БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше2 019
Підписники
Немає даних24 години
-37 днів
-1030 день
Архів дописів
2 019
Башҡортостанда етем балаларҙың йәшәү шарттары яҡшыра
Былтыр меңдән ашыу кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. 2018 йылдан ғәмәлгә ашырылған программа ярҙамында республикала биш меңдән ашыу етем торлаҡлы булған. Өҫтәүенә ике йыл элек был категорияға ҡараған граждандар өсөн сертификаттар ҙа бирелә башланы. Уның суммаһы 3 миллион 800 мең һум.
2 019
Быйыл Башҡортостанда халыҡтың үҙәгенә үткән 244 километрҙан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана
Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән сираттағы «Транспорт сәғәте»ндә юл селтәренең сифатын һәм хәүефһеҙлеген күтәреү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдләүенсә, йыл аҙағына тиклем программаны тормошҡа ашырыу өсөн 6 миллиард 800 миллион һум йүнәлтеләсәк.
2 019
Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү дауам итә
Әлегә дөйөм инвестиция күләме 12 миллиард һумға баһаланған 200-ән ашыу проект эшкә алынған. Оператив кәңәшмә барышында «Алға» махсус иҡтисади биләмәһен үҫтереү мөмкинлектәре лә билдәләнде. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында 24 резидент теркәлгән, производстволарға һалынасаҡ дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 62 миллиард һумға баһалана. Бынан тыш, төбәктә тағы ла бер ҡала «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемгә дәғүә итә.
2 019
Башҡорт дәүләт филармонияһы «Миҙгелдәр килһендәр...» исемле тамаша әҙерләй
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Миҙгелдәр килһендәр...» исемле тамаша әҙерләй. Ул танылған эстрада оҫталарын, йәш һәм таланлы йондоҙҙарҙы берләштерә. Проект республика райондары һәм күрше төбәктәр буйлап гастролгә сығасаҡ. Кисә концерт программаһын тапшырыу сараһы үтте. Унда киң мәғлүәмәт саралары ла саҡырылғайны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 019
Яугирҙар өсөн мендәрҙәрҙән алып дрон япмаларына тиклем
Яугирҙар өсөн мендәрҙәр, окоп шәмдәре һәм хатта дрондарға ҡаршы япмалар. Яңауыл районында ҡул эштәре оҫталары махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ярҙам төрҙәрен арттыра.
2 019
Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманатар ылау барып етте
Шәхси посылкалар, йылы кейемдәр, ысын күңелдән яҙылған хат-сәләмдәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманатар ылау барып етте. Был юлы «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы торған урынға Миәкә һәм Бишбүләк райондары ярҙам килтерҙе.
2 019
Башҡортостанда экологияны яҡшыртыуға 644 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә
Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, уҙған йыл сүп-сар полигондарын бөтөрөү тамамланған, һыу хужалығы объекттарына капиталь ремонт башҡарылған. Быйыл ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсус техника һатып алыуға өҫтәмә 50 миллион һум субсидия бүленә. “Экология” милли проекты урынына “Экологик именлек” федераль программа эшләй. Киләһе йылда экология мәсьәләләрен хәл итеүгә 824 миллион һәм йәлеп итеү күҙаллана.
2 019
Башҡортостанда риелторҙар эшмәкәрлеге тураһында закон әҙерләнә
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшсе төркөм булдырылған. Депутаттар был тармаҡта хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу өсөн ҡануниәтте камиллаштырырға ниәтләй. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, риелторҙарҙың берҙәм исемлеге юҡ, улар квалификацияһын раҫлау өсөн аттестация үтмәй. Бер үк ваҡытта күпселек өсөн фатир һатып алыу, йә һатыу үтә яуаплы һәм мөһим ҡарар. Шуға риелторҙар эшмәкәрлеге төшөнсәһен аныҡларға, улар өсөн талаптарҙы билдәләргә тәҡдим ителә.
2 019
Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек башланды
Премьер-министр ҡул ҡуйған документта 2025 йылда хәүеф янаған биләмәләр күрһәтелгән. Хәүефле миҙгел 6 ай дауам итә. 18 апрелдән 25 октябргә тиклем була. Документҡа ярашлы, 186 ауыл һәм ҡала, 47 балалар ойошмаһы, 63 баҡсасылыҡ ширҡәте иғтибарға алына.
