БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más2 019
Suscriptores
-124 horas
-37 días
-1030 días
Archivo de publicaciones
2 019
Әбйәлил районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә ат ярыштары үтте
Яуҙа - яуҙаш, донъя көткәндә юлдаш. Әбйәлил районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә ат ярыштары үтте. Унда Башҡортостандың 8 районы һәм күрше өлкәләрҙән ҡатнашыусылар көс һынашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 019
Белорет районы Олойылға ауылында «Бәйге» башҡорт күп алышы буйынса ярыш үтте
Ватанды Һаҡлаусылар йылына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған сараның төп маҡсаты - башҡорт халҡының тарихын популярлаштырыу һәм мәҙәниәтен үҫтереү.
2 019
Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабы еңеүсеһе
Айыҡ йәшәү рәүешен һайлаған ауылда конкурс сиктәрендә биш тиҫтәнән ашыу тематик саралар, байрамдар, спорт ярыштары ойошторолған. Иҫке Ҡормашта уҙған «Айыҡ ауыл» байрамынан репортаж.
2 019
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына яңы етәксе һайланды
Баймаҡтар ҡор йыйҙы. Баймаҡ районы хакимиәтендә үткән сарала ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар, урында алып барылған эштәр менән танышты. Төбәктә тормошҡа ашырылған проекттарға ла йомғаҡ яһалды. Сара һуңында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына яңы етәксе һайланды.
2 019
Өфөнөң Николай Дмитриев урамында урынлашҡан 23-cө мәктәптә реконструкция эштәре тамамлана
Быйыл ноябрҙә Өфөнөң Николай Дмитриев урамында урынлашҡан 23-cө мәктәптә реконструкция эштәре тамамлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, белем усағының элекке бинаһы авария хәлендә тип танылып былтыр һүтелгәйне. Уның урынында биш ҡатлы яңы корпус төҙөлә.
2 019
«Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары сираттағы гуманитар ярҙам алды
Подразделениела башлыса Саҡмағош районы егеттәре хеҙмәт итә, шуға ылауҙы ла тап ошо район халҡы инселәп ебәргән. Яугирҙар аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән бергә хәрби заданиела ҡулланылған ҡорамалдар, нығытмалар эшләү өсөн төҙөлөш материалдары алды. Һалдаттарҙың урынлашҡан еренә үк алып барып етелгән гуманитар ярҙамды БЮТ хәбәрселәре лә оҙатып барҙы.
2 019
Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының икенсе этабы старт алды
Был мәсьәлә Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» форматында сираттағы тематик кәңәшмәлә күтәрелде. Бынан тыш, йылытыу миҙгеле барышы ла тикшерелде.
2 019
Башҡортостан БДБ илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһына әҙерләнә
Башҡортостанда декабрҙә үтәсәк Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһына әҙерлек саралары башланды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта эшҡыуарҙарға ярҙам саралары, район дауаханаларында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн модулле консультация үҙәктәрен ойоштороу, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
2 019
МХО биләмәһендәге Өфө
Башҡортостан һалдаттары МХО биләмәһендә азат ителгән ауылдарҙың береһенә Өфө атамаһы биргән.
📸 БСТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров.
2 019
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" оҙайтылды
Башҡортостан хөкүмәте 2025-2030 йылдарға тиклем иҫәпләнгән программаны хупланы. Ул өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға, уларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын 15 мең кеше өсөн Башҡортостан буйлап бер көнлөк сәфәр ойоштороу планлаштырыла. Меңдән ашыу турист ташламалы хаҡ менән Белоруссияла була ала. Проект 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
2 019
Рәсәйҙә балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты
Административ кодексҡа төҙәтмәләр көсөнә инде. Дума спикеры Вячеслав Володин белдереүенсә, 11 йәштән 17 йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙең фекерен белешкәндәр. Уларҙың 70 проценты тәмәке һатып алғанда бер ниндәй ҙә документ күрһәтмәүе тураһында белдергән. Хәҙер яза ҡәтғиләште, балаларға тәмәке һатыусылар өсөн иң юғары штраф 2 миллион һумға еткерелде.
2 019
"Башҡорт ихаталары" программаһы үтәлешен халыҡ баһалай
31 мартҡа тиклем күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең фекере өйрәнелә. Премьер-министр урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, бындай тикшеренеү халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алыу, ваҡытында тейешле саралар күреү мөмкинлеге бирә. Быйыл Йәмәғәт палатаһы тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса ремонт-тәртипкә килтереү эштәре башҡарылған биләмәләрҙә буласаҡ. Программа Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
2 019
Радий Хәбиров МХО яугирен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, танк батальонының эвакуация бүлексәһе командиры Мөҙәрис Аҫылбаев Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙға дәүләт наградаһын Радий Хәбиров тапшырҙы.
«Мөҙәрис Ғәфүр улы күптән яуҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр наградланған. Ҡотлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
2 019
Башҡортостанда халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншиндың 75 йәше билдәләнә
Республика Башлығының ошо турала Указы бар. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға була. Юбилей саралары быйыл була. Указдың үтәлеше өсөн премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев яуаплы. Камил Йыһаншин 1950 йылдың 15 мартында тыуған.
2 019
Башҡортостан юлдарында аварияларҙың күбеһендә водителдәр ғәйепле
Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдерҙе. Уҙған йылда республикала 2 мең 900-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән, 3 мең ярымдан ашыуы йәрәхәтләнгән. Аварияларҙың 85 процентында водителдәр ғәйепле тип табылған.
2 019
Тәрбиәселәргә — 575 мең һум аҡса
Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын оторға мөмкин. Конкурста 35 йәшкә тиклемге өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, педагог-психологтар, педагог-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр, физкультура буйынса инструкторҙар ҡатнаша ала. Иң мөһиме, белем биреү ойошмаһында эш стажы ике йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Ведомствола белдереүҙәренсә, грант конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.
2 019
Өфөлә «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» фестивале асылды
Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы һәм актриса Оксана Федорова Өфөлә «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» фестивален асты. Федор Шаляпиндың тыуған көнөнә арналған сара өс көн дауам итте.
2 019
Борай ауылында көрәш буйынса республика беренселеге үтте
Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылына арналған бәйгелә төрлө йәштәге егеттәр бил һынашты. Милли көрәш беренселеге республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 314 малайҙы берләштерҙе.
2 019
Афған ветерандары: үткәндәр һабағы – бөгөнгә маяҡ
Хәрби бәрелештәр алып барыу шарттары, технологиялар нисек кенә үҙгәрмәһен яуҙа алған тәжрибә алыштырғыһыҙ ҡала. Афған һуғышында интернационал бурысын үтәүселәр бөгөн дә сафта һәм уларҙың туғандарса яурыны махсус хәрби операция яугирҙарына ныҡлы терәк булып тора. Шуравиҙар өсөн һуғыш 36 йыл элек тамамланыуға ҡарамаҫтан, әле лә улар Ватаныбыҙ тыныслығын яҡлап көрәшә.
2 019
Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай мәктәбендә Герой партаһы асылды
Герой партаһы. Ил кимәлендә старт алған Бөтә Рәсәй мәғариф проекты Башҡортостан район-ҡалалары мәктәптәрен иңләй. Йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өлгөһөндә тәрбиәләү, уларҙы хөрмәтләү маҡсатында ойошторолған сара Баймаҡ районында ла үтте. Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары Ватан тарихын дәреслектәрҙән уҡып ҡына түгел, ә районда, ауылда тыуып-үҫкән герой яҡташтары аша ла белә.
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
