uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 982
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-27 kun
-1330 kun
Postlar arxiv
Яңауылдың төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» премияһында еңеү яуланы Яңауыл ҡалаһының йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» халыҡ-ара премияһында еңеп сыҡты. Был турала Радий Хәбиров социаль селтрҙәрендә хәбәр итте. Республика башлығы әйтеүенсә, өс йыл элек ошо уҡ конкурста Белорет ҡалаһының «Офоҡ аша атла» проекты еңеү яуланы.

Башҡортостан юлдаш телеканалында тиҙҙән «Матур фатир» проекты эфирға сыға Проектта махсус хәрби операция ветерандарының 3 йәштән 14 йәшкәсә балалары ҡатнаша ала. Улар яугир атаһы тураһында һөйләп уны видеояҙма рәүешендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһына «Минең атайым» конкурсына ебәрергә тейеш. Видеояҙмалар башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Ун еңеүсе һайлап алынып улар йәшәгән фатирҙың бүлмәһендә ремонт яһаласаҡ. Проектта Өфө һәм Өфө районында йәшәүселәр ҡатнаша ала. Был-ремонт яһаясаҡ эшҡыуарҙарҙың талабы. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Милли музейҙа Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған уникаль күргәҙмә асылды Тарихҡа табан алтын күпер. Ошо исем аҫтында бөгөн Башҡортостандың Милли музейында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияға әҙиптең шәхси әйберҙәре, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәр, хатта, баҫтырылмаған романдар сығарылған.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай Бөгөн Ер шарының төрлө ҡитғаларында телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Был көн 29 йыл элек булдырылған. Хәҙерге ысынбарлыҡта тормошто зәңгәр экранһыҙ, төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарһыҙ һәм яңылыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында был өлкәлә йөҙҙәрсә кеше хеҙмәт итә. Ә яңылыҡтарҙа эшләүселәр һәр ваҡыттағыса һөнәри байрамын эш урынында билдәләй. Кадр артында ниҙәр бар?

Өфө ветерандары госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн шарттар тикшерелде Өлгөлө дауахана: бында махсус хәрби операция яугирҙары ғына түгел, уларҙың туғандары ла дауалана. Был турала Рәсәй Геройы Владимир Сайбель белдерҙе. Махсус хәрби операция яугиры Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендәге булдырылған шарттар менән танышты.

Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияға йомғаҡ яһалды Проект балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Профилактик акция барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике меңдән ашыу үҫмерҙең рулгә ултырыуын асыҡлап, административ эш ҡуҙғатҡан. Быйыл питбайк һәм башҡа ике тәгәрмәсле транспорт сараларын һатып алыу 11 тапҡырға артҡан. Үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләренең етерлек кимәлдә хәбәрҙар булмауы мөһим проблема булып тора, тиелде Дәүләт автоинспекцияһы ойошторған матбуғат конференцияһында.

Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу өсөн беренсе реаль хөкөм сығарылды Файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу өсөн беренсе реаль хөкөм ҡарары. Экологик енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр 9 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарарын Өфөнөң Киров районы суды сығарҙы. Ғәйепләнеүселәр 2019-2020 йылдарҙа Баймаҡ районында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен тупаҫ боҙған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙы ойоштора. Зыян күләме 68 миллиард һум менән баһалана.

Саҡмағош районы 95 йыллығын билдәләй Бер быуатҡа яҡын юбилейын муниципалитет үҫеш юлында ҡаршылай. Әле ул ауыл хужалығы өлкәһендә алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала. Ә уның тырыш халҡы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандан Ҡаҙағстанға 5 мең 800 баш юғары продуктив тоҡомло сусҡа оҙатыу планлаштырылған Әлегә уларҙың тәүге партияһы барып еткән. Башҡорт ит компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө министрлыҡ-ведомстволар менән берлектә экспорт йүнәлешен йәнләндереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылған. Производствола ҡулланылған алдынғы технологиялар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Шишмә районында ауыл хужалығы эшсәндәренә яңы йорт асҡыстары тапшырылды «БашкирАгроинвест» предприятиеһында эшләүсе 12 ғаилә торлаҡлы булды. Йәрми ауылындағы комплекс артабан тағы ла киңәйтеләсәк. Урындағы халыҡ өсөн юлды төҙөкләнедереү ҙә күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ауырғазы районында йәшәүсе оҫта тал сыбығынан үҙенсәлекле йыһаздар һәм сәнғәт әҫәрҙәре эшләй Ауырғазы районы Вязовка ауылында тал сыбыҡтарынан мөғжизәле йыһаздар тыуҙырыусы оҫта йәшәй. Алексей Спиридоновтың ижади эштәре йорттарҙы биҙәй.

Өфөлә яңы туристик локация асылды «Торатау» Конгресс-Холында урынлашҡан майҙансыҡта ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән таныша ала. Шулай уҡ бында оҫталыҡ дәрестәрен дә ойоштороу ҡаралған.

Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы Бөгөн Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы. Һөнәри бәйгелә баш ҡалала эшләүсе 42 педагог ҡатнаша.

Өфө күҙ институтында күреүҙе тергеҙеүҙең яңы консерватив алымдары үҙләштерелә Күреү һәләтен тергеҙеүҙә заманса алымдар. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында пациенттарҙы консерватив юл менән дауалау ысулдары үҙләштерелә башлаған. Медицина учреждениеһында ҡулланылған терапия мөмкинлектәре һәм ауырыуҙарҙың тәьҫораттары тураһында репортаж.

Туймазыла ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде Район тулайым продукция күләме буйынса республикала 4-се урында. «Родина» мәҙәниәт һарайында үткән тантанала ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары тәбрикләнде. Улар араһында «Ҡадир» хужалығы эшсәндәре лә бар. Ике йыл элек булдырылған ойошма бер нисә йүнәлеш буйынса үҫешә.

Стәрлебаш ирекмәндәре фронтҡа сираттағы гуманитар ылауҙы әҙерләй Тыуған яҡ үләндәренән бешерелгән сәй яугирҙары йылыта ла, рухландыра ла, ти Стәрлебаш районы Ҡабыҡыуыш ирекмәндәре. Ауыл халҡы ике йылдан ашыу фронтҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Маскировка селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек туплай. Сираттағы гуманитар ылау декабрҙә юлға сығасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы артиллеристары һөнәри байрамын билдәләне Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнөндә яуҙа батырлыҡ күрһәткән яугирҙар бүләкләнде. Байрам табынына тәмле былау бешерелде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә студенттар менән осрашты Республикала тыуып үҫкән йәштәр менән аралашыу «Яҡташ» мәғариф форумы сиктәрендә ойошторолдо. Төбәк башлығы Радий Хәбиров яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты. Яҡтар төбәк өсөн әһәмиәтле бер нисә проектты тикшерҙе. Тәү сиратта Өфө дәүләт циркының яҙмышы. Киләһе йылда бинала ремонт башланыр тип көтөлә.

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашты Транспорт форумы сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашты. Яҡтар республикала торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағылышлы проекттар буйынса фекер алышты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан республикала торлаҡ йылдам төҙөлә.