612
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
+9
📌 Йылайыр районында "Бесән туйы" тип аталған бик матур сара үткән.
🔹Халыҡ Мәҡсүт һәм Йомағужа ауылдары араһындағы Таллыҡ яланына йыйылып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан. Берәүҙәр бесән һәм бесәнселәргә арнап шиғырҙар ижад иткән, икенселәр иң тәмле сөсө икмәк бешереп алып килгән, иң тәмле айран эшләгән.
🔹Шулай ҙа сараның төп йәме салғы һаплау, таған аҫып сәй ҡайнатыу һәм әлбиттә, бесән сабыу ярыштарында булған.
Был турала район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итә.
- Борондан килгән йолаларыбыҙҙы иҫләп, берләшеп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Иң мөһиме тыуған ереңде яратырға, уны һаҡларға, тәрбиәле итеп тоторға кәрәк. Беҙгә ҙур мөмкинлек бирелгән: йыйылып аралашырға, бесән эшләргә, бесәндең еҫен белергә. Беҙгә бирелгән байлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер беребеҙгә ҡыуанып йәшәмәһәк, беҙҙең көс тә булмаҫ ине. Хәҙер бесән бешеп еткән ваҡыт. Йыл да бесән мул булыуын теләйем. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһындар. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур. Аралашып, ял итеп, еребеҙҙән көс-ҡеүәт алып ҡайтығыҙ",- тип яҙған Борис Николаевич сәхифәһендә. Ысынлап та, гүзәл күренеш, эйе бит? 🥰
🔰
"Барыбыҙҙың да алдында яуаплы, илебеҙ өсөн, уның суверенлығы, беҙҙең киләсәк өсөн мөһим бурыстар тора. Бөгөн, бына тиклем булмағанса, берләшеү һәм берҙәмлек кәрәк, шул иҫәптән идеологик фронтта ла. Республикала ҙәби һүҙгә, бөтә беҙҙең мәҙәни тормошҡа ярҙам итеү курсы дауам ителәсәк һәм, мөмкин булғанса киңәйтеләсәк. Беҙ һеҙҙең ижади башланғыстарҙы күтәрмәләйәсәкбеҙ",- тигәйге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Яҙыусылар союзы ағзаларының дөйөм йыйылышы барышында. Ойошманың рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
🔥Йырсы Rnt яңы йыр тәҡдим итә - "Замана" тип атала.
"Аҡһаҡал ролендә барыһы ла яратҡан Хөрмәтулла Үтәшев. Ул ижад юлым башланғандан алып мин төшөргән тректарҙа ҡатнаша, рәхмәт!"- тип яҙған йырсы. ❓Нисек?
📌Баймаҡ районы егеттәре әрме хеҙмәтенә бына шулай бейеп йүнәлә 👏
Райондан 20 йәш егет әрме сафтарына алынған. Улар араһында Билал ауылынан Айнур Әхмәтов та бар - тап ул дәртле бейеүе менән барыһының да күңелен күтәргән.
Ошо көндәрҙә ваҡытлыса хеҙмәткә алынған барлыҡ егеттәрҙең бурыстарын еңел һәм уңышлы үтәп ҡайтыуын теләйбеҙ! 🫶Видео: "Сибай. Подслушано в Зауралье" төркөмөнән.
📌Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаларының дөйөм йыйылышында филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин ойошма эргәһендә Аҡһаҡалдар советы ҡороп булмаҫмы, тип тәҡдим итте.
Ғалим был быуындар бәйләнешен һаҡлау, тәжрибә һәм фекер уртаҡлашыу өсөн кәрәк, тип иҫәпләй.
Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаны Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелеүе менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ! 🌹
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова БР Яҙыусылар союзының йыйылышы тураһында.
+7
📌Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаларының дөйөм йыйылышы үтте.
Сараның төп маҡсаты - 2022-2025 йылдарға отчет яһау, Уставты яңыртыу һәм идара рәйесе, идара ағзалары, Ревизион комиссияһы ағзаларын һайлау булды.
Шулай уҡ бер төркөм талантлы ижадсылар берлеккә ағза итеп алынды.
