fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 013
مشترکین
-124 ساعت
-57 روز
-1430 روز
آرشیو پست ها
Күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай юл йөрөүгә льгота механизмы эшләй башлай Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оп
Күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай юл йөрөүгә льгота механизмы эшләй башлай Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн компенсация түләү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. “Ташлама алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы, күп функциялы үҙәк һәм социаль үҙәктең урындағы бүлексәһендә ғариза яҙырға кәрәк”, - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Күп балалы ғаиләләр өсөн транспортта льгота менән файҙаланыу мөмкинлеге 23 октябрҙә тулыһынса эшләй башлай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бында ата-әсәләрҙең дә әүҙемлеге мөһим.

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр спорт менән шөғөлләнеү өсөн сертификат ала Был программа 2023 йылдан ғәмәлгә ашырыла. 10 мең
Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр спорт менән шөғөлләнеү өсөн сертификат ала Был программа 2023 йылдан ғәмәлгә ашырыла. 10 мең һумлыҡ сертификатты спорт секцияларында шөғөлләнеү өсөн ҡулланырға мөмкин. Быйыл сертифкиатты 60 йәштән өлкән 2 меңдән ашыу кешегә тапшырыу маҡсаты ҡуйылған, тип белдерҙе Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.

Башҡортостанда балалар беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнә Республикала "Бәхетле табип" тигән мәғариф программаһы ғәмәлгә ашырыла
Башҡортостанда балалар беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнә Республикала "Бәхетле табип" тигән мәғариф программаһы ғәмәлгә ашырыла. Уны Туймазы медицина колледжы ойошторған. Маҡсат - балаларҙы шәфҡәт туташы һөнәре менән таныштырыу. Программа бер йылға иҫәпләнгән. Балаларға уйын рәүешендә сәләмәт тормош алып барыу, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәштәр бирелә. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Иглин районында «Ғаилә скверы» барлыҡҡа килде Республикала яңы йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. Ул «Ғаилә скверы» тип атала. Йәмәғәт биләмәһе Иглин районы Ҡалтыман ауылы халҡының «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандың дүрт фермеры «Агротуризм» программаһы буйынса федераль грант аласаҡ Был турала Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итте. Грант конкурсы шарттары буйынса унда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе эшҡыуарлыҡ субъекттары көс һынай ала. Бәйгелә үҙ проекты менән Борай районынан Русалина Шакирова ла ҡатнашып, 10 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған.

Өфөлә БПЛА операторҙары уҡытыла башланы Заман һөнәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараты белгесе һәм операторы» программаһы буйынса уҡыуҙар башланды. Унда Өфө вуздарынан йыйылған 50 кеше белем ала.

Өфөгә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты Бөгөн Өфөгә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Көтөп алынған осрашыу «Өфө - арена» алдындағы майҙанда үтте. Әлбиттә, бында башлыса ватан һаҡсыларының туғандары һәм дуҫтары йыйылды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтыу өсөн автобустар бүленгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ике аҙна дауам иткән отпуск мәленә ҙур пландар ҡорған. Шулай ҙа төп маҡсат - ғаиләләренә күберәк ваҡыт бүлеү.

Радий Хәбиров йылытыу миҙгелен етешһеҙлек менән башлаған муниципалитеттарҙы тәнҡитләне Йылы тиҙ арала йорттарға һәм социаль объекттарға ебәрелергә тейеш. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ураҡ кампанияһы йомғаҡтары, республикала медицина тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү һорауҙары ла ҡаралды. Ҡыҫҡа эш аҙнаһы менән бәйле Республика көнөнә әҙерлек мәсьәләләре лә тикшерелде.

Өфөлә «Салют» республика балалар реабилитация үҙәге асылды Был учреждениены төҙөү тураһында Республика башлығы 2018 йылда, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа иғлан иткәйне. Күләмле проект тормошҡа ашырылды, үҙәк 26 мең квадрат метрға яҡын майҙанды үҙ эсенә ала, бында көн һайын 250 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационар, 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урын алған. Объектты сафҡа индереүгә 2 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.

Бөгөн Рәсәй президентының тыуған көнө Владимир Путинға 72 йәш тулды. Ил Президенты Ленинград ҡалаһында тыуған. 1999 йылда ил
Бөгөн Рәсәй президентының тыуған көнө Владимир Путинға 72 йәш тулды. Ил Президенты Ленинград ҡалаһында тыуған. 1999 йылда ил хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, 2000-се йылдың 7 майында ил башлығы булып һайлана. Владимир Путин иң оҙаҡ эшләгән сәйәсмәндәрҙән һанала.

