БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish2 019
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-37 kunlar
-1030 kunlar
Postlar arxiv
2 019
Яугирҙарға — тәмле күстәнәс
Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән бергә яугирҙарға күстәнәсәкә 25 ҡап тәмле сәк-сәк әҙерләгән.
— Уҡыусылар ҡыуанып эшкә тотондо, үҙҙәренең аш-һыуға һәләтен һәм, әлбиттә, яугирҙарға ярҙам итеү теләген күрһәтте. Беҙҙең ил һаҡсылары сәк-сәкте ашап, өй йылыһын тойһон, — ти ашхана мөдире Фәнирә Шәйәхмәтова.
2 019
Республикала “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү системаһы киңәйтелә
Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Статистика буйынса иң күп янғын осраҡтары унда теркәлә. Благовещен районына бер камера ҡуйыла. Ҡоролма ут һәм төтөн сыҡҡан урынды теркәй, мәғлүмәтте идара итеү серверына тапшыра. Белгестәр тиҙ арала килеп етеп, янғынды һүндерә ала.
2 019
Башҡортостанда һалым түләү буйынса иң яуаплы муниципалитеттар аталды
Милек һалымы буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Күмертау, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ ҡалаларында теркәлгән, тип хәбәр итәләр Һалым хеҙмәтенән. Шулай уҡ Балаҡатай, Яңауыл, Дүртөйлө райондары халҡы түләүгә яуаплы ҡараған. 2023 йыл өсөн Башҡортостан халҡына 6 миллиард 800 миллион һумлыҡ һалым һалынған.
2 019
Туймазы матрастары Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә һатыласаҡ
Донецк халыҡ республикаһының «Атлант» сауҙа компанияһы Башҡортостандың «Корона» предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, Туймазы матрастары Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре баҙарына ла сыға. Сауҙа даирәһен киңәйтеү сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Тап ошо рәүешле импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ике тапҡыр артып 380 миллиард һумдан ашып киткән.
2 019
Милли прививка календары буйынса һәр кешегә 12 йоғошло сиргә ҡаршы вакцина яһатырға кәрәк
Вакцинация ниндәй ҙә булһа эпидемияға юл ҡуймаҫ өсөн мөһим. Әгәр прививкалар бала саҡта эшләнмәһә, вакцинация һәм ревакцинация өлкән йәштә лә рөхсәт ителә. Был ҡайһы бер вакциналарҙың милли календарға сағыштырмаса яңыраҡ индерелеүе менән бәйле, шулай уҡ ҡайһы бер миҙгел ауырыуҙарына иммунитет олоғая килә кәмей. Прививкалар графигын дауалаусы табиптан белешергә мөмкин.
2 019
Яугирҙарға — тәмле күстәнәс
Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән бергә яугирҙарға күстәнәсәкә 25 ҡап тәмле сәк-сәк әҙерләгән.
— Уҡыусылар ҡыуанып эшкә тотондо, үҙҙәренең аш-һыуға һәләтен һәм, әлбиттә, яугирҙарға ярҙам итеү теләген күрһәтте. Беҙҙең ил һаҡсылары сәк-сәкте ашап, өй йылыһын тойһон, — ти ашхана мөдире Фәнирә Шәйәхмәтова.
2 019
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Указға ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
2 019
Радий Хәбиров «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган менән осрашты
Беҙҙең өсөн Башҡортостан - үҙебеҙҙең төбәк. Беҙ был хаҡта бер ҡасан да онотмайбыҙ. «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган ошо турала белдерҙе.
Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ул яҡтар араһында стратегик партнерлыҡ тураһында мөҙҙәтһеҙ килешеү барлығын, уның төп маҡсаттар менән даими тулыландырылып тороуын билдәләне.
2 019
Башҡортостанда тағы бер табип амбулаторияһы асылды
Ул Федоровка районы Дедов ауылында төҙөлдө. Учреждение 8 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостан модулле ФАП һәм табип амбулаториялары төҙөлөшө буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.
2 019
Башҡортостанда прокуратура органдары тарафынан былтыр 92 мең закон боҙоу осрағы асыҡлаған
Был турала Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашлығында үткән коллегия ултырышында иғлан ителде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ведомство хеҙмәткәрҙәренә төбәктә башҡарылған күләмле эш өсөн рәхмәтен еткерҙе. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре былтыр 368 миллион һум күләмендә граждандарға эш хаҡы буйынса түләнергә тейешле бурысты асыҡлаған.