✅ Билдәле шағирә, "Аҡбуҙат" журналы мөхәррире Лариса Абдуллинаға Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры тигән исем бирелде.
✅ Рәсәй Яҙыусылар берлегенең иң юғары наградаһы - "Әҙәбиәттә ҡаҙаныштары өсөн" Почет билдәһе ғалим, әҙәби тәнҡитсе Ғиниәтулла Ҡунафинға тапшырылды.
✅ Шулай уҡ бер төркөм әҙиптәр Рәсәй Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына - Почет грамоталарына лайыҡ булды.
Йыйын һөҙөмтәһендә киләһе 6 йылға Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе итеп Айгиз Баймөхәмәтов һайланды.
Барыһын да ҡотлайбыҙ! 🌹
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә төшөрөлгән видеороликтар серияһының киләһе яҙмаһын ҡарағыҙ.
❓Ә һеҙҙеңсә ниндәй һүҙ матур яңғырай, ҡайһыһы сәйер?
+5
Хәйерле көн! 🍓
Еләк-емеш йыяһығыҙмы?Әллә эйәләшкән бер болот тәҡәтегеҙгә тейәме? 🤭 Ошонда комментарийҙарҙа фотоларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ! 🥰 Фото: Екатерина Перминова, Башҡортостан.
+8
📌Был көндәрҙә Өфөгә бөтә илдән йәш ғалимдар йыйылды - XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар һәм студенттар советтары съезы үтә.
"Торатау" конгресс-холында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ Беларусь һәм Ҡытай илдәренән 1300 ҡатнашыусы йыйылды. Улар 4-се июлгә тиклем эшләй.
"Мин Санкт-Петербургҡа аспирантураға 1991 йылда, ил өсөн ябай булмаған осорҙа уҡырға индем. Һәм тормошон фән менән бәйләгән йәш кешегә нимә мөһим, ул ниндәй ауырлыҡтар кисереүен яҡшы аңлайым",- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Республикала йәш ғалимдарға бер нисә төр ярҙам саралары булдырылған, шулай уҡ федераль проекттарҙа ҡатнашҡан вуздарға аҡса бүленә, "Йәштәр һәм балалар" милли проект сиктәрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлә.
"Һуңғы йылдарҙа беҙ республиканың фән һәм юғары уҡыу йорттарын үҫтереүгә күп көс һалдыҡ, уның ландшафына етди үҙгәрештәр индерҙек. Һәм бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ араһынан берәйһе ҡалырға һәм тормошон Башҡортостан менән бәйләргә теләһә, бик шат булырмын. Һөнәри үҫештең индивидуаль юлын төҙөрбөҙ, шәхсән ҡушыласаҡмын тип вәғәҙәләйем",- тине Радий Фәрит улы һәм барыһына ла уңыштар теләне.
❓Аяз айыу кемдең тауышы менән һөйләй?
"Балалар" проектының йәнһүрәттәрендәге Аяз исемле айыу Лилиә Йылҡыбаева тауышы менән һөйләшә икән!
Йәнһүрәтте тауышландырыу барышынан бер ҡыҙыҡ видео таптыҡ, ҡарағыҙ 😉
📌БАШҠОРТОСТАНДА ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ КАНТОН СИСТЕМАҺЫ БӨТӨРӨЛӨҮГӘ - 160 ЙЫЛ
🔰Башҡортостанда кантон системаһы 1798 йылдан 1865 йылға тиклем булған.
💯Уны башҡорт ихтилалдарын булдырмау, Урта Азияға баҫып инеү плацдармы булдырыу өсөн индерәләр.
📍 Идара итеүҙең кантон системаһы рәсми рәүештә 1798 йылдың 10 апрелендә указ менән индерелә.
📍 Указға ярашлы:
🔹башҡорттар һәм мишәрҙәр хәрби-хеҙмәтле ҡатламға күсерелә;
🔹 башҡорттар, мишәрҙәр, Ырумбур һәм Урал казактары йәшәгән территория кантондарға бүленә;
🔹 башҡорт һәм мишәр кантондары башлыҡтары генерал-губернаторға туранан-тура буйһона;
🔹 кантондарҙа вазифалы кешеләр башҡорт һәм мишәр аҡһөйәктәре булған, улар һалымдан азат ителгән.
