uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
+124 soatlar
Ma'lumot yo'q7 kunlar
-930 kunlar
Postlar arxiv
Үҙебеҙҙекеләр ❤️

🔥 ZAINETDIN + 200 бала Бер нисә сәғәттән Өфө үҙәгендә, Совет майҙанында, Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының йомғаҡлау концертында ZAINETDIN этно-шоу проекты менән 200 бала сығыш яһаясаҡ. Был үҙенсәлекле тамашаны күрмәй ҡалмағыҙ! Башҡорт донъяһы МАХ-та

🔥 Муай-тай буйынса донъя чемпионы - башҡорт ҡыҙы! Куала-Лумпурҙа үткән Донъя чемпионатына 114 илдән 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы
+1
🔥 Муай-тай буйынса донъя чемпионы - башҡорт ҡыҙы! Куала-Лумпурҙа үткән Донъя чемпионатына 114 илдән 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы килгән. Рәсәйҙән 13 ир-егет һәм 11 ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан, йәштәр араһында 13 үҫмер егет һәм 7 ҡыҙ булған. Сибайҙан Зарина Исламова тәүҙә Сингапур һәм Гонконг спортсыларын ваҡытынан алда еңеп, финал алышта Иран спортсыһы Сетерех Моршедиға ҡаршы сыҡҡан. Һөҙөмтәлә алтын миҙал - башҡорт ҡыҙында! 🔥 💯 "Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында муай-тай буйынса беренсе донъя чемпионы булыуыма бик шатмын. Был еңеүем менән мин халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәнем", - ти Зарина Исламова. Ҡотлайбыҙ! 👏

📌Бөгөн, 26 июндә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, прозаик, публицист, "Почет билдәһе" ордены кавалеры Азат Хаммат улы АБДУЛЛИНДЫҢ тыуыуына 95 йыл тула. Азат Хаммат улы 1931 йылда Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында белем ала, 1953-1956 йылдарҙа М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡый. Башҡортостанға вуз уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта, әммә һуңынан кире Мәскәүгә күсеп, бөтә тормошон ижадҡа арнай. 🔹 Азат Абдуллин әҙәбиәткә 1963 йылда "Онотма мине, ҡояш!" драмаһы менән килә - талантлы рус совет шағиры Сергей Чекмаревтың аяныслы яҙмышына арналған әҫәр илдең бик күп сәхнәләрендә ҡуйыла, башҡорт һәм рус телдәрендә әллә нисә тапҡыр яңынан баҫыла. 🔹 Ә "Ун өсөнсө председатель" пьесаһы Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла, төп ролде Василий Лановой башҡара. Драма илдең йөҙҙән ашыу театрында сәхнәләштерелә һәм хатта Болгария, Чехословакия, Румыния, АҠШ һәм башҡа сит ил тамашасылары ла колхоз ауылының тормошо менән таныша. 📍Азат Абдуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы БР Милли китапханаһында "Онотма мине, ҡояш!" тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Бөгөн Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының һуңғы көнө. Бер күҙ менән булһа ла күреп ҡалырға өлгөрәһегеҙ әле 😉

❓ Баш ҡаланың ҡалала туған тел мөхитен кемдәр булдыра? Әлбиттә, үҙебеҙҙең аңлы һәм ғәмле йәштәр! Бөгөн башҡортса аралашырға, йыр-моң тыңларға, баш ҡала башҡорттары менән танышырға Арт-КВАДРАТҡа килегеҙ 🔥 Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелгән Мин башҡортса һөйләшәм фестивале сәғәт киске 6-ла башлана. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Йома сәйҙәре тәмле булһын! 🥰 Фото: Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ишморат Илбәков еләк менән тәмләп самауырлы сәй эсә
Йома сәйҙәре тәмле булһын! 🥰 Фото: Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ишморат Илбәков еләк менән тәмләп самауырлы сәй эсә.

📌Йәнә 152 йәмәғәт урыны федераль проект сиктәрендә төҙөкләндереләсәк. Быйыл 800 меңдән ашыу республика халҡы төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнашҡан. Был "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты сиктәрендә эшләнгән. Быға тиклем ошо программа буйынса республикабыҙҙың 1000 яҡын йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. 🔹 Хәҙер тағы ла 152 урын яңырырға тейеш. 💯 "Беҙҙең өсөн мөһим был эштән ситтә тороп ҡалмаған һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм. Проекттарыбыҙға - буласаҡ парк, сквер һәм башҡа йәмәғәт киңлектәренә федераль аҡса бүленеү ошоға туранан-тура бәйле. Башҡортостан, һәр ваҡыттағыса, үҙең әүҙем күрһәтте, беҙ тауыш биреүселәр һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Республикала Тәтешле, Салауат, Өфө, Шишмә, Дыуан райондары, Межгорье, Салауат, Күмертау ҡалалары халҡы айырыуса әүҙем булған. Бының өсөн уларға рәхмәт", - тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 📍 Һүрәттәрҙә - яҡын киләсәктә яңы һулыш алырға тейеш урындар. Бер ни тиклем осорҙан һүрәт ысынбарлыҡҡа әйләнеренә көтөргә генә ҡала.

