uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-77 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
... Башҡортостан, Баш осомда ҡояш, Көйрәйемсе эңер еткәнсе. Ғүмер тигәндәрең бигерәк ҡыҫҡа, Һөйәйемсе янып бөткәнсе.💚 Тимер ЙОСОПОВ. Видео: Адель Ибатуллина.

Яратҡан ағасыңа айыу арҡаһын ышҡып китһә, тиҙ генә ҡасыу яғын ҡарамай булмай икән 🤭 "Башҡортостан" милли паркында булған был хәл. Айыу тейеп киткән ағасҡа мышылар килә һәм йыртҡыстың еҫен һиҙеп, мыштым ғына ары китә.
Парк хеҙмәткәрҙәре яҙыуынса, йыртҡыс шулай "билдә һалған", был урынды башҡа хайуандар урабыраҡ үтергә тырыша. Урман хужаһына тап булып ҡуйыуҙан ҡурҡалар.

БАРЫУ Китеп бара... Ҡайтып бара... Бара кеше. Барыуҙарҙан бер кинәнес Таба кеше. Алып йөрөр аяҡтары Иҫән саҡта Барып ҡайтыуҙа
БАРЫУ Китеп бара... Ҡайтып бара... Бара кеше. Барыуҙарҙан бер кинәнес Таба кеше. Алып йөрөр аяҡтары Иҫән саҡта Барып ҡайтыуҙан ғибәрәт Барлыҡ эше. Кемдер бара бөйөк эштәр Атҡарырға. Кемдер бара хәл белергә, Былай ғына. Барыһы ла бер үк юлда Йөрөһә лә, Алда торған уй-ниәттәр Айырыла. Барып етеп, яуланыла Ҡуйған маҡсат. Маҡсаттарға барған саҡта Арымау шарт. Һәр саҡ көтмәй барған ерҙә Уңыш, еңеү, Барыуҙарың бушҡа булып Ҡуя ҡайсаҡ. Барып, кемдер Бәхет һарайҙары һала. Һарай һалғас инде, шунда Тороп ҡала. Бара-бара кемдер Бәхетенән яҙа, Эҙләгәне уның булған Икән янда. Барыбыҙ ҙа ер йөҙөндә - Барыусылар. Бара-бара эҙләгәнде Табыусылар. Тик булмаһын Барыр юлында аҙашып, Төңөлөп, яҡты өмөттән Яҙыусылар. Теләһәк, теләмәһәк тә Беҙ барабыҙ. Бармайынса һис кенә лә Юҡ сарабыҙ. Аҙымлап үтер ерҙә Булмағанды Саҡрымдар аръяғында Беҙ табабыҙ. Көтөр кешеләр барында Барайыҡ беҙ. Барған ерҙә дуҫ-туғандар Табайыҡ беҙ. Юл сыҡҡанда Фатихалар алайыҡ та, Ер аҫтында юлдар юғын Аңлайыҡ беҙ. Мәхрүм итмәй Һағынып көтөп алыусыны, Һаҡла, Хоҙай, юлда китеп Барыусыны. Ҡабат ҡайтып күреү насип Булһын һәр саҡ Хәйерле юл теләп өйҙә ҡалыусыны. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

Хәйерле көн ⛅ 📍 Белорет районы, Уралтау һырты. Фото: Елена Перминова
+8
Хәйерле көн ⛅ 📍 Белорет районы, Уралтау һырты. Фото: Елена Перминова

Музыкаль ҡумтаны хәтерләтте әле Розалина һылыуҙың был видеоһы ❤️‍🔥

📌15 августа "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл тулыу айҡанлы флешмоб ойошторған. Флешмобҡа шулай уҡ БР Милли музейы һәм Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡушылған.

🎉Ҡотлайбыҙ! 🎉 Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө һәм күп йыллыҡ хеҙмәт
🎉Ҡотлайбыҙ! 🎉 Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахмановты "Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләне.
Айрат Әхтәм улын был юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр, рәхмәтле тамашасылар теләйбеҙ!💌
Айрат Абушахманов ҡуйған ниндәй спектаклдәр иң-иң яратҡаны, күңелегеҙгә үтеп ингәне?

Ҡарға - ворона, һайыҫҡан - сорока, беснәк - синица (ҡарабаш турғай һүҙенең диалекты), бүҙәнә - перепел, турғай - воробей. Баш
Ҡарға - ворона, һайыҫҡан - сорока, беснәк - синица (ҡарабаш турғай һүҙенең диалекты), бүҙәнә - перепел, турғай - воробей.
Башҡортса ҡош атамаларын һанайыҡ әле😉

Хәйбулла районында үткән быйылғы Ҡорот фестиваленән күренештәр🔥
Әйткәндәй, 2023 йылда хәйбуллалар 442,6 кг ҡорот әҙерләп, Рәсәй Рекордтар китабына ингәйне.

