uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
612
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
Төшкө ял минуттарында һеҙгә Алиса Йомағәлиеванан моңло күстәнәс - башҡорт халыҡ йыры "Нуғайбәк" 🩷

Фларид Бирғәлиндең "Йәш егеттәр дәррәү күтәрелде" йыры.

"Атасак таң, киләсәк яҙ өсөн, Яҙын япраҡланыр гөл өсөн, Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн, Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн" алғы һыҙ
"Атасак таң, киләсәк яҙ өсөн, Яҙын япраҡланыр гөл өсөн, Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн, Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн" алғы һыҙыҡта булғандарҙы ҡотлайбыҙ! 💟

🔰
"Фәрхиназ ялдарға ҡул болғай һәм дүшәмбене ҡаршылай. Барыһына ла ҡарағанда, доға менән",
- тип яҙа үҙенең "ИИ так видит" тигән ТГ-каналында Гөлназ Ғәлимуллина-Макеева. 🔸 Беҙгә бик матур фотолары һәм ҡыҫҡа метрлы кинолары менән таныш Гөлназ ханым яһалма интеллект ярҙамында Прокудин-Горскийҙың фотоһүрәтен йәнләндергән! 📸Был фотола Фәрхиназ Борханова төшкән.
"АҠШ Конгрессы китапханаһы фондын өйрәнгән туғандар бик ҡыҙыҡ факт менән бүлеште: Фәрхиназ һунар иткән, тимерселек менән шөғөлләнгән, ат дағалаған, баҡыр биҙәүестәр яһаған һәм хатта тимер юлы төҙөү өсөн ҡоралдарҙы ослау буйынса дәүләт заказы үтәгән. Үҙемдең "Монисто" документаль фильмымда мин Прокудин-Горскийға һылтанам",
- тип яҙған Гөлназ Ғәлимуллина-Макеева.

🔰"Совет майҙанын төҙөкләндергәндә һәр ваҡыт эштән ҡасып шунда бара торғайным. Һәм күмәкләп тырышып, беҙ унда яҡшы урын эшләнек. Хәҙер бында ҡасасаҡмын. Бик алыҫ та түгел",
- ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 🔸Радий Фәрит улы быйыл төҙөкләндерелә башлаған Ленин паркы күренештәре менән бүлешкән. Әле унда эштәр гөрләй: парк тулыһынса яңыртырға тейеш, әммә шул уҡ ваҡытта тәбиғәт һәм мәҙәниәт объекттарына һаҡсыл ҡараш та етди. 🔸Һуңғы тапҡыр бында үткән быуаттың 80-се йылдарында капиталь ремонт яһалған булған.
"Төҙөүселәргә реконструкциянан һуң парк Башҡортостандағы иң яҡшыһы булһын, тигән маҡсат ҡуйҙым. Киләһе йыл Республика көнөнә асылыр, тип ниәтләйбеҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Кемдең эш көнө аҙағына етеп килә?
Йылмайығыҙ тағы ла!
Видео: Нәркәс Хәмитова.

📌 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау өсөн майҙан кәртәләп алына. Кисәге эштәрҙе Башҡортостан Мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ уначальнигы Салауат Ҡолбахтин килеп тикшергән, подрядсы ойошмаларҙың етәксе белгестәре лә урында. ✅ Милли батырыбыҙ һәйкәлен реставрациялау ҡаты күҙәтеү аҫтында барасаҡ.

