617
Підписники
Немає даних24 години
-37 днів
-530 день
Архів дописів
📌 Бөрйәндә Һабантуй үткән.
Һеҙҙең районда үттеме, әллә юҡмы? Район һабантуйына бараһығыҙмы?
Видео: Алита.
📌 Урал Килсенбаев "Урал батыр"ға арналған челлендж башлаған.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев 8 июндә билдәләнәсәк "Урал батыр" эпосы көнөнә арналған челлендж иғлан иткән.
📍 "Урал батыр" эпосы көнө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2025 йылда булдырылды.
✅ Төп шарт - башҡорт халыҡ эпосынан күңелеңә ятҡан өҙөктө уҡырға.
💯 "Был сарала бергәләп мәҙәни байлығыбыҙҙы социаль селтәрҙәрҙә танытыу һәм уның ысын матурлығын күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Үҙегеҙ теләгән телдә, оҡшаған өҙөктө алып, эпосты уҡый алаһығыҙ",
- тип яҙған Урал Таһир улы.
Ҡатнашыу шарттары ябай:
1. «Урал батыр» эпосынан өҙөк уҡып, ҡыҫҡа видео яҙҙырығыҙ.
2. Уны ВК-лағы үҙ аккаунтығыҙға #УралБатырХәтирәһе хэштегы менән урынлаштырығыҙ.
3."Челлендж"ды артабан өс кешегә тапшырығыҙ.
Урал Килсенбаев артабан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Үзбәкстан Республикаһындағы Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Ринат Гуляев, Башҡортостандың халыҡ артисына, «Ay Yola» төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов һәм шағир, әҙәби тәнҡитсе, журналист Азамат Юлдашбаевҡа тапшырған.
Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Урал Килсенбаев "Урал батыр"ға арналған челлендж башлаған.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев 8 июндә билдәләнәсәк "Урал батыр" эпосы көнөнә арналған челлендж иғлан иткән.
📍 "Урал батыр" эпосы көнө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2025 йылда булдырылды.
✅ Төп шарт - башҡорт халыҡ эпосынан күңелеңә ятҡан өҙөктө уҡырға.
💯 "Был сарала бергәләп мәҙәни байлығыбыҙҙы социаль селтәрҙәрҙә танытыу һәм уның ысын матурлығын күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Үҙегеҙ теләгән телдә, оҡшаған өҙөктө алып, эпосты уҡый алаһығыҙ",
- тип яҙған Урал Таһир улы.
Ҡатнашыу шарттары ябай:
1. «Урал батыр» эпосынан өҙөк уҡып, ҡыҫҡа видео яҙҙырығыҙ.
2. Уны ВК-лағы үҙ аккаунтығыҙға #УралБатырХәтирәһе хэштегы менән урынлаштырығыҙ.
3."Челлендж"ды артабан өс кешегә тапшырығыҙ.
Урал Килсенбаев артабан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Үзбәкстан Республикаһындағы Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Ринат Гуляев, Башҡортостандың халыҡ артисына, «Ay Yola» төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов һәм шағир, әҙәби тәнҡитсе, журналист Азамат Юлдашбаевҡа тапшырған.
Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле артистары Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стенды эргәһендә сығыш яһаған. 🔥
📌 Өфө мәктәбендә Балалар һабантуйы үткән.
Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында Балалар һабантуйы үткән.
🔹 Сара "Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбленең дәртле сығышынан башланған.
🔹 Шунан "Атайсал" мәҙәни үҙәге солисы Айгиз Хашимов барыһын да ритайым бейеткән.
🔹 Ә "Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле Һабантуй йолаларын күрһәткән, милли уйындар ойошторған. Балалар арҡан тартыш, йомортҡа менән йүгереү, тоҡ менән һикереү, уҡ атыу, көйәнтә менән йүгереүҙә ихлас ҡатнашҡан.
"Атайсал" мәҙәни үҙәгенең видеоһын ҡарағыҙ 🔥
📌 Ир-егеттәр, Салауат батырға арналған флешмобта ҡатнашығыҙ!
БР Милли музейы башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арнап онлайн акция үткәрә.
