БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 974
Suscriptores
Sin datos24 horas
-77 días
-2030 días
Archivo de publicaciones
1 974
Башҡортостапнда ярты миллион уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды
Уларҙың 45 меңе мәктәпкә тәүгә аяҡ баҫыусы 1-се класс уҡыусылары. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Белем көнө менән ҡотлап, мөктәп тормошоноң һәр кемдең ғүмерендә мөһим һәм яуаплы осор булыуын билдәләне.
1 974
Өфөлә «Пигменты Урала» татуировка фестивале үтте
Йолаға әйләнгән сара татуировка сәнғәтен үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнгән. Ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Фестиваль сиктәрендә татуировкалар конкурсы ла үтте. Жюри ағзалары «Юниор» һәм «Профессионал» номинацияларында эштәрҙе баһалап, яң яҡшыларын бүләкләне.
1 974
Өфөлә «ӘйҙәФест» урам театрҙарының юбилей фестивале уҙғарылды
Йәйҙең һуңғы 2 көнөндә «Арт-Квадрат»киңлеге асыҡ һауалағы ҙур сәхнәгә әүерелде Тамашасылар 13 ҡаланан килгән 140 артистың 30-ҙан ашыу спектаклен һәм шоуын йылы ҡабул итте. Программала-клоунада, пластик театр, документаль постановкалар һәм иммерсив акциялар. «ӘйҙәФест» бишенсе тапҡыр билдәләнде һәм башҡалабыҙ Өфөлә артистар ҡаланы сәхнәгә, ә тамашасыларҙы үҙҙәре менән бергә уйнарға саҡырҙы.
1 974
Иглин районы Петрово-Федоровка ауылына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулды
Ошо уңайҙан ауыл эргәһендәге күркәм тәбиғәт ҡосағында байрам тантанаһы үтте. Сарала биләмә үҫешенә тос өлөш индергән ауылдаштарға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто артистары байрамға йыйылыусыларға сағыу концерт программаһы тәҡдим итте. Ошонда уҡ балалар майҙансығы эшләне, хужабикәләр милли аш-һыуҙарын тәҡдим итте.
1 974
Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраясаҡ
Уларҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Йәмғеһе Башҡортостан мәктәптәре 519 мең 657 малай-ҡыҙҙы ҡаршы ала. Бөгөн төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыу йылы башланыу уңайынан дәүләт флагтары күтәрелә, тантаналы линейкалар уҙа, асыҡ дәрестәр үтә.
1 974
Радий Хәбиров эш сәфәре менән махсус хәрби операция биләмәһендә булды
Был республика етәксеһенең Донбасҡа алтынсы сәфәре. Радий Фәрит улы башҡорт һалдаттары менән осрашты. Төбәк башлығы билдәләүенсә, «Башҡортостан» полкы-иң һөҙөмтәле подразделениеларҙың береһе. Уның төп составында, башлыса, республикала тыуған ир-егеттәр хеҙмәт итә, әммә башҡа төбәктәрҙән дә яугирҙар бар. Ер аҫты позициялары ысын ҡаласыҡты хәтерләтә. Блиндаждарҙа командование пункты, ашхана, күнекмәләр залы ла бар. Радий Хәбиров яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы, шулай уҡ ғәҙәттәгесә, иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
1 974
Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курс студенттары өсөн адаптация сменаһы бара
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курс студенттары өсөн адаптация сменаһы бара. Өс көн дауамында юғары уҡыу йортона ингән егет-ҡыҙҙар вуз менән таныша, студент тормошона әҙерләнә. Быйыл махсус смена 9-сы йыл рәттән ойошторола.
1 974
Башҡортостанда киҫкен респиратор сирҙәр артасаҡ: табиптар прививка яһатырға саҡыра
Сентябрҙә республикала киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусылар ике тапҡырға артып, 20 мең кешегә етеүе ихтимал. Эпидемиологтар һалҡын тейеү миҙгеленә әҙер булырға кәңәш итә. Тәү сиратта, профилактикаға иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Әле поликлиникаларҙа прививка кампанияһы башланған. Гриптан вакцинаны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бушлай яһата ала. Табиптар билдәләүенсә, был сирҙән һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы.
1 974
Шишмә районы Яңы Киевка ауылында йәшәүселәр тиҫтә йылдар дауамында юлһыҙ интегә
Ямғырлы йәйҙә, яҙын һәм көҙөн ауылға илткән юл аҡтарылып, тәрән кәлейә хасил була, еңел автомобилдәр, автобустар йөрөй алмай. Халыҡ ашығыс ярҙам каретаһы, янғын һүндереү хеҙмәттәре ваҡытында килеп өлгөрмәй, тип зарлана. Яңы Киевкаға илткән юлдарҙан беҙҙең ижади төркәм дә үтеп ҡараны.
1 974
Салауат Юлаев һәйкәленең ҡурғаны киҫелмәйәсәк
Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡта Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы ваҡытында уның ҡурғанын киҫеп алалар тигән мәғлүмәтте иңҡар иттеләр. Постамент ҡуйылған ер участкаһын нығытыу ғына ҡаралған.
1 974
Өфөлә «Һөт иле» ауыл хужалығы фестивале үтте
Ҡашҡаҙан майҙаҙында республика фермерҙары һәм һөт предприятиелары тиҫтәләгән төрлө продукция тәҡдим итте, һөт ризыҡтары күргәҙмәһе ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусы һәр кем һөт тәмләп ҡарап, туңдырма менән һыйланды. Сауҙа майҙансыҡтарында һөт продукцияһынан тыш, йәшелсә-емеш, ит, бал һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде. Фестивалдә 100 мең самаһы кеше ҡатнашты.
1 974
Хәрби хеҙмәткә алыныусылар тәүге көндән уҡ атыу, һөжүм һәм разведка серҙәренә өйрәнә
Яңы хәрби хеҙмәткә алыныусы бер генә һалдат та әҙерлекһеҙ яуға инмәй. Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәрҙе шундуҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй, ти махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән полигон инструкторҙары. Ул ғына ла түгел, күпте күреп өлгөргән яугирҙар ҙа даими күнекмәләр үтеп тора. Һуғыш алып барыу шарттары йылдам үҙгәргән мәлдә башҡаса мөмкин түгел.
1 974
Радий Хәбиров Донбасстағы «Саур-могила» мемориалында Мәңгелек утҡа сәскә һалды
Донбасҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин менән бергә «Саур-могила» мемориаль комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалды.
1 974
Радий Хәбиров Донбасста «Башҡортостан» полкы яугирҙары менән осрашты
Төбәк етәксеһе алғы һыҙыҡта ватан һаҡсыларының йәшәү шарттары, медицина пункты, ашхана эшмәкәрлеге һәм хәрби техника менән танышты. Радий Хәбиров ир-егеттәр менән аралашып, республиканан оҙатылған гуманитар ярҙам буйынса хәрбиҙәрҙең теләктәрен һорашты.
1 974
Башҡортостанда аҙна эсендә тәбиғәттә аҙашҡан кешеләр буйынса 6 осраҡ теркәлгән
Аҙна башынан Башҡортостанда тәбиғәттә, урманда һәм һыу ятҡылыҡтарында аҙашҡан, юғалған кешеләр буйынса алты осраҡ теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡотҡарыу хеҙмәте 11 кешегә, шул иҫәптән 2 балаға ярҙам күрһәткән. Бәшмәк йыйғанда, балыҡ ҡармаҡлағанда, тауға күтәрелгәндә ҡайтыр юлды таба алмаусылар, шулай уҡ һуңға ҡалып, яҡындарын хәүефкә һалыусылар ҙа булған.
1 974
Өфөләге вуз-ара студенттар кампусында ғаилә ялы ойошторолдо
Йолаға әйләнгән сара был юлы яҡынлашып килгән Белем көнөнә арналды. «Бергәләп мәктәпкә: сентярҙе нисек еңел үткәрергә» тип аталған сараны Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән «Ғаилә» хеҙмәте ойошторҙо.
1 974
Быйыл Ғафури районының Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән
Быйыл Ғафури районының Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Медицина учреждениелары халыҡҡа беренсел сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Игенйылға ауылында Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 974
Өфөлә һаулыҡ һаҡлауҙа сифат һәм хәүефһеҙлек буйынса Бөтә Рәсәй конгресы башланды
Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сифат һәм хәүефһеҙлек биләмәһе. Клиник практикала сифат менеджменты системаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конгресы башланды. Ике көнгә иҫәпләнгән сарала медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын, тыуымды арттырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.
1 974
Иглин районында педагогтар Яңы уҡыу йылы алдынан «Август кәңәшмәһенә» йыйылды
Уҡытыусылар уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барлап, яңы маҡсаттар билдәләне. Семинарҙа ҡатнашыусылар мәғариф системаһында 1 сентябрҙән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр, федераль министрлыҡ тарафынан раҫланған яңы ҡарарҙар буйынса эш планын билдәләне.
1 974
Бөрөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды
Хәтер комплексын асыу тантанаһында хәрбиҙәрҙең туғандары, яҡташтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Мемориал хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм ватан һаҡсыларының яҡындары тәҡдиме менән сафҡа индерелгән.