📌Йәштәр көнө. Өфө. Ағиҙел буйында Baby Ti сығыш яһай. Икенсе өлөшө. Беренсе өлөшө ⬇️

28 июнь - Йәштәр көнө уңайынан баш ҡалала Baby Ti - Арыҫлан Тимеров, Elman, Марат Яруллин, Inst Rinna кеүек йәш йырсыларҙың сағыу концерты ойошторолдо. Ағиҙел ярым буйында халыҡ бик күп йыйылды. Иғтибарығыҙға Baby Ti төшөргән видеоны тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, үҙегеҙҙе лә табырһығыҙ әле 😉 Был 1-се өлөшө. Икенсеһе ➡️

📌“Ер ҡото” төбәк-ара патриотик этно-мәҙәни фестивале дүртене тапҡыр ойошторолдо. Ул быйыл Мишкә районы үҙәгендә үтте. Унда р
+8
📌“Ер ҡото” төбәк-ара патриотик этно-мәҙәни фестивале дүртене тапҡыр ойошторолдо. Ул быйыл Мишкә районы үҙәгендә үтте. Унда республиканың Махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың туғандары һәм яҡындары, йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр йыйылды. Улар өсөн медицина һәм психологик ярҙам күрһәтергә әҙер белгестәр, юридик консультациялар эшләне. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ буйынса белем биреү семинары, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, спорт ярыштары, балаларға уйындар ойошторолдо, халыҡ дауалаусылары ҡабул итте. 💯Дәүләт думаһы депутаттары Римма Үтәшева, Наталья Орлова, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һ. б. «Берҙәм Рәсәй» Партпроектының «Сәләмәт киләсәк» йәмәғәт советының асыҡ ултырышын уҙғарҙы. Бынан һуң республиканың алдынғы белгестәре килгән МХО яугирҙарына, уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай консультация үткәрҙе һәм медицина ярҙамы күрһәтте. 💯Фестиваль авторы һәм етәксеһе, “Ватан һаҡсылары” фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, бында ҡатнашҡан бөтә гражданлыҡ йәмғиәте институттарының төп маҡсаты – МХО-ла ҡатнашҡан һәр яугирға һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. “Ер ҡото” фестивале барышында “Ватанды һаҡлаусылар”ҙың юридик десанты эшләне. Унда Рәсәй Социаль фонды, Хәрби комиссариат, БР Нотариаль һәм Адвокаттар палатаһы, БР буйынса Суд приставтарының федераль хеҙмәте, Дәүләт юридик бюроһы, Рәсәй юристары ассоциацияһы, Башҡортостандағы “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары, психологтар, табиптар һ.б. эшләне. Акция барышында 250 һорау килгән. Күбеһе МХО-ла ҡатнашыу өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәр, социаль ярҙам саралары, мираҫ, торлаҡ һатып алыуҙың отошло юлдары, яугирҙарға реабилитация шарттары, протез буйынса, документтар, хәрби пенсияға индексация кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Йөҙҙән ашыу ветеран һәм МХО-ла вафат булған яугирҙың ғаилә ағзалары үҙ һорауҙары яуаптар алды”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

🍓Хәйерле көн! Елена Перминова фотоһүрәттәре йәйҙең йәмен йыйған үҙенә. Ул Белорет районында төшөргән. Ҡоштар, еләк-емеш, сәс
+8
🍓Хәйерле көн! Елена Перминова фотоһүрәттәре йәйҙең йәмен йыйған үҙенә. Ул Белорет районында төшөргән. Ҡоштар, еләк-емеш, сәскәләрҙең ниндәйе юҡ.😍

📌Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре башланған. Генераль подрядсы эште майҙанды кәртәләп алыуҙан башлаған. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Салауат Юлаев һәйкәлен күреп ҡалырға ашыға. Ошо көндәрҙә территорияға инеү ябыла. Барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың һәм һәйкәлде реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының ҡаты контролендә.

+5
📌Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле беренсе концерт миҙгелен "Шүлгәнташ" музей комплексы амфитеатрында сығышы менән тамамланы.
Башҡорт халыҡ йыр-моңонан торған, илаһи ҡурай тауышы менән сорнаған гүзәл тамашаны яуып торған ямғыр биҙәне, ниндәйҙер сихрилек өҫтәне генә.
Белеүегеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар дәүләт ансамбле республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2024 йылдың апрелендә булдырылды. Ә инде коллективтың Республика көнөнә арналған тәүге концерты барышында 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде.

