БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish1 969
Obunachilar
-124 soatlar
-47 kun
-1730 kun
Postlar arxiv
1 969
Өфөлә йәшәүсе Антон Марченко хәйриә марафоны иғлан итте
Уның сиктәрендә спортсы 24 майға тиклем көн һайын 20 километр араны йүгерергә бурыслы. Акцияның маҡсаты - «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәгенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары өсөн инклюзив йәйге сменалар ойоштороуға 100 мең һум аҡса йыйыу. Йүгереүсе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
1 969
Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүрөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте
Гуманитар мәҙәни десант. Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүрөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында дауаланған хәрбиҙәр өсөн концерт та ойошторолдо. Тулыраҡ беҙҙең хәрби БЮТ хәбәрсеһе әҙерләгән яҙмала.
1 969
Яҡты иҫтәлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө – Валентина Потаповаға 102 йәш
Дәһшәтле һуғыш йылдары, һикәлтәле яҙмыш һуҡмаҡтары... Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова яҙмыш һынауҙарына һынмаҫ рухына һәм уңғанлығына таянып лайыҡлы үтеүсе. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәрҙең фронттағы ҡаһарманлығы һәм тыныс тормоштағы фиҙәҡәр хеҙмәте биттәрен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 969
Республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты
Республика башлығы социаль селтәрҙәрендәге «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитовҡа бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты. Ейәнсура районында йәшәүсе ветеранға 99 йәш.
1 969
Уҙған тәүлектә Өфө юлдарында 6 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотолған
Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың икәүһе медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
Иглин ауылында иһә чат-бот ярҙамға килгән. Ваз-2113 автомобиле руле артындағы ирҙең иҫерек хәлдә булыуы тураһында граждандарҙың береһе чат-ботҡа хәбәр итә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары шунда уҡ транспорт сараһын таба.
1 969
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Хәүефһеҙлек маҡсатында урман- яландарҙа, ихаталарҙа усаҡ яндырыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр өсөн 20 мең һумға тиклем штраф, ә янғын сыҡҡан осраҡта ғәйепле граждандарҙы яуапҡа тарттырыу ҡаралған. Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн Өфөнөң Киров районында рейд ойошторолдо.
1 969
Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде
Илгә Еңеү яҙы килтергән атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде.
1 969
Майҙың тәүге көндәрендә тыл һәм хеҙмәт ветераны Әҙибә Латипова 95 йәше уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә
Һуғыш йылдары сыныҡтырған замандашыбыҙ исеменә Рәсәй Президенты, республика башлығы һәм башҡала мэрынан ҡотлау хаттары тапшырылды.
1 969
Үҙәк хәрби округының Хәрби автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә оҫталыҡтарын камиллаштыра
Максимовка микрорайонында улар аварияға ҡаршы әҙерлек үтә. Инспекторҙарға киләсәктә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы тора. Хәрби автоинспекция хеҙмәткәрҙәренең имтихан тапшырыу мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
1 969
Шаран районында «Батырлыҡ дәресе»: йәш быуынға рухи тәрбиә
Илһөйәрлек рухында. Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашыу уҙғарылды. «Батырлыҡ дәресе» нә «Пухляш», «Изя» ҡушаматлы яугирҙар саҡырылды. Осрашыу мәктәп музейында ойошторолдо.
1 969
Ауырғазы районыда Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды
Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Илһөйәрлек сараһында ҡаһарман яугирҙарҙың ғаиләләре, ауылдаштар һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Мемориалда алғы һыҙыҡта һәләк булған Денис Иҫәнбаев, Илмир Сәйфетдинов һәм Әмир Ибраҡовтарҙың исемдәре уйылып яҙылған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 969
Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә — һаҡсыл ҡараш
Ҙур тулҡынланыу һәм хөрмәт менән. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары үҙҙәренең яуаплылыҡ биләмәһендәге Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар мемориалын тәртипкә килтерҙе.
