БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше2 021
Підписники
-124 години
-27 днів
-930 день
Архів дописів
2 021
Өфө данлыҡлы Мәскәү Пасха фестивален ҡабул итте
Мариин һәм Ҙур театрҙың Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективы Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Өфө мәҙәни тур графигына икенсе йыл рәттән индерелә, баш ҡала тамашасыһы мәшһүр сәхнә оҫталарын һағынып көтөп ала һәм алҡыштарға күмә.
2 021
Өфөлә түләүле парковкалар тураһында шылтыратып белешергә мөмкин
Иртәгәнән кол-үҙәк эшләй башлай. 246-68-66 һандарына шылтыратып парковкаларҙың эш тәртибе, түләү, ташламалар тураһында мәғлүмәт алырға була. Өфөнөң үҙәгендә 1 меңдән ашыу түләүле машина ҡалдырыу урыны булдырыла. Тәүҙә улар һынау рәүешендә эшләй. Быйыл июнь айынан тулыһынса файҙалана башлау планлаштырыла.
2 021
Фермерҙар ер биләмәләре майҙанын 40 тапҡырға киңәйтә ала
Республика парламенты закон ҡабул итте. Уға ярашлы, фермер хужалығы биләмәһе иң күбе 2 мең гектарға етеүе мөмкин. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, әлегәсә республикала фермерҙар 50 гектарға тиклем ерҙе аукционһыҙ ҡуртымға алған. Был нормалар заман талаптарына яуап бирмәй. Күп хужалыҡтар артабан үҫешергә әҙер. Яңы закон фермерҙарға күпкә һөҙөмтәле эшләү мөмкинлеге бирергә тейеш. Республикала 7 мең фермер хужалығы бар. Улар миллион гектарҙан ашыу ер файҙалана.
2 021
Әбйәлил районы Амангилде ауылында Вадим Баҡыев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте
Батыр рухы мәңге йәшәһен! Әбйәлил районы Амангилде ауылында Вадим Баҡыев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте. Турнирҙы Вадим Нурислам улының бергә уҡыған һабаҡташтары ойошторҙо.
2 021
Өфөлә «Мәжбүри мөхәббәт» сериалы төшөрөлә
Кинофильмдың сюжетына килгәндә, етеш ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың байлығына ҡыҙығып уға өйләнергә теләгән егеттең ниәтен ҡыҙҙың атаһы аңлап ҡала. Никаны үгәй улына кәләшлеккә биреп кенә хәлде ҡотҡарып ҡала. Ролдәрҙе Рәсәй ҡалаларынан килгән һәм республика театрҙары актерҙары башҡара. 4 сериянан торған мелодрама федераль телеканалдарҙың береһендә күрһәтеләсәк.
2 021
Башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары Евразия мәғариф үҙәгендә старт алды
Евразия мәғариф үҙәге - донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәгендә башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары старт алды.
Унда Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән 150-нән ашыу кеше, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы.
2 021
«Георгий таҫмаһы» йәмәғәт акцияһы тотош Рәсәйҙе солғап алды
Өфөнөң Орджоникидзе мәҙәниәт һарайы алдында ирекмәндәр «Георгий таҫмаһы» таратты. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары иһә ҡаһарман ата-бабалары иҫтәлегенә вальс әйләнде.Акция Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында үткәрелә һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
2 021
Башҡортостан юлдарында фото- һәм видеотеркәү комплекстары камиллаштырыла
Яңы, заманса мониторинг системаһы ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итәләр Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән. Система майҙа һынау үтә. Башҡортостан юлдарында июнгә тиклем 56 яңы фото- һәм видеотеркәү ҡоролмаһын урынлаштырыу планлаштырыла.
2 021
Башҡортостан һәм Үзбәкстан технопарк булдыра
Ташкент ҡалаһында Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында ошо турала килешеү төҙөлдө. Сарала беҙҙең республика делегацияһы ҡатнашты. Документҡа ярашлы, технопарк булдырыуға Рәсәй һәм Үзбәкстан инвесторҙары йәлеп ителә. Резиденттарға һәр төрлө ярҙам саралары әҙерләнә.
2 021
Өфөлә Ленин исемендәге паркта реконструкцияны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла
Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров белдерҙе. - Фонтан яңыртыла, интерактив майҙансыҡ була, шулай уҡ балалар өсөн уйын комплексы, сәхнә төҙөлә, - тине ул. Паркта реконструкция 12 майҙа башлана. Ул тулыһынса ябыла.
