ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 969
المشتركون
-124 ساعات
-47 أيام
-1730 أيام
أرشيف المشاركات
Радий Хәбиров «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды 1-cе Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы. Хеҙмәттәшлекте һәм эш кешеһен данлаусы байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын тәбрикләне. Төбәк етәксеһе «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалып, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә хеҙмәт династияларын дауам итеүселәр менән аралашты.

Өфөлә Рәсәй халҡы батырлығына арналған махсус поезды ҡаршылайҙар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тематик состав 13 май
Өфөлә Рәсәй халҡы батырлығына арналған махсус поезды ҡаршылайҙар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тематик состав 13 майҙа тимер юл вокзалына килеп етә. Ул 19 апрелдә Мәскәүҙең Киев вокзалынан юлға сыҡты. Илдең 75 ҡалаһында туҡталыш яһай. Поезд Өфөлә урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем перронда тора. Халыҡ заманса ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләре менән таныша ала. Экспозициялар Рәсәй хәрбиҙәренең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығына арнала. Оборона министрлығы уҙғарған өгөт-пропаганда акцияһы барышында Башҡортостан артистары ҡатнашлығында концерт тәҡдим ителә. Халыҡты һалдат бутҡаһы менән һыйлайҙар.

8 майҙан 11-енә тиклем Өфөлә йәмәғәт транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса йөрөй 13-сө һәм 22-се троллейбустар маршрутҡа сыҡмай.
8 майҙан 11-енә тиклем Өфөлә йәмәғәт транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса йөрөй 13-сө һәм 22-се троллейбустар маршрутҡа сыҡмай. 9 май, Еңеү көнөндә Октябрь проспектында машина йөрөшө сикләнә. Бында байрам уңайынан тантаналы саралар ҡаралған, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Игорь Акинфеев Алексеевка ауылындағы спорт залына ремонт эшләүҙә ярҙам итәсәк Игорь Акинфеев Өфө районы Алексеевка ауылындағы мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан спорт залын төҙөкләндерергә ярҙам итәсәк. Был хаҡта ЦСКА командаһы капитаны социаль селтәр аша хәбәр иткән. Социаль селтәрҙә Алексеевка ауылы спортсыларының видеояҙмаһын күргәндән һуң Игорь Акинфеев спорт залына ремонт эшләүҙә ярҙам күрһәтәсәге хаҡында белдергән.

«Бәләкәй ҡалаларҙа ҙур музыка»: Башҡорт музыкаһы республика ҡалаларына юл тота Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты өсөнсө йыл «Бәләкәй ҡалаларҙа ҙур музыка» проектында ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә юғары уҡыу йорто коллективы республиканың 8 ҡалаһында урынлашҡан балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәрендә булып, төрлө мәғариф программаларын тормошҡа ашырған. Эш һөҙөмтәһе булараҡ вуздың «Шаляпин залы»нда Гала-концерт үтте.

Дәүләкән икмәк комбинаты етештереүҙе арттыра һәм продукция сифатын яҡшырта Тәүлегенә 185 тонна он. Модернизация етештерелгән продукция күләмен артттырыу менән генә сикләнмәй, уның сифатын яҡшыртыуға ла булышлыҡ иткән. Һуңғы биш йылда Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты производствоға 120 миллион һумдан ашыу аҡса инвестициялаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Семеновское ауылы биләмәһендә халыҡ менән осрашты Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Семеновское ауылы биләмәһендә халыҡ менән осрашты. Бындай йыйылыштарҙың маҡсаты: халыҡҡа райондың социаль‐иҡтисади үҫеше менән танышыу, ауылда йәшәүселәр менән күрешеп аралашыу, мөһим мәсьәләрҙе оператив рәүештә хәл итеү.

Өфөлә «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контрактты бер тәҙрә аша рәсмиләштерергә мөмкин Үҙ теләгең менән Ватан һағына. Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү эше «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса ойошторолған. Республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар ошонда уҡ документ туплап, банк иҫәбе аса ала. Шулай уҡ медицина тикшереүе үтергә, анализдар тапшырырға мөмкин. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Һайлап алыу пунктында кандидаттарҙың хәрби хеҙмәткә яраҡлығы ҡарала. Контракт төҙөгән ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан хәрби әҙерлек тә үтә.

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә йәшәүселәргә тәбиғәттә шешлек ҡыҙҙырыуҙан баш тартырға кәңәш иттеләр Майҙың тәүге ял көндәрендә тотороҡһоҙ һауа шарттары, атап әйткәндә, көслө ел сығыуы, яуым-төшөм көтөлә. Шуға ла белгестәр бындай һауа торошон ял өсөн иң яҡшы ваҡыт түгел тип иҫкәртә. Бер үк мәлдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала. Был көндәрҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған биләмәләрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл яндарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, коммерция булмаған баҡса ширҡәттәрендә усаҡ яғыу тыйыла. Махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа республикала ҡотҡарыу хеҙмәте көсәйтелгән.

Өфө данлыҡлы Мәскәү Пасха фестивален ҡабул итте Мариин һәм Ҙур театрҙың Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективы Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Өфө мәҙәни тур графигына икенсе йыл рәттән индерелә, баш ҡала тамашасыһы мәшһүр сәхнә оҫталарын һағынып көтөп ала һәм алҡыштарға күмә.

