uk
Feedback

Не попадись на ботовода! Telemetrio знаходить і позначає такі канали мітками 👉 Хочеш бачити мітку, оформляй підписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 969
Підписники
-124 години
-17 днів
-1430 днів
Архів дописів
Ғафури районынан Ғәбдрәхим Садиҡов 101 йәшлек юбилейын билдәләне Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районынан 13 меңдән ашыу ир-егет ҡатнашҡан, фронттан уларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Сафтар йылдан-йыл һирәгәйеп, әле тик бер генә ветеран иҫән. Фронт һыҙығында «Катюша» тип аталған хәрби машина менән оҫта эш иткән Ғәбдрәхим Садиҡов бөгөн 101 йәшен билдәләне.

Башҡортостандың биш ҡалаһында һәм 17 муниципаль районда соҡорҙарҙы ямау башланды М-5 федераль трассаһында ла яуаплы хеҙмәттәр автомобиль юлдары участкаларында соҡорҙарҙы тигеҙләй. Шишмә районының Уҙытамаҡ ауылы янында һалҡын асфальт ярҙамында юл ремонтлаусылар эше хаҡында репортаж.

Иглиндә бәләкәй эшҡыуарлыҡтың оло проблемалары өйрәнелде Республикала Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса властың бизнес даирәләре менән осрашыуҙары башланды. Быға тиклем ошондай сараға Сибай эшҡыуарҙары саҡырылғайны. Сиратта Иглин, сөнки район баш ҡала менән сиктәш һәм эшҡыуарлыҡ субъекттары ла бик күп. Үҙ сиратында борсоған мәсьәләләр ҙә. Уларҙы хәл итеү өсөн район үҙәгенә республика хөкүмәтенең һәр министрлығынан белгестәр килде.

Архангел районы Аҙау ауылында ташҡындан зыян күргән граждандарҙан 106 ғариза ҡабул ителгән Уларҙың 54-нә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Бөгөн урында ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Йорттарҙан һыу, ҡураларҙан боҙ киҫәктәре сығарыла.

Башҡортостан мигранттарға патент биреү буйынса лидерҙар иҫәбендә Башҡортостан мигранттарға хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыуға патент биреү буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өс лидер иҫәбендә, ә был егерме ике меңдән ашыу документ. Был хаҡта Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың субъект башлыҡтары менән осрашыуында хәбәр ителде.

Башҡортостанда яҙғы ташҡын: тура эфирҙа брифинг Быйыл яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк килде. Бөгөн хәл-торош нисек. Республика йылғаларында һыу кимәле күтәреләме? Өйҙө һыу баҫһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Властар әҙерме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға белгестәр яуап бирә. @https://vk.com/tsur_bashkortostan (Республика идара итеү үҙәге) һәм @https://vk.com/bashkortostan_gov (республика хөкүмәте). https://vk.com/video-27097047_456288684

Балтаста ветеран, шағир Әхнәф Мазғаровтың ижадына бағышланған кисә уҙғарылды “Йөрәгемде балаларға бирәм”. Балтаста Бөйөк Вата
Балтаста ветеран, шағир Әхнәф Мазғаровтың ижадына бағышланған кисә уҙғарылды “Йөрәгемде балаларға бирәм”. Балтаста Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир Әхнәф Мазғаровтың ижадына бағышланған кисә үтте. Әхнәф Мазһар улы утты, һыуҙы кискән кеше. Ул фронттан ҡайтҡандан һуң уҡытыусы булып эшләй. 40 йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә арнай. Был эште тормош асылы тип иҫәпләй. Ул тыуған яҡ йырсыһы булып таныла. Байтаҡ шиғырҙарына йырҙар яҙылған.

«Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды «Көмөш туристар» йәнә Белоруссияла. Бөгөн иртән «Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды. «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса ойошторолған сәфәр бер аҙнаға иҫәпләнгән.

Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы ифтар үткәрҙе Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы Башҡортостан мосолмандары диниә назараты булышлығында ифтар үткәрҙе. Өфөнөң Коллоналлар залында йошторолған дини сарала ураҙа тотоусы мосолмандар бергә ауыҙ асты.

Өфөлә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе Әсәй ҡабыҙған йондоҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәш шағирә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан фирма магазинында баҫманың исем туйы үтте. Кисә әҙибәнең яҡындарын, уҡытыусылары һәм нәфис әҙәбиәт һөйөнселәрҙе бергә йыйҙы.