Батырҙар дәүере Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәр күләме 3 миллион 725 мең һумға тиклем артты. Ай һайын 210 мең эш хаҡы, ғаилә һәм балалар өсөн 40-тан ашыу төрлө льготалар ҡаралған. Телефон номеры - 122.

Башҡортостанда эттәргә чип беркетелә Бының өсөн ике йылда республика ҡаҙнаһынан 57 миллион һум тотоноу ҡарала. Парламент спик
Башҡортостанда эттәргә чип беркетелә Бының өсөн ике йылда республика ҡаҙнаһынан 57 миллион һум тотоноу ҡарала. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, ошо турала закон ҡабул ителгәндән һуң бөтә эттәр мотлаҡ теркәлергә тейеш була. Тәүге ике йылда чип беркетеү өсөн аҡса алынмай. Киләсәктә эттәрҙе теркәү өсөн түләргә кәрәк була. Чипта эт һәм уның хужаһы тураһында мәғлүмәттәр яҙыла. Республикала законға төҙәтмәләр әҙерләнгән.

Өфө эргәһендәге Иҫке Турбаҫлы ауылында яңы мәсет сафҡа инде Башҡортостанда бөгөн йәнә бер ауыл аҙан тауышына күмелде. Өфө эргәһендәге Иҫке Турбаҫлы ауылында яңы мәсет сафҡа инде. Иман йортон асыу тантанаһы ауылдаштарҙы ғына түгел, республика район-ҡалаларынан бик күп кешеләрҙе бергә йыйҙы.

«Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Өфө районы Шамонин ауылына слетҡа йыйылды Сарала республиканың 30 районынан 51 ауыл вәкилдәре ҡатнашты. Слет сиктәрендә конкурсты ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы ла үтте. Эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса төп темалар һәм тәҡдимдәр тураһында репортаж.

Борай районында дәүләт программаһы сиктәрендә Аҡҡош күле тәртипкә килтерелгән Аҡҡоштар ҡайтһын күлгә. Борай районында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә Аҡҡош күле тәртипкә килтерелгән. Был урында йәшәүселәрҙең генә түгел, туристарҙың да яратҡан урыны. Тик һуңғы йылдарҙа биләмә ташландыҡ хәлдә була. Ундағы үҙгәрештәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә барып күрҙе.

Шишмә районында «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәргә» мемориал комплексы асылды 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы урынлашҡан частә «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәргә» тип исемләнгән мемориал комплекс асылды. Обелиск Бөйөк Ватан һуғышында, локаль бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрбиҙәр иҫтәлегенә арналған.

«Башҡортостан» полкының хәрби хеҙмәткәре махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ күрһәтә «Волк» ҡушматлы яугир пилотһыҙ осоу операторы булып хеҙмәт итә. Ул төндә дошман оборонаһының алғы сиген разведкалау ваҡытында «Баба-яга» тибындағы дронды күреп ҡала. Был осоу аппараттары башлыса шартлатҡыс хәрби припастар ташый, улар менән оборона позицияларын зарарлай. Был юлы ла ул «Башҡортостан» полкын тар-мар итергә йыйынған була. Яҡташыбыҙ дошман ҡоролмаһын юҡ итә, шул уҡ ваҡытта үҙенең коптерын да һаҡлап ҡала.

Экологик акция сиктәренда Өфөнөң Булат Имашев урамына емеш ағастары ултыртылды «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Булат Имашев урамына алмағастар, йүкәләр ултыртылды. Йәшелләндереү акцияһына өлкәндәр, балалар, ирекмәндәр йәлеп ителде. Шәмбе өмәһен ойоштороусылар «Йыл миҙгелдәре» тип аталған йәйге баҡса урындағы халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер тигән өмөттә.

Радий Хәбиров Педагогик хеҙмәт коллективын һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы Бөгөн - Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө. Педагогик хеҙмәт коллективын һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында «Минең Башҡортостаным» күргәҙмәһе асылды Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында бөгөн ҡул эштәре оҫталары Ләлә Камалетдинова менән Зөләйха Ырыҫҡолованың «Минең Башҡортостаным» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды.