fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
617
مشترکین
-224 ساعت
-27 روز
-430 روز
آرشیو پست ها
Белореттар йыйылыша 🔥 15 майҙа Белорет районының яҡташтар осрашыуы үтә. Сара Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония
Белореттар йыйылыша 🔥 15 майҙа Белорет районының яҡташтар осрашыуы үтә. Сара Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторола.
"Беҙ бергә!" тип аталған йыйын сәғәт киске 5-тә башлана,
район хакимиәте етәкселеге килә. Инеү бушлай.

📌 Салауат районы Малаяҙ ауылының үҙәк майҙаны төҙөкләндереүҙән һуң бына шулай матур буласаҡ 😍 "Ер хәтере һәм ваҡыт биҙәге"
+2
📌 Салауат районы Малаяҙ ауылының үҙәк майҙаны төҙөкләндереүҙән һуң бына шулай матур буласаҡ 😍 "Ер хәтере һәм ваҡыт биҙәге" тип аталған проект бөтә быуын кешеләренә уңайлы һәм күңелдәренә ятышлы урын эшләүгә йүнәлтелгән. Үҙәк майҙанда ҙур сәхнә, матур арка, саф һауала йөрөү һәм ял итеү урындары, беседка, сауҙа, йәрминкә оҫталыҡ дәрестәре өсөн майҙансыҡтарҙан торған күп функциялы киңлек буласаҡ.

📌 "ЕТЕ" скверын төҙөкләндереү дауам итә. Өфөнөң ҡап уртаһында, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы эргәһендә урынлашҡан ыҡсым
+5
📌 "ЕТЕ" скверын төҙөкләндереү дауам итә. Өфөнөң ҡап уртаһында, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы эргәһендә урынлашҡан ыҡсым ғына скверҙа башҡорт ырыуҙары тамғаһы һуғылған таштар, милли уйын ҡоралыбыҙ ҡурай һәм йүкә ағасы - күңелебеҙгә яҡын символдар ҡуйылған.
💯 "Был йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереүҙең икенсе этабына тотонабыҙ. Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Илдар Нуретдинов һәм "Солнечный круг" етештереү-реклама агентлығы вәкилдәре менән осрашып, яңы идеялар буйынса фекер алыштыҡ",
- тип хәбәр иткән баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов. 🔥 Был скверҙа ҡурай моңо яңғырап торасаҡ - башҡорт көйҙәренән өҙөктәр ишетергә мөмкин була. Шулай уҡ скверҙы тағы ла матурлаясаҡтар, мәғлүмәт стендтары ҡуйыласаҡ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты уҡыйбыҙ" тасуири һөйләүселәрҙең төбәк онлайн конкурсы бара. Конкурс Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йы
📌 "Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты уҡыйбыҙ" тасуири һөйләүселәрҙең төбәк онлайн конкурсы бара. Конкурс Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан, шулай уҡ башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға һәм уға арналған музей булдырылырға 35 йыл булыуға арнала. Конкурсты М. Өмөтбаев музейы ойоштора. Ул патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреү, мәғрифәтсе-шағирҙың әҫәрҙәрендәге мәңгелек ҡиммәттәрҙе өйрәтеү, китапҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә. 🔥 Онлайн конкурсҡа эштәрҙе 2026 йылдың 1 мартынан 31 июленә тиклем тапшырырға мөмкин. Йомғаҡ 2026 йылдың 20 авгусында яһала. Уның һөҙөмтәләре М. Өмөтбаев музейының "Бәйләнештә"ге төркөмөндә баҫыласаҡ. ❓ Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә? М. Өмөтбаевтың шиғырын йәки проза әҫәренән өҙөктө яттан һөйләп, видеоға төшөрөргә һәм шуны ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыусылар башҡортса йәки русса һөйләй ала. ❓ Кемдәр ҡатнаша ала? Конкурсанттар йәш буйынса 4 төркөмгә бүлеп баһалана: 🔹 7-12 йәшлектәр 🔹 12-18 йәшлектәр 🔹 18-35 йәшлектәр 🔹 35 йәштән өлкәндәр 📩 Эштәрҙе ошонда ебәрергә Email: muzeyumetbaeva@mail.ru ☎️ Мәғлүмәт өсөн телефон: +7 (347) 652-76-75, +7 (986) 961-42-27. 📍 Тулыраҡ: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейының "Бәйләнештә"ге төркөмөндә. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

❝Кисәңге көн хаталарын анализлап, беҙ бөгөн һәм иртәгә хаталанмаҫҡа өйрәнәбеҙ❞ Владимир ЛЕНИН. Бөгөнгө көн кисәгеһенән яҡшыра
Кисәңге көн хаталарын анализлап, беҙ бөгөн һәм иртәгә хаталанмаҫҡа өйрәнәбеҙВладимир ЛЕНИН. Бөгөнгө көн кисәгеһенән яҡшыраҡ булһын 😇 📍 Өфө ҡалаһы, Ленин майҙаны Фото: Максим Бергман

📌Уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн мөһим хәбәр: Башҡортостан "Мәскәү электрон мәктәбе" берҙәм һанлы платформаһына к
+4
📌Уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн мөһим хәбәр: Башҡортостан "Мәскәү электрон мәктәбе" берҙәм һанлы платформаһына күсә. Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров был туралағы килешеүгә ҡул ҡуйған.
💯 "Күпселек мәктәптәр яңы платформаға 1 сентябрҙә үк күсәсәк, ҡалғандар - йыл аҙағына тиклем. Был нимә бирә? Уҡытыусыларға - бюрократик йөкләмәләрҙе кәметә, квалификацияһын күтәрергә, иң яҡшы педагогик тәжрибәне өйрәнеү мөмкинлеген аса. Ата-әсәләр - баланың өлгәшен күҙәтә, уны өҫтәмә дәрестәргә яҙҙыра, бөтә ҡағыҙҙарҙы электрон форматта тултыра аласаҡ. Балаларға - ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм белем биреү программаларына, бөтә федераль стандарттарға тап килгән ҙур ғилемгә юл асыла. Быға оҡшаш платформаны үҙебеҙ эшләй алыр инекме? Моғайын, эйе, әммә был ваҡыт һәм ҙур сығымдар талап итер ине. "Мәскәү электрон мәктәбе" бер нисә төбәктә һынау үткән, беҙ ҙә был проектҡа ҡушылыуыбыҙға шатбыҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика етәксеһе был яҡшы мөмкинлек өсөн Мәскәү мэры Сергей Собянин, Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовҡа рәхмәтен белдергән.

🔥 Ҡайһылай йылғыр бит әле🔥 "Шүлгәнташ" ҡурсаулығының дәүләт инспекторы Хәйҙәр Бикбаев бөрйән бал ҡортоноң иң йылғыр дошманын видеоға төшөрөп алған.
💯 "Был айыу түгел, ә урман һыуһары. Был йомшаҡ тунлы йыртҡыс ағас башынан елеп йөрөй",
- тип яҙған ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре. Ысынлап та, ҡарағыҙ әле ҡайһылай ҙа етеҙ, нәҙек кенә ботаҡтар буйлап бер ағастан икенсеһенә тиҙ генә һикерә. 📍 Баҡтиһәң, 4-шәр метрлыҡ аранан да ҡурҡмай икән һәм төн сыҡҡансы 20 км юл үтә ала. Ҡойроғо руль урынына, тигәндәр. Урман һыуһары сысҡан, ҡош, йомортҡа, тәлмәрйен, бөжәк, емеш-еләк һәм үләкһә менән дә туҡлана. 🍯 Ә иң яратҡаны - солоҡ балы. Урынын бер белеп алһа, ҡуймай икән.

