БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше1 982
Підписники
Немає даних24 години
-27 днів
-1330 днів
Архів дописів
1 982
Сибайҙан Зарина Исламова Японияла тай боксы буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы
Башҡорт ҡыҙы социаль селтәрҙә алыштың һөҙөмтәле кадрҙары менән уртаҡлашты. Рингта Зарина Камбоджа спортсыһы менән осраша. Икенсе раундта яҡташыбыҙ, алышты ваҡытынан алда тамамлап, дәғүәсеһен нокаутҡа ебәрә. Ҡыҙ үҙенең башҡорт булыуын йәшермәй. Был юлы ла ул рингҡа өләсәһе бәйләгән селтәрҙә һәм башҡорт бүрегендә сыҡты.
1 982
Архангел районы Мағаш ауылында часовня асылды
Шишмә эргәһендә бәләкәй сиркәү. Архангел районы Мағаш ауылында часовня асылды. Дөйөм көс менән төҙөлгән объектты изгеләндереү сараһы хаҡында репортаж.
1 982
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте
Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте. Александр Вампилов пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спекталкь тәү ҡарашҡа ябай, шул уҡ ваҡытта ни тиклем тамашасыға яҡын булыуын күрһәтә. Спектаклдәге ваҡиғалар 90-сы йылдарҙа бара.
1 982
Республикала «Изге яҙылыу» акцияһы дауам итә
Хәйриә проектына 2023 йыл «Китап байрам» фестивалендә Радий Хәбиров менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский старт биргәйне. Акция барышында теләгән һәр кем мохтаждар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр исемендә матбуғатҡа яҙыла ала.
1 982
Өфөләге «Йондоҙ» белем биреү үҙәгендә «Файҙалы йома» акцияһы үтте
Сарала баш ҡала мәктәптәре уҡыусыларына төрлө ведомство вәкилдәре, рестораторҙар дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Белгестәр яһалма ҡатнашмалар һәм уның организмға йоғонтоһо тураһында һөйләне. Ашнаҡсылар тәбиғи ризыҡты бешереү рецепттарын күрһәтте.
1 982
Башҡортостанда диабет осраҡтары арта: белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй
Бөгөн-Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө. Рәсәйҙә йыл һайын ойошторолған махсус аҙналыҡ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Уның барышында диабетты иҫкәртеү һәм дауалау, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек мәсьәләләре яҡтыртыла. Республикала шәкәр сире менән йыл һайын ун меңләп ауырыу теркәлә. Белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 982
Өфөлә мохтаждар өсөн приют асылды
Бында ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар ваҡытлыса йәшәргә урынлаша ала. Бының өсөн ике ҡатлы йорттарҙа бөтә шарттар булдырылған. Душ, бөҙрәхана, кер йыуыу бүләмәләре һәм ашхана бар. Бынан тыш, үҙәктә йәшәмәгән кешегә лә мохтажлыҡ кисергән осраҡта йылы аш тәҡдим ителә. Бер үк ваҡытта учреждениела 60 кеше йәшәй ала. Уларҙың тәүгеләре уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән дә инде.
1 982
Республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә
Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Синоптиктар күҙаллауынса температура Өфө-Дим аэрология станцияһында бынан 15 йыл элек теркәлгән рекордты уҙыр тип күҙаллана.
1 982
Башҡортостандан әрме хеҙмәтенә тәүге эшелон ҡуҙғалды
Республика хәрби комиссариатында һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. 160 егет Байкал аръяғында ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Быйыл көҙ 3 мең ярым егет Ватан һағына алына. Яҙғы саҡырылыш менән бергә дөйөм алғанда 9 меңдән ашыу тирәһе кеше һалдат шинеле кейәсәк. Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргәсә дауам итә.
1 982
Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе. Медиктар төркөмө пациенттың быуын төбөнән яман шеш күҙәнәктәрен таҙартып ҡырҡылған урында пластика операцияһын яһаны. Башҡортостанда ойошторолған «Онкопатруль» проекты сиктәрендә яман шешкә ҡаршы көрәштә күп яҡлы эш алып барыла. Проект һөҙөмтәләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 982
Өфөлә археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференция эш башланы
Был юлы форум этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Конференция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран ғалимдары ҡатнашлығында үтә.
