БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish1 964
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
Ma'lumot yo'q7 kun
-1030 kun
Postlar arxiv
1 964
Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла
Туриндустрия өлкәһендә эшләүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе "Атҡаҙанған туризм хеҙмәткәре" тип билдәләйҙәр. Республика парламентында "Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһындағы" законға төҙәтмәләр әҙерләнгән. Документ ошо айҙа пленар ултырышта ҡарала. - Бөгөн туризм үҫешә. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанды ҡунаҡсыл төбәк итеп таныта. Маҡтаулы исем һөнәрҙең абруйын арттырыуға, тармаҡ үҫешенә булышлыҡ итәсәк, - тине спикер Константин Толкачев.
1 964
Башҡортостан Ҡыҙыл китабынан 21 төр хайуан, ҡош һәм бөжәк сығарылды
Республика хөкүмәте һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандар һәм үҫемлектәр тураһында документҡа төҙәтмәләр ҡабул итте. Ҡыҙыл китапҡа 47 төр индерелде. Яңыртылған исемлектә 140 йәнлек, бөжәк, балыҡ һәм ҡош тураһында мәғлүмәт бар. Быға тиклем Ҡыҙыл китап 2014 йылда үҙгәртелде.
1 964
Башҡортостан көрәшселәре грэпплинг буйынса донъя беренселегендә өс алтын яуланы
Өфөнән Алһыу Ғәлиева ике тапҡыр чемпион тип танылды. Шулай уҡ Бөрйән районынан Илсөйәр Сәйфетдинова еңеүсе булды. Грэпплинг буйынса донъя беренселеге Астана ҡалаһында үтә. Турнир 12 октябргә тиклем дауам итә. Унда 30 илдән 1 мең 300 спортсы ҡатнаша. Грэпплинг көрәштең бер төрө булып тора.
1 964
Баш ҡалала «Нағышлы Башҡортостан» республика фестивале башланды
Ике көн дауамында ҡул эше оҫталары сигеү сәнғәтендә ҡулланылған орнаменттар, уларҙың тәғәйенләнеше һәм грамоталы файҙаланыу тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Лекторҙар араһында билдәле ғалимдар ҙа бар. Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
1 964
Өфөлә «Атай, әсәй, мин - музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтте
Сәнғәткә һөйөү берләштерә. Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атай, әсәй, мин - музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтте. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 12 ғаиләнең сығышын баһалама комиссияһы менән бергә БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны.
1 964
Башҡортостанда башҡорт теленән онлайн-олимпиада старт алды
Ул бөгөн башланып, 3 көн дауам итәсәк. Тест һорауҙары башҡорт телен ирекле, башланғыс кимәлдә белеүселәр һәм диалектта һөйләшеүселәр өсөн бүленгән. Икенсе йыл рәттән үткәрелгән олимпиадала теләгән һәр кем ҡатнашып, белемен һынай ала.
1 964
Өфөнөң тимер юл вокзалында Павел Самойлинды ҡаршы алдылар
«Беҙ ҡайтырбыҙ» тип махсус хәрби операцияға киткән коллегабыҙ Павел Самойлин тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Юҡҡа ғына уның хәрби ҡушаматы ла «Ҡайтыр» түгел. Ҡаты бәрелештәрҙә йәрәхәтләнеп бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятҡан яугир тап еңеп ҡайтыу теләге, йәшәү көсө менән иҫән ҡала. Әле ул Мәскәүҙә дауаланғандан һуң тыуған Өфөһөнә ҡайтты. Тимер юлы вокзалында уны яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ҡаршы алды.
1 964
Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов фән һәм технологиялар тармағында иң яҡшы лауреттарҙы тәбрикләп 150-шәр мең һумлыҡ премиялар тапшырҙы. Киләһе йылдан премия күләменең 500 мең һумға тиклем арттырылыуы көтөлә.
1 964
Башҡортостанға эш сәфәре менән Донецк халыҡ республикаһы делегацияһы килде
Денис Пушилин етәкселегендәге делегацияны Мостай Кәрим исемендәге Өфө Халыҡ-ара аэропортында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Рәсми ҡунаҡтар Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында эшлекле һөйләшеүҙәр ойоштороу ҡаралған.
1 964
Радий Хәбиров БҒӘ Йыллыҡ инвестиция йыйылышы генераль директоры менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Йыллыҡ инвестиция йыйылышы генераль директоры Вәлид Фаргал менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдары иғтибарға алынды.
1 964
Радий Хәбиров яңы асылған Көрәш һарайы әҙерлеге менән танышты
Төбәктә «Рәсәй - спорт державаһы» форумына әҙерлек дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумдың төп майҙансығы - Өфөлә яңы асылған Көрәш һарайы әҙерлеге менән танышты. Ҡеүәтле бинала күргәҙмә һәм экспозиция залы, форум менән идара итеү үҙәге ойошторола. Башҡортостанда 17-19 октябрҙә үтәсәк «Рәсәй - спорт державаһы» форумында донъяның 100 иленән 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.