❓Бындай ҡола яланда нимә бар, тип ғәжәпләнәһегеҙме? ✅Археология ҡомартҡылары! Башҡортостан Республикаһының бер нисә археологи
+1
Бындай ҡола яланда нимә бар, тип ғәжәпләнәһегеҙме?Археология ҡомартҡылары!
Башҡортостан Республикаһының бер нисә археология ҡомартҡыһына асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты статусы бирелгән.
Был исемлеккә ошолар ингән: 📍 «Үрге Әбдрәш-6, ҡурған ҡәберлеге» Ул Әбйәлил районында урынлашҡан һәм уны 2025 йылда тапҡандар. Иртә тимер быуат осорона ҡарай. 📍«Ҡорғаҙаҡ-1, ҡорбан килтереү урыны» 📍«Комсомол-1, тораҡ» Был объекттар Салауат районында урынлашҡан. Бронза быуатының һуңғы осорона ҡарайҙар. 📍«Торналы-4, тораҡ» Был да Салауат районы биләмәһендәге ҡомартҡы. Ул иртә тимер быуат осоронан һаҡланып ҡалған. ✅Табылған мәҙәни мираҫ объекттары, уларҙы реестрға индереү йәки индермәү тураһындағы ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем, дәүләт һағында була. Был турала Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының рәсми сайтында хәбәр ителгән. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌 Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы... Башҡорттарҙың Гёте менән осрашҡаны һәм уға уҡ-һаҙаҡ бүләк иткәне, 1
📌 Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы... Башҡорттарҙың Гёте менән осрашҡаны һәм уға уҡ-һаҙаҡ бүләк иткәне, 11-се башҡорт полкы командиры Усман Ғүмәров тураһында "Тарих навигаторы" тапшырыуында тыңлағыҙ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы майҙа "Дала сазы" концерттар миҙгелен аса. 16 майҙан дала уртаһында, "Турахан" визит-үҙәг
📌 Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы майҙа "Дала сазы" концерттар миҙгелен аса.
16 майҙан дала уртаһында, "Турахан" визит-үҙәгенең уңайлы амфитеатрында музыкаль миҙгел башлана.
Һәр шәмбе һайын туған моң яңғыраясаҡ. 🔥 16 май – беренсе концерт. Унда БР Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры солистары ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов, думбырасы Раян Хөснуллин һәм һуҡма уйын ҡоралдарында уйнаусы Рәсим Лугаманов сығыш яһай. Егеттәр күңелдәргә үтеп инерлек моңло программа әҙерләгән. 📍 "Дала сазы" концерттары һәр шәмбе һайын киске сәғәт 5-тә башлана. Инеү бушлай. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Юл йөрөүҙән бер ҙә ялҡманым, Гиҙеп сыҡтым инде күп ерҙе!.. Юлдар, юлдар ҡайҙа илтһәләр ҙә, Атай тупһаһына килтерҙе. Ҡадир ӘЛИБАЕВ.
Хәйерле юлдар 💟
📍 Өфө - Баймаҡ юлы Видео: Розалия Иҫәнова. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Һанлы умарта 2.0" һәм Умартасылыҡтың берҙәм һанлы майҙансығы эшләй башланы. Былар - умарталыҡ менән ситтән тороп идара ит
+5
📌 "Һанлы умарта 2.0" һәм Умартасылыҡтың берҙәм һанлы майҙансығы эшләй башланы. Былар - умарталыҡ менән ситтән тороп идара итеү өсөн экосистеманың төп өлөштәре. Башҡортостанда эшләнгән системаны бөтә ил ҡортсолары ҡуллана ала. 🐝 "Һанлы умарта"ға программа-аппарат комплексы (ПАК), мәғлүмәт туплау һәм тапшырыу өсөн бер платалы "Умарталыҡ менән идара итеү үҙәге" компьютеры, умарталарҙы контролдә тотоу өсөн цифралы үлсәү, ГЛОНАСС һәм GPS нигеҙендә урынды билдәләү модуле ҡуйылған ҡапҡасты аса торған блок инә. 🐝 Бына шундай заманса система бал ҡорттарын бер туҡтауһыҙ күҙәтә. Яһалма зиһен алгоритмдары ярҙамында мәғлүмәт болот сервисына килә һәм Умартасылыҡтың берҙәм һанлы майҙансығы (ЕЦПП) менән шунда уҡ синхронлаша. 🐝 Бөтә эшмәкәрлек электрон журналда теркәлеп бара. Шулай уҡ ҡулланыусыларға умарталыҡтың интерактив схемаһы һәм бер нисә хужалыҡ менән бер юлы идара итеү мөмкинлеге бирелә.
💯 "Бөгөн ауыл хужалығы производствоһы менән цифралы майҙансыҡтар һәм яһалма зиһен ярҙамында идара итеү өсөн ҡыйыу идеялар һәм стратегик фекерләү кәрәк. Традицион умартасылыҡ үткәндәрҙә ҡала бара. Киләсәк - заманса ҡарарҙарҙа. "Һанлы умарта" барлыҡҡа килеүе - тиҫтә йылдарға был өлкәне үҫтереү аҙымы",
- ти был турала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 🔥 Заман технологияһы ҡулланылышта ҡатмарлы түгел: программа-аппарат комплексы умарта рамына беркетелә, ҡапҡасын асыу блогы - тыштан ҡуйыла. Сым һуҙыу кәрәкмәй. Умартасы теләһә ниндәй ҡорамал - компьютер, телефон, планшет аша системаға инә ала. 🐝 "Һанлы умарта 2.0" системаһын һатып алып, йәки Умартасылыҡтың берҙәм һанлы майҙансығына (Единая цифровая платформа пчеловодства) яҙылып, ҡулланырға мөмкин. Технология шәхси ҡортсоларға ла, ҙур ауыл хужалығы предприятиеларына ла асыҡ. 📍 "Һанлы умарта"ны беренсе булып Мәләүез районынан "Күперле шарлауығы" умарталығы хужаһы Илдус Смаҡов һатып алған. Уның умарталығы милли парк биләмәһендә урынлашҡан, иң яҡын ауылға тиклем - 40 км ара, юл юҡ.
Илдус Смаҡов хәҙер өйҙән сыҡмай ғына бал ҡорттарының "хәлен белешеп" тора аласаҡ.
Бына шундай бик матур яңылыҡ🔥 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

