ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 969
订阅者
-124 小时
-47 天
-1730 天
帖子存档
Өфөлә йәшәүсе Антон Марченко хәйриә марафоны иғлан итте Уның сиктәрендә спортсы 24 майға тиклем көн һайын 20 километр араны йүгерергә бурыслы. Акцияның маҡсаты - «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәгенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары өсөн инклюзив йәйге сменалар ойоштороуға 100 мең һум аҡса йыйыу. Йүгереүсе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүрөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте Гуманитар мәҙәни десант. Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүрөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында дауаланған хәрбиҙәр өсөн концерт та ойошторолдо. Тулыраҡ беҙҙең хәрби БЮТ хәбәрсеһе әҙерләгән яҙмала.

Яҡты иҫтәлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө – Валентина Потаповаға 102 йәш Дәһшәтле һуғыш йылдары, һикәлтәле яҙмыш һуҡмаҡтары... Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова яҙмыш һынауҙарына һынмаҫ рухына һәм уңғанлығына таянып лайыҡлы үтеүсе. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәрҙең фронттағы ҡаһарманлығы һәм тыныс тормоштағы фиҙәҡәр хеҙмәте биттәрен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты Республика башлығы социаль селтәрҙәрендәге «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитовҡа бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты. Ейәнсура районында йәшәүсе ветеранға 99 йәш.

Уҙған тәүлектә Өфө юлдарында 6 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотолған Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың икәүһе медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта. Иглин ауылында иһә чат-бот ярҙамға килгән. Ваз-2113 автомобиле руле артындағы ирҙең иҫерек хәлдә булыуы тураһында граждандарҙың береһе чат-ботҡа хәбәр итә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары шунда уҡ транспорт сараһын таба.

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә Хәүефһеҙлек маҡсатында урман- яландарҙа, ихаталарҙа усаҡ яндырыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр өсөн 20 мең һумға тиклем штраф, ә янғын сыҡҡан осраҡта ғәйепле граждандарҙы яуапҡа тарттырыу ҡаралған. Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн Өфөнөң Киров районында рейд ойошторолдо.

Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде Илгә Еңеү яҙы килтергән атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде.

Майҙың тәүге көндәрендә тыл һәм хеҙмәт ветераны Әҙибә Латипова 95 йәше уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә Һуғыш йылдары сыныҡтырған замандашыбыҙ исеменә Рәсәй Президенты, республика башлығы һәм башҡала мэрынан ҡотлау хаттары тапшырылды.

Үҙәк хәрби округының Хәрби автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә оҫталыҡтарын камиллаштыра Максимовка микрорайонында улар аварияға ҡаршы әҙерлек үтә. Инспекторҙарға киләсәктә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы тора. Хәрби автоинспекция хеҙмәткәрҙәренең имтихан тапшырыу мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Шаран районында «Батырлыҡ дәресе»: йәш быуынға рухи тәрбиә Илһөйәрлек рухында. Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашыу уҙғарылды. «Батырлыҡ дәресе» нә «Пухляш», «Изя» ҡушаматлы яугирҙар саҡырылды. Осрашыу мәктәп музейында ойошторолдо.

Ауырғазы районыда Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Илһөйәрлек сараһында ҡаһарман яугирҙарҙың ғаиләләре, ауылдаштар һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Мемориалда алғы һыҙыҡта һәләк булған Денис Иҫәнбаев, Илмир Сәйфетдинов һәм Әмир Ибраҡовтарҙың исемдәре уйылып яҙылған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә — һаҡсыл ҡараш Ҙур тулҡынланыу һәм хөрмәт менән. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары үҙҙәренең яуаплылыҡ биләмәһендәге Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар мемориалын тәртипкә килтерҙе.

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡайратылған сит ил хәрби техникаһы күргәҙмәһе асылды Американың Бредлиһы, Британияның Спартаны, Француздарҙың Рошеле, Төрөктәрҙең Кирпиһы һәм башҡа көнбайыш трофейҙары бер майҙанда. Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡайратылған сит ил хәрби техникаһы күргәҙмәһе асылды. Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына уны илдең оборона министрлығы тәҡдим итә. Бронемашиналарҙың барыһын да «Үҙәк» ғәскәрҙәре группировкаһы яугирҙары ҡулға төшөргән.

Үзбәкстандың Бекабад ҡалаһында Башҡортостан миҫалында сәнәғәт технопаркы асыласаҡ Ике республика араһында хеҙмәттәшлек килешеүе Ташкент ҡалаһында үткән «Иннопром.Үҙәк Азия « халыҡ-ара күргәҙмәһендә төҙөлдө. Башҡортостан Рәсәйҙә индустриаль парктар һаны буйынса алдынғы биш төбәк исемлегендә. Республикала 170 ҡеүәтле резидент эшләгән 12 индустриаль һәм 19 технопарк теркәлгән. Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эшлекле сәфәре тураһында махсус репортаж йәкшәмбе Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыға.

3 майҙа Башҡортостанда Хәтер һәм хөрмәт көнө уҙғарыла Иртәгә, 3 майҙа Башҡортостанда Хәтер һәм хөрмәт көнө үтә. Республикала бер нисә йыл элек булдырылған дата тураһында соицаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Был көндө республикала йәшәүселәр ҡыштан һуң зыяраттарыҙы тәртипкә иклдетерә, яҡындарын иҫкә ала. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, етәкселәрҙең бурысы - был көндө халыҡ яҡындарының ҡәберҙәренә бара алһын өсөн шарттар тыуҙырыу. Ошоға бәйле «Башавтотранс» йәмғиәте зыяраттарға илтеү өсөн өҫтәмә 50 автобус бүлә.

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә һәләтле балаларҙың район слеты - «Йондоҙҙар парады» үтте Уҡыу йылы дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы башланды Өфөнөң Еңеү паркында ирекмәндәр ассоциацияһы хәрби дан символын һәм уның барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт яҙылған листовкалар таратты. Илһөйәрлек акцияһы Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙар иҫтәлеген һаҡлау өсөн үткәрелә. Проектта ҡатнашҡан ирекмәндәр 9 майға тиклем көн һайын йәмәғәт биләмәләрендә эшләйәсәк. Хәҙер инде бөтә ил кимәлендә уҙғарылған сара тәүге тапҡыр 2005 йылдың яҙында ойошторолған булған.

Өфөлә түләүле туҡталҡалар буйынса диспетчер үҙәге эшләй башланы Бөгөн Өфөлә түләүле туҡталҡалар буйынса диспетчер үҙәге эшләй башланы. Операторҙар парковка өсөн түләү, мөмкин булған льготалар буйынса кәңәштәр бирә. Шулай уҡ түләүҙәр йәки башҡа техник мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.

Баш ҡалаға бөйөк рус шағиры исемен йөрөткән теплоход килде «Александр Пушкин» Өфөлә. Баш ҡалаға бөйөк рус шағиры исемен йөрөткән теплоход килде. Дүрт палубалы йылға транспорты Өфө өсөн һирәк күренеш һәм ул йылына бер тапҡыр, Ағиҙел ташҡанда ғына инә ала. Шуға күрә теплоходтың баш ҡалаға килеүе байрамға әйләнә. Түбәнге Новгородтан килгән ҡунаҡтарҙы БЮТ хәбәрселәре лә ҡаршыланы.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге яңы кимәлгә күтәрелде «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тиҫтәләгән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Яҡтар ауыл хужалығы, сәнәғәт, еңел сәнәғәт, нефть химияһы продукцияһын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, туризм йүнәлештәрендә уртаҡ проекттарҙы дауам итергә килеште.