ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 982
Подписчики
Нет данных24 часа
-27 дней
-1330 дней
Архив постов
Милли оркестр «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» гастролдәрен йомғаҡланы Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» буйлап гастролдәре тамамланды. Аҙна дауамында ижади коллектив 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтеп, 9 ҡалала сығыш яһаны. Концерттарҙы 5 меңдән ашыу тамашасы ҡарауы билдәләнә.

Башҡортостанда ялған ҡымыҙ асыҡланды Бейәнеке түгел, һыйыр һөтөнән. Башҡортостан һынау лабораторияһы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ҡымыҙ өлгөләренең береһе ялған булыуы асыҡланған. Тышлығында яҙылған составы дөрөҫлөккә бөтөнләй тура килмәгән. ПЦР-анализ ысулы буйынса уҙғарылған экспертиза һөҙөмтәләре тураһында репортаж.

Өфөлә IX махсуслаштырылған аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе сиктәрендә кулинарҙар ярышы үтте Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән фестиваль Башҡортостандың Ауыл хужалығы тарафынан ойошторола. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 120-нән ашыу эре ойошма, фермер хужалыҡтары, сауҙа селтәрҙәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең алдынғы етештереүселәре тәжрибә уртаҡлашып, тармаҡ проблемаларын уртаға һалып һөйләште. Эшлекле осрашыуҙар, күргәҙмәнән тыш, урында республика кулинарҙары араһында айырым ярыш уҙғарылды.

Өфөлә йәш психологтар форумы үтте Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған сарала буласаҡ психогтар һәм яңы эшләй башлаған белгестәр тәжрибәле коллегалары менән аралашып, клиенттарға психологик уйындар уйнатты. Һөнәри үҫеш проекты йөҙәрләгән психологты берләштерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Медицина вуздарын тамамлаусыларҙың бер өлөшө генә юллама буйынса эшкә йүнәлтеләсәк Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, киләһе йылдан маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем алған йәш белгестәр өс йылға тиклем дәүләт медицина учреждениеларында эшләргә бурыслы. Яңы ҡануниәт төбәктәрҙә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итергә тейеш. Теманың дауамы киләһе репортажда.

Өфөләге фатирҙарҙың береһенә йылан ингән Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Интернациональ урамындағы торлаҡ йортта йәшәүсенән шылтыратыу килгән. Хужабикә ванна бүлмәһендә бер метр оҙонлоҡтағы йылан күреүе тураһында хәбәр итә. Ул башта туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсене төрлө төҫтәге туҡыма тип уйлай. Ысынбарлыҡта иһә бүлмәлә экзотик ҡунаҡ йәшеренгән булып сыға. Ҡотҡарыусылар урынға килеп еткәс, йыланды һыуытҡыс аҫтынан сығара.

Алдағы өс көндә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, алдағы өс көндә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура климатик норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Төнъяҡ райондарҙа урыны менән епшек ҡар яуыуы, ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы ихтимал. Юлдарҙың айырым өлөшөндә боҙлауыҡ.

Башҡортостанда боҙға бәйле фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн контроллек көсәйтелде Республикала быйыл ҡыш һуңлап килә. Ноябрҙең аҙағы яҡынлашыуға ҡарамаҫтан йылға-күлдәр туңмаған. Әммә был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Һуңғы айҙа ғына йоҡа боҙ менән бәйле бер нисә фажиғәле осраҡ теркәлгән. Күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында 1 ноябрҙән төбәктә ведомство-ара иҫкәртеү операцияһы үтә.

Баймаҡ районы мәҙәниәт йортонда «Хазина» халыҡ клубы оҫталыҡ дәресе ойошторҙо Матурлыҡ, зауыҡ, ҡул эштәре. Баймаҡ районы мәҙәниәт йортонда «Хазина» халыҡ клубы оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Күҙ яуын алған эштәр хаҡында киләһе яҙмала.

«Ғилем» йәмғиәте һәм Яҙыусылар союзы мәғрифәт эшен бергә алып барасаҡ Яҙыусылар союзында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Дәүләт идеологияһын халыҡҡа еткереүсе көс булған ижадсыларға аныҡ маҡсаттар ҡуйылды, Яңы йылдан «Ғилем» Рәсәй йәмғиәте, Башҡортостан яҙыусылар союзы мәғрифәт-ағартыу эшен бергәләп алып барасаҡ.