2 019
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Коллектив 11 мартта Кремль һарайында “Донъя халыҡтары бейеүе” программаһын тәҡдим итә. Концерттың беренсе өлөшөндә башҡорт хореографияһы классикаһы өлгөләре: “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Төньяҡ амурҙары” һәм алтын фондҡа ингән башҡа бейеүҙәр башҡарыла. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған композициялар тәҡдим ителә. Тамашаның икенсе өлөшөндә ҡаҙаҡ, белорус, ҡытай һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре була.
2 019
Башҡортостан 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса туристик рейтингта 13-сө урын алды
Тәүге урындарға Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайы ҡуйылған. Төбәктәр тиҫтәнән ашыу критерий буйынса баһаланған. Улар араһында туристик фирмалар, туристар һаны, ҡунаҡхана бизнесы табышы, енәйәтселек кимәле бар. Быйыл Башҡортостан туризмды үҫтереү өсөн федераль ҡаҙнанан 267 миллион һум ала.
2 019
Өфөлә Студент баскетболы ассоциацияһының йондоҙҙар матчы үтте
Көрәш һарайы ҡабул иткән уйынды ҡарарға Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров һәм олимпия чемпиондары килде. Ярыш «Көнсығыш» һәм «Көнбайыш» ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында уҙҙы. Көсөргәнешле осрашыу «Көнсығыш» командаһының еңеүе менән тамамланды.
2 019
Ейәнсура районы үҙәгендәге «Салауат» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ремонттан һуң тулы ҡеүәттә эш башланы
Объект 2009 йылда сафҡа ингән. Былтыр уны капиталь төҙөкләндереү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Спорт министрлығы тарафынан 10 миллион һум аҡса бүленә. Майҙан алып ноябргә тиклем тренажер залында резина япма түшәлә, яҡтыртыу ҡоролмалары алмаштырыла, стеналар буяла. Шулай уҡ спорт залы һәм фитнес бүлмәһе яңырыу кисерә.
2 019
Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш уҙҙы
Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе тапҡыр балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш уҙҙы. Сараны «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Ибраһим ауылы халҡы ойошторҙо. Балыҡ тотоу фестивале төрлө ауыл биләмәләрен генә түгел, күрше район ҡунаҡтарын да йәлеп итте. Гүзәл заттар араһында иң шәп балыҡсыны нисек асыҡлайҙар?
2 019
Өфө районы Йоматау халҡы йәмәғәт транспорты етмәүенә зарлана
Проблема ауылда ғына түгел, бөтә ауыл биләмәһендә күҙәтелә. Урындағыларға мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана кеүек социаль учреждениеларға ла барып етеүе ҡатмарлы. Халыҡ яуаплы ведомстволарға ла мөрәжәғәт итә, тик үҙгәреш юҡ. Урындағылар менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
2 019
Мобилизацияланыусылар кире яуға ҡуҙғалды
Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт объекты биләмәһендә уҙҙы. Яугирҙарҙы Херсон өлкәһендәге хәрби бурыс үтәү урындарына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.
2 019
Өмөтлө йәштәр: Ильяс Хәтмуллиндың уңыш тарихы
Бөгөнгө студенттар нисек уҡый һәм ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Һорауға яуап киләһе яҙмала.
2 019
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш эшҡыуарҙар менән осрашты
«Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында үткән сара республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 250 кешене берләштерҙе. Радий Хәбиров ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа төбәктә эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫтереү, бизнесҡа ярҙам сараларын һаҡлау әһәмиәтенә туҡталды.
2 019
Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү артты
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитет хаҡты үҙ аллы билдәләй. Бер үк ваҡытта мәғариф учреждениелары сумманы билдәләнгән кимәлдән арттыра алмай. Өфөлә баланың баҡсала булған һәр көнө өсөн 185 һум түләргә кәрәк. Был уҙған йылдағы кимәлдән 7 һумға күберәк.
2 019
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем алты поликлиника файҙаланыуға тапшырыла
Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, яңы медицина учреждениялары Янауыл, Асҡар, Асҡын, Баҡалы ауылдары һәм Учалы менән Благовещен ҡалаларында булдырыла.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