📍 Төп хәрби йөкләмәнән тыш, кантондар халҡының бурыстары:
🔸түләүһеҙ хеҙмәт йөкләмәһе - юлдар һәм күперҙәр төҙөү, яңы сик һыҙыҡтары үткәреү һәм төҙөкләндереү, Ырымбур сик һыҙығы нығытмаларына аҙыҡ түлек һ.б. йөк ташыу, ағас әҙерләү, Ырымбур губернаһы ҡалаларын төҙөкләндереү, ғәскәр хужалығында эшләү һ.б.,
🔸юл - юлдарҙы, күперҙәрҙе йүнәтеү һәм тотоу,
🔸ылау - чиновниктарға хеҙмәт ихтыяждары өсөн ат һәм ылау биреү,
🔸элемтә - почта, курьерҙар йөрөтөү һ.б., 1834 й. аҡсалата почта йыйымына алмаштырыла,
🔸фатир - ситтән килгән командаларға көтөүлектәр биреү, лазареттар, ат аҙбарҙары төҙөү һ.б. йөкләмәләр үтәргә тейеш була.
💯1865 й. 2 июлендәге “Башҡорттарға идара итеүҙе хәрби ведомствонан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” Дәүләт Советы Ҡарарына ярашлы, кантон системаһы бөтөрөлә, башҡорттар һәм башҡалар дөйөм өйәҙ һәм крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары менән мировой аралашсылар буйһоноуына күсә.
Ырымбур губернаһын Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүлгәндән һуң, 1866 й. 1 февраленә ҡарай Ырымбур, Өфө, Вятка губерналарында, Пермь губернаһында, Һамар губернаһында йәшәгән кантон халҡын граждандар ведомствоһына күсереү тамамлана.
📍 Идара итеүҙең кантон системаһын бөтөрөү Крәҫтиән реформаһының бер өлөшө була.
"Башҡорттар урман эргәһенән барһа - урман тураһында, тау буйлап барһа - тау тураһында, йылға булап барһа йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән сағыштыра, ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра",- тип яҙа 19-сы быуатта йәшәгән рус этнографы, фольклорсы, крайҙы өйрәнеүсе Руф Игнатьев. Видео: интернеттан.
+5
Ҡышҡы Ирәмәлде йыш күрһәтә инек, бына йәйгеһен дә күрегеҙ 😍 Илнур Байегетов фотоһы.
Хәйерле көн! 🌿
🌧Бындай күңелде болоҡһотоп торған ямғырлы көндә ғаилә ағзаларығыҙҙы шатландырып, тәмле еләк бәлеше бешереп алығыҙ!
Һеҙгә Светлана Насырованың рецебын тәҡдим итәбеҙ.🍓
ЕЛӘКЛЕ БӘЛЕШ
🍓Ҡамыр: 1 йомортҡа + 3-4 ҡалаҡ шәкәр = ныҡ итеп туғыйбыҙ, + 1 ҡап ирегән аҡ май + ярты балғалаҡ сода + он. Йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.
🍓Эслек: йәнегеҙ теләгән еләк. Мин баҡса еләге һалдым.
🍓Өҫлөк: 1 йомортҡа + 4-5 ҡалаҡ шәкәр = ныҡ итеп туҡыйбыҙ + 250 гр. магазин ҡаймағы + 2 ҡалаҡ он + балғалаҡ осонда сода = ныҡ итеп болғайбыҙ.
🍓Ҡамырҙы майлы табаға ҡул менән йәйәбеҙ. Унан һуң еләк һалабыҙ, уның өҫтөнә тигеҙ генә итеп - шыйыҡ өҫлөк.
🍓Алдан ҡыҙҙырылған 180 градуслы мейестә ярты сәғәттәй бешерәбеҙ!
Ииииииҫ киткес тәмле була!
Төшкө ял минуттарында һеҙгә Алиса Йомағәлиеванан моңло күстәнәс - башҡорт халыҡ йыры "Нуғайбәк" 🩷
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