📍Ғафури районы, Мәмбәт ҡаяһы. Фото: @_alina_102ru
+8
📍Ғафури районы, Мәмбәт ҡаяһы. Фото: @_alina_102ru

📌Ислам Төхвәтуллин Башҡортостан тураһында дөрөҫ факттарҙы асыҡларға тәҡдим итә. Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған видеороликтарҙың һуңғыһы был. Видео: Башфонд.

БАЛА САҠ Бала сағым… Йәшел үлән, Әйтерһең, йомшаҡ келәм, Шул келәмдән яланаяҡ Мин әллә ҡайҙа еләм! Күктә ҡояш. Бәп-бәләкәс Бо
БАЛА САҠ Бала сағым… Йәшел үлән, Әйтерһең, йомшаҡ келәм, Шул келәмдән яланаяҡ Мин әллә ҡайҙа еләм! Күктә ҡояш. Бәп-бәләкәс Болотҡай һибә ямғыр, Бер шишмәнән икенсегә Көйәнтә элгән йәйғор... Эй йүгерәм һыу сәсрәтеп “Сепейле” тәпәй менән, Ә һауа?! Ҡаймаҡ шикелле – Ашарлыҡ әпәй менән! Ҡойроғон өҫкә күтәреп Янымдан саба ҡолон, Мин көләм, ҡолоном кешнәй – Гөр килеп тора болон! Тышаулы бейә борсолоп Тауыш бирә, саҡыра. Мине лә көтә әсәйем, Хәҙер, ҡолон, саҡ ҡына! …Сабып үтте бала сағым, Әкиәт донъя һымаҡ: Үләндәр ҙә бейек ине, Йәйғор ҙа сағыуыраҡ. Ямғырҙар ҙа йылы ине, Борсаҡтай ине ысыҡ… Алыҫыраҡ киткән һайын Һағындыра бала саҡ. 10.01.2015. Фирүзә АБДУЛЛИНА. Фото: Гөлсөм Хөсәйенова.

🔰
"Поперечный ҡурай" - Хөснуллин Рәмил ағайҙың эксперименталь эше. Шпон материалынан ҡурайҙы флейтаға оҡшатып эшләнелгән музыка ҡоралының тауышы үҙенсәлекле. Әлегә бындай ҡурайҙа халыҡ алдында уйнаусылар юҡ. Һеҙ был музыка ҡоралына нисек ҡарайһығыҙ, тауышы оҡшаймы?"
- тип яҙған һәм уйнап та күрһәткән Мирас Үҙәнбаев атлы егет. ❓Нисек һеҙгә?

👑Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәре ниндәй булған? Роза Хузина видеоһына күҙ һалығыҙ.

ЙӘШТӘР КӨНӨ МЕНӘН!🎊 Ғүмер китабымды, альбом кеүек, Ҡарап сығырға, тип бирһәләр, "Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен Урлар инем, Әгәр күрһәләр, Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә, Йәшлегемде һалып эйәргә. Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған: Ауылымдың айлы төнөндә Фуражкаһын ҡырын һалған егет Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә. Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ, Йәшлек бит ул! Йәшлек өлгөрөр!- Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар, Ә таң менән эшкә йүгерер... Шундай сағым бик яҡында кеүек, Ҡулды һуҙһам, етер шикелле, Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм, Өркөтөрмөн, китер шикелле. Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын, Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып; Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең Йәшлектән дә матур ваҡытын! Тик донъяла бер ни ҡабатланмай, Һәр нәмәнең була һыҙығы; Йәшлектең дә, әгәр ҡабатланһа, Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы. Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында, Йыр йырлайҙар уның хаҡында. Әнғәм АТНАБАЕВ.

Бәхет бит ул - нимә һеҙҙеңсә? 💟