🌸ҺЫРҒАНАҠ ЙӘШЛЕК СЕРЕН БЕЛГӘН ЕМЕШ Был хаҡта белә инегеҙме? Баҡтиһәң, был әскелтем емештә витаминдар шул тиклем күп һәм ул ҡ
🌸ҺЫРҒАНАҠ ЙӘШЛЕК СЕРЕН БЕЛГӘН ЕМЕШ
Был хаҡта белә инегеҙме? Баҡтиһәң, был әскелтем емештә витаминдар шул тиклем күп һәм ул ҡартайыуға ҡаршы тәбиғәттән бирелгән сараларҙың береһе булып тора.
🔥Һырғаныҡтың көсө ниҙә? 🔹С витамины әфлисундарға ҡарағанда 10 тапҡырға күп – иммунитетты нығыта, елһенеүҙе кәметә, тиренең ҡартайыуын яйлата. 🔹Е витамины һәм каротиноидтар – тиренең һығылмалығын һаҡларға ярҙам итә. 🔹Омега-7 – бик һирәк осрай торған кислота, ул лайлалы тиресәләрҙе тергеҙә, тире һәм ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһай. 🔹В төркөмө витаминдары – нервы системаһы, дәрт һәм татлы йоҡо өсөн кәрәк. 🔹Антиоксиданттар һәм флавоноидтар – елһенеүҙе кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, йәшкә бәйле ауырыуҙарҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итә. 🔥Һырғанаҡ ни өсөн 40-45 йәштән үткәндәр өсөн файҙалыраҡ? Сөнки организм витаминдарҙы ауырыраҡ үҙләштерә, стресҡа тиҙ бирешә, тире һығылмалығын юғалта. 💯Һырғанаҡ: 🔹 ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте нығыта 🔹тире, сәс, тырнаҡ торошон яҡшырта 🔹гормондар балансын тота 🔹күҙәнәктәрҙең ваҡытынан алда ҡартайыуын һаҡлай 🔹организмдың һаҡланыу көсөн арттыра. ❓Нисек ҡулланырға? 🔸Һырғанаҡ майы – көнөнә 1 балғалаҡ эсергә (курс менән, бигерәк тә көҙ-өыш осоронда); 🔸Һырғанаҡ емеше – үҙен генә йәки бутҡаға, смузи, сәйгә ҡушып ашағыҙ; 🔸Һырғанаҡ һәм балдан сәй – тәмле һәм ауырығандан һуң көс йыйырға ярҙам итә; 🔸Һырғанаҡ битлектәре – бит һәм баш тиреһенә эшләргә була, һырғанаҡ майын кремға ҡушып, тиреһе кипкән ҡулға һөртөргә мөмкин. 📍 Гастрит, юғары кислоталылыҡ булғанда һаҡ ҡулланырға. Ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙары булғанда һырғанаҡ ҡулланыу кәңәш ителмәй. Емешкә аллергия булғанда ла һаҡ булығыҙ. 💥Ә һеҙ һырғанаҡ яратаһығыҙмы?

"Татар аты - 2025" фестивалендә Башҡортостан командаһы ылаҡ уйынында еңеүсе - 1-се урын яулаған! Афариндар!✊
"Татар аты - 2025" фестивалендә Башҡортостан командаһы ылаҡ уйынында еңеүсе - 1-се урын яулаған! Афариндар!

"Татар аты - 2025" фестивалендә Башҡортостан командаһы ылаҡ уйынында еңеүсе - 1-се урын яулаған! Афариндар!✊
"Татар аты - 2025" фестивалендә Башҡортостан командаһы ылаҡ уйынында еңеүсе - 1-се урын яулаған! Афариндар!

Яңы аҙнаны яҡшы уй-ниәттәр менән башлайыҡ! 🥰 📍 Әбйәлил районы, Яманҡаянан асылған күренеш, Яҡтыкүл.
+2
Яңы аҙнаны яҡшы уй-ниәттәр менән башлайыҡ! 🥰 📍 Әбйәлил районы, Яманҡаянан асылған күренеш, Яҡтыкүл.

📌 Хәйбулла районында кисәге Ҡорот байрамы үткән. Унда республиканан һәм күрше өлкәләрҙән ҡорот эшләүсе оҫтабикәләр йыйылған.
+9
📌 Хәйбулла районында кисәге Ҡорот байрамы үткән. Унда республиканан һәм күрше өлкәләрҙән ҡорот эшләүсе оҫтабикәләр йыйылған. Күргәҙмәгә килтергән ҡороттарҙың ниндәйе генә юҡ! 🔥 Фотоларҙан ҡараһаң да ауыҙ һыуы ҡойола, хайран ҡалырлыҡ. Ә инде үҙ күҙҙәре менән күргәндәр һәм был ризыҡты ауыҙ иткәндәр, һис шикһеҙ, бәхетле.

Имен-аман торһа был донъялар Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй...
Видео: Сыңғыҙ Ғәлимов.

📌 Ә һеҙҙең ҡарамаҡҡа ниндәй һүҙҙәрҙе айырып билдәләргә мөмкин? Видео: Сулпан Юлай.

Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя 🌏 Видео: madina.

🌽Башҡортостанда кукуруза бына шулай үҫә. Йәкшәмбе иртәһе менән!
+2
🌽Башҡортостанда кукуруза бына шулай үҫә. Йәкшәмбе иртәһе менән!

Ҡурай моңо - йөрәккә ял 🩷 Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.

Ысынлап та шулай тибеҙ шул! 🤭 ❓Шундай тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы осраҡтарҙы беләһегеҙ?