613
Obunachilar
+124 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
Ысынлап та шулай тибеҙ шул! 🤭
❓Шундай тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы осраҡтарҙы беләһегеҙ?
📌Рунетта интернет-адрестарҙы башҡорт телендә теркәү мөмкинлеге асылған.
Етеҙҙәр иң популяр адрестарҙы үҙҙәренә алып бөткән, тип хәбәр итәләр. Мәҫәлән, Өфө.рф доменын 15 миллион һумға яҡын хаҡҡа һатырға ла ҡуйып өлгөргәндәр.
"Шафиҡ" башҡорт халыҡ көйө һәм уның тарихы тураһында Динар Абдуллиндан күңел ҡылдарын сиртерлек видео. 💘
Рәхмәт, Башҡортостан! 💚🤍💙"Алтын ҡурай" этносменаһы әүҙемселәре - Силәбе өлкәһенән Өфөгә бер көнлөк сәйәхәткә килеп, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтҡан балалар һәм уларҙың етәкселәре шулай ти. 🔸Улар "Китап" магазинында һәм "Аманат" журналында ҡунаҡта булған, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын уҡығандар. 🔸Ҡомартҡыларға бай БР Милли музейында башҡорт халҡының көнкүреше, тарихы менән яҡындан танышҡандар, ҡубыҙ һәм ҡурай моңдарын тыңлағандар, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған залда илһөйәрлек тәрбиәһе алғандар. 🔸Ә бына Археология һәм этнография музейында мамонт һөйәктәре, сармат алтыны, ысын метеорит күреп хайран ҡалып сыҡҡан балалар. 🔸Башҡортостандың Милли архивында булып, боронғо документтарҙы тергеҙеү эше менән дә танышып өлгөргәндәр, шәжәрә тураһында ла оҫталыҡ дәресе үткәндәр.
"Өфө беҙҙе мәҙәниәткә һөйөү һәм тарихҡа хөрмәт менән ҡаршы алды. Илһамланып, яңы белемдәр менән ҡайттыҡ",- ти "Алтын ҡурай" коммерция булмаған ойошма етәксеһе Раушания Нишанова. ❓Дуҫтар, ә һеҙҙең йәйге каникулдар нисек үтә?
🌾 Ейәнсура баҫыуҙарынан килгән видео 🌾
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, игендең тулайым йыйымы 860 мең тоннанан артҡан.
Иң оло ризыҡ - икмәктән өҙөлмәҫбеҙ.
+5
📌Бөгөн, 15 августа, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов тыуған.
💯Ошо уңайҙан уның иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл-бюстарҙы тәҡдим итәбеҙ.
1. Өфө ҡалаһы, Совет майҙаны
2. Өфө ҡалаһы, "Еңеү" паркы
3. Ҡырмыҫҡалы районы, Шайморат ауылы
4. Луганск Халыҡ Республикаһы
5. БР Милли музейы
6. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнешле 29-сы отряды территорияһы (Өфө ҡалаһы, Затон биҫтәһе).
❗Башҡорт халҡының ҡаһарман улына тағы ҡайҙа һәйкәлдәр ҡуйылғанын беләһегеҙ? Яҙығыҙ!
Ғабдулла бабай менән Мәфтүхә инәйҙең мөхәббәт тарихы ❤️
Күршеләр / Соседи (Фәнил һәм Сәлимә Ҡарасуриндар) төшөргән видеоны ҡарап, күңелдәрегеҙҙе асып алығыҙ, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
🥰Әбйәлил районы Ишкелде ауылынан Илзирә Шаһивәлиева "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөктө яттан һөйләй. Татлы телле бәләкәскә 3 йәш.
Видео: "Аманат" журналы төркөмөнән.
+6
📌БР Милли музейында "Ер хәтере. Урал көсө" күргәҙмәһе асылған.
Бында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов, Башҡортостан рәссамдары берлеге ағзаларының ижад емештәре күрһәтелгән.
Башҡорт халҡының рухи һәм матди ҡиммәттәренә, донъяға ҡарашына нигеҙләнеп төшөрөлгән үҙенсәлекле һүрәттәрҙе мотлаҡ барып күрегеҙ.📍 Күргәҙмә 2025 йылдың 14 сентябренә тиклем эшләй.
Изге йома мөбәрәк булһын!☀️
📍 Көн уңышлы үтһен өсөн 5 ябай кәңәш:
🔹 Өҫтөнлөктәрҙе билдәләү: Эйзенхауэр матрицаһын ҡулланып, эштәрҙе кисекмәҫтән атҡарыла торған, мөһим һәм бик мөһим булмаған категорияларға бүлеп сығығыҙ. Иғтибарҙы иң тәүҙә иң мөһимдәренә бүлергә кәрәк.
🔹Иғтибарҙы ситкә ебәргән факторҙарҙан ҡотолоғоҙ: социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыу, почтаны тикшереү, коллегалар менән гәпләшеүҙе сикләгеҙ.
🔹Тәнәфестәрҙе йыш яһағыҙ: Pomodoro техникаһын ҡулланығыҙ (25 минут эшләргә +ҡыҫҡа ғына ял итергә). Был эштән ялҡмаҫҡа, арымаҫҡа ярҙам итә һәм иғтибарҙы туплай.
🔹Эш урынын дөрөҫ ойоштороу ҙа мөһим икән: өҫтәлдә артыҡ әйберҙәр булмаһын, эш ҡағыҙҙарында тәртип һәм һәр нәмәнең үҙ урыны булһын. Был кәрәк саҡта уларҙы тиҙ генә табырға, тимәк ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә ярҙам итер.