Өфөлә түләүле парковкалар тураһында шылтыратып белешергә мөмкин Иртәгәнән кол-үҙәк эшләй башлай. 246-68-66 һандарына шылтырат
Өфөлә түләүле парковкалар тураһында шылтыратып белешергә мөмкин Иртәгәнән кол-үҙәк эшләй башлай. 246-68-66 һандарына шылтыратып парковкаларҙың эш тәртибе, түләү, ташламалар тураһында мәғлүмәт алырға була. Өфөнөң үҙәгендә 1 меңдән ашыу түләүле машина ҡалдырыу урыны булдырыла. Тәүҙә улар һынау рәүешендә эшләй. Быйыл июнь айынан тулыһынса файҙалана башлау планлаштырыла.

Фермерҙар ер биләмәләре майҙанын 40 тапҡырға киңәйтә ала Республика парламенты закон ҡабул итте. Уға ярашлы, фермер хужалығы
Фермерҙар ер биләмәләре майҙанын 40 тапҡырға киңәйтә ала Республика парламенты закон ҡабул итте. Уға ярашлы, фермер хужалығы биләмәһе иң күбе 2 мең гектарға етеүе мөмкин. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, әлегәсә республикала фермерҙар 50 гектарға тиклем ерҙе аукционһыҙ ҡуртымға алған. Был нормалар заман талаптарына яуап бирмәй. Күп хужалыҡтар артабан үҫешергә әҙер. Яңы закон фермерҙарға күпкә һөҙөмтәле эшләү мөмкинлеге бирергә тейеш. Республикала 7 мең фермер хужалығы бар. Улар миллион гектарҙан ашыу ер файҙалана.

Әбйәлил районы Амангилде ауылында Вадим Баҡыев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте Батыр рухы мәңге йәшәһен! Әбйәлил районы Амангилде ауылында Вадим Баҡыев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте. Турнирҙы Вадим Нурислам улының бергә уҡыған һабаҡташтары ойошторҙо.

Өфөлә «Мәжбүри мөхәббәт» сериалы төшөрөлә Кинофильмдың сюжетына килгәндә, етеш ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың байлығына ҡыҙығып уға өйләнергә теләгән егеттең ниәтен ҡыҙҙың атаһы аңлап ҡала. Никаны үгәй улына кәләшлеккә биреп кенә хәлде ҡотҡарып ҡала. Ролдәрҙе Рәсәй ҡалаларынан килгән һәм республика театрҙары актерҙары башҡара. 4 сериянан торған мелодрама федераль телеканалдарҙың береһендә күрһәтеләсәк.

Башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары Евразия мәғариф үҙәгендә старт алды Евразия мәғариф үҙәге - донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәгендә башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары старт алды. Унда Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән 150-нән ашыу кеше, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы.

«Георгий таҫмаһы» йәмәғәт акцияһы тотош Рәсәйҙе солғап алды Өфөнөң Орджоникидзе мәҙәниәт һарайы алдында ирекмәндәр «Георгий таҫмаһы» таратты. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары иһә ҡаһарман ата-бабалары иҫтәлегенә вальс әйләнде.Акция Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында үткәрелә һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Башҡортостан юлдарында фото- һәм видеотеркәү комплекстары камиллаштырыла Яңы, заманса мониторинг системаһы ҡулланыласаҡ, тип
Башҡортостан юлдарында фото- һәм видеотеркәү комплекстары камиллаштырыла Яңы, заманса мониторинг системаһы ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итәләр Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән. Система майҙа һынау үтә. Башҡортостан юлдарында июнгә тиклем 56 яңы фото- һәм видеотеркәү ҡоролмаһын урынлаштырыу планлаштырыла.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан технопарк булдыра Ташкент ҡалаһында Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында ошо турала килешеү төҙө
Башҡортостан һәм Үзбәкстан технопарк булдыра Ташкент ҡалаһында Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында ошо турала килешеү төҙөлдө. Сарала беҙҙең республика делегацияһы ҡатнашты. Документҡа ярашлы, технопарк булдырыуға Рәсәй һәм Үзбәкстан инвесторҙары йәлеп ителә. Резиденттарға һәр төрлө ярҙам саралары әҙерләнә.

Өфөлә Ленин исемендәге паркта реконструкцияны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры
Өфөлә Ленин исемендәге паркта реконструкцияны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров белдерҙе. - Фонтан яңыртыла, интерактив майҙансыҡ була, шулай уҡ балалар өсөн уйын комплексы, сәхнә төҙөлә, - тине ул. Паркта реконструкция 12 майҙа башлана. Ул тулыһынса ябыла.

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы - Һеҙ һәр ваҡыт хеҙмәт урынында, һанаулы минуттар
Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы - Һеҙ һәр ваҡыт хеҙмәт урынында, һанаулы минуттар эсендә бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ. Ғүмерегеҙҙе аямай, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтәһегеҙ. Башҡортостан халҡының хәүефһеҙлеге һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған ысын һаҡсылар ҡулында. Уҙған йылда республикала 9 меңдән ашыу янғын һүндерелде, меңләгән кеше ҡотҡарылды. Һеҙҙең мөһим һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - ти Радий Хәбиров.