uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 953
Obunachilar
-124 soatlar
-47 kun
-1430 kun
Postlar arxiv
Өфөлә Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә Республикала дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә. Шәхес иҫтәлегенә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбйәлил районы яҡташтары Фәйзрахман Шәйхетдин улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалды.
02 Dek 2025, 07:41

Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы 55 йыллығын билдәләне Юбилей датаһы беренсе курс курсанттарының ант биреү тантанаһы менән тура килде. 170 егет-ҡыҙға студент таныҡлығы ла тапшырылды. Ошо йылдар эсендә уҡыу йорто судно йөрөтөүсе, судно һәм электр механигы, транспорт менән идара итеүсе һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен ойоштороусы кеүек 8 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.
02 Dek 2025, 07:30

Өфөлә сәнәғәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ябай булмаған осорҙа ла предприятиелар яңы производстволар төҙөүен дауам итә, эшмәкәрлеккә инновациялар индерелә, инвестициялар йәлеп ителә, энергия системаһы ҡеүәттәре арттырыла. Төбәктә алып барылған сәнәғәт сәйәсәте лә ил кимәлендә иң уңышлыларҙың береһе һанала. Һөнәри байрамдарын билдәләгән тармаҡ алдынғыларының фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында киләһе сюжетта.
02 Dek 2025, 07:17

Башҡортостандың 8 ауылына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, Асҡын районының Дәүләт
Башҡортостандың 8 ауылына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, Асҡын районының Дәүләт һәм Шорохов, Белореттың Ботай һәм Ҡарайылға, Йылайырҙа Яңы Александровка, Ҡариҙелдә Ураҙбахты, Тәтешлелә Танып, Шаранда Тат-Көсөк ауылдары донъя селтәренә тоташтырыла.
01 Dek 2025, 23:20

Башҡортостанда 400-гә яҡын яугирға психологик ярҙам күрһәтелгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзал
Башҡортостанда 400-гә яҡын яугирға психологик ярҙам күрһәтелгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына реабилитация системаһы булдырылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, быйыл 2 мең ярымдан ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Яугирҙарҙы дарыу менән тәьмин итеү буйынса мониторинг алып барыла. Республика психотерапия үҙәгендә стационар ярҙам программаһы эшләй. Ул 30 көнгә иҫәпләнгән.
01 Dek 2025, 23:13

Башҡортостан спортсыһы билбаулы көрәш буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбаул
Башҡортостан спортсыһы билбаулы көрәш буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы. Белореттан Олимпия Мәхийәнова ла алтын миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ донъя беренселегендә дүртенсегә еңеү яуланы. Фуджейра ҡалаһында үткән турнирҙа Башҡортостан көрәшселәре бөтәһе 8 миҙал менән бүләкләнде.
01 Dek 2025, 23:04

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы. Канал хеҙмәткәрҙәре йыл йырсыһы, шағиры, халыҡ башҡарыусыһы кеүек төрлө номинация еңеүселәрен билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында аншлаг менән үткән тамаша беренсе тапҡыр күсмә студияла эшләне.
01 Dek 2025, 14:26

Өфөлә Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» күргәҙмәһе асылды Өфөнөң «Урал» галереяһында Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, рәссам Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға орнаментализм техникаһында эшләнгән 20 картина ҡуйылған.
01 Dek 2025, 14:16

Әсә көнөндә ҡаланың клиник перинаталь үҙәгендә «Бәхет тыуҙы!» акцияһы ойошторолдо Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә был көндө сабыйҙары тыуған әсәләрҙе тантаналы шарттарҙа тәбрикләне.Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм бәләкәстәрҙе өйгә оҙатҡанда иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Өфөнән Бардыновтар ғаиләһенең өсөнсөгә улдары тыуған, улар хәҙер күп балалы ғаилә статусында.
01 Dek 2025, 14:06

Өфө ҡар иретеү станциялары тулы көскә күсә Календарҙа ҡыш башланһа ла, көҙ китергә ашыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың коммуналь-хужалыҡ хеҙмәттәре яуым-төшөмгә әҙерләнә. Өфөләге Сәғит Агиш урамындағы ҡар иретеү станцияһының ике линияһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсерелгән. Былтыр ул 150 мең тонна йәки 7 мең йөк машинаһы ҡарҙы иреткән.
01 Dek 2025, 13:56

Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде Бөгөн Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде. Яугирға операция Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостан филиалының клиника менән килешеүе буйынса башҡарылды. Уртаҡ проект буйынса айына бер тапҡыр хәрбиҙәргә бушлай пластик операциялар яһаласаҡ.
01 Dek 2025, 13:46

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына республиканан татлы ярҙам барып етте Уны архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм ата-әсәләр туплаған. Гуманитар ылауға шифалы балдан тыш, газ балондары, йылытҡыстар, дронға ҡаршы япма һәм башҡа фронтта кәрәкле бик күп әйберҙәр тупланған. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына осраҡлы ғына килмәнек, хәрби берәмек республиканың ғорурлығы тигән фекерҙә колледж директоры.
01 Dek 2025, 13:36

Иглин районынан махсус хәрби операциялағыларға 57-се гуманитар конвой әҙерләнә Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ылау ебәреүгә әҙерлек башланды. Был көндәрҙә Иглин ветерандар союзы штабында айырыуса йәнлелек. Иҫәп буйынса 57-се конвойҙы оҙатыу өҫтөндә эш тулы ҡеүәткә бара. Ғәҙәттәгесә, йөктөң дөйөм ауырлығы яҡынса 10 тонна тәшкил итәсәк. Иң кәрәкле әйберҙәр араһында автомобиль техникаһы, дрон детекторҙары, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм төҙөлөш ҡорамалдары бар.
01 Dek 2025, 13:24

Башҡортостанда Һалым хеҙмәте 35 йыллығын билдәләй Федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға-35 йыл. Республика башлығы Радий Хәбиров Һалым идаралығының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостан һалым хеҙмәте ярҙамында быйыл республика бюджетына 488 млрд һум аҡса тупланған. Был былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, 30 процентҡа юғары.
01 Dek 2025, 13:13

Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» еңеүселәренә 1 млн һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» программаһында еңеүселәргә 1 млн һумға иҫәпләнгән сертификаттар тапшырҙы. Ауыл ерендә йәш спортсыларҙы тәрбиәләүсе белгестәр аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тәбрикләнде. Көн тәртибендә төбәктә мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөкләндереү, Башҡортостан башлығы менән Тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр үтәлеше һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
01 Dek 2025, 12:54

Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә Келәмдә-ҡатын-ҡыҙҙар. Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә. Көрәш һарайында көн һайын иртә менән кис гүзәл заттар араһында иң көслөләр билдәләнә. Яңыраҡ ҡына 54 һәм 70 килограмм ауырлыҡта еңеүселәр асыҡланды. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Наталья Самохина ла уңышҡа өлгәшеп, сираттағы раундҡа үтте. Ул Новосибирск өлкәһе өсөн сығыш яһай.
01 Dek 2025, 06:21

Башҡорт драма театры «Рядовойҙар» премьераһын күрһәтте Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры репертуары сираттағы хәрби драма спектакле менән тулыланды. Был юлы ижади коллектив беларус драматургы Алексей Дударевтың «Рядовойҙар» пьесаһына мөрәжәғәт иткән. Ике көн дауамында барған премьера аншлаг менән үтте.
01 Dek 2025, 06:06

Баймаҡ ҡаланың «Айыуҡай» балалар баҡсаһы 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне Байрамда ата-әсәләр, ветеран тәрбиәселәр, кескәйҙәр ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
01 Dek 2025, 05:51

Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе эшенә йомғаҡ яһалды Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Конференцияла 600-гә яҡын делегат ҡатнашты. Майҙансыҡта мәғариф программаһы эшләне, яңы проекттар тәҡдим ителде, илһөйәрлек темаларына лекциялар уҡылды.
01 Dek 2025, 05:36

Өфөлә ҡыҫҡа ялдан ҡайтҡан яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте Бөгөн «Өфө-арена» боҙ һарайы янында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыларҙы оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Бер төркөм хәрбиҙәр тыуған яҡта ял иткәндән һуң фронтҡа юлланды. Уларҙың күбеһе мобилизация буйынса алынған. Дүртенсе йыл барған махсус хәрби операцияға яугирҙарҙың яҡындары ла гуманитар ылауҙар туплауҙа ҡатнаша, ирекмәнлек эшендә ҡатнашып аҙыҡ- түлек запасы, күстәнәстәр ебәрә.
01 Dek 2025, 05:21