторола
3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола. Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин. Республика етәксеһенә «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграм-боты, дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы йәки республика башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша һорау бирергә мөмкин. Видеомөрәжәғәттәр 2 декабргә тиклем киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
2 015
Башҡортостан предприятиелары 2025 йылға тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш
Тирә яҡ мөхиткә ҙур йоғонто яһаған Башҡортостан предприятиелары 2025 йылға тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш. Был мәсьәлә Радий Хәбиров рәйеселегенә уҙған сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл апрелдә төбәк етәксеһе сәнәғәт объекттарында экологик мониторинг мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
2 015
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында техник көкөрт етештереү ҡоролмаһы эшләй башланы. Был республикабыҙҙың флагман инвестиция проекттарының береһе. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыныса, яңы производство тәрән эшкәртеүҙе һәм яңы продукция сығарыуҙы күҙ уңында тота.
2 015
Башҡортостанда зубрҙар һуҡмағынан үтергә мөмкин
"Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркында экскурсия маршруты асылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Оло Эйек йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күперҙәр һалынған. Зубрҙар урынлашҡан биләмәгә барып етеп, уларҙы күрергә була. Башҡортостанға был хайуандар Радий Хәбиров башланғысы менән уҙған йылдың майында Белоруссиянан килтерелде.
2 015
Рәсәйҙә яңы йылда пенсия артыуы көтөлә
1 ғинуарҙан хаҡы ялдағылар өсөн түләүҙәр инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. Быйыл ул 7,3 процент булыр тип көтөлә. Алдағы йылдарға федераль бюджет проектында пенсия өсөн 11 триллион һум ҡаралған. Был сумманың 700 миллиарды индексация өсөн тәғәйенләнә, тип хәбәр итәләр Финанс министрлығынан.
2 015
Өфөлә Ҡыш Бабай резиденцияһы 26 декабрҙә асыла
Ул Ленин майҙанында булдырыла, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Ошо уҡ көндө майҙандағы шыршы уттары ҡабыҙыла. Резиденция 12 ғинуарға тиклем эшләй. Балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, Ҡыш Бабайға хат яҙырға мөмкин. Инеү өсөн хаҡ алынмай.
2 015
Туймазы районынан Ғәлимовтар ғаиләһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә
Ғаилә менән эшҡыуарлыҡта. Роза һәм Фазыл Ғәлимовтар Туймазы районы Төмәнәк ауылында ярты быуаттан ашыу ғүмер итә. Бәхетле парҙың балалары ла тыуған ерендә төпләнгән. Ғаилә малсылыҡ тармағын, агротуризмды үҫтереүҙә, төҙөлөш материалдарын етештереүҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Уңған, эшһөйәр Ғәлимовтар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 015
Өфөлә «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмының ябыҡ тамашаһы үтте
Тәүгеләрҙән булып ябыҡ премьераны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡараны. Режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендә төшөрөлгән кинотаҫма баш ҡаланың 450 йыллыҡ тарихы юбилейына бағышланған. Комедия , мелодрама жанрында төшөрөлгән фильмда республика һәм Мәскәү актерҙары уйнаны