1 969
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡайратылған сит ил хәрби техникаһы күргәҙмәһе асылды
Американың Бредлиһы, Британияның Спартаны, Француздарҙың Рошеле, Төрөктәрҙең Кирпиһы һәм башҡа көнбайыш трофейҙары бер майҙанда. Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡайратылған сит ил хәрби техникаһы күргәҙмәһе асылды. Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына уны илдең оборона министрлығы тәҡдим итә. Бронемашиналарҙың барыһын да «Үҙәк» ғәскәрҙәре группировкаһы яугирҙары ҡулға төшөргән.
1 969
Үзбәкстандың Бекабад ҡалаһында Башҡортостан миҫалында сәнәғәт технопаркы асыласаҡ
Ике республика араһында хеҙмәттәшлек килешеүе Ташкент ҡалаһында үткән «Иннопром.Үҙәк Азия « халыҡ-ара күргәҙмәһендә төҙөлдө. Башҡортостан Рәсәйҙә индустриаль парктар һаны буйынса алдынғы биш төбәк исемлегендә. Республикала 170 ҡеүәтле резидент эшләгән 12 индустриаль һәм 19 технопарк теркәлгән. Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эшлекле сәфәре тураһында махсус репортаж йәкшәмбе Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыға.
1 969
3 майҙа Башҡортостанда Хәтер һәм хөрмәт көнө уҙғарыла
Иртәгә, 3 майҙа Башҡортостанда Хәтер һәм хөрмәт көнө үтә. Республикала бер нисә йыл элек булдырылған дата тураһында соицаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Был көндө республикала йәшәүселәр ҡыштан һуң зыяраттарыҙы тәртипкә иклдетерә, яҡындарын иҫкә ала. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, етәкселәрҙең бурысы - был көндө халыҡ яҡындарының ҡәберҙәренә бара алһын өсөн шарттар тыуҙырыу. Ошоға бәйле «Башавтотранс» йәмғиәте зыяраттарға илтеү өсөн өҫтәмә 50 автобус бүлә.
1 969
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә һәләтле балаларҙың район слеты - «Йондоҙҙар парады» үтте
Уҡыу йылы дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 969
Башҡортостанда «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы башланды
Өфөнөң Еңеү паркында ирекмәндәр ассоциацияһы хәрби дан символын һәм уның барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт яҙылған листовкалар таратты. Илһөйәрлек акцияһы Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙар иҫтәлеген һаҡлау өсөн үткәрелә. Проектта ҡатнашҡан ирекмәндәр 9 майға тиклем көн һайын йәмәғәт биләмәләрендә эшләйәсәк. Хәҙер инде бөтә ил кимәлендә уҙғарылған сара тәүге тапҡыр 2005 йылдың яҙында ойошторолған булған.
1 969
Өфөлә түләүле туҡталҡалар буйынса диспетчер үҙәге эшләй башланы
Бөгөн Өфөлә түләүле туҡталҡалар буйынса диспетчер үҙәге эшләй башланы. Операторҙар парковка өсөн түләү, мөмкин булған льготалар буйынса кәңәштәр бирә. Шулай уҡ түләүҙәр йәки башҡа техник мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
1 969
Баш ҡалаға бөйөк рус шағиры исемен йөрөткән теплоход килде
«Александр Пушкин» Өфөлә. Баш ҡалаға бөйөк рус шағиры исемен йөрөткән теплоход килде. Дүрт палубалы йылға транспорты Өфө өсөн һирәк күренеш һәм ул йылына бер тапҡыр, Ағиҙел ташҡанда ғына инә ала. Шуға күрә теплоходтың баш ҡалаға килеүе байрамға әйләнә. Түбәнге Новгородтан килгән ҡунаҡтарҙы БЮТ хәбәрселәре лә ҡаршыланы.
1 969
Башҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге яңы кимәлгә күтәрелде
«Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тиҫтәләгән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Яҡтар ауыл хужалығы, сәнәғәт, еңел сәнәғәт, нефть химияһы продукцияһын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, туризм йүнәлештәрендә уртаҡ проекттарҙы дауам итергә килеште.