Үҫмерҙәргә һәм ир-атҡа Салауат Юлаевтың шиғырын һөйләп, видео төшөрөп, 2 июндән 16-на тиклем ебәрергә тәҡдим ителә.
❓ Нимә эшләргә?
✅ Салауат Юлаевтың оҡшаған шиғырын һайлап алығыҙ
✅ Шуны уҡып видео төшөрөгөҙ
✅ Видеоны "Бәйләнештә"ге йәки "Класташтар"ҙағы сәхифәгеҙҙә урынлаштырығыҙ
✅ Түбәндәге хештегтарҙы ҡуйырға онотмағыҙ
#СалауатТауышы #СалаватЮлаев #Миллимузей #ДеньРожденияСалаватаЮлаева
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Быйылғы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ла республикабыҙ илдең иң алдынғы төбәктәре араһында билдәләнде.
🔹 Инвестиция мөхите милли рейтингында Башҡортостан йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы өс төбәге иҫәбендә. Был – АСИ рейтингының ҡоро һандары ғына түгел, ә ил Президентының республикабыҙға Һәм Радий Хәбировтың идара итеү командаһына ышанысы билдәһе.
🔹 Ҡатмарлы шарттарҙа төбәгебеҙ бөтә саҡырыуҙарҙы һәм һынауҙарҙы лайыҡлы ҡабул итә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙҙы ярҙамдан һәм иғтибар-хәстәрҙән өҙмәй. Шуның менән бер рәттән республика иҡтисади йәһәттән үҫеште лә туҡтатмай. Был да республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм уның командаһының берҙәмлеген, һәләтлелеген дәлилләй.
🔹 Белеүебеҙсә, бөгөн инвесторҙар хәүефһеҙ, ғәҙел һәм асыҡ урындарҙы һайлай. Радий Фәрит улының башланғысы менән старт алған “Инвестиция сәғәттәре”нең, урындағы бизнес-шерифтарҙың аныҡ ярҙамы, үҙ эшен асырға ҡарар иткән МХО ветерандарына айырым иғтибар – быларҙың барыһы хаҡында ла республиканың киң мәғлүмәт саралары даими яҡтыртып бара. Шуға күрә уларҙың һөҙөмтәләре менән беҙ беренселәрҙән булып танышабыҙ, аныҡ эштәрҙе шәхсән күрәбеҙ.
💯 Башҡортостандың берҙәм халҡы һәм тотороҡло иҡтисади фронты ҙур Рәсәй һәм беҙҙең дөйөм Еңеү хаҡына ышаныслы эшләй. Петербург форумындағы уңыштар ҙа ошоно раҫлай.
Вәдүт ИСХАҠОВ, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, БР Журналистар союзы рәйесе.
Йән-тәнегеҙгә сихәт теләйбеҙ, матур ялдар 💕
📍 Белорет районы, Шәреташ (Розовые скалы)
+1
📌 "Салауат йыйыны"на барығыҙ!
12 июндә Салауат районында "Салауат йыйыны - 2026" республика фольклор байрамы үтәсәк. Ул башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыуға арнала.
📍Урыны: Салауат районы, Малаяҙ ауылы, һабантуй яланы (Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә)
⌛Башлана: сәғәт 09:00. Инеү бушлай
🎉 Байрам саралары:
- тирмәләр һәм милли ихаталар конкурсы;
- «Халыҡтар берҙәмлеге быуаттар аша» театрлаштырылған тамаша;
- йәштәр һабантуйы;
- балалар һабантуйы;
- көрәш буйынса милли турнир, спорт һәм халыҡ уйындары;
- бәйге.
Батырыбыҙ йәнтөйәгенә рәхим итегеҙ! 🥰
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Батырҙы хәтерләп
Кисә Өфөлә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Тимерйән Рәжәповты иҫтәлегенә арналған сара үткән. Был хаҡта “Йома” тапшырыуы авторы, “Мөнирә” мәсете имам-хатибы Морат Лоҡманов хәбәр иткән.
💯 "Бик йылы, мәғәнәле кисә булды, һәр бер иҫтәлек тормош дәреслегенә торошло. Ойоштороусыларға, Рита Өмөтбаеваға ҙур рәхмәт",
- тип яҙған Морат Лоҡманов.
🔹 Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында 1968 йылдың 1 ғинуарында тыуған.