📌 Салауат Юлаев һәйкәлен ентекле тикшергәндәр һәм уға бронза яғылмағанлығы асыҡланған, тип хәбәр иткәйнек инде. Быны Мельник
+1
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен ентекле тикшергәндәр һәм уға бронза яғылмағанлығы асыҡланған, тип хәбәр иткәйнек инде. Быны Мельников исемендәге Иретмәләр һәм металдар ғилми-тикшеренеү институты белгестәре эшләгән. Анализ ға ярашлы, Салауат Юлаев һәйкәлендә бронза һәм баҡырға хас химик элементтар табылмаған. Был тик автор ниәте булып, тарихи документтарҙа ғына ҡалған. 📍 Тикшеренеү һөҙөмтәләрен Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы баҫып сығарған. Ошо һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ. Башҡорт донъяһы МАХ-та

#башҡорт_аҡылы Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы был мәҡәлдең хаҡ булыуына бер дәлил. Күп милләтле илебеҙҙән йыйылған балалар
#башҡорт_аҡылы Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы был мәҡәлдең хаҡ булыуына бер дәлил. Күп милләтле илебеҙҙән йыйылған балалар үҙ халҡының йолаларын, йыр-моңон, ауыҙ-тел ижадын - хазиналарын һаҡлаусы быуын. Уларҙың бергә йыйылыуы - электән булған дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытыу. Башҡорт донъяһы МАХ-та

🎉 Беренсе көн шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Баш ҡалабыҙ урамдары сағыу төҫтәргә, саф тауыштарға күмелде - күп милләтле ҙур илебеҙҙән балалар беҙҙә ҡунаҡта! Президентыбыҙ Владимир Путин барыһын да байрам менән тәбрикләп, сәләмен юлланы һәм унда шундай һүҙҙәр бар: 💯 "...Был иҫ киткес дуҫлыҡ һәм ижади аралашыу байрамын үткәреү идеяһы ошонда, Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе символик мәғәнәгә эйә, һәм бөгөн күп милләтле, ҡунаҡсыл республиканың баш ҡалаһы ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу йәш талантты ихлас ҡаршылай. Беҙ ысын күңелдән уғата бай тарихи, мәҙәни, рухи байлығыбыҙҙы ҡәҙерләйбеҙ, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһенә өҫтөнлөклө иғтибар бүләбеҙ, уларҙың сағыу, халыҡсан сәнғәте менән ғорурланабыҙ. Һәм шуға күрә, һеҙҙең иҫ киткес проектығыҙ йәш быуын вәкилдәрендә ихлас ҡыҙыҡһыныу уятыуы һәм йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта барыуы һөйөндөрә", - тип мөрәжәғәт иткән Владимир Владимирович. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иһә, барыһын да яҡшы, позитив хис-тойғолар артынан килергә өндәгән. Күтәренке кәйеф артынан һеҙ бөгөн киске сәғәт 5-кә тиклем Өфөләр "Дим", "Тулҡын", "Беренсе Май" һәм И. Якутов исемендәге парктарға, ә кискә Совет майҙанына бара алаһығыҙ. Унда AY YOLA сығыш яһаясаҡ 🔥 Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 200 бала менән бергә сәхнәлә ZAINETDIN фольклориаданың 200 йәш ҡатнашыусыһы менән бергә сығыш яһаясаҡ. 🔹 Был үҙенсәлекле
📌 200 бала менән бергә сәхнәлә ZAINETDIN фольклориаданың 200 йәш ҡатнашыусыһы менән бергә сығыш яһаясаҡ. 🔹 Был үҙенсәлекле этно-шоу 5 балалар коллективын берләштерәсәк: "Модус" шоу-балеты, "Тамыр" телеканалының вокаль студияһы, "Ассоль" өлгөлө вокаль-хореография студияһы, "Ирис" бейеү коллективы, Башҡортостандың Халыҡ ижады атҡаҙанған коллективы, Башҡортостандың Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылы ҡалаҡсылары. 📍 26 июндә киске сәғәт 9-ҙа Совет майҙанында осрашҡанға тиклем!

Хәйерле иртә 💚 Бөгөн мөһим дини байрамдарҙың береһе - Ғәшүрә көнө билдәләнә. Ул Һижри йыл буйынса мөхәррәм айының 10-на тап килә. Был көндә барыһы ла ярлыҡау таба, тип иҫәпләнә. 📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты. Видео: Александр Яковлев.

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының төп мәғәнәһе нимәлә? Ошо видеояҙманы ҡарағыҙ, аңларһығыҙ 😉 Берләштереүҙә ❤️ Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Айыуға балта менән ҡашы торған һәм еңгән башҡорт батыры Роберт Юлсурин ҡанлы алыш тураһында һөйләгән. 💯 "Балаларҙы уйланым, Аллаһы Тәғәлә дә ярҙам иткәндер шуға", - ти Йылайыр уҙаманы. Уның менән тулы әңгәмәне Вәлитов-TV сығарылышында ҡарағыҙ. https://vkvideo.ru/video-229671171_456239072?list=cb7f20cf966bf5c3cd

Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне башлана ❤️ Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына меңдән ашыу бала килгән.