es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 019
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-1030 días
Archivo de publicaciones
Башҡортостанда етем балаларҙың йәшәү шарттары яҡшыра Былтыр меңдән ашыу кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. 2018 йылдан ғәмәлгә ашырылған программа ярҙамында республикала биш меңдән ашыу етем торлаҡлы булған. Өҫтәүенә ике йыл элек был категорияға ҡараған граждандар өсөн сертификаттар ҙа бирелә башланы. Уның суммаһы 3 миллион 800 мең һум.

Быйыл Башҡортостанда халыҡтың үҙәгенә үткән 244 километрҙан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән сираттағы «Транспорт сәғәте»ндә юл селтәренең сифатын һәм хәүефһеҙлеген күтәреү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдләүенсә, йыл аҙағына тиклем программаны тормошҡа ашырыу өсөн 6 миллиард 800 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү дауам итә Әлегә дөйөм инвестиция күләме 12 миллиард һумға баһаланған 200-ән ашыу проект эшкә алынған. Оператив кәңәшмә барышында «Алға» махсус иҡтисади биләмәһен үҫтереү мөмкинлектәре лә билдәләнде. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында 24 резидент теркәлгән, производстволарға һалынасаҡ дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 62 миллиард һумға баһалана. Бынан тыш, төбәктә тағы ла бер ҡала «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемгә дәғүә итә.

Башҡорт дәүләт филармонияһы «Миҙгелдәр килһендәр...» исемле тамаша әҙерләй Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Миҙгелдәр килһендәр...» исемле тамаша әҙерләй. Ул танылған эстрада оҫталарын, йәш һәм таланлы йондоҙҙарҙы берләштерә. Проект республика райондары һәм күрше төбәктәр буйлап гастролгә сығасаҡ. Кисә концерт программаһын тапшырыу сараһы үтте. Унда киң мәғлүәмәт саралары ла саҡырылғайны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яугирҙар өсөн мендәрҙәрҙән алып дрон япмаларына тиклем Яугирҙар өсөн мендәрҙәр, окоп шәмдәре һәм хатта дрондарға ҡаршы япмалар. Яңауыл районында ҡул эштәре оҫталары махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ярҙам төрҙәрен арттыра.

Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманатар ылау барып етте Шәхси посылкалар, йылы кейемдәр, ысын күңелдән яҙылған хат-сәләмдәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманатар ылау барып етте. Был юлы «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы торған урынға Миәкә һәм Бишбүләк райондары ярҙам килтерҙе.

Башҡортостанда экологияны яҡшыртыуға 644 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, уҙған йыл
Башҡортостанда экологияны яҡшыртыуға 644 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, уҙған йыл сүп-сар полигондарын бөтөрөү тамамланған, һыу хужалығы объекттарына капиталь ремонт башҡарылған. Быйыл ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсус техника һатып алыуға өҫтәмә 50 миллион һум субсидия бүленә. “Экология” милли проекты урынына “Экологик именлек” федераль программа эшләй. Киләһе йылда экология мәсьәләләрен хәл итеүгә 824 миллион һәм йәлеп итеү күҙаллана.

Башҡортостанда риелторҙар эшмәкәрлеге тураһында закон әҙерләнә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшсе төркөм булдырылған. Депутаттар
Башҡортостанда риелторҙар эшмәкәрлеге тураһында закон әҙерләнә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшсе төркөм булдырылған. Депутаттар был тармаҡта хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу өсөн ҡануниәтте камиллаштырырға ниәтләй. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, риелторҙарҙың берҙәм исемлеге юҡ, улар квалификацияһын раҫлау өсөн аттестация үтмәй. Бер үк ваҡытта күпселек өсөн фатир һатып алыу, йә һатыу үтә яуаплы һәм мөһим ҡарар. Шуға риелторҙар эшмәкәрлеге төшөнсәһен аныҡларға, улар өсөн талаптарҙы билдәләргә тәҡдим ителә.

Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек башланды Премьер-министр ҡул ҡуйған документта 2025 йылда хәүеф янаған биләмәлә
Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек башланды Премьер-министр ҡул ҡуйған документта 2025 йылда хәүеф янаған биләмәләр күрһәтелгән. Хәүефле миҙгел 6 ай дауам итә. 18 апрелдән 25 октябргә тиклем була. Документҡа ярашлы, 186 ауыл һәм ҡала, 47 балалар ойошмаһы, 63 баҡсасылыҡ ширҡәте иғтибарға алына.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай Коллектив 11 мартта Кремль һарайында “Донъя халыҡтары
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай Коллектив 11 мартта Кремль һарайында “Донъя халыҡтары бейеүе” программаһын тәҡдим итә. Концерттың беренсе өлөшөндә башҡорт хореографияһы классикаһы өлгөләре: “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Төньяҡ амурҙары” һәм алтын фондҡа ингән башҡа бейеүҙәр башҡарыла. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған композициялар тәҡдим ителә. Тамашаның икенсе өлөшөндә ҡаҙаҡ, белорус, ҡытай һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре була.

Башҡортостан 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса туристик рейтингта 13-сө урын алды Тәүге урындарға Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Красно
Башҡортостан 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса туристик рейтингта 13-сө урын алды Тәүге урындарға Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайы ҡуйылған. Төбәктәр тиҫтәнән ашыу критерий буйынса баһаланған. Улар араһында туристик фирмалар, туристар һаны, ҡунаҡхана бизнесы табышы, енәйәтселек кимәле бар. Быйыл Башҡортостан туризмды үҫтереү өсөн федераль ҡаҙнанан 267 миллион һум ала.

Өфөлә Студент баскетболы ассоциацияһының йондоҙҙар матчы үтте Көрәш һарайы ҡабул иткән уйынды ҡарарға Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров һәм олимпия чемпиондары килде. Ярыш «Көнсығыш» һәм «Көнбайыш» ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында уҙҙы. Көсөргәнешле осрашыу «Көнсығыш» командаһының еңеүе менән тамамланды.

Ейәнсура районы үҙәгендәге «Салауат» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ремонттан һуң тулы ҡеүәттә эш башланы Объект 2009 йылда сафҡа ингән. Былтыр уны капиталь төҙөкләндереү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Спорт министрлығы тарафынан 10 миллион һум аҡса бүленә. Майҙан алып ноябргә тиклем тренажер залында резина япма түшәлә, яҡтыртыу ҡоролмалары алмаштырыла, стеналар буяла. Шулай уҡ спорт залы һәм фитнес бүлмәһе яңырыу кисерә.

Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш уҙҙы Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе тапҡыр балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш уҙҙы. Сараны «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Ибраһим ауылы халҡы ойошторҙо. Балыҡ тотоу фестивале төрлө ауыл биләмәләрен генә түгел, күрше район ҡунаҡтарын да йәлеп итте. Гүзәл заттар араһында иң шәп балыҡсыны нисек асыҡлайҙар?

Өфө районы Йоматау халҡы йәмәғәт транспорты етмәүенә зарлана Проблема ауылда ғына түгел, бөтә ауыл биләмәһендә күҙәтелә. Урындағыларға мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана кеүек социаль учреждениеларға ла барып етеүе ҡатмарлы. Халыҡ яуаплы ведомстволарға ла мөрәжәғәт итә, тик үҙгәреш юҡ. Урындағылар менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.

Мобилизацияланыусылар кире яуға ҡуҙғалды Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт объекты биләмәһендә уҙҙы. Яугирҙарҙы Херсон өлкәһендәге хәрби бурыс үтәү урындарына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.

Өмөтлө йәштәр: Ильяс Хәтмуллиндың уңыш тарихы Бөгөнгө студенттар нисек уҡый һәм ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Һорауға яуап киләһе яҙмала.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш эшҡыуарҙар менән осрашты «Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында үткән сара республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 250 кешене берләштерҙе. Радий Хәбиров ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа төбәктә эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫтереү, бизнесҡа ярҙам сараларын һаҡлау әһәмиәтенә туҡталды.

Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү артты Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитет хаҡты үҙ аллы билдәләй
Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү артты Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитет хаҡты үҙ аллы билдәләй. Бер үк ваҡытта мәғариф учреждениелары сумманы билдәләнгән кимәлдән арттыра алмай. Өфөлә баланың баҡсала булған һәр көнө өсөн 185 һум түләргә кәрәк. Был уҙған йылдағы кимәлдән 7 һумға күберәк.

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем алты поликлиника файҙаланыуға тапшырыла Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыу
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем алты поликлиника файҙаланыуға тапшырыла Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, яңы медицина учреждениялары Янауыл, Асҡар, Асҡын, Баҡалы ауылдары һәм Учалы менән Благовещен ҡалаларында булдырыла.