2 019
Ғәзиз Манапов Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде
БР Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
Быға тиклем Ғәзиз Манапов Бөрйән районы башлығы вазифаһын башҡарҙы.
2 019
Учалы районындағы Вознесенка ҡорамы дәүләт тарафынан һаҡлана
Мәҙәни мираҫ объекты сиктәре билдәләнде. Ошо турала документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Вознесенка ауылында таш ҡорам 1890 йылда төҙөлә башлай. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ул ябыла, бында ат һарайы, ауыл хужалығы келәте урынлаша. 90-сы йылдарҙа ҡорам йәнә ғәҙәттәгесә ҡулланыла башлай. Хәҙер бында капиталь төҙөлөш, ер, мелиорация эштәре алып барыу тыйылды.
2 019
Башҡортостанда халыҡ-ара умартасылар конгресы ике йылға бер уҙғарыласаҡ
Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Быйыл форум беренсе тапҡыр үтте. Унда 15 илдән һәм Рәсәйҙең 80 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. - Бындай саралар тармаҡ үҫешенә ҙур ҡеүәт бирә, тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә. Рәсәй һәм сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, - тине Илшат Фазрахманов.
2 019
Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша күпер һалына башланы
Был турала "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Эштәр республика транспорт системаһы үҫеше программаһы буйынса алып барыла. Яңы күпер 2027 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Уның оҙонлоғо 400 метр була. Машиналар ике һыҙаттан үтәсәк.
2 019
Башҡортостан халҡы уҙған ял көндәрендә мутлашыусыларҙы 8 миллион һумға байытҡан
Тәртип һаҡсылары 28 хәбәр ҡабул иткән. Салауат ҡалаһында 60 йәшлек иргә шылтыратыусы үҙен Пенсия фонды хеҙмәткәре итеп танытҡан. Иҫәпкә алынмаған хеҙмәт ваҡытын теркәү өсөн смс-код һандарын әйтергә күндергән. Ошонан һуң уға йәнәһе лә банктан шылтыратҡандар. Ир исеменә кредит алырға маташыуҙары аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙ генә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында хәбәр иткәндәр. Мутлашыусы тоҙағына эләккән кеше ике миллион ярымын, уға ҡушып 450 мең һум кредит аҡсаһын әйтелгән иҫәпкә күсергән.
2 019
Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы булдырылған көн
1967 йылда Республика Хөкүмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн премия булдыра. Тәүгеләрҙән булып юғары наградаға “Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығы өсөн Мостай Кәрим, “Ырғыҙ” романы өсөн үлгәндән һуң Һәҙиә Дәүләтшина, “Яңы йырҙар” йыйынтығы өсөн Заһир Исмәғилев һәм “Дуҫтарҙа ҡунаҡта” хореографик композиция өсөн Фәйзи Ғәскәров лайыҡ була.
2 019
Баймаҡта «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы сиктәрендә 27-се спартакиаданың финал уйындары бара
Иң яҡшы команда исеменә ярыштарҙа Баймаҡ, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Мәләүез, Бөрө, Учалы һәм Сибай командаларының егет-ҡыҙҙары көс һынаша. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 019
Туймазы уҡыусылары яугирҙарға шоколадлы хат ебәрә
Яугирҙарға татлы сәләм. Туймазы ҡалаһы уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар яҙғанда конверт эсенә шоколадтар ҙа һала. Был акция мәктәптәрҙә генә түгел, балалар баҡсаларына ла таралған.
2 019
Ленинград ҡамауын өҙөүгә – 81 йыл: хәтер һаман да тере
Ленинград ҡамауын өҙөүгә 81 йыл. 900 көн буйы дауам иткән блокада ил тарихындағы иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе. Тарихи дата айҡанлы бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ошо дәһшәтле осорҙоң тере шаһиттары менән осрашты.
2 019
Башҡортостанда Мәшғүллек үҙәктәре Кадрҙар үҙәгенә әйләнә
Үҙгәреш атамаға ғына түгел, уларҙың тышҡы йөҙөнә һәм, әлбиттә, граждандар менән эште камиллаштырыуға ҡағыла. Республикала мәшғүллек үҙәктәрен модернизациялау «Демография» милли проекты буйынса 2019 йылда башланды. Үҙгәртеп ҡороу арҡаһында ҡағыҙ эше кәмеп, тағы ла бер нисә яңы уңайлыҡ төрҙәре барлыҡҡа килер, тип күҙаллана.
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