🔹 1987-1989 йылдарҙа Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәй. Герат провинцияһында 101-се мотоуҡсылар полкында БТР-70 өлкән механик-водителе булып хеҙмәт итә. "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн", "СССР Ҡораллы көстәренең 70 йыллығы", "Рәхмәтле Афған халҡынан" миҙалдары, "Яугир-интернационалист" билдәһе, СССР Юғары Советы Грамотаһы менән бүләкләнгән.
🔹 Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, юғары юридик белем ала. Эске эштәр министрлығында хеҙмәт иткән йылдарында бик күп юғары наградалар, Почет билдәләренә лайыҡ була.
🔹 2009 йылда Тимерйән Рәжәпов" Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" ойошмаһы рәйесе итеп һайлана.
🔹 2020 йылда ул Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отрадя төҙөй, улар пандемия ваҡытында халыҡҡа, ауыр хәлдә ҡалған ветерандарға ярҙам итә.
🔹 Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ылауҙар йыйыу һәм алып барыуҙы ойоштора. Донбасс халҡына ярҙам итә. Бының өсөн Тимерйән Рәжәпов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.
🔥 Нәҡ Тимерйән Рәжәп улы башланғысы менән Штеровка ауылында үлемһеҙлек бейеклеге барлыҡҡа килә. Бында 1943 йылда генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәләк булған.
Шулай уҡ Петровскиҙағы 22-се мәктәпкә лә Шайморатов исемен биреүҙе Тимерйән Рәжәп улы тәҡдим итә.
Халҡыбыҙҙың батыр улы иҫтәлегенә арналған кисәгә "Шайморатов класы" уҡыусылары, уны белгән кешеләр, яҡындары йыйылған.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Эколог көнө менән! 🌏
Был байрам 2007 йылдан алып ил Президенты Владимир Путин указы менән билдәләнә. Ул Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә тап килә.
📍 Белорет районы, Атыш шарлауығы.
Видео: Инна Лежнева.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 "Ат иле"н һынландыр!
БР Милли музейында "Ат иле" проектына 1 июлгә тиклем эштәр ҡабул ителә. Проекттың төп темаһы - "Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтендә ат образы".
Ғаризаларҙы nmrb_etno@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Ҡатнашыусы унға тиклем эшен ебәрә ала.
🔹 Живопись (ҙурлығы 90х120 тиклем);
🔹 Графика;
🔹 Керамика;
🔹 Ағасты һәм металды художестволы эшкәртеү;
🔹 Туҡыма;
🔹 Быяла .
Күргәҙмәне асыу тантанаһы 2026 йылдың 6 авгусында көтөлә, ул 2027 йылдың 1 февраленә тиклем эшләйәсәк.
Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һәм ғариза өлгөһө ошонда.
📌"Аватарҙағы Эйва кеүек" тип сағыштыра билдәле башҡорт гимнасткаһы Ләйсән Үтәшева Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стендында ҡуйылған яһалма зиһен ағасты.
🌳 "Шәжәрә ағасы" - бында иң матур һәм үҙенсәлекле күргәҙмәләрҙең береһе, тип баһалай күптәр.
❓ Ә һеҙгә был стенд нимәне хәтерләтә?
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌Дүртөйлөнөң Ленин урамында "Китап йорто" барлыҡҡа килгән.
Бер ай элек ҡуйылған "йорттан" һәр кем үҙенә оҡшаған китапты уҡырға алырға мөмкин, әммә уның урынына мотлаҡ үҙенең китабын алып килергә тейеш.
💯"Беҙҙең бәләкәй китапхана ҡала халҡына хуш иклеүенә шатмын. Мин үҙем дә бынан уҡырға китаптар алып торам. Һаҡсыл мөнәсәбәттә булған һәм китаптар менән тулыландырып тороусыларға рәхмәт. Киләсәктә Дүртөйлөнөң башҡа урындарына ла ошондай кәштәләр ҡағып сығырға ниәт бар",-
ти "Китап йорто"н ҡуйыусы эшҡыуар Рөстәм Шакиров.
❓Ә һеҙ китаптарҙы ҡайҙан алып уҡыйһығыҙ? Ошондай кәштә булыуын теләр инегеҙме?
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
