uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
2 023
Obunachilar
-124 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
Салауат Юлаев һәйкәленең ҡурғаны киҫелмәйәсәк Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡта Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы ваҡытында уның ҡурғанын киҫеп алалар тигән мәғлүмәтте иңҡар иттеләр. Постамент ҡуйылған ер участкаһын нығытыу ғына ҡаралған.

Өфөлә «Һөт иле» ауыл хужалығы фестивале үтте Ҡашҡаҙан майҙаҙында республика фермерҙары һәм һөт предприятиелары тиҫтәләгән төрлө продукция тәҡдим итте, һөт ризыҡтары күргәҙмәһе ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусы һәр кем һөт тәмләп ҡарап, туңдырма менән һыйланды. Сауҙа майҙансыҡтарында һөт продукцияһынан тыш, йәшелсә-емеш, ит, бал һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде. Фестивалдә 100 мең самаһы кеше ҡатнашты.

Хәрби хеҙмәткә алыныусылар тәүге көндән уҡ атыу, һөжүм һәм разведка серҙәренә өйрәнә Яңы хәрби хеҙмәткә алыныусы бер генә һалдат та әҙерлекһеҙ яуға инмәй. Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәрҙе шундуҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй, ти махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән полигон инструкторҙары. Ул ғына ла түгел, күпте күреп өлгөргән яугирҙар ҙа даими күнекмәләр үтеп тора. Һуғыш алып барыу шарттары йылдам үҙгәргән мәлдә башҡаса мөмкин түгел.

Радий Хәбиров Донбасстағы «Саур-могила» мемориалында Мәңгелек утҡа сәскә һалды Донбасҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин менән бергә «Саур-могила» мемориаль комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалды.

Радий Хәбиров Донбасста «Башҡортостан» полкы яугирҙары менән осрашты Төбәк етәксеһе алғы һыҙыҡта ватан һаҡсыларының йәшәү шарттары, медицина пункты, ашхана эшмәкәрлеге һәм хәрби техника менән танышты. Радий Хәбиров ир-егеттәр менән аралашып, республиканан оҙатылған гуманитар ярҙам буйынса хәрбиҙәрҙең теләктәрен һорашты.

Башҡортостанда аҙна эсендә тәбиғәттә аҙашҡан кешеләр буйынса 6 осраҡ теркәлгән Аҙна башынан Башҡортостанда тәбиғәттә, урманда һәм һыу ятҡылыҡтарында аҙашҡан, юғалған кешеләр буйынса алты осраҡ теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡотҡарыу хеҙмәте 11 кешегә, шул иҫәптән 2 балаға ярҙам күрһәткән. Бәшмәк йыйғанда, балыҡ ҡармаҡлағанда, тауға күтәрелгәндә ҡайтыр юлды таба алмаусылар, шулай уҡ һуңға ҡалып, яҡындарын хәүефкә һалыусылар ҙа булған.

Өфөләге вуз-ара студенттар кампусында ғаилә ялы ойошторолдо Йолаға әйләнгән сара был юлы яҡынлашып килгән Белем көнөнә арналды. «Бергәләп мәктәпкә: сентярҙе нисек еңел үткәрергә» тип аталған сараны Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән «Ғаилә» хеҙмәте ойошторҙо.

Быйыл Ғафури районының Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән Быйыл Ғафури районының Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Медицина учреждениелары халыҡҡа беренсел сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Игенйылға ауылында Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә һаулыҡ һаҡлауҙа сифат һәм хәүефһеҙлек буйынса Бөтә Рәсәй конгресы башланды Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сифат һәм хәүефһеҙлек биләмәһе. Клиник практикала сифат менеджменты системаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конгресы башланды. Ике көнгә иҫәпләнгән сарала медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын, тыуымды арттырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.

Иглин районында педагогтар Яңы уҡыу йылы алдынан «Август кәңәшмәһенә» йыйылды Уҡытыусылар уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барлап, яңы маҡсаттар билдәләне. Семинарҙа ҡатнашыусылар мәғариф системаһында 1 сентябрҙән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр, федераль министрлыҡ тарафынан раҫланған яңы ҡарарҙар буйынса эш планын билдәләне.

Бөрөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды Хәтер комплексын асыу тантанаһында хәрбиҙәрҙең туғандары, яҡташтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Мемориал хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм ватан һаҡсыларының яҡындары тәҡдиме менән сафҡа индерелгән.

