es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 026
Suscriptores
-124 horas
-27 días
-630 días
Archivo de publicaciones
Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе. Медиктар төркөмө пациенттың быуын төбөнән яман шеш күҙәнәктәрен таҙартып ҡырҡылған урында пластика операцияһын яһаны. Башҡортостанда ойошторолған «Онкопатруль» проекты сиктәрендә яман шешкә ҡаршы көрәштә күп яҡлы эш алып барыла. Проект һөҙөмтәләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфөлә археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференция эш башланы Был юлы форум этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Конференция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран ғалимдары ҡатнашлығында үтә.

Өфөлә «Бәхетле көмөш» проектының өсөнсө уҡытыу төркөмө старт алды Программа 2024 йылдан тормошҡа ашырыла һәм унда 100-ҙән ашыу өлкән йәштәгеләр ҡатнашҡан. Алда уларҙы бер ай ярым эсендә аҙнаһына ике тапҡыр табиптар, психологтар, интернет хәүефһеҙлеге һәм финанс грамоталылығы буйынса эксперттар менән осрашыуҙар көтә.

Ҡырмыҫҡалы районында башҡорт ҡоролтайҙарының артабанғы стратегияһы билдәләнде Район һәм төбәк ҡоролтайҙары эшмәкәрлеге стратегик сессия күҙлегенән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Урындағы етәкселәрҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәрен һәм йәмәғәт алдынғыларын башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тулыландырыу маҡсаты берләштерҙе.

Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә район хакимиәте етәкслеге менән осрашыуҙар үтә Күптән түгел ошондай аралашыу Юлыҡ ауылында ла ойошторолдо. Унда ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, фекер алышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостан студенттары өсөн Мәскәүгә ылау юлға сыға Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай һәм илдең баш ҡалаһына уҡырға киткән йәштәрҙең барыһы ла унда төпләнә алмай. Ҡайтырға теләк белдергән студенттар менән әле үк эш башлау мөһим. Улар беҙҙең ресурс, тине Радий Хәбиров «Тура линия» ваҡытында. Республика етәксеһе үҙе лә сит төбәктәрҙә уҡыусы йәштәр менән осрашыуҙар үткәрә. Ноябрҙә Радий Хәбиров Мәскәүҙә белем алыусы студенттар менән осраша. Ошо уңайҙан Башҡортостандан ылау ҙа алып барыласаҡ. Әле ул республика райондарында туплана.

Өфө гимназистары Росгвардия кадеттары сафына баҫып ант бирҙе Тантаналы анттан һуң 20 балаға маҡтаулы исемдәр бирелде. Өфөнөң 121-се гимназияһының яңы профилле класы быйыл асылған. Йәш кадеттар 8-се класс уҡыусылары. Мәғариф учреждениеһында бөтәһе дүрт профилле класс ойошторолған, уларҙың өсөүһе сик буйы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлештәре буйынса.

Быйыл Башҡортостан экспортҡа былтырғы менән сағыштырғанда 10 мең тоннаға күберәк иген оҙатҡан Ситкә сығарыр алдынан уңыш ентекле тикшерелә. Ошондай 482 партия иген Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы контроле аша үткән. Экспорт өсөн иген ведомствоның Башҡортостандағы һынау лабороторияһы белгестәре тарафынан төрлө күрһәткестәр буйынса тикшерелә. Белгестәр әйтеүенсә, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы продукцияһы фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Башҡортостанда «Онкопатруль» проектының тәүге һөҙөмтәләре барланды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн менән яман шеште иртә стадияла асыҡлау, дауалау маҡсатында ойошторолған проект тәжрибәһе менән танышты. Республикала алтынсы йыл эшләгән «Онкопатруль» медицина программаһы буйынса ҙур предприятияларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тикшерелгән, республика район -ҡалаларында табиптар менән консультациялар ойошторолған.

Махсус хәрби операция ветерандары Төнгө волейбол лигаһында ҡатнаша Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, лигала яңы миҙгелБ
Махсус хәрби операция ветерандары Төнгө волейбол лигаһында ҡатнаша Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, лигала яңы миҙгелБөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәмуларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына бағышлана. Йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта. 3-сө миҙгелдә 44команда сығыш яһаны. 300 матч уҙғарылды. Төнгө волейбол лигаһының яңы миҙгеле20 ноябрҙә старт ала һәм киләһе йылдың апреленә тиклем дауам итә.