1 964
Өфөлә КВН командалары араһында Республика башлығы кубогына уйын үтте
Шаяндар һәм отҡорҙар көс һынашты. «Торатау» Конгресс-холында КВН командалары араһында Республика башлығы кубогына уйын үтте. Сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров булды.
1 964
Башҡортостан журналистары Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды
Бөгөн билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан шәхестең Өфөләге Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы. Сарала журналистар, баҫма һәм электрон мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
1 964
Өфөлә ябыҡ аудиторияла махсус хәрби операция геройҙарына арналған фильмдар күрһәтелде
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы Фәнис Хөсәйенов тураһында «Йоҡабаш» йәнһүрәтен, бейеүсе Илнар Хәтмуллин тураһында - документаль һәм тылда хеҙмәт иткән ирекмәндәр хеҙмәтен сағылдырған «Бетеү» нәфис фильмын тәҡдим итте. Тәүге анимацион картина Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың дошман БТР-ын алып ҡасҡан ҡаһарманлығын һүрәтләй. Йәнһүрәт милли көйҙәр менән байытылған. Сибай концерт-театр берләшмәһе артисы Илнар Хәтмуллинға арналған әҫәр уның ғаилә ағзалары, коллегалары менән әңгәмәләрҙе берләштергән. «Бетеү» - ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән, уның режиссеры - Руслан Юлтыев.
1 964
Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Оҙатыу сараһы бөгөн иртән «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрби комиссариат һәм район хакимиәте вәкилдәре ил мәнфәғәтен яҡлап, тыныс киләсәк өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙға еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
1 964
Өфөлә Рәсәй Федерацияһы судьялар Советы Президиумының күсмә ултырышы үтте
Башҡортостанда тәүгә ойошторолған сарала илебеҙҙең суд системаһын үҫтереүҙең төп аспекттары ҡаралды. Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын яҡшыртыуға, суд органдарының һөҙөмтәле һәм асыҡ эшен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ҡануниәттә көнүҙәк үҙгәрештәр мәсьәләләре ҡаралды. Судья эше - дәүләткә, йәмғиәткә һәм граждандарға яуаплы хеҙмәт итеү. Был хеҙмәт юғары баһа һәм хөрмәткә лайыҡ, тине төбәк башлығы.
1 964
Башҡортостанда 3 миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған
Был иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 95 проценты. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. “Хужалыҡтар көнбағыш йыйыуға төшкән һәм шәкәр сөгөлдөрөн майҙандарҙың 3-тән 2 өлөшөн ҡаҙып алған. Быйыл һауа торошо ҡатмарлы булды. Июль һәм августағы ямғырҙар арҡаһында 54 районда ғәҙәттән тыш хәл режимын иғлан иттек. Хәҙер хәл тотҡарланды. Беҙҙең игенселәр гектарынан 22 процент уңыш йыя. Был күрһәткестәр уҙған йылға ҡарағанда юғары. Ауыл хужалығы белгестәренең хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм”, тип билдәләгән Радий Хәбиров.
1 964
Башҡортостанда күркә итен етештереү арта
Мәләүездәге "Союзпромптица" компанияһы элеватор төҙөлөшө, ҡатнаш аҙыҡ заводын яңыртыу өсөн 8 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтә. Проекттар 2027 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. Һөҙөмтәлә, күркә итен етештереү икеләтә артырға тейеш. Яңы эш урындары булдырыла. Әле бында 762 мең күркә үрсетелә. Продукция Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров предприятиены киңәйтеү буйынса планды хупланы.
1 964
Башҡортостанда инвалидтар өсөн социаль такси булдырыла
Бындай хеҙмәт киләһе йылдан эш башларға тейеш. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдереүенсә, социаль такси инвалидтар өсөн бушлай була, финанслау республика ҡаҙнаһынан ҡарала. Бындай машиналар инвалид балалар һәм 1-се төркөм инвалидтарға тәғәйенләнә. Социаль такси тәүҙә Өфөлә эшләй башлай, "Именлек" республика геронтология үҙәгендә урынлаша. Машинаны дауахана, вокзал, аэропорт, почта, күп функциялы үҙәккә барыу өсөн саҡыртырға мөмкин буласаҡ.
1 964
Республика аграрийҙары 32 мең гектар баҫыуҙан шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алған
Был дөйөм майҙандың 55 проценты. Благовар һәм Бүздәк райондарында татлы тамыр уңышы юғары булыуы билдәләнә. БЮТ ижади төркөмө урында эшләүсе Лентерра ойошмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
