uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
617
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-27 kunlar
-530 kunlar
Postlar arxiv
Һаумы, яңы йылым! Йылҡы йылым! Елберләтеп ҡойроҡ-ялдарын Ергә елеп килә еңеү йылым, Еңеү ҡышым, еңеү яҙҙарым! Йылҡы кеүек тыр
Һаумы, яңы йылым! Йылҡы йылым! Елберләтеп ҡойроҡ-ялдарын Ергә елеп килә еңеү йылым, Еңеү ҡышым, еңеү яҙҙарым! Йылҡы кеүек тырыш, күндәм булһаң, Тормош һынауҙары еңелер, Ялҡаулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡты еңһәң, Үрҙәр үрләү ауыр түгелдер. Йылҡы йылым, үрҙәр үрләр өсөн Үҙеңдеке кеүек һаулыҡ бир, Ләүкелдәгән сәүек кеүектәрҙе Тибеп осорорлоҡ көс тә бир! Һаумы, яңы йылым! Балҡышлы бул, Алҡышлы бул, көс-дәрт артырлыҡ, Һаулыҡ, байлыҡ, бәхет-шатлыҡтар бир, Оҙатҡанда рәхмәт әйтерлек! Фирүзә АБДУЛЛИНА.
🎄Етеп килгән Яңы йыл менән, төркөмдәштәр! Иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ💝

Дәртлекәйҙәр🔥🔥🔥 Видео: Нургизә.

🔥ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ МАХСУС РЕЖИМ ИНДЕРЕЛӘ 2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы
🔥ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ МАХСУС РЕЖИМ ИНДЕРЕЛӘ 2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.
💯 Фейерферктарҙы һәм башҡа пиротехниканы бының өсөн махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына арттырырға мөмкин.
Хәүефһеҙлекте тәьмин иткән ведомстволар көнө-төнө эшләйәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға эш өҫтәмәҫкә, ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа, Яңы йылды имен-аман үткәрергә өндәне. 📍 Һүрәттә: Өфө ҡалаһында пиротехника өсөн тәғәйенләнгән урындар исемлеге.

Ысынын ҡуяһығыҙмы, әллә яһалмаһынмы?
Шыршыны әйтәбеҙ. Ниндәйенә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Өфөләге Яңы йыл баҙарынан күренештәр🔥 Видео: Тимур Шәрипҡолов.

Ә һеҙ? Шыршы ҡуйҙығыҙмы һәм йортоғоҙҙо, ҡапҡа алдын биҙәнегеҙме? Фотолар менән бүлешегеҙ 🥰
Быйылғы йылдың һуңғы эш көнө уңышлы үтһен!
Видео: Гөлнара Вәхитова.

🔥Беренсе тапҡыр телевидениела - йылдың төп проекты - AY YOLA төркөмө концерты! 📍Күрмәй ҡалмағыҙ, 31 декабрь сәғәт 21:30-ҙа БСТ каналында.

Башҡорт сәнғәте тарихында тәүге музыкаль клипты кем төшөргән? Был хаҡта БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуында сыҡҡан "Йылъяҙма" сығарылышын ҡарағыҙ.

👋 Бесәй табаны - башҡорт биҙәге Башҡорт милли кейемдәрендә хисаплап сигелгән биҙәктәр ҙә бар. Айырыуса был Ҡурған башҡорттар
+2
👋 Бесәй табаны - башҡорт биҙәге
Башҡорт милли кейемдәрендә хисаплап сигелгән биҙәктәр ҙә бар.
Айырыуса был Ҡурған башҡорттарында киң таралған. ХХ быуатта әҙер туҡымалар күбәйеп, кейемде нағышлау осраҡтары һирәгәйгән саҡта ла Ҡурған өлкәһендә хисаплап сигеү үҫешкән. 💯Сигеү ысулдарының да, орнаменттарҙың да үҙ атамалары булған. 👋"Бесәй табаны" - фотола күрһәтелгән орнамент тап шулай атала. Яҡтары сығыңҡырап торған ҡыя шаҡмаҡ был. 👋"Бесәй табаны"н ашъяулыҡ, күлдәк, ҡушаҡтарға сиккәндәр. 👋2-3-сө фотоларҙа алъяпкыс һәм ҡушъяулыҡ сите күрһәтелгән. Унда ла был нағышты күҙәтәбеҙ. Әйберҙәр Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы ауылдарында йәшәгән башҡорттарҙыҡы. Ҡыҙыҡ булһа, ❤️ ҡуй.

Ат егеп, Ҡыш бабай килгән! 🎅 Мәләүез районда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ат егеп, ауылдар буйлап балаларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, тәмлекәстәр таратып йөрөгән. Исламғол, Яҡтыкүл, Яңауыл ауылдары урамдары буйлап үткән ти улар. Ҡайһы бер балалар алдан уҡ ҡапҡа төбөнә сығып көтөп торған, нимәгә маһир булыуҙарын күрһәткәндәр, Ҡыш бабайҙың санаһына менеп ултырыусылар ҙа булған.
Балаларҙы шатландырғандарҙың үҙҙәрен дә һөйөндөрһөн, Яңы йыл бәхет-шатлыҡ менән килһен!