Шаран ауылының «Балалар ижады һәм спорт үҙәге»ндә муниципаль экостанция асылды Уның маҡсаты-уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм рухи-әхләҡи үҫешен тәьмин итеү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең тәбиғи фәндәр буйынса грамоталылығын арттырыу өсөн практик йүнәлешле белем биреү мөхите тыуҙырыу. Экостанция 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалид һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар, ата-әсәләр, студенттар, шулай уҡ предприятиелар, ғилми ойошмалар һәм бизнес компанияларҙан остаз белгестәр менән эш итергә ниәтләй.

Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының гастролдәре дауам итә Ижади сәфәр Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы һәм Росконцерт тарафынан тормошҡа ашырылған»Ҙур гастролдәр«федераль проекты сиктәрендә үтә. Ошо уҡ көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сығыш яһай. Ике республиканың да алдынғы ижади коллективы тамашасыларға репертуарының иң уңышлы спектаклдәрен тәҡдим итә.

Баймаҡ районының Түбә ауылында оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүсе 13 ғаилә тәбрикләнде Өлгөлө ғаилә-ил күрке. Баймаҡ районының Түбә ауылында оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүсе 13 ғаилә тәбрикләнде. Хеҙмәте һәм тормошо менән хөрмәт ҡаҙанған парҙар хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡортостанда МХО ветерандары эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен үҙләштерҙе Башҡортостанда йөҙҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары эшҡыуарлыҡ алып барыу нигеҙҙәрен өйрәнде. Курстарҙы тамамлаусы бизнес-академия уҡыусыларына сертификаттар тапшырылды. Уҡыусылар үҙ эшен теркәүҙән алып клиенттар менән эшләү, персонал һайлау, һатыу, һалым түләү, маркетинг стратегиялары һәм йәмәғәт сығыштары өлкәһендә белемдәрен камиллаштарҙы.

Киров районының 90 йыллығына арналған тантанала хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләнеләр Өфөнөң тарихы Киров районы ойошторолоуҙан башлана. Тәүге административ ойошмалар, юғары уҡыу йорттары, медицина учреждениелары һәм башҡа объекттар уҙған быуатта тап тарихи үҙәк булған биләмәлә төҙөлә. Баш ҡаланың Киров районы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Туймазы ҡалаһында реабилитация үҙәгенә капиталь ремонт талап ителә Туймазы ҡалаһында реабилитация үҙәгенә капиталь ремонт талап ителә. Был турала һорау Башҡортостан башлығы менән үткән тура линия барышында килде. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләне. Туймазылағы реабилитация бүлеге йыл дауамында төрлө райондарҙан йыйылған 500-ҙән ашыу балаға хеҙмәт күрһәтә.

Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы асылды Бөгөн Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы асылды. Сара тәүге тапҡыр Мәскәүҙән ситтә уҙғарыла, Был төбәктәрҙә креатив индустриялар үҫешенә иғтибарҙың артыуы һәм Башҡортостандың ижади башланғыстар өсөн перспективалы үҙәк булараҡ танылыуы хаҡында һөйләй. Ике көн дауам иткән форумда 174 кеше ҡатнаша.

Өфөлә башҡорт балалар баҡсаһында туған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәр Өфөлә 51-се башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса проекттар Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында әүҙем тормошҡа ашырыла. Тыуған телде һаҡлауға ҡоролған дәрестәр ете модуль буйынса үткәрелә. Бынан тыш балалар баҡсаһына башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фондынан тел өйрәнеүҙә ҡулланыу өсөн 5 төрлө уйын тапшырылған.Тел һағында торған тәрбиәселәр һәм һәләтле балалар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөлә Һаҙый Арыҫланов исемендәге журналистар конкурсы лауреаттары билдәләнде Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле журналист Һаҙый Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай Еңеү өсөн. Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай. Махсус хәрби операция башланғас та Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе маскировка селтәрҙәре үрергә тотона. Тәүҙә ҡул аҫтындағы туҡымаларҙы ҡулланһалар, һуңғараҡ гүзәл заттар оҫтара. Әле мәктәп райондың «Еңеү үрәбеҙ» ирекмәндәр клубына ҡушылып, дронға ҡаршы юрған, маскировка костюмдары әҙерләү менән шөғөлләнә.