Республикала 6 мәктәп карантинға ябылды Шулай уҡ 57 мәктәптә 120 класс һәм 14 балалар баҡсаһында 20 төркөмдөң эше өлөшләтә ту
Республикала 6 мәктәп карантинға ябылды Шулай уҡ 57 мәктәптә 120 класс һәм 14 балалар баҡсаһында 20 төркөмдөң эше өлөшләтә туҡтатылды. Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, бындай ҡарар грипп һәм һалҡын тейҙереп ауырыусылар артыуы менән бәйле.

Өфөлә тәүге яҙғы өмә 29 мартта ойошторола Санитар көндә предприятие-ойошмаларға биләмәләрҙе йыйыштырырға кәңәш ителә. Әүҙем ҡ
Өфөлә тәүге яҙғы өмә 29 мартта ойошторола Санитар көндә предприятие-ойошмаларға биләмәләрҙе йыйыштырырға кәңәш ителә. Әүҙем ҡатнашыусыларға бағыусыларҙан 600-ҙән ашыу приз тапшырыла. Ҡала халҡы үҙҙәренең ихатаһын һәм йорт янындағы майҙанды тәртипкә килтерә ала.

Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙ
Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөндә иген культуралары була. Быйылғы уңыш өсөн көҙҙән 248 мең гектар ужым сәсеп ҡалдылырған. Ул яҡшы ҡышлаған. Әле яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнә, техника көйләнә. Башҡортостанда уҙған йылда 11 миллиард һумға 2 мең 400 берәмек техника һатып алынған.

"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаев
"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияла икенсе урын алды һәм плей-офтың тәүге этабында 7-се урын алған Новосибирск командаһы менән көс һынаша. Серия Өфөлә башлана. Тәүге уйындар 27 һәм 29 мартта була.

Өфө урамдарында транспорт йөрөшөн заманса система көйләй 2027 йылға тиклем 76 детектор урынлаштырыу планлаштырыла. Улар юл са
Өфө урамдарында транспорт йөрөшөн заманса система көйләй 2027 йылға тиклем 76 детектор урынлаштырыу планлаштырыла. Улар юл сатында машиналар күләмен теркәй, хәрәкәт тығыҙлығын анализлай. Был иһә светофорҙар эшен көйләү мөмкинлеген бирә, тығындар кәмергә тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә заманса система 2022 йылдан ҡулланыла. Светофорҙар яңыртылды, Ситуация үҙәге булдырылды.

Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсете Һәм «Әссәләм» гәзите ифтар уҙғарҙы Дөйөм ҡала ифтары Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ойошторолдо. Ауыҙ асырға Сибайҙан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән диндарҙар килде. Берҙәмлек һәм теләктәшлек сараһында доғалар уҡылды, көнө буйы ризыҡтан тыйылып торған мосолмандар һыйланды. Ҡунаҡтарға мауыҡтырғыс викториналар үткәрелде. Ифтарҙа ҡатанашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн доға ҡылды.

Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды. Әҙиптең 100 йыллығы уңайынан шулай уҡ «V Хамматов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үтте. Уҡыусылар яҙыусының ижади мираҫын өйрәнеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙләнеү эштәрен яҡланы. Секциялар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барылды.

Республикала айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы Тәүге бәхетһеҙ осраҡ Баймаҡ районында һунарсылыҡ биләмәһендә теркәлгән. Зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына реанимацияға һалынған, хәле ауыр тип баһалана. Бөрйән районы Яңы Усман ауылында ла ирурманда тайыштабанға тап була. Айыу һөжүменән һуң, ул бер нисә тән йәрәхәте алып, дауаханаға мөрәжәғәт итә.

Өфө районында тәүге тапҡыр 5 йыл элек ҡаралған инвестиция проекты тормошҡа ашырылды Зубов ауылы янында ауыл хужалығы техникаһы өсөн агрегаттар һәм запас частар етештереү буйынса производство цехы менән бер рәттән дилерлыҡ үҙәге эшләй башлай. Бында илдең иң эре етештереүселәренең береһе махсуслаштырылған машиналар һата һәм хеҙмәтләндерә. Былар барыһы ла яңы эш урындары, төбәккә инвестиция йәлеп итеү һәм, әлбиттә, аграрийҙар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк Яҙғы ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ экологик өмәләр, юл соҡорҙарын ремонтлау, поликлиникаларҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы.