БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 969
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-47 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 969
Ғафури районы халҡы «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акцияларында әүҙем ҡатнашты
Ғафури районы халҡынан йәшел урман һәм тере хәтер акцияһы. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә арналған илһөйәрлек саралары хаҡында репортаж.
1 969
Әбйәлил районында баҡыр сығарыу буйынса инвестиция проекты тәҡдим ителде
Әбйәлил районы Буранғол һәм Амангилде ауыл биләмәләрендә баҡыр сығарыу буйынса инвестиция проектын тәҡдим ителде. Яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәте тиҙҙән районда геологоразведка эштәрен башларға ниәтләй. Баҡыр запастары барлығы раҫланһа, инвестор тәбиғәткә зыян килтермәй торған экологик технологиялар ҡулланып муниципалитет үҫешенең төп көсө була алған предприятие төҙөргә әҙер. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 969
Башҡортостан делегацияһы «Иннопром. Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә тиҫтәләгән килешеү төҙөнө
Ташкент ҡалаһында «Иннопром. Үҙәк Азия» Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан рәсми делегацияһы тиҫтәләгән хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа, нефть-химияһы, аҙыҡ-түлек эшкәртеү, ауыл хужалығы йүнәлештәрендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатын ҡуйҙы. Халыҡ-ара күргәҙмәлә республиканың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре презентацияһы ойошторолдо.
1 969
Өфө менән Ҡытай халыҡ республикаһы араһында тура авиарейс асылды
Өфө менән Ҡытай халыҡ республикаһы араһында тура авиарейс асылды. Ул аҙнаһына ике тапҡыр оса. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡытай-Рәсәй комплекслы хеҙмәтләндереү сауҙа платформаһы директоры Дин Сяопинға хәбәр итте. Һауа юлдары бәйләнеше ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итәсәк. Яңы эшлекле бәйләнештәр булдырылған, тауар әйләнеше арта. Ҡытай Башҡортостан өсөн сауҙа ғына түгел, индустриаль партнер ҙа була ала, тине республика башлығы.
1 969
Радий Хәбиров: Мәғрифәт ойошмаларын берләштереү мөһим
Мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы берләштереү мөһим. Был турала Радий Хәбиров бөгөн «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышында белдерҙе.
1 969
«Үлемһеҙ полк»ҡа быйыл 200 меңдән ашыу кешенең ҡушылыуы көтөлә
Һуңғы тапҡыр акцияла 172 мең кеше ҡатнашҡайны. Был иһә йылдар үткән һайын сараның тағы ла киңерәк билдәлелек ала барыуы һәм йәмғиәттә патриотизмдың артыуына дәлил. Хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып «Үлемһеҙ полк» акцияһы ғәмәлдә өс йыл элек уҙғарылды. Ошо ваҡытта ул онлайн форматта үткәрелә килде. Быйыл да күп халыҡтың йыйылыуы именлек хеҙмәтендә борсолоу уята. Ләкин Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында мөһим сараны үткәрмәйенсә лә мөмкин түгел, ти властар. Республика башлығы Радий Хәбиров акцияны ойоштороу ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тейешле үтәү бурысы ҡуйҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Еңеү көнөндә ҡаралған башҡа саралар планы ла тикшерелде.
1 969
Башҡортостанда 39 район һәм ҡалала йылытыу миҙгеле дауам итә
Йорттарға йылы биреү туҡтатылмаған. Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе. - 63 муниципалитеттың 24-ендә, шул иҫәптән Өфөлә йорттарҙы йылытыу тамамланды. Башҡа район һәм ҡалалар һауа шарттарын иҫәпкә алып йылытыуҙы дауам итә, - тине ул.
1 969
Башҡортостандан 8 колледж кластерҙар булдырыу өсөн грант ала
Улар "Профессионалитет" федераль проектында ҡатнаша. Радий Хәбиров белдереүенсә, был яҡшы һөҙөмтә. Башҡа төбәктәрҙән бер ике проект ҡына һайлап алынған. Колледждарға 800 миллион һум бүленә. Был аҡсаны алыусылар араһында Нефтекама, Кушнаренко, Туймазы, Бәләбәй һәм Өфө ҡалаһынан уҡыу йорттары бар.
1 969
«Салауат Юлаев» хоккейсылары сенсацион рәүештә Ярославлдә тәүге еңеүен яуланы
Гагарин кубогының ярымфиналында юлаевсылар «Локомотив» менән беренсе осрашыуын үткәрҙе. Уйын алдынан эксперттарҙың барыһы ла тиерлек өҫтөнлөк тимер юлсылар яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Быға бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел, сөнки дәғүәселәр даими чемпионаттың иң яҡшы командаһы тип танылды. Шуға ла улар әле лә кубокҡа төп дәғүәсе тип һанала. Яҡташтарыбыҙға ышанмаусыларҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, тәүге уйын Башҡортостан командаһы файҙаһына тамамланды.
1 969
Рима Баталова мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн спорт мөмкинлектәрен киңәйтә
Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» һәм Президенты гранттары фондынан коррекция мәктәптәренә социаль ярҙам. «Спорт һәр кемгә асыҡ» йәмәғәт башланғысы проекты мөмкинлектәре сикләнгән балаларға физкультура дәрестәрен төрләндереү өсөн спорт секцияларын ойоштороуға ярҙам йөҙөнән йыһаздар тапшырҙы.
1 969
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның концерты үтте
Тыңлаусыларҙы үҙенең ҡабатланмаҫ моңо менән ҡыуандырған йырсы ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Әлфиә Юлсуринаның репертуары жанрҙар байлығы һәм төрлөлөгө менән айырыла. Башҡорт музыкаһы мэтры, композитор Салауат Низаметдиновтың әҫәрҙәре йырсының һоҡланғыс талантын яңы кимәлгә күтәрҙе, ижад сиктәрен киңәйтте. Данлыҡлы композитор яҙған йырҙарҙы Әлфиә Юлсурина тамашасыларға юғары профессиональ кимәлдә сағыу образдар аша еткерә. Юбилей концертында репертуарҙағы алтын хиттар, эстрада әҫәрҙәре, шулай уҡ быға тиклем ишетелмгән йырҙар яңғыраны.
1 969
Әбйәлил районында «Йорт идарасыһы» форумы үтте
Сарала күп ҡатлы йорттары булған ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, фатир хужалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Әбйәлил районында 100-гә яҡын күп ҡатлы йорт иҫәпләнә. Былтыр фатир хужаларынан йыйылған иғәнәләр иҫәбенә район үҙәгендә күп ҡатлы ике торлаҡтың ҡыйыҡтары алмаштырылған, биләмәләр төҙөкләндерелгән. Форумда башҡарылған эштәрҙең сифаты, алда торған бурыстар ҡаралды
1 969
Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы
Ауыр юғалтыу. Легендар шәхес, миллиондарҙың һөйөүен яулаған Фидан Ғафаров арабыҙҙан китте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе Ҡабатланмаҫ талантлы актер менән хушлашыу иртәгә Башҡорт дәүләт академия театрында сәғәт унда була. Башҡорт сәнғәте легендаһы тураһында китләһе яҙмала.
1 969
Өфөнән рапирасы Адэлина Бикбулатова Рәсәй чемпионы булды
Баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса ил беренселеге үтте. Финалда Адэлина Бикбулатова Курск ҡалаһынан килгән спортсы Полина Козаеванан көслөрәк булып сыҡты. Осрашыу 15-кә 3 иҫәбенә тамамланды. Ярышта Рәсәй төбәктәренән 650-нән ашыу атлет ҡатнашты. Башҡортостан исеменән 68 спортсы сығыш яһаны. Чемпионатта шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре көс һынашты.
1 969
Һуңғы тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 20 миллион һум күсергән
Зыян күреүселәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына 38 ғариза тапшырған. Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан ошо турала белдерәләр. Белгестәр таныш булмаған кешеләр менән телефон аша аралашмаҫҡа, шәхси мәғлүмәттәрҙе таратмаҫҡа кәңәш итә. Мутлашыусылар күп осраҡта кешеләрҙе кредит юлларға мәжбүр итә. Илдә һәр кем банктан кредит алыуға сикләү ҡуя ала. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләргә була. Берҙәм кредит бюроһынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 300 мең самаһы кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған.
1 969
Республиканың иң оҫта тынлы оркестрҙары “Еңеү Салютында” сығыш яһай
Плац-концерт 30 апрелдә “Башҡортостан” концерт залы алдындағы майҙанда була. Унда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү Салюты” фестивале еңеүселәре иғлан ителә. Сарала ҡала һәм райондарҙан балалар коллективтары, профессиональ һәм хәрби оркестрҙар сығыш яһай.
1 969
Башҡортостан Бөтә Рәсәй туристик ҡалалар форумында еңеү яуланы
Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко ошо турала белдерҙе. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ төбәктәре” һәм “Туристик ҡалалар” премияларын тапшыру финалы Воронежда үтте. Унда 40-тан ашыу республика һәм өлкә вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең республикаға бер нисә номинация буйынса 13 награда тапшырылған. Башҡортостан “Туристарға сувенир продукцияһы төбәге” номинацияһында Гран-при бирелгән. Өфө “Креатив туризм ҡалаһы” номинацияһында юғары бүләккә лайыҡ булған. Бөрөгә “Ваҡиғалы туризм ҡалаһы” номинацияһында гран-при тапшырылған.
1 969
Рәсәйҙә ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды
Ул өс көнлөк була. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы май байрамдарына аңлатма бирҙе. 1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май Еңеү көнө булараҡ ял һәм байрам көндәре иҫәпләнә. Рәсәй хөкүмәте ҡарары буйынса 4 ғинуарҙағы ял 2 майға, 23 февралдәгеһе 8 майға күсерелде. Ил халҡы 1 майҙан 4-енә, 8 майҙан 11-енә тиклем ял итә. 30 апрелдә хеҙмәт көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
1 969
+3
Ауыр юғалтыу
Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы, тип хәбәр итә республика Башлығы Радий Хәбиров.
1 969
Өфөлә республиканың иң яҡшы ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры билдәләнде
Ике этапта үткән конкурста 1083 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты. Улар тест һорауҙарына яуап бирҙе, практик белемдәрен һынаны. Баһалама ағзалары тарафынан уларҙың тик бишәүһе һайлап алынды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