1 982
Өфөлә «Бәхетле көмөш» проектының өсөнсө уҡытыу төркөмө старт алды
Программа 2024 йылдан тормошҡа ашырыла һәм унда 100-ҙән ашыу өлкән йәштәгеләр ҡатнашҡан. Алда уларҙы бер ай ярым эсендә аҙнаһына ике тапҡыр табиптар, психологтар, интернет хәүефһеҙлеге һәм финанс грамоталылығы буйынса эксперттар менән осрашыуҙар көтә.
1 982
Ҡырмыҫҡалы районында башҡорт ҡоролтайҙарының артабанғы стратегияһы билдәләнде
Район һәм төбәк ҡоролтайҙары эшмәкәрлеге стратегик сессия күҙлегенән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Урындағы етәкселәрҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәрен һәм йәмәғәт алдынғыларын башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тулыландырыу маҡсаты берләштерҙе.
1 982
Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә район хакимиәте етәкслеге менән осрашыуҙар үтә
Күптән түгел ошондай аралашыу Юлыҡ ауылында ла ойошторолдо. Унда ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, фекер алышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 982
Башҡортостан студенттары өсөн Мәскәүгә ылау юлға сыға
Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай һәм илдең баш ҡалаһына уҡырға киткән йәштәрҙең барыһы ла унда төпләнә алмай. Ҡайтырға теләк белдергән студенттар менән әле үк эш башлау мөһим. Улар беҙҙең ресурс, тине Радий Хәбиров «Тура линия» ваҡытында. Республика етәксеһе үҙе лә сит төбәктәрҙә уҡыусы йәштәр менән осрашыуҙар үткәрә. Ноябрҙә Радий Хәбиров Мәскәүҙә белем алыусы студенттар менән осраша. Ошо уңайҙан Башҡортостандан ылау ҙа алып барыласаҡ. Әле ул республика райондарында туплана.
1 982
Өфө гимназистары Росгвардия кадеттары сафына баҫып ант бирҙе
Тантаналы анттан һуң 20 балаға маҡтаулы исемдәр бирелде. Өфөнөң 121-се гимназияһының яңы профилле класы быйыл асылған. Йәш кадеттар 8-се класс уҡыусылары. Мәғариф учреждениеһында бөтәһе дүрт профилле класс ойошторолған, уларҙың өсөүһе сик буйы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлештәре буйынса.
1 982
Быйыл Башҡортостан экспортҡа былтырғы менән сағыштырғанда 10 мең тоннаға күберәк иген оҙатҡан
Ситкә сығарыр алдынан уңыш ентекле тикшерелә. Ошондай 482 партия иген Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы контроле аша үткән. Экспорт өсөн иген ведомствоның Башҡортостандағы һынау лабороторияһы белгестәре тарафынан төрлө күрһәткестәр буйынса тикшерелә. Белгестәр әйтеүенсә, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы продукцияһы фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.
1 982
Башҡортостанда «Онкопатруль» проектының тәүге һөҙөмтәләре барланды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн менән яман шеште иртә стадияла асыҡлау, дауалау маҡсатында ойошторолған проект тәжрибәһе менән танышты. Республикала алтынсы йыл эшләгән «Онкопатруль» медицина программаһы буйынса ҙур предприятияларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тикшерелгән, республика район -ҡалаларында табиптар менән консультациялар ойошторолған.
1 982
Махсус хәрби операция ветерандары Төнгө волейбол лигаһында ҡатнаша
Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, лигала яңы миҙгелБөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәмуларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына бағышлана. Йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта. 3-сө миҙгелдә 44команда сығыш яһаны. 300 матч уҙғарылды. Төнгө волейбол лигаһының яңы миҙгеле20 ноябрҙә старт ала һәм киләһе йылдың апреленә тиклем дауам итә.
1 982
Шаран ауылының «Балалар ижады һәм спорт үҙәге»ндә муниципаль экостанция асылды
Уның маҡсаты-уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм рухи-әхләҡи үҫешен тәьмин итеү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең тәбиғи фәндәр буйынса грамоталылығын арттырыу өсөн практик йүнәлешле белем биреү мөхите тыуҙырыу. Экостанция 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалид һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар, ата-әсәләр, студенттар, шулай уҡ предприятиелар, ғилми ойошмалар һәм бизнес компанияларҙан остаз белгестәр менән эш итергә ниәтләй.