2 021
Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы
- Һеҙ һәр ваҡыт хеҙмәт урынында, һанаулы минуттар эсендә бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ. Ғүмерегеҙҙе аямай, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтәһегеҙ. Башҡортостан халҡының хәүефһеҙлеге һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған ысын һаҡсылар ҡулында. Уҙған йылда республикала 9 меңдән ашыу янғын һүндерелде, меңләгән кеше ҡотҡарылды. Һеҙҙең мөһим һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - ти Радий Хәбиров.
2 021
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды
Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышында ошо тема ҡаралды. - 2025 йылдан һыу объекттарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Быйыл йылға-күл буйҙарында 200-ҙән ашыу ял урыны булдырыу планлаштырыла, - тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов.
2 021
«Лёньканы ҡотҡарығыҙ!» драмаһы Өфө тамашасыһын әсир итте
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына премьера әҙерләгән. Мәликә Икрамованың пьесаһын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Спектакль ваҡиғалары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡамауҙа ҡалған Ленинградта бара.
2 021
Республика геронтология үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы
Еңеү һалдаттарына хәтер мәңгелек. Республика геронтология үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр алдында Ауырғазы районы мәҙәниәт йорто артистары сығыш яһаны. Сәхнәлә һуғыш осоронда ижад ителгән фронт йырҙары яңғыраны.
2 021
Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде
Өфө йүкәләре тағы ла 40 төпкә артты. Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде. Республиканың халыҡтар дуҫлығы йорто башланғысы менән ҡала баҡсаһында 80 төп үҫенте ултыртылды.
2 021
Башҡортостан Ташкентта туризм һәм сәнәғәт буйынса хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөнө
Ташҡент ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан делегацияһы төбәктең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Үзбәкстандың шәхси туристик ойошмалар ассоциацияһы тарафынан хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Осрашыуҙа төбәктә инвесторҙар өсөн эш шарттарына баҫым яһалды.
2 021
Башҡортостанда Янғын һағы көнөндә ҡотҡарыусыларға яңы техника тапшырылды
30 апрель - Рәсәйҙә яңғын һағы көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы республиканың янғын һүндереү частарына махсус техника тапшырҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыу айырым контролдә тотола. Сөнки был тәьминәткә халыҡтың именлеге, тыныслығы бәйле.
2 021
Өфөлә Фидан Ғафаров менән хушлаштылар
«Ғүмер ағыштары» туҡтаны. Республика йәмәғәтселеге Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Ғафаровты һуңғы юлға оҙатты. Башҡорт драма театрына актер менән бәхилләшеүгә меңдәрсә кеше килде. Яҙма милли театр сәнғәтендә йондоҙ булып балҡып, халыҡтың оло һөйөүен яулаған шәхестең мәңгелек ижадына оло ихтирам менән әҙерләнде.
2 021
Ярославлдә Континенталь хоккей лигаһы плей-офф уйындарының ярымфинал шәлкеме дауам итә
Бөгөн «Салауат Юлаев» менән «Локомотив» командалары икенсегә осраша. Тәүге уйынды юлаевсылар 3-1 иҫәбе менән еңгәйне. Был уйында голкипер Семён Вязовой ике һөҙөмтәле тапшырыу менән тарихи ҡаҙанышҡа иреште. Әлегә Нэйтан Тодд менән Джошуа Ливоның матчта ҡатнашыу-ҡатнашмауы билдәһеҙ. Хоккей матчының тура трансляцияһын бөгөн БСТ каналында төнгә сәғәт 10-сы 20 минутта ҡарағыҙ.
2 021
Өфөгә Еңеү паровозы килде
Бөгөн Өфөгә Еңеү паровозы килде. Хәрби техника, реконструкторҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт. Куйбышев тимер юлдары проекты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Раритет техника менән танышырға өфөләр ғаиләләре менән килде. Улар араһында Т-34-76 легендар танкы, Икенсе донъя һуғышын ғына түгел, беренсеһен дә үткән артиллерия орудиелары ла бар. Платформаларҙың береһен Советтар Союзы ленд-лиз буйынса алған амфибия транспорт сараһы биләй. Был машина ауыр яуҙар аша үткән. Иң ҡыҙығы - составты 40-сы йылдарҙа сығарыла башлаған «Лебедянка» паровозы башлай.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
