uk
Feedback

Не попадись на ботовода! Telemetrio знаходить і позначає такі канали мітками 👉 Хочеш бачити мітку, оформляй підписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 970
Підписники
Немає даних24 години
-77 днів
-1930 днів
Архів дописів
Өфөлә «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Фестиваль программаһына ярашлы, 4 көн дауамында сара майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе үтә, иң яҡшы балалар уйындары тәжрибәләре күрһәтелә, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар ойошторола.

Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Дубайҙа Башҡортостан сәфәр йорттары асыла Улар “Тера” тигән яңы проектты тормошҡа ашырыу барышынд
Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Дубайҙа Башҡортостан сәфәр йорттары асыла Улар “Тера” тигән яңы проектты тормошҡа ашырыу барышында булдырыла. Республика етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова ошо турала белдерҙе. Уңышҡа ирешкән креатив индустрия вәкилдәре унда осрашыу уҙғара ала. Продукция презентацияһын ойошторорға мөмкин. Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, Өфөнөң үҙәк өлөшөндә һәм баш ҡала аэропортында ла сәфәр йорттары асыу ҡарала. Проект эшҡыуар Анна Уварова менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Быйыл Башҡортостанда ҡымыҙ конкурсы ойошторола Әле уны уҙғарыу көнө аныҡланмаған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Ко
Быйыл Башҡортостанда ҡымыҙ конкурсы ойошторола Әле уны уҙғарыу көнө аныҡланмаған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Конкурста йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереүҙе үҫтереү, ҡымыҙҙы танытыу маҡсаттары билдәләнә. Ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлаша. Еңеүселәр бер нисә номинацияла асыҡлана.

Бөгөн эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара Иртәгә мосолмандар Ҡорбан Ғәйетен билдәләй. Киләһе аҙнала өс эш көнө була. 12 июндән 15-енә
Бөгөн эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара Иртәгә мосолмандар Ҡорбан Ғәйетен билдәләй. Киләһе аҙнала өс эш көнө була. 12 июндән 15-енә тиклем ял ҡаралған. Өфөлә 20-нән ашыу мәсеттә Ғәйет намаҙы үтә. Баш ҡалала ике урында ҡорбан салыу майҙансығы булдырылған. Береһе “Ҡаруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе Төньяҡ автовокзал биләмәһендә урынлашҡан. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам уҙғарыуға бәйле Туҡай, Цюрупа, Зәйнулла Рәсүлев, Комаров урамдарын өлөшләтә ябыу ҡарала. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.

Салауат районы Мөрсәлим ауылында янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлексәһе асылды Вице-премьер Ирек Сәғитов хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы, а
Салауат районы Мөрсәлим ауылында янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлексәһе асылды Вице-премьер Ирек Сәғитов хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы, алдынғыларға наградалар тапшырҙы. Яңы бүлексә Салауат районында 8 ауыл өсөн яуаплы була. Бында 4 мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Премьер-министр Андрей Назаров янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәте үҫешен стратегик яҡтан мөһим йүнәлеш тип билдәләне.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә Республика Башлығы янындағы комиссия әҙәбиәт,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә Республика Башлығы янындағы комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә конкурс иғлан итте. Ғаризаларҙы 1 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын 3 премия тапшырыла. Һәр береһенең суммаһы - 1 миллион һум.

Туймазы ҡалаһынан Хәбировтар ғаиләһендә өс игеҙәк бала тыуған Туймазы ҡалаһынан Хәбировтар ғаиләһендә өс игеҙәк бала тыуған. Сабыйҙар Республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Бөгөн бәхетле пар үҙәктән тантаналы шарттарҙа сығып Туймазы ҡалаһына ҡайтты.

Милли рух байрамы яҡынлаша: «Урал батыр» эпосы көнөнә әҙерлек башланды «Урал батыр» эпосы көнөнә әҙерлек, боронғо эпик ҡомартҡыны танытыу, популярлаштырыу темаһы бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышында тикшерелде. Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһында ойошторолған осрашыуҙа ғалимдар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Иглин районында тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алдылар Оло Тәләк фажиғәһенә 36 йыл. Бөгөн Иглин районында 1989 йылдың 4 июнендә теркәлгән ҡурҡыныс тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алдылар. Матәм сараһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр һәм һәләк булҡғандарҙың яҡындары, Иглин районы һәм Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһы хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.