"Япраҡ еле", "муйыл сәскәһенең һыуығы" тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Яҙ ағастар япраҡ ярағанда булған ел, муйыл сәскә атыр саҡта төшкән һыуыҡтар тураһында халыҡ һынамыштары был. Бына әле күп яҡтарҙа нәҡ хуш еҫле муйыл ап-аҡҡа төрөнгән саҡ😍
Матурлыҡҡа ҡарап ҡына һоҡланайыҡ 🤍

📌"Турахан" визит-үҙәгендә Ҡарғатуй үткән. Ҡарға бутҡаһын ашарға ғәм халыҡ йыйылған, 800 кешегә етерлек бутҡа бешерелгән. Бай
+8
📌"Турахан" визит-үҙәгендә Ҡарғатуй үткән.
Ҡарға бутҡаһын ашарға ғәм халыҡ йыйылған, 800 кешегә етерлек бутҡа бешерелгән.
 Байрамда уйындар, йыр-бейеүһеҙ ҙә булмай. 🔥 Иң ҡыҙыҡлыһы - боронғо самауырҙар конкурсы булған. Унда 1905-1907 йылда сығарылған самауыр еңеүсе тип табылған, хужаларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы үткәргән был байрам Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған. Ойоштороусылар Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына, ЯСЙ "Туҡланыу үҙәге"нә, "Ағинәй" ойошмаһына һәм Мең ырыуы вәкилдәренә рәхмәттәрен белдергән. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Яна йөрәк ❤️‍🔥 "пожарник кәрәк" - тиер инеләр элек 🤭 ZaGa - Заһир Ғәлиәкбәров атлы йәш йырсы тиҙҙән яңы йыр көтөгөҙ, тигән. Нисек?

📌 Беҙҙең ҡыҙ - "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы" Нефтекама ҡалаһынан 6 йәшлек Әминә Мостаева Мәскәүҙә үткән "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы"
+1
📌 Беҙҙең ҡыҙ - "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы" Нефтекама ҡалаһынан 6 йәшлек Әминә Мостаева Мәскәүҙә үткән "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы" конкурсында Гран-при яулаған. Конкурста ҡыҙ стилләштерелгән башҡорт костюмында, ҡупшы күлдәктә һәм "Дингеҙ бризы" стилендә сыҡҡан. Был ҡыҙыҡайҙың икенсе ҙур еңеүе икән. Быға тиклем ул "Мисс Ҡаҙан - 2026" конкурсының Гран-приһына лайыҡ булған. Kidsstar модель мәктәбендә бер йыл шөғөлләнә.

Хәйерле көн! ☀️
Малдар көтөүгә сыҡтымы?
Видео: Рәсимә Хөсәйенова.

📌 Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күргәҙмә асылған. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы үҙенсәлекле
📌 Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күргәҙмә асылған. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы үҙенсәлекле күргәҙмәгә саҡыра. Ул Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдарының музейҙа һаҡланған 151 әҫәренән тора. 🔹 Күргәҙмәлә XX быуат башынан XIX быуаттың 20-се йылдарына тиклем ижад ителгән әйберҙәр ҡуйылған. Был ғаилә ҡиммәттәренең үҙгәрештәрен дә күрергә ярҙам итә. 🔹 Бында картиналар ғына түгел, фарфорҙан, кейеҙҙән һәм башҡа материалдан эшләнгән әйберҙәр ҙә бар. 🔹 Мәскәү һәм Өфө рәссамдары менән бер рәттән Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ишембай, Бәләбәй оҫталарының эштәре күрһәтелгән.
Айырыуса Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл ауылынан алып киленгән ҡомартҡылар ҡыҙыҡлы.
Күргәҙмә музейҙың яңы бинаһының икенсе ҡатында өс залда ҡуйылған. 📍 Уны 24 майға тиклем барып күрергә мөмкин. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌Еңеүгә арналған шахмат ярышы "Берҙәм Рәсәй" штабында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған шахмат ярышы үткән
+5
📌Еңеүгә арналған шахмат ярышы "Берҙәм Рәсәй" штабында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған шахмат ярышы үткән. "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ойоштороу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәм республиканың төрлө райондарынан махсус хәрби операция ветерандарын көс һынашырға саҡырған.
💯 "Яу ҡырынан ҡайтҡан яугирҙар өсөн был шахмат хәрәкәтенә ҡушылып китеү һәм иптәштәре менән күрешеү өсөн бик яҡшы сәбәп",
- ти фонд етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Башҡорт милли биҙәүестәрен таҡҡан ҡыҙҙар🔥 Видео: Диана Шаһапова.