БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше1 968
Підписники
Немає даних24 години
-27 днів
-1630 днів
Архів дописів
1 968
Фәйзи Ғәскәров ансамбле Дәүләт Кремль һарайында ике ҙур тирмә ҡормаҡсы
Рәсәйҙең иң ҙур дәүләт сәхнәһе фойеһында башҡорт тирмәһе. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙәге гастролдәре уңайынан Дәүләт Кремль һарайында ике ҙур тирмә ҡормаҡсы. Ижади коллективтың мәҙәниәт учреждениеһындағы был тәүге ҙур концерты.
1 968
Өфөнөң 41-се мәктәбендә кадеттар сафы киңәйҙе
Ватанымды яратырға, яҡшы уҡырға, ышаныслы дуҫ булырға. Өфөнөң 41-се мәктәбендә кадеттар сафы киңәйҙе. Рәсәй кадеттары көнө уңайынан ойошторолған сарала 20 уҡыусы тантаналы шарттарҙа ант бирҙе.
1 968
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортонда бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешерҙе
Яугирҙарға татлы күстәнәс. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортонда бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешерҙе. Баллы ризыҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға тәғәйенләгән. Изге сара журналист Зөһрә Арсаева һәм уның әсәһе Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы башланғысы менән ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар өсөн был үҙенә күрә оҫталыҡ дәресе лә булып торҙо.
1 968
Өфөлә Радий Хәбиров менән Ботиржон Асадовтың эшлекле осрашыуы үтте
Башҡортостандың Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙә үҫеш мөмкинлектәре киң. Был турала Үзбәкстан республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында билдәләп үтте.
1 968
Башҡортостан мәктәптәре яңы йыһаздар ала
Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, "Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре" һәм "Хеҙмәт" предметтары өсөн кабинеттар йыһазландырыла. - Был дәрестәрҙә үҫеп килеүсе быуын Тыуған илде һаҡларға, уны яратырға, Ватан өсөн хеҙмәт итергә өйрәнә, - тине ул. Бының өсөн милли проект буйынса 200 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Бөтә район һәм ҡалаларҙа 711 мәктәпкә кәрәк-яраҡ алына.
1 968
"Өфө" футбол клубы Евгений Харлачев менән контрактты өҙҙө
Ике яҡлы килешеү бар. Евгений Харлачев баш тренер итеп 2023 йылда тәғәйенләнде. Уның етәкселегендә команда беренсе лигаға күтәрелде. Шулай уҡ Өфө клубы өлкән тренер Евгений Чернухин һәм тренер Михаил Гайсин менән хушлашты. Әле Башҡортостан футболсылары баш тренер Омари Тетрадзе етәкселегендә чемпионаттың яҙғы этабына әҙерлек алып бара.
1 968
"Салауат Юлаев" КХЛда ваҡытынан алда плей-офф этабына сыҡты
Юлаевсылар даими беренселектә киләһе уйындарҙың һөҙөмтәләренә ҡарамай Гагарин Кубогы өсөн көрәште дауам итәсәк. Өфө командаһы әле 75 мәрәй менән Көнсығыш конференцияла икенсе урында килә. Даими беренселек 23 мартҡа тиклем дауам итә. Унан һуң плей-офф башлана. Был этапта һәр конференциянан 8-әр команда ҡатнаша.
1 968
24 февраль эш көнө буласаҡ
Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһы Ватанды һаҡлаусы көнө уңайынан ял һәм эш тәртибен аңлатты. Быйыл байрам йәкшәмбегә тура килә. Ғәҙәттә ял алдағы дүшәмбегә күсерелә ине. Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл 23 февралгә тура килгән йәкшәмбе ялы 8 майға күсә. Ә 8 мартҡа,ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тура килгән шәмбе өсөн 13 июндә ял итәбеҙ.
1 968
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре «Журналистар урындағы үҙидаралыҡ өсөн» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Дәүләт Думаһының Союздар йортонда үтте.