Ишембай районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙамды даими оҙата Алаҡай һәм Скворчиха ауылдарында йәшәүселәр ҙә ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылған. Маскировка селтәрҙәре үреү булһынмы, бал продукцияһы, шифалы үләндәр әҙерләүме-изге эш берҙәм көс менән башҡарыла. Алғы һыҙыҡтағыларға терәк булған замандаштарыбыҙ тураһында киләһе материал.

Фронт менән тыл араһында – йөрәк ептәре: Йылайыр ирекмәндәренең изге эше Яуҙа сыныҡҡандар бер генә хәрби бәрелештәрҙән дә ситтә ҡала алмай. Тап улар һуғыштың ни тиклем ауыр һәм һалдаттарға тыл, яҡындар, дуҫтар терәге мөһим икәнлеген яҡшы аңлай. Йылайыр районының хәрби туғанлыҡ ойошмаһы егеттәре лә ошондай битараф ҡала алмаған яҡташтарыбыҙ. Улар үҙ көсө менән гуманитар ярҙам туплап махсус хәрби операция биләмәһенә йөрөтә.

Өфөнән Татьяна Овчинникова-«Финист» менән «Ҡарлуғас» электропоездарының 5 миллионынсы пассажиры Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша хәбәр итеп, Татьянаға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Билетты ул Силәбегә тиклемге яңы эскпрессҡа һатып алған. Кропачёв ҡасабаһында йәшәгән ағаһының тыуған көнөнә саҡырылған булған. Ҡыҙ Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан иҫтәлекле бүләктәр алды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй тимер юлдары менән республикала йәшәүселәрҙең уңайлығын күтәреү буйынса алып барылған эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Башҡортостан зәңгәр яғыулыҡ үткәреү буйынса илдә бер нисә ай дауамында алдынғы төбәктәр исемлегендә Был турала республика башлығы Радий Хәбиров «Газ для России» телеграмм каналына интервьюһында хәбәр итте. Башҡортостанда һуңғы дүрт йыл эсендә 185 ауыл-ара газ үткәргесе төҙөлгән, 87 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән, 16 мең йорт газға тоташтырылған. Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла 33 ауылды зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтрырыу күҙаллана.

2026 йылдың май-июнендә Өфөлә Халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре фестивале үтә Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе ошондай күләмле сара уҙғарылыуы тураһында быйыл июлдә формаль булмаған берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙа хәбәр иткәйне. Атап үткәндә, ҡулланма сәнғәт һәм кәсептәр күргәҙмәһен ойоштороу планлаштырыуылы билдәләнде. Республикала халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә иғтибар ҙур, былтыр ғинуарҙа үткән оператив кәңәшмә барышында ла Радий Хәбиров ҡулланма сәнғәтте тергеҙеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылыуы тураһында фекерен белдерҙе.

31 август – Ветеринарҙар көнө: Баймаҡ ветстанцияһы тармаҡта алдынғылар рәтендә 31 август-Ветеринарҙар көнө. Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы тармаҡтың иң ҙур бүлексәләренең береһе. Ойошманың эш үҙенсәлектәре менән БЮТ ижади төркөмө яҡындан танышты.

Балтас районы Наджар ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды Заман талаптары буйынса төҙөлгән ФАП-та процедуралар кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшереү бүлеге йыһазландырылған. ЭКГ, дефибриллятор, тонометр һәм башҡа ҡоролмалар алынған. Наджар ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына 296 кеше, шул иҫәптән 16 бала теркәлгән.

«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында йәш шайморатовсылар өсөн профилле смена үтә Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында йәш шайморатовсылар өсөн профилле смена үтә. Унда төрлө район-ҡала белем усаҡтарынан олимпиада, спорт ярыштары һәм ижади конкурстарҙа уңыш ҡаҙанған уҡыусылар ҡатнаша.

Республикала “Башҡорт йорто” булдырыла Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр
Республикала “Башҡорт йорто” булдырыла Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итеүенсә, проектҡа ярашлы һатыуға әҙерләнәсәк өйҙәр эсе тик республикала етештерелгән интерьер менән йыһазландырыла. “Башҡорт йорто” менән “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабатуйында таныштырыу ҡарала.