Суджа ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды Суджа ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр августа неонацистар Курск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш райондарына һөжүм башлай. Ҡаты алыштар ете айға һуҙыла. Оборона министрлығы быйыл мартта Суджаның дошмандарҙан тулыһынса таҙартылыуы тураһында хәбәр итте.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ уҡыусыларын кабинетында ҡабул итте Мәктәп уҡыусыларының хыялы тормошҡа ашты. Стәрлетамаҡ лицей-интернат егеттәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың кабинетында экскурсияла булды. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында экскурсия тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән уҡыусылар төбәк башлығының эш шарттары менән танышты, етди аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Республика волонтерҙары “Доброволец России” тигән билдәгә дәғүә итә ала Конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә башланы. Ирекмәнлек э
Республика волонтерҙары “Доброволец России” тигән билдәгә дәғүә итә ала Конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә башланы. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән билдә быйыл тәүге тапҡыр тапшырыла. ““Доброволец России” наградаһы – үҙен башҡаларға арнаған кешеләргә ихтирам һәм һөйөү символы. Дәғүә итеүселәргә уңыштар теләйем. Мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, - тине вице-премьер Дмитрий Чернышенко. 2025 йылдан волонтерҙар эшмәкәрлеген киңәйтеү “Йәштәр һәм балалар” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе һанала. Программаны тормошҡа ашырыу барышында 2030 йылға тиклем йәштәрҙең 45 процентын волонтерҙар хәрәкәтенә йәлеп итеү ҡарала. Рәсәй билдәһенә ҡан һәм плазма донорҙары ла дәғүә итә ала.

Баймаҡ ҡалаһының «Сулпылар» бейеү студияһы йомғаҡлау концертын үткәрҙе Сәхнәлә йәш һәләттәр. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәге янында эшләп килгән «Сулпылар» бейеү студияһы йомғаҡлау концертын үткәрҙе. Балаларҙың уңыштары хаҡында киләһе сюжетта.

Айыҡ ауыл конкурсында Байраҡатүбә ауылы призлы урын яуланы Туймазы районының Байраҡатүбә ауылы быйылғы Айыҡ ауыл республика конкурсында Бәләкәй ауылдар номинацияһында 3-сө урын яулап, 1,5 миллионлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Аҡсаны улар ауыл мәнфәғәтенә тотонорға теләй.

Миәкә районының Нарыҫтау ауылы халҡы һыуһыҙ интегә Миәкә районының Нарыҫтау ауылында өс аҙна инде һыу юҡ. Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһы ҡаҡшау сәбәпле, 300-ҙән ашыу кеше һыуһыҙ интегә. Нарыҫтау ауылы өсөн был проблема яңы түгел.

Өфөлә контракт хеҙмәте «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса ойошторолдо Үҙ теләгең менән Ватан һағына. Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү эше «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса ойошторолған. Республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар ошонда уҡ документ туплап, банк иҫәбе аса ала. Шулай уҡ медицина тикшереүе үтергә, анализдар тапшырырға мөмкин.

Башҡортостанда Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт ултырышы үтте Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән йыйылған ведомство етәкселәрен республика башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Ултырышта яңы иҡтисади шарттарҙа конкуренцияны үҫтереүгә, монополистик эшмәкәрлекте һәм намыҫһыҙ конкуренцияны сикләүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һүҙ барҙы. Тауарҙарға хаҡты көйләү, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау, эшҡыуарҙарға ярҙам мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостанда май һығыу заводы төҙөлә Ауыл хужалығы министрлығында өс яҡлы меморандумға ҡул ҡуйылды. Инвестиция проекты Әбйә
Башҡортостанда май һығыу заводы төҙөлә Ауыл хужалығы министрлығында өс яҡлы меморандумға ҡул ҡуйылды. Инвестиция проекты Әбйәлил районында ғәмәлгә ашырыла. - Башҡортостан үҙ ихтыяжынан күберәк продукция етештерә. Һатып алыусы булһа, етештереүҙе тағы арттырырға мөмкин, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 500 миллион һум тотонола.

Бөгөн Рәсәйҙәге иң ҙур тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алалар 1989 йылдың 4 июнендә Транс-Себер магистраленең 1 мең 710-сы
Бөгөн Рәсәйҙәге иң ҙур тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алалар 1989 йылдың 4 июнендә Транс-Себер магистраленең 1 мең 710-сы километрында, Иглин районы Оло Теләк станцияһы янында, көслө шартлау була. “Новосибирск-Адлер” һәм “Адлер-Новосибирск” пассажир поездарына ут ҡаба. Унда 1 мең 284 кеше, шул иҫәптән 383 бала була. 11 вагон тимер юлынан сығып оса, ете вагон тулыһынса яна. Рәсми мәғлүмәт буйынса, 600-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә, күптәр инвалид булып ҡала. Йыл һайын тимер юл фажиғәһе булған урында ҡорбандарҙы иҫкә алыу сараһы үтә.

Алдағы ял көндәрендә сүп-сарҙы сығарыу эше туҡталмаҫҡа тейеш Премьер-министр Андрей Назаров ошоға иғтибар итергә ҡушты. Тәбиғ
Алдағы ял көндәрендә сүп-сарҙы сығарыу эше туҡталмаҫҡа тейеш Премьер-министр Андрей Назаров ошоға иғтибар итергә ҡушты. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарында эш яҡшы ойошторолған, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса оператив штаб булдырылған. Башҡортостанда был аҙнала өс көнлөк ял ҡаралған. Киләһе эш аҙнаһы ла ҡыҫҡа була.