1 968
Әбйәлил районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә ат ярыштары үтте
Яуҙа - яуҙаш, донъя көткәндә юлдаш. Әбйәлил районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә ат ярыштары үтте. Унда Башҡортостандың 8 районы һәм күрше өлкәләрҙән ҡатнашыусылар көс һынашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
1 968
Белорет районы Олойылға ауылында «Бәйге» башҡорт күп алышы буйынса ярыш үтте
Ватанды Һаҡлаусылар йылына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған сараның төп маҡсаты - башҡорт халҡының тарихын популярлаштырыу һәм мәҙәниәтен үҫтереү.
1 968
Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабы еңеүсеһе
Айыҡ йәшәү рәүешен һайлаған ауылда конкурс сиктәрендә биш тиҫтәнән ашыу тематик саралар, байрамдар, спорт ярыштары ойошторолған. Иҫке Ҡормашта уҙған «Айыҡ ауыл» байрамынан репортаж.
1 968
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына яңы етәксе һайланды
Баймаҡтар ҡор йыйҙы. Баймаҡ районы хакимиәтендә үткән сарала ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар, урында алып барылған эштәр менән танышты. Төбәктә тормошҡа ашырылған проекттарға ла йомғаҡ яһалды. Сара һуңында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына яңы етәксе һайланды.
1 968
Өфөнөң Николай Дмитриев урамында урынлашҡан 23-cө мәктәптә реконструкция эштәре тамамлана
Быйыл ноябрҙә Өфөнөң Николай Дмитриев урамында урынлашҡан 23-cө мәктәптә реконструкция эштәре тамамлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, белем усағының элекке бинаһы авария хәлендә тип танылып былтыр һүтелгәйне. Уның урынында биш ҡатлы яңы корпус төҙөлә.
1 968
«Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары сираттағы гуманитар ярҙам алды
Подразделениела башлыса Саҡмағош районы егеттәре хеҙмәт итә, шуға ылауҙы ла тап ошо район халҡы инселәп ебәргән. Яугирҙар аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән бергә хәрби заданиела ҡулланылған ҡорамалдар, нығытмалар эшләү өсөн төҙөлөш материалдары алды. Һалдаттарҙың урынлашҡан еренә үк алып барып етелгән гуманитар ярҙамды БЮТ хәбәрселәре лә оҙатып барҙы.
1 968
Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының икенсе этабы старт алды
Был мәсьәлә Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» форматында сираттағы тематик кәңәшмәлә күтәрелде. Бынан тыш, йылытыу миҙгеле барышы ла тикшерелде.
1 968
Башҡортостан БДБ илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһына әҙерләнә
Башҡортостанда декабрҙә үтәсәк Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһына әҙерлек саралары башланды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта эшҡыуарҙарға ярҙам саралары, район дауаханаларында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн модулле консультация үҙәктәрен ойоштороу, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
1 968
МХО биләмәһендәге Өфө
Башҡортостан һалдаттары МХО биләмәһендә азат ителгән ауылдарҙың береһенә Өфө атамаһы биргән.
📸 БСТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров.
1 968
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" оҙайтылды
Башҡортостан хөкүмәте 2025-2030 йылдарға тиклем иҫәпләнгән программаны хупланы. Ул өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға, уларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын 15 мең кеше өсөн Башҡортостан буйлап бер көнлөк сәфәр ойоштороу планлаштырыла. Меңдән ашыу турист ташламалы хаҡ менән Белоруссияла була ала. Проект 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
1 968
Рәсәйҙә балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты
Административ кодексҡа төҙәтмәләр көсөнә инде. Дума спикеры Вячеслав Володин белдереүенсә, 11 йәштән 17 йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙең фекерен белешкәндәр. Уларҙың 70 проценты тәмәке һатып алғанда бер ниндәй ҙә документ күрһәтмәүе тураһында белдергән. Хәҙер яза ҡәтғиләште, балаларға тәмәке һатыусылар өсөн иң юғары штраф 2 миллион һумға еткерелде.