Иглин районының баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре махсус хәрби операцияға ярҙам итә Ошо көндәрҙә «Липки-7» баҡсасылар ширҡәте рәйесе район ирекмәндәре штабына сираттағы аҡса йыйып тапшырҙы. Изге ғәмәлдә башлыса баҡсасылыҡ ширҡәтенә ҡараған пенсионерҙар ҡатнашҡан. Инде икенсе йыл рәттән баҡсасылар еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙар Донбассҡа махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙар Донбассҡа махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын оҙатыу митингы «Өфө-арена» майҙаны алдында уҙҙы. Хәрбиҙәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары хәрби комссары тәбрикләне, яуаплы хеҙмәттә уңыштар, имен-һау Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡҡта ҡалған хеҙмәттәштәренә үҙҙәре менән бергә тыуған яҡ сәләме һәм йорт ризыҡтары, тәмлекәстәр алып бара.

Башҡортостанда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәкләре киңәйтелә Башҡортостандың һәр муниципалитетында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәктәре барлыҡҡа килергә тейеш. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Дәүләт Думаһында үҫмерҙәрҙең питбайкын тартып алыу юлдары ҡарала Парламентта балаларға бындай төр транспортты һатыуға бәйле з
Дәүләт Думаһында үҫмерҙәрҙең питбайкын тартып алыу юлдары ҡарала Парламентта балаларға бындай төр транспортты һатыуға бәйле закон проекты тикшерелә. “Питбайктарҙы спорт мәктәбенән белешмә булғандарға ғына һатыу хуплана. Үҫмерҙәр мотоциклда махсус майҙансыҡтарҙа ғына йөрөргә тейеш”, - тип белдерә депутаттар. Быйыл республикала авто- йәки мототранспорт рулендә 2 мең үҫмер тотолған. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫерек булған. Дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерәләр. Транспорт менән идара иткән балалар ҡатнашлығында 70-кә яҡын авария теркәлгән, 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда “Рулгә ултырма, малай” тигән кампания ойошторолдо.

Башҡортостан Милли спорт премияһына дәғүә итә Дәүләт наградаһы спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға өлөш индереүсе
Башҡортостан Милли спорт премияһына дәғүә итә Дәүләт наградаһы спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға өлөш индереүселәрҙе берләштерә. Республика Хөкүмәте вице-премьеры, спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, 27 ноябрҙә еңеүселәр билдәләнә. Быйыл конкурсҡа 3 номинация буйынса эштәр тәҡдим ителгән. Улар араһында “Рәсәйҙең спорт обьекты” премияһына Фехтование үҙәге индерелгән. Башҡортостан уҙған йылда тәүге өс "Илдең иң яҡшы спорт төбәге" исемлегенә инде. Семен Елистаров иң яҡшы спортсы тип билдәләнде.

Республикала юлдар тәртипкә килтерелә Стәрлетамаҡ-Белорет- Магнитогорск юлы төҙөкләндерелә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура
Республикала юлдар тәртипкә килтерелә Стәрлетамаҡ-Белорет- Магнитогорск юлы төҙөкләндерелә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы башҡарыла. Трассаны ремонтлауға 247 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был участкала иҫке асфальт-бетон япма яңыртыла, юл ситтәрен нығытыла һәм билдәләр ҡуйыла. Республикала быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы 740 саҡрымға яҡын юл ремонтлана.

Өфөлә «Китап» нәшриәтендә ике яңы балалар китабының исем туйы үтте Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында Земфира Аҡбутинаның«Йәйғорло йыл» һәм Наилә Хәмбәлиеваның «Сыңлай гәлсәр ҡыңғырау» исемле китаптарының исем туйы уҙҙы. Сарала яҙыусыларҙың ҡәләмдәштәре, уҡыусылар ҡатнашты. Әҙәбиәт байрамында авторҙарҙан шиғри күстәнәстәр, балалар өсөн конкурстар, уйындар ойошторолдо,

Республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе итеп Алмас Әмиров һайланды Бындай ҡарар Союздың унынсы съезы сиктәрендә ҡабул ителде. Уның эшендә Башҡортостандың барлыҡ театр коллективтарынан 90 делегат, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин менән Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алмас Әмиров күпселек делегаттарҙың хуплауын яуланы.

Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Йыл деканы исеменә лайыҡ булды Рәсәй профессорҙар йыйылышының дөйөм милли премияһы менән бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте. Наталья Кудашкина Башҡорт дәүләт медицина университетының фармацевтика факультетын етәкләй һәм фармакогнозия һәм ботаника кафедраһы менән етәкселек итә.

Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» Ольга Занко менән осрашты Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» Башҡортостан бүлексәһе ҡатнашыусылары хәрәкәте рәйесе, Дәүләт думаһы депутаты Ольга Занко менән осрашты. Быйыл Бөтә Рәсәй проектына 10 йыл тулды. Илһөйәрлек йүнәлешендә эшләгән ойошма илдә иң ҙурҙарының береһе һанала һәм әлеге ваҡытта уның составында төрлө йәштәге миллиондан ашыу кеше бар. Республикала «Еңеү ирекмәндәре» алдынғы йәмәғәт хәрәкәте иҫәпләнә.