🔹Ваҡыт менән идара итеү: аныҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ, эштәр теҙмәһен төҙөгөҙ һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотоғоҙ. Ауыр эштәрҙе бәләкәйерәк маҡсаттарға бүлеп атҡарып, бушты бушҡа уҙғарыуҙан ҡотолоғоҙ.
📍 Иң мөһиме, тормошоғоҙҙо үҙгәртеү өсөн дүшәмбене көтмәгеҙ!Фото: "Этник биҙәүестәр" төркөмөнән.
Был йәйе лә үтте, бөттө инде.
"Китмә" тиеүҙәрҙән ни сара? 🥹
Видео: Әнүзә Ғиззәтуллина.
+5
📌Бөгөн Башҡортостан тәбиғәтен һәм башҡорттарҙың көнкүрешен тәүгеләрҙән булып мәңгеләштереүсе рәссамдарҙың береһе – Василий Степанович Сыромятников тыуған көн.
Василий Степанович хәҙерге Миәкә районы Елдәр ауылында 1885 йылдың 14 авгусында донъяға килгән. 🔹Беҙ уны “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы”, “Ҡатын-ҡыҙҙар яғындағы ҡунаҡтар” “Башҡорт ҡыҙы байрам кейемендә”, “Баймаҡ алтын-баҡыр заводы” һ.б. картиналары буйынса беләбеҙ. 🔹Шулай уҡ рәссам Өфө күренештәрен дә бик матур төшөргән, башҡорт халыҡ ижады буйынса зарисовкалар яһаған. 📍Василий Сыромятниковтың “Ҡатын-ҡыҙҙар яғындағы ҡунаҡтар” картинаһы 1928 йылда АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Диего ҡалаһында үткән күргәҙмәлә ҡуйыла һәм бик оло ҡыҙыҡһыныу уята. 🔹Василий Сыромятников 1979 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
📌 Өфө ҡалаһының макетын ҡайҙа барып күрергә?
14 - 24 августа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем Арт-КВАДРАТ биләмәһендәге Лофт ивент-холында ҡарарға мөмкин.
Инеү бушлай.
📌 Ырыуым – Күбәләк, нәҫелем ҡалмаҡтар араһына барып тоташа. Әле һигеҙ быуынымды беләм. Быларҙы мин Мортаза олатай төҙөгән ҡомартҡы шәжәрә аша өйрәндем. Тик ысын башҡорт балаһы булыу өсөн был ғына етмәй икән. Үҫә төшкәс, мәҙәниәт дәрестәрендә ер-һыу атамалары тарихын өйрәнә башлағас, күп нәмәне белмәүем асыҡланды. Шуға үҙ еремдә ышаныслы баҫып торор, ныҡлы тамыр йәйер өсөн йәшәгән еремдең тарихын өйрәнергә, белергә ҡарар иттем. Беҙ уҡытыусым менән бергәләшеп яҡын-тирәләге һәр бер урындың атамаһын, һәр ҡайһыһының үҙенә күрә хикмәтле тарихы барлығын белдек.
✅ Байым ауылы биләмәһенә ингән ун ауылда ла матур-матур исемдәр йөрөткән урындар бик күп. Шуларҙың байтағының тарихын өйрәнеп өлгөрҙөк тә инде. Тәүҙә ололарҙан белешеп, электән олатайҙарҙан ҡалған яҙмаларҙан эҙләнеп, Күбәләк ырыуы төйәк иткән ер-һыу атамаларын таптыҡ, хәлдән килгәнсә уларҙың легендаларын йыйҙыҡ. Атамалар иҫ киткес күп, мауыҡтырғыс икән! Һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә тарих һөйләй.
✅ Күбәләк ырыуының бер нисә генә ауылындағы ер-һыу атамаларына күҙ һалайыҡ әле:
🔹Байым – Сахияр үҙәге, Сусҡа һаҙы, Балтабай, Ҡыҙылъяр, Тирәк араһы, Кесе Ҡыҙыл, Соңғорҙоҡ...
🔹Аһылай – Ямангир, Ҡолдобай, Янсыҡты, Өскөл, Биҙгенде, Мәрйәүлгән, Һайыҫҡан, Кесерткән, Ҡабыҫта, Ямангир, Нәлбикәташ, Кәбәнташ...
🔹Рәхмәт – Тәрәнуй, Ташморон, Һыуһар ҡойоһо, Тайбатҡан, Киләй, Ҡантүбә, Ҡутан...
🔹Яйҡар – Бисура һаҙы, Хәсрәт урамы, Әбей ҡойоһо, Йылҡыүлгән, Әүлиә түбәһе...
🔹Туйыш – Хәспей төбәге, Иҫке йорт, Төлкөтау, Ҡараташ, Ҡәҙермәт, Ҡалмаҡ...
🔹Мораҡай – Бәлә, Ҡаҙаҡорошҡан, Кәзәосҡан, Ямантау, Көркәк тауы...
Илназ СӘЙЕТҒӘЛИН,
Байым мәктәбенең IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы. 24 май, 2022 "Йәшлек" гәзите.
📍 Дуҫтар, үҙегеҙ йәшәгән төбәктә ниндәй үҙенсәлекле ер-һыу атамалары бар һәм ни өсөн - яҙығыҙ! 💌
Сәләмәт тән үә саф булһа күңелдәр,
Мөләйем һүҙле булһа татлы телдәр,
Халыҡтар разый булһа һәр эшеңдән,
Зарар уйламаһаң һәр гиз эсеңдән,
Ошо тормошҡа ҡылһаң һин ҡәнәғәт,
Бәхетлеһең, бәхет шунан ғибәрәт.
Ғатаулла ҒӘЛИЕВ.
Бәхетле булығыҙ! 🩷
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