❓ Нимә эшләргә? ✅Театрға барырға, әлбиттә! Ата-әсәгә 12 көн ял, балаларҙың ҡышҡы каникулы булғанда ғаилә менән театрға барыу
+7
Нимә эшләргә? Театрға барырға, әлбиттә! Ата-әсәгә 12 көн ял, балаларҙың ҡышҡы каникулы булғанда ғаилә менән театрға барыу өсөн иң уңай осор. Республиканың төп театрҙарының афишаһын ҡарағыҙ😉

Бер көндән! Был аҙна мөғжизәләргә, яҡшылыҡҡа ышанысҡа, ҡыуаныс-шатлыҡтарға тулы булһын! ✨ Фото: Елена Перминова.
Бер көндән!
Был аҙна мөғжизәләргә, яҡшылыҡҡа ышанысҡа, ҡыуаныс-шатлыҡтарға тулы булһын! ✨ Фото: Елена Перминова.

📌Белоретта Көрәш йорто төҙөләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. Кисә спорт комплекс
+1
📌Белоретта Көрәш йорто төҙөләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. Кисә спорт комплексы урынлашасаҡ урынды барып күргәндәр.
Был мәсьәлә Хөкүмәттең күсмә ултырышы сиктәрендә ҡаралған.
Шулай уҡ Белорет ҡалаһында коммуналь инфраструктура иҫкергән - ул нигеҙ тораҡ пункттарҙы үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә хәл ителәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Инйәрҙә бөтәһе 36 сара ҡаралған, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса - 15.
"Райондың тағы бер ауыртҡан урыны - юлдар. Халыҡты, атап әйткәндә, Аҙнағол ауылы эргәһендә Ағиҙел аша күпер яҙмышы борсой, бында беҙ аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ауыл юл-транспорт ваҡиғалары булып торған Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы айырым контролдә. Беҙҙең бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү. Башҡа һорауҙар ҙа күп, яйлап уларҙы ла хәл итербеҙ",
- тип яҙған был турала республика етәксеһе. Белорет районының яңыртылған юл картаһы 15,7 миллиард һумлыҡ 102 сараны үҙ эсенә алған.

Мөғжизәләр мәле етә...
Видео: Наил Юлгилдин.

Мөхәббәтле булығыҙ ❤️ Видео: Эльвира Сирусина.

Хәйерле иртә! 💞 🔹Был "Ғаилә. Тыныс төш" (Семья. Мирный сон) тип аталған картинаны Башҡорт АССР-ның халыҡ рәссамы Павел Салм
Хәйерле иртә! 💞 🔹Был "Ғаилә. Тыныс төш" (Семья. Мирный сон) тип аталған картинаны Башҡорт АССР-ның халыҡ рәссамы Павел Салмасов (1930-2017) 1969-1987 йылдарҙа ижад итә.
Рәссам ғаиләһе менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград өлкәһенән Башҡортостанға эвакуацияланған һәм ошонда төпләнеп ҡалған. Сибай ҡалаһында йәшәп китә, бик күп кенә картиналары шул яҡтарҙың тәбиғәтенә, көнкүрешенә арналған.
🌠"Ғаилә. Тыныс төш" картинаһында әсә кеше икмәк һәм йомортҡалар бешереп, иртәнге тамаҡ хәстәрләп йөрөгәне, ә йәштәр был мәлдә һаман тәмле төш күреп ятыуы һүрәтләнгән. Элек бына шулай йорттарҙа айырым бүлмәләр булмаған шул. Хәҙерге заманда бындай күренеш төрлө хис-тойғолар уята, шулай бит?

Аһ, була шундай көн...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырын һөйләй йәштәр. Видео: Байегет Мөхәрләмов һәм Тимур Ямалов.

☁️"Аҡ болоттар" йәки "Оҙонсәс" - бер йыр тарихын тыңлағыҙ. Видео: Гөлсөм Бикбулатова.

Хәйерле иртә! 🌲 Шыршыҡайҙы биҙәнегеҙме әле? Фотоға төшөрөп ебәрегеҙ! 😉
Хәйерле иртә! 🌲 Шыршыҡайҙы биҙәнегеҙме әле? Фотоға төшөрөп ебәрегеҙ! 😉

🎄"Яңы йыл - Еңеү йылы булһын!", - тине "Журналист" позывнойлы яугир. Видео: "Юлдаш" радиоһынан.

Әҙерһегеҙме❓ 📍 Был матур календарҙар Өфөләге "Китап" магазинында һатыла. Яңы йылға шәп бүләк 👍